Эстәлеккә күсергә

Иоганн Штраус (ул)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иоһанн Штраус (ул) битенән йүнәлтелде)
Иоганн Штраус
Johann Strauß
Төп мәғлүмәт
Исеме

нем. Johann Baptist Strauss II

Тыуған

25 октябрь 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Вена

Үлгән

3 июнь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (73 йәш)

Үлгән урыны

Вена

Ил

Австро-Венгрия Австро-Венгрия

Һөнәрҙәре

композитор

Жанрҙар

Инструменталь музыка, оперетта

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Иоганн Штраус-ул (нем. Johann Strauß; 25 октябрь 1825 йыл, Вена — 3 июнь 1899 йыл, шунда уҡ) Австрия композиторы, дирижер һәм скрипкасы, танылған «вальс короле», күп бейеү әҫәрҙәре һәм бер нисә популяр оперетта авторы.

Билдәле Австрия композиторы Иоганн Штраус — өлкәндең ғаиләһендә тыуа. Уның ҡартатаһы Иоганн Михаэль Штраус (1720—1800) Будалағы (Будапештың бер өлөшө) католицизмды ҡабул иткән еврей була. Кесе Штраустың дүрт ағаҙының икеһе (Йозеф һәм Эдуард) шулай уҡ билдәле композиторҙар булып киттеләр.

Малай улын банкир итеп күрергә теләгән һәм улын ың ҡулдарында скрипканы күреү менән ярһыу ғауға ҡуптарған атаһынан йәшеренеп скрипкала уйнарға өйрәнә. Әммә әсәһе ярҙамында кесе -Иоганн үҙен музыкала камиллаштырыуын йәшенеп — боҫоп ҡына дауам итә. Тиҙ арала атаһы кесе- Иоганнды Юғары коммерция училищеһына бирә, ә кистәрен көсләп хисапсы булып эшләтә. 1844 йылда кесе — Иоганн профессияға лицензия алыу өсөн бик шәп рекомендациялар биргән билдәле педагогтарҙа музыкаль белемен тамамлай. Оркестр менән дирижерлыҡ итеү хоҡуғына эйә булырлыҡ лицензия алыу өсөн магистратҡа барырға баҙнат иткән улына атаһы, Иоганн — өлкән, ҡамасау булыр тип, әсәһе иренең күп йылдар дауамында уға хыянат итеүен сәбәп итеп унан айырылырға була. Өлкән Штраус үс итеп Аннанан булған балаларын мираҫлыҡтан мәхрүм итә һәм бөтә байлығын һөйәркәһе Эмилия Трампуштың балаларына ҡалдыра. Айырылышыуҙан һуң ул Эмилияға рәсми рәүештә өйләнә, был ваҡытта инде уларҙың ете балаһы була.

Йәш сағында

Бер аҙҙан Штраусҡа ҙур булмаған оркестр йыйырға форсат табыла һәм ул Веналағы Доммайер казиноһында бик уңышлы сығыштар яһай. Оркестр репертуары күпселек осраҡта уның үҙенең әҫәрҙәренән тора. Беренсе ваҡыт уға абруйлы атаһының көнсөллөгө ҡамасау итә: улы сығыш яһаған урындарҙы ҡара исемлеккә индерә, уны үҙенең биләмәһе тип һанаған батша һарайындағы балдарға һәм башҡа мөһим сараларға индертмәй. Әммә атаһының көсәнеүҙәренә ҡарамаҫтан һәм кесе -Иоганн талантын хөрмәт итеүселәре арҫаһында уны граждан милицияһы икенсе полҡының хәрби оркестрҙың капельмейстеры итеп төғөйенләйҙәр (атаһы беренсе полк оркестрының етәксеһе була).

1848 йылғы революция тағы ла нығыраҡ атаһы менә улдың үҙ — ара конфликтын тәрәнәйтә. Штраус — өлкән монархияны яҡлап сыға һәм "Радецкий марш"ын яҙа. Кесе Штраус революция көндәрендә "Марсельеза"ны уйнай һәм үҙе бер нисә революцион марш һәм вальстар яҙа. Революцияны баҫтырғас, уны судҡа тарттыралар, әммә ахыр сиктә аҡлайҙар.

1849: Штраус-өлкән скарлатинанан үлә. . Иоганн әтаһының ҡәберендә Моцарттың "Реквием"ын уйнай, атаһынынң иҫтәлегенә бағышланы хәтер әтәсенең вальс «Эол арфа»һы вальсын бағышлай һәм үҙ иҫәбенә атаһының әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын сығара. Атаһының оркестры улының музыканттарныа ҡушылырға уйлай һәм бергә ҡушылған оркестр Австрия, Польша, Германия буйлап гастролдәргә сығып китә. Ҡайҙа барһалар ҙа, оркестр ҙур уңыш яулай.

