Эстәлеккә күсергә

Зәбир (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Зәбир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла[1]

Зәбир исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән, көслө, ныҡ, аҡыллы мәғәнәһен аңлата[2]

Әхибйәнов Зәбир Шакир улы (9 май 1952 йыл — 13 декабрь 2017 йыл) — запастағы хәрби хеҙмәткәр, майор. 2003—2017 йылдарҙа ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомобиль мәктәбе начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2012).

Юнысов Зәбир Кәбир улы (рус. Юнусов Забир Кабирович) — 1 декабрь 1937 йыл — 28 август 2020 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — татар

Ғүмәров Хәлил Зәбир улы (1949), педагог. 1966—2005 йылдарҙа Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).


Зәбиров Хамат Баймөхәмәт улы (1917 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты.

Зәбиров Баҡый Зариф улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.

Толҡын Кали ҡыҙы Зәбирова — 1970 йылда тыуған. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡаҙағстан эстрада һәм опера йырсыһы.

Зәбирова Анастасия Алексеевна (20 ғинуар 1983 йыл) — актриса, 2007 йылда Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһын тамамлаған (Л. А. Додин курсы). 2007—2012 йылдарҙа — Кесе драма театры (Санкт-Петербург) актрисаһы.[3]

Забиров Георгий (1974 йыл) — совет һәм үзбәк футболсыһы.

Зәбиров Рашит Джамали улы (1918 йыл —1980 йыл) — совет географы, Тянь-Шань физика-географик станцияһы директоры

Зәбиров Рөстәм Заир улы (1966 йыл) — совет һәм үзбәк футболсыһы.

Зәбиров Хәйәйр Давыд улы — совет хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Зәбиров Наил Ғәлиевич — 1953 йылдың 5 сентябрендә Ҡазанда тыуған. Ҡазан дәүләт университетының аспирантураһын тамамлаған. 1995 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессор (2004).

Зәбир ауылы — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында[4]



Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