Пстыго Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Иванович Пстыго битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иван Иванович Пстыго
220px
Авиация маршалы И. И. Пстыго
Тыуған ваҡыты

10 апрель 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан, Өфө губернаһы (хәҙерге Архангел районы) Сухополь ауылы

Үлгән ваҡыты

23 февраль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (90 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғәскәр төрө

Рәсәй Федерацияһының Хәрби-һауа көстәре

Хеҙмәт итеү йылдары

19362009[1]

Хәрби звание

СССР-ҙың Хәрби-һауа көстәре, авиация маршалы

Часть

211-се бомбардировка авиаполкы, 504-се штурм авиаполкы

Командалыҡ итеү

893-сө штурм авиаполкы,
Хәрби-һауа көстәренең Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө
24-се һауа армияһы
СССР Хәрби-һауа көстәре баш ҡомандующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары (1967йылдан)[1]

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Александр Невский ордены (СССР) 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
Жуков миҙалы
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Defkiev rib.png
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» 20 years of victory rib.png 30 years of victory rib.png
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 40 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
Ribbon 300 years to russian fleet.png
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Берлинды алған өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙал
«За укрепление боевого содружества» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
1500KievRibbon.jpg
Distinguished Military Pilot Of The Soviet Union.jpgҠалып:СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчиктары Почётный гражданин города-героя Волгограда

Иностранные награды:

Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия)
«Халхин-Голдағы Еңеүҙең 50 йыллығы» миҙал
«Монголия Халыҡ Революцияһының 50 йыллығы» миҙал
«Монголия Халыҡ Армияһының 50 йыллығы» миҙал
Польша Яңырыуы орденының Рыцарь тәреһе кавалеры
Ҡыйыуҙар тәреһе
Орден «9 сентября 1944 года» 1 степени
Medal for Strngthening Brotherhood in Arms 1 kl.png

Пстыго Иван Иванович (10 апрель, 1918, Башҡортостандың Архангел районы, Сухополь ауылы (хәҙерге Инйәр ауыл советы) — 23 февраль, 2009, Мәскәү) — штурм авиацияһы осоусыһы, Советтар Союзы Геройы[2], ете тапҡырҠыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң Хәрби-һауа көстәре командующийы, командующие 16-сы һауа армияһы начальнигы, СССР Ҡораллы Көстәре авиацияһының осоштарҙың хәүфһеҙлегенең Үҙәк инспекцияһы начальнигы, авиация маршалы (29 апрель, 1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Архангел районыныда 1918 йылдың 10 апрелендә тыуа. Белорус.

Крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый, һуңынан Өфөнөң 3-сө урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1936 йылдан хәрби хеҙмәттә.

1940 йылда Энгельс хәрби авиация летчиктары училищеһын тамамлай һәм Хәрби-һауа көстәренең Одесса хәрби округына 211-се бомбардировка авиация полкына йүнәлтелә.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышын лейтенант Пстыго Днестр йылғаһы буйындағы ялан аэродромында звено командиры вазифаһында ҡаршылай. 1941 йылдың 22 июнендә ул 211-се авиаполктың Су-2 бомбардировщиктары төркөмө составында үҙенең беренсе хәрби осошон яһай. Су-2-лә ул барлығы 21 хәрби осош яһай. Шуларҙың береһендә күрше Су-2-не Александр Покрышкиндың дошман самолеты менән бутап атып төшөрөүенә шаһит була.

