Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов битенән йүнәлтелде)
Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы
Тыуған:

16 март 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Нәби ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж, портрет

Уҡыған урыны:

Өфө дәүләт сәнғәт институты (1995)

Исемдәре:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссәме (2011)

Премиялары:

Ш. Бабич исемендәге премия (1998).

Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (16 март 1968 йыл) — рәссәм, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).

Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов 1968 йылдың 16 мартында БАССР-ҙың Бөрйән районы Нәби ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы (1991), профессор Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.

1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай (педагогтары М. А. Назаров, Н. Л. Пеганов, Э. М. Сәйетов).

1996—1999 йылдарҙа ӨДСИ эргәһендәге Рәсәй сәнғәт академияһында аспирантурала уҡый. Ижади оҫтаханала стажировканы Рәсәй сәнғәт академияһы академигы Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә үтә.

1995 йылдан алып Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында эшләй. 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. 1990 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 2002 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижады башҡорт халҡының тарихи тамырҙарын һәм рухи нигеҙҙәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.

Авторҙың фәлсәфәүи ҡарашы жанрлы эпик эштәрендә асыҡ сағыла ("Кешеләр һәм тауҙар, 1997; «Тотем»', 1999; «Таррикат», 2000 сериялары).

Уларҙа Йәлил Әхмәт улы символдар һәм дөйөмләштереүҙәр телен ҡуллана.

Пейзаждары («Көҙгө урман». 1997), башҡорт риүәйәттәре һәм мифтары темаһына картиналары ("Ҡурай тураһында легенда', 1998; «Үгеҙ менән көрәш». 2005) рәссамдың боронғо донъяны тойоуын күрһәтә.

«Оҫтаханала»' эштәре циклы рәссамдың яҙмышы тураһында уйланыуҙарын һәм ижади эҙләнеүҙәрен сағылдыра.

1991 йылдан республика, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Өфөлә 1991, 1997, 2006 йылдарҙа шәхси күргәҙмәләре менән сығыш яһай.

1997 йылда «Сикһеҙ юл» күргәҙмә проекты өсөн Әмир Мәжитов менән икеһе Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты була.

«Сәнғәттә тарих»' («История в искусстве»'; 1999), Салауат Юлаевҡа һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә республика конкурстарында (2004) ҡатнаша. Икеһе конкурс та Өфөлә үтә.

1999 йылда Өфөлә үткән «Сәнғәттә тарих» республика күргәҙмә конкурсында «Һынлы сәнғәт» номинацияһы дипломанты була. Беренсе дәрәжә Дипломға лайыҡ була һәм беренсе премия менән бүләкләнә.

2015 йылда Өфөлә «Атайсал — ата-бабаларыбыҙ төйәге» исеме аҫтында Әмир Мәжитов менән берлектә күргәҙмә ойоштора.

Рәссамдың ошо уҡ исемдәге шәхси күргәҙмәһе 2020 йылдың мартынан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында үтә[1].

Эштәре БДХМ, «Урал»', Магнитогорск, Яр Саллы ҡала галереялары (Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә (Англия, Германия, США, Югославия) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

  • «Кешеләр һәм тауҙар», 1997
  • «Тотем»', 1999.
  • «Таррикат»
  • 2000 сериялары
  • «Көҙгө урман'», 1997
  • "Ҡурай тураһында легенда', 1998
  • «Үгеҙ менән көрәш», 2005
  • «Айыу менән үгеҙ»
  • «Вестна. Дождь»
  • «Буш сәңгелдәк» (1996)
  • «Сыңғыҙхан»
  • «Рәссәм»
  • «Сәсән»
  • «Синий»
  • «Потомок»
  • «Фәрештә»
  • «Ҡыҙ менән Ай».
  • Серия «Ай. Ҡатын» (2007—2009),
  • «Ҡарағас»
  • «Ҡыҙ» (2010) һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011)
  • Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1998)
  • «Сәнғәттә тарих» республика күргәҙмә конкурсында (1999, Өфө) «Һынлы сәнғәт» номинацияһы дипломанты (I премия һәм I дәрәжә Диплом)
  • РФ мәҙәниәт министрының рәхмәт хаты (2014).