Эстәлеккә күсергә

Карам (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Карам — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Карам исеме ғәрәп теленән йомартлыҡ тигәнде аңлата[1].

Сәлимов Карам Сәлим улы (рус. Салимов Карам Салимович) (1905 йыл — 27 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.

Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы (рус. Нигматуллин Карам Гилязович (22 март 1924 йыл — 25 февраль 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Яппаров Карам Хәлиулла улы (24 декабрь 1924 йыл — 4 июнь 2016 йыл) — Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһындағы тау-байыҡтырыу комбинаты агломератчигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971 йыл). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградалар менән бүләкләнә.

Карам — Рәсәй Федерацияһы Иркутск өлкәһе Казачинск-Ленск районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