Киев һәм Харьков дошман ҡулына ҡалғандан һуң, авиаполкта 11 генә самолет ҡалғас, башҡа осоусылар менән лейтенант Пстыгоны ла Балашов авиация училищеһына уҡырға ебәрәләр. Уларға яңы Ил-2 самолет-штурмовикты үҙләштерергә тура килә. Артабанғы йылдарҙа летчик-штурмовик Иван Пстыго көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград фронттарында һуғыша, унда штурмовиктарҙың урам һуғыштарының етәксеһе була[3], Брянск, 1-се һәм 2-се Балтика буйы фронттарында, 3-сө Белорус һәм 1-се Украин фронттарында эскадрилья командиры, штурм авиацияһы дивизияһының һәм авиация корпусының һауа-уҡсылар хеҙмәте начальнигы була, Еңеү көнөн подполковник, 893-сө Ҡыҙыл Байраҡлы Витебск штурм авиацияһы полка командиры вазифаһында ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Пстыго барлығы 164 хәрби осош яһай, һауа һуғышында шәхсән ике дошман истребителен бәреп төшөрә.

Һуғыштан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәкәүҙең Троекуров зыяратында Пстыгоның ҡәбере.

Һуғыштан һуң Липецк ҡалаһына Хәрби-һауа көстәренең Юғары офицерҙар курсына ебәрелә. Уны уңышлы таммалағандан һуң Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт итә, 53-сө ҡатнаш авиация корпусы командиры була. Артабан РФ Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһында уҡый, уны 1957 йылда тамамлағас, Хәрби-һауа көстәренең Ленинград хәрби округы омандующийы итеп тәғәйенләнә 1985 йылдан — Хәрби-һауа көстәренең Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө командующийының беренсе урынбаҫары, бер йылдан командующий була. Уның ҡарамағында 64000 кеше, 1700 самолет иҫәпләнә. Йылына етегәсә сик боҙоусы самолеттар бәреп төшөрөлә[4]. 1967 йылдан генерал-полковник И. И. Пстыго — СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары.

1975 йылда уға юғары хәрби дәрәжә — аваиация маршалы исеме бирелә.

1977 йылда Пстыгоға СССР Ҡораллы Көстәренең осоу хәүефһеҙлеге Үҙөк инспекцияһын булдырырға ҡушыла. Шул ваҡытта ул «осоу хәүефһеҙлеге формулаһын» индерә, һәм был формула әлегәсә ғәмәлдә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 7 апрелендәге Указы менән уавиация маршалы Пстыго Иван Ивановичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 11300). 1983 йылда ул СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙары төркөмөнә индерелә. Пстыго 59 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. 52 төр самолетты үҙләштерә, осоу стажы — 42 йыл. Һауала 7500 сәғәт була. Бик күп ҡанатлы машиналарға тормошҡа путевка бирә.

1995 йылда, Еңеүҙең 50 йыллығына РФ Оборона министрлығы башҡа хәрби начальниктар менән бер рәттән Пстыгоға ла яңы өлгөләге маршал формаһы тапшыра. «Сәмреғошло төймәләрҙе мин шунда уҡ ҡырҡып алып, Советтар Союзы гербы төшөрөлгәндәрен тегеп ҡуйҙым, — тип һөйәләй И. И. Пстыго 1995 йылдың 30 июнендә „Правда“ гәзитенә биргән интервьюла. — Шевронды ла ҡырҡып алдым: американдар алдында маймылланып булмаҫ инде! Ә ике башлы сәмреғошло фуражканы баҡсала ырғытып киттем: әйҙә, унда ҡарға үҙенә оя ҡорһон. Формаһы буйынса ла, аксессуарҙары буйынса минең инаныуҙарыма тап килмәй, ә миңә инаныуҙарымды үҙгәртергә һуң»[5].

2003 йылдың 25 июлендә 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейында «Курск һуғышы: алты тиҫтә йыл аша ҡараш» тип аталған түңәрәк ҡор үткәрелә, Пстыго унда «Курс дуғаһы күгендә» доклады менән сығыш яһай. Шул уҡ көндө ул «Курск алышына 60 йыл» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә.

Мәскәүҙә йәшәй. Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһында консультант булып эшләй. 2008 йылда РФ Оборона министрлығының генераль инспекторҙары хеҙмәте ойошторолғас, һуңғы көндәренә тиклем генераль инспектор булып эшләй[6].

