Эстәлеккә күсергә

Ер эшкәртеү йолалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ер эшкәртеү йолалары
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Башҡорттар баҡсала ер һөрә

Ер эшкәртеү йолалары — ауыл хужалығы эштәрен башҡарыуға арналған традицион йолалар.

Ауыл хужалығы йолалары шартлы рәүештә ике төркөмгә бүленә: беренсеһе яҙғы һәм йәйге осорҙарҙа сәсеүгә әҙерлек һәм уны башҡарыу, икенсеһе — йәй ваҡытында тәрбиәләү, үҫтереү һәм көҙ көнө йыйыу менән бәйле. Быға оҡшаш йолалар башҡорттарҙа, белорустарҙа, мариҙарҙа, сыуаштарҙа, татарҙарҙа, удмурттарҙа, урыҫтарҙа һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарында ла булған. Ауыл хужалығы йолаларында теләктәр ҙур әһәмиәткә эйә булған: уларҙы йола атҡарыу урынына барғанда, ҡорбан килтергәндә, йола ашы әҙерләгәндә, бергәләп табын ҡорғандан, һыу ҡойонғандан һуң, ҡайтҡанда һәм башҡа осраҡтар әйткәндәр. Республика халыҡтарының күпселеге мул емеш биреүҙе һәм уңышты һаҡлауҙы тәьмин итеүгә, киләһе йылға сәсеүгә әҙерләнеүгә йүнәлтелгән таҙартыу, һаҡлыҡ саралары һәм башҡа йолалар ғәмәлдәр башҡарған.

Боронғо "Ҡарғатуй" йолаһы башҡарыла

Ауыл хужалығы йолаларының күбеһе һыуҙы хөрмәтләү менән бәйле, уларҙың күбеһе ямғыр яуҙырыуға йүнәлтелгән (иң боронғо һәм ябайы — ҡойондорошоу. Улар — яҙғы-йәйге йолалар һәм байрамдар, ҡоролоҡ оҙаҡҡа һуҙылған ваҡытта үткәрелә). Иген культураларын (арпа, тары, бойҙай) ашау мөһим урында торған. Ритуаль туҡланыуҙың төп продукттары — иген бөртөктәре һәм йомортҡа, улар тыуымды символлаштыра.

Сәсеү осоронда яҡшы уңыш алыуға йүнәлтелгән йолалар атҡарылған. Тотош ғаилә баҫыуға сыҡҡан, үҙ биләмәһенә барған юлда ғаилә башлығы балаларға, етемдәргә, ярлыларға йомортҡа таратҡан, уны шулай уҡ орлоҡ менән бергә баҫыуға һалған.

Ҡоро килгән йәйҙә йылға буйында ҡорбанға һыйыр йәки бер нисә ҡара төҫтәге һарыҡ килтереп, «Ямғыр саҡырыу» йолаһы үткәрелгән (ҡара төҫ болотто символлаштырған). Малдың баш-тояғын һыуға ташлағандар йәки күмгәндәр; күмәк табындан һуң йылғаға ҡоромланған тишек ҡаҙан йәки тимер әйбер ташлағандар, йәштәр бер-береһен һыу менән ҡойондорған, төрлө уйындар үткәргән, өлкән йәштәгеләр зыяратта йәки изге сауҡалыҡтарҙа доға уҡыған.

Башҡортостандың төрлө райондарында ла ямғыр яуҙырыу йолалары үткәрелгән. Улар таштарҙың, уттың тылсымлы үҙенсәлектәре тураһындағы халыҡ ышаныуҙары менән бәйле. Ямғырлы йәйҙә «Ҡәһәрле ямғыр», «Ҡояш саҡырыу» йолалары үтәлгән, ә сәсеүлектәрҙе һаҡлау өсөн — аҡ төҫтәге хайуанды ҡорбанға килтереп, «Теләк» йолаһы башҡарылған.

Уңыш йыйыу осоронда «Ергә бүләк» йолаһы булған (ҡорбан ителгән малдың ҡанын ер өҫтөнә һибеп, ергә бер ус иген күмгәндәр). Аштан һуң халыҡ уйындары ойошторолған. Ер эштәре циклы менән байтаҡ халыҡ байрамдары (һабанға төшөү, ҡара ергә аяҡ ьаҫыу һ.б.) бәйле. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған һабантуй уларҙың иң мөһиме булып тора.

Яҙын йәки йәй башында шулай уҡ ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе байрамдары үткәрелгән. Көҙ көнө тәүге уңыш хөрмәтенә «Иген байрамы» үткәрелә, унда бөртөклөләрҙән бутҡа бешерелгән.