Ерекле (Беләү ҡушылдығы)
Ерекле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе һәм Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты |
Ерекле рус. Джерекля — Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡала округы биләмәләрендә аға.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерекле йылғаһы Беләү йылғаһының уң ярына тамағынан өҫтәрәк ҡушыла. Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы анклавы Медногорск ҡала округындағы Никитино ҡасабаһы эргәһенән аға[1]
Беләү йылғаһы ҡушылдығы булараҡ, Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса, йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан. Бәләкәй йылға бассейны — өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (бассейндың Рәсәй өлөшө).[2]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһенең топонимакаһы белгесе С. М. Стрельников «Кувандыкский край в географических названиях» тигән китабында: Джерекля, речка — правый приток Блявы около пос. Никитино города Медногорска. От местных башкир записана также форма Ерекле. А в книге 1989 г. речка отмечена как Джеракла. Топоним характеризует растительность: в башкирском языке ерек — «ольха», -ле — аффикс обладания. «Ольховая».[3], тип яҙған.
Ерек — ҡайындар ғаиләһенә ҡараған еүеш, һыулы ерҙә, яр буйҙарында үҫә торған мурт ағас, тигән аңлатма бирә Башҡҡорт теленең һүҙлеге [4].
Ырымбур ҡалаһының «Южный Урал» гәзите 1990 йылда хәбәр итеүенсә, Медногорск ҡалаһында йәшәүселәр һуңғы йылдарҙа Купороска тип тә атай башлаған булған. Баҡһаң, йылғала кислота, баҡыр һәм сульфат миҡдары бик юғары икән, ә купорос көкөрт кислотаһы тоҙҙарының береһе Д. Чернавин.[5]
Медногорск ҡалаһында Джерекля (Ерекле) урамы бар[6]
Экологик торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерекле йылғаһын Купороска тип атауҙары тураһында 1990 йылда — дәүләт тарафынан талаптар әле ярайһы ҡәтғи булған осорҙа яҙылған булған әле. Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты шахталарынан ағыулы сығанаҡтар Ерекле йылғаһына төшә һәм Беләү йылғаһына барып ҡоя, тип яҙған «Российская газета» 2003 йылда. Ерекле йылғаһына металл әйбер барып төшөүе була, «баҡыр»ға әйләнә, сөнки һыуҙа уның концентрацияһы шул тиклем ҙур
Ҡасандыр был ағыулы һыуҙарҙы комбинат насостар менән һурҙыртып торған, ләкин хәҙер насостар туҡтатылған: дәүләт мәжбүр итеү саралары булмағанда бындай сығымдарға мохтажлыҡ юҡ, тип хәбәр ителә гәзиттә[7]
2017 йылда Екатерина Антоненкова тигән автор, был һыуҙар йылғаларҙан ер аҫты һыуҙарына ла эләгеүе бар, тип хәүефләнә[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Джерекля
- ↑ РФ һыу реестры мәғлүмәттәре: Беләү .
- ↑ «Кувандыкский край в географических названиях», 1994
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 329-сы бит
- ↑ Джерекля//Текут речки «купороски». — «Южный Урал», 30 августа 1990 г.
- ↑ Оренбургская Область, Медногорск Город, Джерекля Улица
- ↑ Нечистая сила//«Российская газета»
- ↑ Жители Медногорска боятся, что изумрудные воды из брошенного Блявинского месторождения попадут в грунтовые//Урал56.Ру
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кувандыкская энциклопедия / Гл. ред.-сост. С. М. Стрельников. — 2-е изд., перераб. и доп. — Челябинск: Челябинский Дом печати, 2013. — 636 с.
- Стрельников С. М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Изд-во С. М. Стрельникова, 1994.
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 329-сы бит