Эстәлеккә күсергә

Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зыя Камалетдинов битенән йүнәлтелде)
Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы
Псевдонимы:

Зыя Камали

Дин:

ислам

Титул:

мәҙрәсә ректоры

Осор:

1912 йылдан

Тыуыу выҡыты:

9 декабрь 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Келәш ауылы

Үлеү ваҡыты:

1942({{padleft:1942|4|0}})

Вафат булған урыны:

РСФСР, Куйбышев өлкәһе, Куйбышев

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

[[commons:Category: Ziya Kamali Викимилектә|Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы]] на Викискладе

Камалетдинов Зыяитдин (Фәрүәзетдин) Ямалетдин улы (Зыя Камали; 9 декабрь 1873 йыл1942 йыл) — ижтимағи һәм дини эшмәкәр, мәғрифәтсе. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен нигеҙләүсе һәм уның 1906—1918 йылдарҙағы ректоры. Йәдитселек етәкселәренең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Камалетдинов Зыяитдин (Фәрүәзетдин) Ямалетдин улы 1873 йылдың 9 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Ҡара Яҡуп улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) Келәш ауылында тыуған.

Өфөнөң «Ғосмания» мәҙрәсәһен, Ҡаһирәнең Әл-Әзһәр университетының фәлсәфә факультетын тамамлай. Ошо йылдарҙа исемен Зыяитдин тип үҙгәртә[1].

1904 йылдан «Ғосмания» мәҙрәсәһендә мөғәллим булып эшләй. «Ислам донъяһында» гәзитен сығара. Тәүгеләрҙән булып Ҡөрьәнде татар теленә тәржемә итә, әммә ул нәшер ителмәй[1].

«Ғәлиә» юғары мәҙрәсәһен нигеҙләй һәм 1906—1918 йылдарҙа уның тәүге ректоры була. Мәҙрәсәлә уҡыу барышы яңы ысуллы уҡытыу системаһына нигеҙләнә, шәкерттәр дини генә түгел, донъяуи белем дә ала. Уҡыу программаһына ислам тарихы һәм фәлсәфә, Ҡөрьән тәфсире, фикһ, Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрен һәм тормошон өйрәнеү, психология, педагогика, гигиена, дидактика, әҙәбиәт, каллиграфия, ғәрәп, төрөк һәм урыҫ телдәре, төрки, алгебра, геометрия, география, физика, химия ингән. Бынан башҡа мәҙрәсәлә художество түңәрәктәре, хор, ҡыллы оркестр эшләй, төрлө телдәрҙә ҡулъяҙма журналдар сығарыла, халыҡҡа лекциялар уҡыла, әҙәби‑музыкаль кисәләр һәм спектаклдәр ойошторола.

Бер үк ваҡытта 1909 йылдан Өфө ҡалаһының 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы була. 1915 йылда Өфөлә «Анасия» ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһен аса.

1917 йылда 1-се Бөтә Рәсәй мосолман съезы эштәрендә, Рәсәй мосолман руханиҙарының Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша. Башҡортостан мөхтәриәтен яҡлап сығыш яһаған өсөн 1918 йылдың июлендә татар милләтселәре тарафынан эҙәрлекләнә һәм үҙ мәхәлләһенән ҡыуыла, ректорҙың йорто һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһе аҡтарыла һәм талана[2]. Һөҙөмтәлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһе ябылыуға дусар була.

1923 йылдан Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында ҡазый була.

1924—1930 йылдарҙа 3‑сө йәмиғ мәсетенең имам-хатибы була.

1938 йылдың 22 апрелендә контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына. 7 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1942 йылда Куйбышев ҡалаһында тотҡонлоҡта вафат була. 1956 йылдың 17 мартында аҡлана.

  • Фәлсәфәи исламия (4 томда). — Өфө, 1909—1911.
  • Аллах гадәләте. — Өфө, 1911.
  • Дини тәдбирләр. — Өфө, 1913.
  1. 1,0 1,1 Романов В. Зыяитдин Камалетдинов – основатель медресе «Галия» (к 140-летию со дня рождения общественного и религиозного деятеля). Башинформ (9 декабрь 2013). Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  2. Шәйехзада Бабич (Ҡаңлы баласы). // Башҡорт : гәзит. — 2 август 1918 йыл.
  • Камалов Т. Р. Зия Камали: мыслитель, просветитель, религиозный деятель. — Казань, 1997.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / Под ред. А. В. Малашенко. — М.: Логос, 2007.
  • Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) — Л. М. Камали. Дом Зии Камали - историко-культурное наследие Башкортостана, 84-91 с. — Уфа:Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гөлнур Ҡыуатова. Кем ул Зыя Камали? — «Йәшлек» гәзите, Наил Ғәйетбай менән интервью. 2021, 30 июль, 30-сы һан