Зөһрә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөһрә

Зөһрә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөһрә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе яҡты, матур, балҡып торған тигәнде аңлата. Венера планетаһының исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26 август 1961 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016).

Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (3 ғинуар 1951 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. СССР Журналистар (1986) һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000).

Моратова Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы (Ниғмәтуллина) (1924—2006) — Өфөләге Дуҫлыҡ монументында һынландырылған башҡорт ҡыҙы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү университетының атҡаҙанған педагогы.

Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20 август 1951 йыл) — журналист, шағир, йыр текстары авторы. 1989—2015 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» һәм хәҙерге «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—1987 йылдарҙа һәм 1989 йылда — бүлек мөдире, 1987—1989 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2020), Баязит Бикбай (2011), Рәми Ғарипов (2012) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (29 июль 1946 йыл — 27 октябрь 2020 йыл) — педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.

Ғафури Зөһрә Камалетдин ҡыҙы (Насырова) (1892—1938) — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ҡатыны, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы, тегенсе

Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы (27 апрель 1951 йыл) — йырсы, педагог. 1977 йылдан Татар опера һәм балет театры, 1984 йылдан Татар дәүләт филармонияһы, 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1996 йылдан «Иҙел» концерт-филармония берләшмәһе йырсыһы. Бер үк ваҡытта 1993 йылдан Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984).

Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы (16 сентябрь 1973 йыл) — прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2009). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы ағзаһы (2016)

Ильясова Зөһрә Хәмит ҡыҙы (17 ноябрь 1950 йыл) — балет артисы, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1984), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1980) артисы.

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17 апрель 1962 йыл) — йырсы (меццо‑сопрано). Сит ил юғары мәктәптәре уҡытыусыһы. Профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).

Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы (20 сентябрь, 1956 йыл) — медицина хеҙмәткәре, фельдшер, «Ҡарағай» шифаханаһының өлкән шәфҡәт туташы, ойоштороу эштәре буйынса директор урынбаҫары. Йәмәғәт эшмәкәре, профсоюз ойшмаһы рәйесе, шифахананың ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт ветераны.

Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы (15 сентябрь 1940) — паразитолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1997). М. М. Сәғитовтың һеңлеһе.

Сәғитова Зөһрә Мөхәрәм ҡыҙы (1957) — педагог, Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылындағы 1-се мәктәптең элекке директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Халыҡтар Дуҫлығы (198) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры

Вәлиева Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы (1947) — Өфөләге Эре панеллы йорттар төҙөү йәмғиәтенең биҙәүселәр бригадиры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2000).

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алдар менән Зөһрә — башҡорт эпосы (хикәйәт), халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы.
  • «Таһир менән Зөһрә» — ҡисса.
  • «Зөһрә» — Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