Зимин Георгий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зимин Георгий Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 апрель (6 май) 1912
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург
Вафат булған көнө 29 март 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө мемуарист, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXII съезд КПСС[d]
Хәрби звание Маршал ВВС[d]
Командовал 16-я воздушная армия (СССР)[d]
Һуғыш/алыш Хәсән күле алыштары[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө авиация[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь революцияһы ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Суворова II степени орден Кутузова II степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» "Берлинды алған өсөн" миҙалы юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы юбилейная медаль «Сорок лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Георгий Васильевич Зимин (6 май (23 апрель) 1912 йыл — 29 март 1997, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы. СССР Юғары Советы депутаты (1958—1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Васильевич Зимин 1912 йылдың 6 майында (иҫке стиль буйынса — 23 апрелдә) Санкт-Петербургта тыуа. Атаһы заводтағы забастовка ваҡытында жандармдар ҡулынан һәләк була, был ваҡытта малайға бер йәш тулмай. Әсәһе яңғыҙ ҙур ғаиләне ҡарай алмағас, Георгийҙы Калугалағы балалар йортона урынлаштыралар. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары шунда үтә. Урта мәктәпте тамамлай. Урыҫ. 1930 йылдың июненән Калугала электротехник тимер юлы оҫтаханаларында слесарь-электрик булып эшләй, рабфакта уҡый. Бынан тыш, өс йыллыҡ мәктәп-изостудия тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл армияға хәрби хеҙмәткә 1931 йылдың декабрендә саҡырыла. 1933 йылда — Ленниградта Осоусыларҙың хәрби-теоретик мәктәбен, 1935 йылда Энгельс ҡалаһында Осоусыларҙың 14-се хәрби мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылдың декабрендә Алыҫ көнсығышта ОКДВА ВВС-ында 31-се айырым истребитель эскадрильеһында кесе лейтенант булып хеҙмәт итә. 1938 йылдың июленән — 48-се айырым истребителдәр авиация полкының истребитель эскадрильяһы командиры ярҙамсыһы, полк составында Хәсән күле янындағы низағта ҡатнаша, Ленин ордены менән бүләкләнә. 1937 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1938 йылдың көҙөнән — истребитель эскадрильяһы командиры, 1940 йылдың февраленән — 1-се Ҡыҙыл байраҡлы армия ВВС-ының 53-сө истребитель авиаполкы командиры урынбаҫары.

1940 йылдың авгусында Команда һәм штурман составының хәрби академияһына уҡырға инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ҡалып:Книга:Комдивы т2
  • Бодрихин Н. Г. Советские асы. — М., 1998.
  • М. Ю. Быков Все Асы Сталина 1936—1953 гг. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — 1392 б. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.
  • В.В. Рыбалка Командующие воздушными армиями — М.: Патриот, 2006. — 390 б. — ISBN 978-570-30-0937-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]