Яңы император Франц-Иосиф I мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн уға ике марш бағышлай. Бер аҙҙан уға һарайҙағы балдарҙа һәм концерттарҙа атаһының вәкәләттәрен тапшыралар (1852). Саҡырыуҙар шундай күп, хатта йыш ҡына ул үҙе урынына берәй ағаһын ебәрә. Атаһынан айырмалы, ул берәүгә лә көнләшмәй һәм шаяртып, ағайҙарым минән талантлыраҡ, ә мин тик популярлыраҡ ғына, тигән.

Павловтағы музыкаль вокзалы
Ольга Смирнитская

1856:Штраустың Рәсәйҙә беренсе гастролдәре. Ул бик ҙур эш хаҡы менән (сезонына 22 мең һум) Павловск вокзалы янындағы йәйге концерттарҙың даими дирижеры булып китә. Павловскиҙа биш йыл сығыштары дауамында Штраус рус ҡыҙы Ольга Смирнитскаяға етди мауығыу кисерә , әммә Ольганың ата — әсәләре уларҙың никахына ҡаршы була. Уларҙың романына совет фильмы «Петербург менән хушлашыу» («Прощание с Петербургом») һәм Айгнерҙың «Иоганн Штраус — Ольга Смирнитская. Мөхәббәт 100 хат тураһында» бағышлана.[1][2].

1862 йылда Штраус, Ольганан рус офицеры менән туйы буласағы тураһында хәбәр алыуынан һуң, «Трефц» (Henrietta Treffz) псевдонимы аҫтында сығыш яһаған опера йырсыһы Йетти Халупецкаяға өйләнә. Биографтар Йетти тышҡы ҡиәфәте менән Ольга Смирнитскаяға оҡшаған тип билдәләп үтәләр[3]. Йетти Штраустан 7 йәшкә олораҡ Һәм өҫтәүенә ете төрлө атанан никахтан тыш тыуған ете бала әсәһе була. Шуға ҡарамаҫтан, никахтары бәхетле булып сыға, Генриетта иренә тоғро һәм хәстәрлек ле ҡатын һәм импресарио була.

1860 йылдың аҙағы — 1870 йылдың башы: Штраустың гений ижадының сәскә атҡан осоро. Был ваҡыт арауығында ул үҙенең иң яҡшы вальстары: «Гүзәл зәңгәр Дунайҙа» (1866) һәм «Вена урманы әкиәттәре» (1868) һәм иң яҡшы оперетталарын ижад итә.

1870: Штраус үҙенең һарай янындағы бурыстарынан баш тарта (уларҙы ҡустыһы Эдуардҡа тапшыра) һәм тулыһынса үҙен опереттаға бағышлай. 43 йәшендә ҡапыл Йозеф ҡустыһы вафат була.

1870 йылдарҙа Штраус оркестры Бөйөк Британия, Франция, АҠШ буйынса гастролдәр менән йөрөй. Бостон музыка фестивалендә Штраус музыканттарҙан торған оркестр менән идара итеп 1000 донъя рекорды куя. 1871 йылда Оффенбах кәңәше буйынса Штраус үҙенең беренсе халыҡ бик яҡшы ҡабул иткән «Индиго һәм ҡырҡ юлбаҫар» опереттаһын ижад итә. Барлығы ул 15 оперетта яҙа.

1874: яңы «Ярғанат» опереттаһы баштараҡ бик ҙур популярлыҡ яуламай, шулай ҙа күп йылдар Вена театрҙар сәхнәләренән төшмәй. Әммә триумфаль уңыш 20 йылдан, яңыса редакторлауҙан һуң килә (Густав Малер, Гамбург).

1878: Йетти вафат булғандан һуң Штраус йәш немец йырсыһы Анжелика Дитрихҡа өйләнә. Бер аҙҙан был никах тарҡала. 1882 йылда Штраус өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр Адели Дойчҡа (1856—1930), банкир Антон Штраустың улының тол ҡатынына өйләнә.[4]. Ул йәһүд була һәм христиан дтненә күсергә теләмәй. Католик сиркәүендә уларҙы никахламаҫтар ине, шуның өсөн никах тарҡауҙы һәм яңы никахты рәсмиләштереү өсөн Штраус протестант — евангелист булып китә һәм герцог Саксен — Кобург — Готский подданыйы булараҡ Германия гражданлығын ҡабул итә. Адель менән никахы тулыһынса тик 1887 йылда формалаша. Өс никахта булыуына ҡарамҫтан, Штраустың үҙ балалары булмай.

