Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Мишкә районы,Татарбай
Вафат булған көнө 24 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Мишкә районы, Кесе Нәкәрәк
Һөнәр төрө экспедитор
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы (27 август 1923 йыл — 2020 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Татарбай ауылында игенсе ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә улар биш бала тәрбиәләнә. 1930 йылда Татарбай башланғыс мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшә. Һуғыш тураһында хәбәрҙе уларға район Һабантуйында еткерәләр. Шул минуттарҙа уҡ ул фронтҡа китергә хәл итә. Әммә 17 йәшлектәрҙе бер кем дә һуғышҡа алмаясаҡ, тиһәләр ҙә, ныҡышып фронтҡа китә йәш егет[3] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021).

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[4] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)[1]. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр. Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр[5] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021) . Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте дауаланырға тыуған яғына ҡайтаралар. Әммә өйҙә ятыу уға тынғылыҡ бирмәй, ул тағы ла военкомат юлын тапай. 1943 йылда уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Туймазы станцияһындағы запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ айҙан егет сапер батальоны составында фронтҡа ебәрелә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була[6].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштан һуңғы тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғышты ул Берлиндың үҙендә тамамлай. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. «Рәфәнде» совхозында экспедитор булып эшләй.

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәбделхәй Зарипов һуғыштан ҡайтҡас ғаилә ҡора. 1965 йылдан Зариповтар ғаиләһе Кесе Нәкәрәк ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]