Эстәлеккә күсергә

Касаткин Василий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Касаткин Василий Николаевич
рус. Василий Николаевич Касаткин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 6 декабрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Чухломской уезд[d], Костромская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1937
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Эш урыны Козьма Минин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт педагогия университеты[d]
Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Народный комиссариат просвещения РСФСР[d]
Биләгән вазифаһы директор[d], директор[d] һәм директор[d]
Уҡыу йорто Петербургский учительский институт[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург, Краснодар, Мәскәү, Новочеркасск, Һарытау һәм Түбәнге Новгород
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Хәрби звание билдәһеҙ
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө ҡораллы көстәр

Касаткин Василий Николаевич (6 декабрь 1891 йыл1961 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Профессор, Новочеркасск политехник институтының директоры (1929−1930[1]), Мәскәү дәүләт университеты директоры (1930−1934).

Василий Николаевич Касаткин 1891 йылдың 6 декабрендә Кострома губернаһы Нероново ауылында тыуған (хәҙер — Түбәнге Новгород өлкәһе)

1912 йылда Петербург уҡытыусылар институтын тамамлай.

Социал-демократик эшселәр хәрәкәте ҡатнашыусыһы (Л. Н. Толстойҙың вафаты буйынса Петербургта демонстрацияла ҡатнашыусыһы булараҡ ҡулға алына)) 1912 йылдан РСДРП ағзаһы, 1918 йылдан РКП (б) ағзаһы.

1912-1916 йылдарҙа педагогик эштә, ,уҡыусылар түңәрәгендә революцион пропаганда менән шөғөлләнә.

1916-1917 йылдарҙа батша армияһында агитация эштәре алып бара.

1917-1919 йылдарҙа Новгород губернаһында административ-педагогик һәм совет эшендә — губерна халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире һәм губерна ағзаһы була.

Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.1919-1920 йылдарҙа 3-сө Көнсығыш армия фронты һәм Көньяҡ-Көнсығыш фронттың 9-сы армияһы хәрби-сәйәси етәкселегенә ингән, алыштарҙа туранан-тура ҡатнаша.

1920-1924 йылдарҙа — Екатеринодарҙа Азов-Ҡара диңгеҙ крайком фронтының РКП(б) секретары. Кавказ фронты политоидаралығы начальнигы, РКП (б) ҮК-ның Көньяҡ-Көнсығыш бюроһы секретары, полиция идаралығы начальнигы ярҙамсыһы һәм Ҡыҙыл Армия һәм Флоты ҡарамағындағы полиция идаралығының бүлек начальнигы ярҙамсыһы.

1924—1929 йылдарҙа — профессиональ белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары бүлеге мөдире урынбаҫары һәм Халыҡ комиссариаты юғары уҡыу йорттары бүлеге мөдире, Халыҡ комиссариатының ойоштороу-план идаралығы начальнигы.

1929-1930 йылдарҙа Дон политехник институты директоры.

1930-1934 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының директоры һәм педагогика кафедраһы профессоры. Мәскәү дәүләт университетының 1934 йылдың 27 ноябрендәге бойороғо менән педагогика кафедраһы буйынса профессор вазифаһынан икенсе эшкә күсеү сәбәпле бушатыла.

1934-1936 йылдарҙа — Һарытау өлкәһе>нең халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

1936 йылдың 13 авгусында Горький ҡалаһының педагогия институтының директоры итеп тәғәйенләнә.

1938 йылдың мартынан 1940 йылдың июненә тиклем Мәскәү ҡалаһы Свердловск районыны халыҡ мәғарифы бүлегенең 172-се мәктәбе директоры, унан һуң Мәскәү ҡалаһының 2-се махсус мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941 йылдың июленән 1945 йылдың сентябренә тиклем В. Н. Касаткин Мәскәү эргәһендәге Новогиреево өлкәһе Үҙәк хәрби-техник мәктәбендә социаль-иҡтисади циклдан өлкән уҡытыусы булып эшләй.

1945 йылдың сентябренән В. Н. Касаткин Мәскәү партия уҡыу йорттарында: ВКП (б)-ның партия мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарында В. Н. Касаткин йәнә — 509-сы Мәскәүҙең тарих уҡытыусыһы булып эшләй. В. Н. Касаткиндың төп хеҙмәттәре педагогик белем биреү һәм мәғрифәтселек эшен планлаштырыу методологияһына ҡағыла. Ул бер нисә китап һәм уҡыу әсбабы авторы һәм яуаплы мөхәррире. В. Н. Касаткин 1961 йылда Мәскәүҙә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]