Иван Пстыго 2009 йылдың 23 февралендә 91-се йәшендә вафат була. 26 февралдә Троекуров зыяратында ерләнә.

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1941—1991 йылдарҙа ВКП(б) (һуңынан КПСС) ағзаһы.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Советтарҙыҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 11300 (7 апрель, 1978);
  • ике Ленин ордены (1955, 1978);
  • Октябрь Революцияһы ордены(1974);
  • ете Ҡыҙыл Байраҡ ордены (август 1942, октябрь 1942, 1945, 1953, 1956, 1968, 1969)[7];
  • Александр Невский ордены(1944);
  • ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(1943, 1985);
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1951);
  • 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены (1988);
  • ун дүрт хәрби миҙал.

Рәсәйҙеке[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены (2008);
  • миҙалдар.

Сит илдеке[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сит ил наградалары.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы (1967);
  • Волгоградтың почетлы гражданы (29 май, 2003 йыл).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Герой Советского Союза Пстыго Иван Иванович. «Герои страны».
  2. Пстыго Иван Иванович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов — Москва: Барс, 2007. — Б. 496. — 712 б. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. Пстыго И. И. Труженики неба — Уфа: КИТАП, 1995. — 327 б.
  4. Ленский И. Маршал остаётся пленником неба // Правда. — 30 июня 1995. — № 120 (27538). — С. 2.
  5. Ленский И. Маршал остаётся пленником неба // Правда. — 30 июня 1995. — № 120 (27538). — С. 2.
  6. Служить на благо Отечества.
  7. На ряде фотографий у И.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Книга: Пстыго — На боевом курсе
  • Самолёты над Марково и Уэлькалем // Вопросы истории : журнал. — 1993. — № 10. — С. 153-156.
  • Труженики неба. — М., 1994. — 469 с., 1 л. ил.
  • Труженики неба. — Уфа: Китап, 1995. — 327 с.: портр.
  • Жажда неба. — М.: АВИКО-ПРЕСС, 1995.
  • И. И. Пстыго Думы о войне и мире — М.: Шаг, 1995. — Б. 265.
  • И. И. Пстыго Воспоминания — М.: Издательский центр «Акционер», 2002. — Б. 352.
  • И. И. Пстыго Земля и небо — Полигон-пресс, 2002. — Б. 192. — 1500 экз. — ISBN 5-94384-015-X.
  • И. И. Пстыго Труженики неба — М.: Издательский центр «Акционер», 2003. — Б. 352.
  • И. И. Пстыго Борьба — Голос-Пресс, 2004. — Б. 192. — 4000 экз. — ISBN 5-7117-0065-0.
  • И. И. Пстыго Время. Дела. Люди — Голос-Пресс, 2005. — Б. 320. — 1000 экз. — ISBN 5-7117-0074-X.
  • И. И. Пстыго. Жизнь (Так это было). — М.: Голос-Пресс, 2006. — С. 288. — 1000 экз. — ISBN 5-7117-0136-3.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Интервью — газета Время новостей: № 78, 07 мая 2004.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа, 1996.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 б. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Козлов П. Я. Маршал авиации: Документ. повесть. — М.: Машиностроение, 2002.
  • Командующие воздушными армиями. М.: Патриот, 2006.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Красная Звезда: газета. — 2009, 26 февраля (некролог).
  • Пстыго Иван Иванович : [Герой Совет. Союза, маршал авиации, 1918—2009 : некролог] // Республика Башкортостан. — 2009. — 26 февр. — Подписи: М. Г. Рахимов, К. Б. Толкачев, Р. С. Сарбаев и др. — (Вечерняя Уфа ; 26 февр.). — (Кызыл таң ; 26 февр.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Hero of the Soviet Union medal.png Пстыго Иван Иванович. «Ил Геройҙары» сайты.