Эстәлеккә күсергә

Манапов Илдар Илдус улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илдар Манапов битенән йүнәлтелде)
Манапов Илдар Илдус улы
Тыуған ваҡыты:

19 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (41 йәш)

Тыуған урыны:

Прага ҡалаһы

Һөнәре:

балет артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

2001 йылдан

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Манапов Илдар Илдус улы (19 май 1983 йыл) — балет премьер—солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016).

Илдар Илдус улы Манапов 1983 йылда Прагала (Чехословакия) тыуған.

2001 йылда Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһын (хәҙер колледж) тамамлаған (Башҡортостандың халыҡ артисы Ю.Ушанов класы).

2001 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй.

Илдар Илдус улы Өфөләге Р. Нуриев исемендәге халыҡ-ара фестивалдә күп тапҡыр ҡатнаша. Унда билдәле солистар Н. Сологуб (Дрезден театры), М. Думченко (Мария театры), Т. Кретова («Кремль балеты»), Ю. Мияке («Тойота-Сити Балет») һ. б. менән сығыш яһай.

2006 йылда Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» операһында[1] ҡатнаша. Спектакль Ярославлдә үткән Халыҡ-ара Волков фестивалендә күрһәтелә һәм Рәсәй Хөкүмәтенең Ф. Волков исемендәге премияһы лауреаты була.

2008 йылда Башҡортостан Республикаһы төркөмөндә Францияла, Юнеско штаб-фатирында үткән сәнғәт оҫталары концертында ҡатнаша.

2010 йылда «Рәсәй—Франция йылы» концерттарында ҡатнаша (Париж һәм Францияның башҡа ҡалаларында).

Илдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының киң билдәле спектаклдәрендә, концерт программаларында, юбилей кисәләрендә ҡатнаша.

Ғаиләһе: ҡатыны — балерина Гөлсинә Мәүлекәсова.

Джеймс (Х. Левенсхольд, «Сильфида»), Альберт, Герцог Курляндский (А. Адан, «Жизель»), Базиль, Эспада (Л. Минкус, «Дон Кихот»), Солор, Раджа (Л. Минкус, «Баядерка»), Люсьен (Л. Минкус, «Пахита»), Франц, Граф, Франт (И. Штраус, «Зәңгәр Дунай»), Шағир егет («Шопениана»), Зигфрид, Принцтың дуҫы (П. Чайковский, «Аҡҡош күле»), Дезире (П. Чайковский, «Йоҡоға талған һылыу»), Щелкунчик-принц, Француз ҡурсағы (П. Чайковский, «Щелкунчик»), Жан де Бриен (А. Глазунов, «Раймонда»), Вацлав (Б. Асафьев, «Баҡсаһарай фонтаны»), Ромео, Парис (С. Прокофьев, «Ромео һәм Джульетта»), Принц, Ваҡыт, Бейеү уҡытыусыһы, Рус бейеүе, Сиңерткә (С. Прокофьев, «Золушка»), Тореро (Ж. Бизе — Р. Щедрин, «Кармен-сюита»), Баһрам (Т. Ҡараев, «Ете һылыу»), Йомағол (Л. Степанов, З. Исмәғилев, «Сыңрау торна»), Самбулат (Л. Исмәғилева, «Арҡайым»), Һинд Джо (П. Овсянников, «Том Сойер»).

Концерт номерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Классик Па-де-де» (Д. Обер көйө)
  • «Осрашыу» (П. Даллио көйө, Д. Проценко хореографияһы)
  • «Диңгеҙҙән» (Э. Морриконе көйө, Р. Абушахманов хореографияһы)
  • «Әҙәм һәм Һауа» (А. Петров көйө, Я. Лившиц хореографияһы)
  • «Октет» (Э. Элгар көйө, Р. Абушахманов хореографияһы)

Италияға (2003, 2010), Мысырға (2003, 2005), Португалияға (2005, 2007), Таиландҡа (2006, 2008), Бразилияға (2007), АҠШ һәм Канадаға (2013), Францияға (2016) гастролдәр менән барған.

Греция (2008), Германия (2009), Испания (2010), Франция (2010).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016)
  1. Аркаим | SilencePhoto. Дата обращения: 8 май 2013. Архивировано 18 май 2013 года. 2014 йыл 6 март архивланған.