Йосопов Булат Тимербай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йосопов Булат битенән йүнәлтелде)
Булат Йосопов
Йосопов Булат Тимербай улы
Тыуған көнө

15 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәре

кинорежиссёр

Наградалары

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы

Йосопов Булат Тимербай улы (15 сентябрь 1973 йыл) — башҡорт режиссёры, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Кинематографсылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссёрҙар Гильдияһы ағзаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Булат Тимербай улы Йосопов 1973 йылдың 15 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университетының (Всероссийский государственный университет кинематографии имени С. А. Герасимова) режиссёр факультетын тамамлаған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың улы.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туғыҙ йыл тирәһе Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт киностудияһында эшләй, өс тулы метражлы фильм төшөрә.
  • 2004 йылда «Vista Vision» студияһын ойоштора, ике сериал һәм бер ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә. «Айыу» сериалы ТВЦ һәм НТВ Донъя үҙәк телеканалдарынан күрһәтелә.
  • 2009 йылда Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ярҙамы менән "Булат Йосопов киномәктәбе"н аса, уның төп маҡсаты: бөтә теләүселәрҙе кинола үҙ уй-фекерҙәрен дөрөҫ сағылдырыуға өйрәтеү.
  • "Булат Йосопов киномәктәбе"н тамамлаусылар өс йыл ярымда, 150 ҡыҫҡа метражлы кинофильм төшөрөп, ҡаланың төп кинотеатрҙарында 23 кинокүрһәтеү уҙғара. Шулай уҡ улар Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һәм Франция кино төшөрөүсе һөнәренә артабан уҡыуын дауам итә.[2]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аралбаева Л. Булат Йосопов һәм Камил Йыһаншин «Предпринимательство Уфы. События. Факты. Люди» китабы геройҙары. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 14 декабрь[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]