1880: Штраус Оффенбахты һуңғы юлға оҙатыу өсөн Парижға бара.

1885: яңы шедевр: Мора Йокаи «Саффи» повесы буйынса «Сиған бароны» опереттаһы. Оперетта музыкаһы ныҡ һиҙелерлек венгр колориты менән һуғарылған. Штраустың оперетталары араһында иң «опералыһы» һанала.[5]

1895: Бөтә Европа Штраустың 70 йәшен билдәләй.

Һуңғы йылдарҙа Штраус концерттар биреү менән шөғөлләнмәй һәм өйҙән сыҡмай тиерлек. Әммә «Ярғанат» опереттаһының 25 йыллығы уңайынан уны увертюра менән дирижерлыҡ итергә күндерәләр. Ул бик эҫәргәнеп китә һәм ҡайтҡан саҡта ныҡ һалҡын тейҙерә. Штраус Венала 73 йәшендә пневмониянан, «Золушка» балетын бөтөрә алмайынса, вафат була. Киләһе йылда Йозеф Байер балет өҫтөндә эште тамамлап ҡуя. Штраус Веналағы Үҙәк зыяратта ерләнә.

Бөтә үҙенең байлығын Штраус музыкаль йәмғиткә ҡалдыра. Аделиға рента ғына ҡала. Ул үҙен тулыһынса Штраус музейын ойоштороуға һәм уның әҫәрҙәрен сығарыуға бағышлай. Ул хатта иренең Ольгаға яҙған ғишыҡ хаттарын табып һәм һаҡлап алып ҡала.

Штраус вафат булғандан һуң уның һәр төрлө оперетталарынан йыйылған бер нисә опереттаһы ҡуйыла. Улар араһынан беренсе булып Штраустың ошо уҡ исемле вальс лейтмотивынан торған «Вена ҡаны» була. Вафатына тиклем Штраус был әҫәрҙе булдырыуға үҙ рөхсәтен бирә, тик әҫәр сәхнә уңышын яуламай.

Штраус һәйкәле Вена паркында

Үҙ ғүмерендә Иоганн Штраус 496 әҫәр ижад итә, шул иҫәптән 168 вальс, 117 полька, 73 кадриль, 43 марш, 31 мазурка, 15 оперетта, комик опера һәм балет. Ул бейеү көйҙәре менән унан һуң Гершвиц джаз менән эшләгәнен эшләй: симфония бейеклектәренә тиклем күтәрә.ршин. Штраус ижад емештәре менән восхищались самые разные композиторы, от Оффенбахтан Вагнерға тиклем, Легарҙан алып Чайковскийға тиклем.

Оперетталар һәм башҡа театраль постановкалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Индиго һәм ҡырҡ юлбаҫар (Indigo und die Vierzig Räuber, 1871)
  • Римдәге карнавал (Der Karneval in Rom, 1873)
  • Ярғанат (Die Fledermaus, 1874)
  • Калиостро Венала (Cagliostro in Wien, 1875)
  • Принц Мафусаил (Prinz Methusalem,
  • Күҙ бәйләм (1877) (Blindekuh, 1878)
  • Королеваның селтәр яулығы (Das Spitzentuch der Königin, 1880)
  • Күңелле һуғыш (Der lustige Krieg, 1881)
  • Венециялағы төн (Eine Nacht in Venedig, 1883)
  • Сиған бароны (Der Zigeunerbaron, 1885)
  • Симплициус (Simplicius. 1887)
  • Рыцарь Пасман (Ritter Pásmán, опера, 1892)
  • Принцесса Нинетта (Fürstin Ninetta, 1893)
  • Алма байрамы (Jabuka, 1894)
  • Еҫле һырмауыҡ (Waldmeister) (1895)
  • Аҡыл алиһәһе (Die Göttin der Vernunft, 1897)
  • «Золушка» (Aschenbrödel, 1899, балет, үлгәндән һуң) — композитор ижадында берҙән — бер балет. Премьераһы 1901 йылдың 2 майында Берлинда Король операһы сәхнәһендә үтә (дирижёры Карл Мук, балетмейстеры Эмиль Греб, Золушка партияһын Антониетта Дель-Эра башҡара.
  • Вена ҡаны (Wiener Blut, 1899, үлгәндән һуң)

