Зонд утрауҙары
Зонд утрауҙары | |
Дәүләт | Индонезия |
---|---|
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Һинд океаны |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 4095 метр |
Майҙан | 1 700 000 км² |
Зонд утрауҙары (индон. Kepulauan Sunda, сунда.Ҡалып:Lang-su) — Көньяҡ-Көнсығыш Азия ярымутрауында Малакка менән Яңы Гвинея араһында, Һинд һәм Тымыҡ океан океандары араһында урынлашҡан ҙур архипелаг. Уның составына бер нисә эре утрау һәм бер нисә мең ваҡ утрауҙар инә. Уларҙың күпселеге Индонезияныҡы, Калимантан утрауының төньяҡ өлөшө Малайзияҡы, Бруней дәүләте утрауҙарҙың ҙур булмаған өлөшөн биләй. Тимор утрауының бер өлөшөн 2002 йылдан бойондороҡһоҙ Көнсығыш Тимор дәүләте биләй.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ситке нөктәләрҙең географик координаталары: көнбайыш нөктәһе — Бреэх утрауы, 95 градус көнсығыш оҙонлоҡ, 5.5 градус төньяҡ киңлек; көнсығыш нөктәһе — Вайгео утрауы, 131 градус көнсығыш оҙонлоҡ, 0 градус киңлек; төньяҡ нөктәһе — Бангя утрауы, 177,5 градус көнсығыш оҙонлоҡ, 7 градус төньяҡ киңлек; көньяҡ нөктәһе — Роть утрауы, Буа мороно , 123 градус көнсығыш оҙонлоҡ, 11 градус көньяҡ киңлек.
Утрауҙарҙың дөйөм майҙаны — 1,7 миллион км².
Зонд утрауҙары ике төркөмгә бүленә:
- Оло Зонд утрауҙары: Суматра, ява, көнсығышында сулавеси, Калимантан, Сулавеси.
- Кесе Зонд утрауҙары: Бали, Ломбок, Сумбава, Сумба, Тимор, Барат-Дая, Флорес, Сават һ.б.
Ҙур Зонд утрауҙарының майҙаны 1,5 млн км², Кесе Зонд утрауҙарының майҙаны — 128 мең км², Молукка утрауҙары — 83,7 мең км 2. Иң ҙур утрау — Калимантан (Борнео) утрауы, уның майҙаны 734 мең км2. Архипелагта бөтә утрауҙыр һаны 3000-дән ашып китә.
Оло һәм Кесе Зонд утрауҙары бик күп ваҡ утрауҙар менән уратып алынған. Суматра янында Ментаваи архипелагы айырым урын биләй (улар араһында иң ҙуры — Сибирать). Көнсығышта Селатан-Тимур төркөмөнә Танимбар, Кай, Ару утрауҙары инә. Молукка утрауҙары Хальмахер, Серам, Моротай, Мисоол, Оби, Бур һәм башҡа утрауҙарҙы инә. Ҡайһы бер белгестәр, шартлы рәүештә, Молукка утрауҙырын айырым архипелаг тип иҫәпләй. Зонд утрауҙары эргәгендәге Филиппин архипелагы менән Малай архипелагын тәшкил итә.
Зонд утрауҙары территорияһы башлыса таулы өлөштән тора, әммә ике киң уйһыулыҡ бар. Береһе калимантан утрауында, икенсеһе Суматра утрауында. Утрауҙарҙың иң бейек нөктәләре: Кинабалу, 4100 метр (Борнео), Керинчи, 3805 м. (Суматра), Семеру, 3676 м (Ява), Рантокомбол, 3455 м (Сулавеси), Сегар-Ринджани Ломбок утрауында, 3676 м (Кесе Зонд), Серам утрауында 3018 метырлыҡ вулкан. Архипелагта 130-ҙан ашыу вулкан бар, был юғары сейсмик әүҙемлек зонаһы.
Тыштан архипелагты Көньяҡ-ҡытай диңгеҙе һәм Арафур диңгеҙҙәре йыуа. Архипелагта эске диңгеҙҙәр күп (исемлек аҫта): тау йылғалары, нигеҙҙә, ҡыҫҡа һәм тиҙ ағымлы. Калимантан утрауында иң ҙур йылғалар: Капуас, Барито, Каян, Раджанг; Суматра утрауында Керенчи вулканынан Хари йылғаһы башланы.
Зонд утрауҙырындағы утрауҙыр араһындағы диңгеҙҙәр:
- Көньяҡ-ҡытай диңгеҙе
- Ява диңгеҙе
- Сулу Диңгеҙе
- Сулавеси диңгеҙе
- Флорес диңгеҙе
- Банда диңгеҙе
- Серам диңгеҙе
- Молукка диңгеҙе
- Тимор диңгеҙе
- Саву диңгеҙе
- Арафур диңгеҙе
Зонд архипелагы климаты — экваториаль һәм субэкваториаль (архипелагының көньяҡ өлөшө). Урмандар — мәңге йәшел дымлы, айырым урындарҙа саваналар осрай. Уртаса температура ғинуарҙа — 24 °С , июлдә 32 °с-ка етә. Яуым-төшөм күп. Көнбайыш Калимантан, Суматра ярҙарында яуым-төшөм миҡдары — 3000 мм/йыл. Башҡа районында — 2000 һәм артығыраҡ. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бик бай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғы боҙлоҡ дәүерендә диңгеҙ бейеклеге 100 метрға түбәнерәк булған, Зонд утрауҙыры бер-береһе менән һәм Һинд-Ҡытай менән тоташҡан булған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архипелагта төрлө мәҙәни кимәлдәге күп төрлө халыҡтар йәшәй. Улар австронизий телдәре ғаиләһенә ҡараған туғандаш индонезия телдәрендә һөйләшә.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Файҙалы ҡаҙылмалары: нефть, ҡурғаш, боксит, никель, баҡыр, марганец, цинк, хром, ҡурғаш. Территорияның 60%-ын ҡиммәтле тропик ағастар биләй. Кесе Зонд утрауҙары территорияһын ауыл хужалығы ерҙәре биләй. Дөгө, кукуруз һәм техник культуралар үҫтерелә. Аграр һәм сәнәғәт яғынан Ява утрауы алға киткән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Малай архипелагы
- Индонезия Утрауҙары
- Сундаланда
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Географический энциклопедический словарь, под ред. В.
- М. Котлякова, М.-2003. В. А. Апродов. Вулканы, М.-1982.
- Учебный атлас мира, ГУГК, М.-1968. Справочная карта
- «Индонезия», ГУГК, М.-1974.
- *А. Кондрашов, Справочник необходимых знаний, М.-2001