Данлыҡлы вальстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхәббәт йырҙары (Liebeslieder, op. 114, 1852)
  • Петербург менән хушлашыу (Abschied von St Petersburg, op. 210, 1858)
  • Гүзәл зәңгәр Дунайҙа (An der schönen blauen Donau, op. 314, 1867)
  • Артист тормошо (Künstlerleben, op. 316, 1867)
  • Вена урманы әкиәттәре (G’schichten aus dem Wienerwald, op. 325, 1868)
  • Шарап, ҡатын-кыҙҙар һәм йырҙар (Wein, Weib und Gesang, op. 333, 1869)
  • Мең дә бер төн (Tausend und eine Beyer, op. 346, 1871)
  • Вена ҡаны (Wiener Blut, op. 354, 1873)
  • Калиостро (Cagliostro-Walzer, op. 370, 1875)
  • Йәмле май (Chloe schöner Mai!, op. 375, 1877)
  • Көньяҡтағы розалар (Rosen aus dem Süden, op. 388, 1880)
  • Үбеү (Kuss-Walzer, op. 400, 1881)
  • Яҙғы тауыштар (Frühlingsstimmen, op. 410, 1883)
  • Лагуналар (Lagunen-Walzer, op. 411, 1883)
  • Вена ҡатын-кыҙҙары (Wiener Frauen, op. 423, 1886)
  • Император вальсы (Kaiser-Walzer, op. 437, 1888)

Штраус музыкаһы кинола

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фильм «Вена вальсы» (ингл. Waltzes from Vienna, 1934) режиссеры Альфред Хичкок. Фильм Австрия композиторы кесе — Иоганн Штраустың «Гүзәл зәңгәр Дунайҙа» вальсын яҙылыуы тураһында һөйләй.
  • Популяр Америка фильмы «Ҙур вальс» (1938 йыл) Иоганн Штраустың тормошо һәм көйҙәренә арналған. Фильмдың сюжетының композиторҙың реаль тормошо менән уртаҡлығы бик аҙ.
  • Караян яҙҙырып алған «Гүзәл зәңгәр Дунайҙа» вальсы кинорежиссер Стенли Кубрик тарафынан «2001 йылды космик Одиссеяһы» фильмына тауыш яҙҙырыуҙа ҡулланыла (Кубрик музыкаға «эләгер» өсөн кадрҙарҙы яңынан монтажлай).
  • «Вена ҡаны» вальсы (Wiener Blut) «Оффенбах, Жак балаһы Иоганн тураһында» мультфильмда, шулай уҡ Гай Ричи «Шерлок Холмс. Шәүләләр уйыны» фильмына саундтректа (бер аҙ композитор Гном Циммерман эшкәртеүе рәүешендә) ҡуллана.
  • «Петербург менән хушлашыу» (СССР) фильмы Штраустың Рәсәйҙә булыуы тураһында бәйән итә.
Штраусҡа һәйкәл, Павловск

Штраусҡа һәйкәлдәр Венала һәм Санкт — Петербург янында композитор 10 сезон гастролдәрҙә булған Павловскта ҡуйылған.

  • Нацист режимы дәүерендә документтар фальсификацияһы ярҙамы менән Иоганн Штраустың йәһүд тамырҙарын йәшерергә маташҡандар.[6]
  1. Айгнер Томас. Иоганн Штраус — Ольга Смирнитская. 100 писем о любви. Документальный роман. 2008 йыл 28 август архивланған. М.: Время, 2005, 240 с.
  2. club366.ru Томас Айгнер. Иоганн Штраус — Ольга Смирнитская. 100 писем о любви
  3. Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты, 1-е издание, стр. 44.
  4. Johann Strauß und seine drei Ehefrauen.
  5. Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты, 1-е издание, стр. 57.
  6. Забыть старого Вольфа.
  • Соловьёв Н. Ф. Штраус, Иоганн (сын) // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты. — Л.: Искусство, 1975. — 136 с.
  • Трауберг Л. Жак Оффенбах и другие. М.: Искусство, 1987, глава 9: Штраус.
  • Ярон Г. М. О любимом жанре. — M.: Искусство, 1963. — 254+илл. с.
  • Айгнер Томас. «Иоганн Штраус — Ольга Смирнитская. 100 хаттар мөхәббәт тураһында.» Документаль роман. М.: Ваҡыт, 2005, 240 бит. ISBN 5-9691-0070-6
  • Московская-Балашова. С. "Минең фәрештәм, минең шайтаным . Петербургтағы Иоганн Штраус һәм Ольга Смирнитская романы "Радуга ", ААЙ нәшриәте, 2002.