Эстәлеккә күсергә

Кирпичников Михаил Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кирпичников Михаил Петрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ноябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө биолог
Эшмәкәрлек төрө биология
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү физика-техник институты[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Баев, Александр Александрович[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Дуҫлыҡ ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы орден Александра Невского
 Кирпичников Михаил Петрович Викимилектә

Кирпичников Михаил Петрович (9 ноябрь 1945 йыл) — физик-химик биология, аҡһымлы инженерия һәм биотехнологиялар өлкәһе буйынса СССР һәм Рәсәй ғалимы; дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Биохимия, биофизика һәм физиологик актив берләшмәләр химияһы (физик-химик биология) бүлексәһе буйынса РФА-ның мөхбир ағзаһы (1994), РФА академигы (1997).

«Вестник Московского университета. Серия 16. Биология» журналының баш мөхәррире, «Биологик химия», «Биотехнологиялар», «Рәсәйҙә фән» фәнни журналдары редколлегияһы ағзаһы, РФА-ның ген биологияһы институтының докторлыҡ диссертацияларын яҡлау ғилми советы ағзаһы, биология буйынса РСОШ-тың экспер комиссияһы ағзаһы. Башҡорт дәүләт университетының почетлы фән докторы (2009).

Кирпичников Михаил Петрович 1945 йылдың 9 ноябрендә тыуа. Мәскәү физика-техник институтын «молекуляр биофизика» һөнәре буйынса тамамлаған (1969). 1969 — 1972 йылдарҙа — МФТИ аспиранты. 1972—1996 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының В. А. Энгельгардт исемендәге Молекуляр биология институтында эшләй, өлкән лаборанттан алып әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәргә тиклем юл үтә. 1996 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының М. М. Шемякин һәм Ю. А. Овчинников исемендәге Биоорганик химия институтында эшләй, аҡһым инженерияһы лабораторияһы мөдире була (2002 йылдан). Биология фәндәре докторы (1987), профессор. М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Биология факультетының Биоинженерия кафедраһы асылғандан алып уның мөдире (2000 йылдан). 2004—2006 йылдарҙа — проректор, Мәскәү дәүләт университетының Инновация сәйәсәте һәм инновация эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы. 2006 йылдан — МДУ-ның биология факультеты деканы.

1989 йылдан дәүләт хеҙмәтте фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеге менән берлектә алып бара. Фән һәм техника буйынса дәүләт комитеты Баш идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары, начальник урынбаҫары (1989—1991); идаралығы начальнигы урынбаҫары,РФ Фән, юғары мәктәбе һәм техник сәйәсәт министрлығы идаралығы начальнигы урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы (1992—1993), РФ Хөкүмәте -Министрҙар Советы аппаратының Фән һәм мәғариф бүлеге мөдире (1993—1994), Фән һәм мәғариф департаменты начальнигы (1994—1997), РФ Хөкүмәте аппаратының Фән, юғары технологиялар, мәғариф һәм мәҙәниәт департаменты начальнигы (1997—1998), РФ фән һәм технологиялар министрының беренсе урынбаҫары (июль-сентябрь 1998), РФ фән һәм технологиялар министры (сентябрь 1998—2000 майы); РФ сәнәғәт, фән һәм технологиялар министрының беренсе урынбаҫары (2000, июнь — март 2004); РФА Президиумы һәм РФФИ Советы ағзаһы була. 1998—2000 йылдарҙа — РФ Хөкүмәтенең Ядро тикшеренеүҙәренең Европа ойошмаһы күҙәтеүсеһе, РФ Хөкүмәтенең Дәүләттәр вәкилдәре комитеты — Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты ағзаларының тулы хоҡуҡлы вәкиле була.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ВАК-ы рәйесе (20052012), РФА-ның Биология фәндәре бүлексәһе бюроһы ағзаһы, Биология фәндәре бүлексәһенең академик-секретары (2017), Рәсәй гуманитар фәнни фонды советы ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академик А. А. Баевтың — СССР молекуляр биологияһына һәм генетик инженерияға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең уҡыусыһы. Донъяла беренселәрҙән булып аҡһым һәм уларҙың комплекстары структураһын генетик инженерия, олигонуклеотидтарҙың химик синтезы һәм биополимерҙар структураһын физик анализлау ысулдарын килешеп ҡулланыуға нигеҙләнгән ДНК менән өйрәнеүҙе тәҡдим итә. Яһалма аҡһымдарҙы тикшереү һәм конструкторлау буйынса тәүге һөҙөмтәләр ала, бирелгән структура һәм функция буйынса донъяла тәүге de novo аҡһымын дизайнлауҙа һәм уны алыуҙа ҡатнаша. Хәҙерге ваҡытта медицина һәм биотехнологияла ҙур ҡыҙыҡһыныу булдырған ҡайһы бер рекомбинант аҡһымдар һәм пептидтарҙы тикшереү, уларҙың структураһын һәм функцияларын, шулай уҡ аҡһым молекулаларында структура-функция мөнәсәбәттәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.

193 фәнни эш (2011 йылға ҡарата Web of Science мәғлүмәттәре буйынса, Хирша индексы 18) һәм күп патенттар авторы, Рәсәйҙә аҡһым инженерияһы мәктәбен булдырыусы.

«Тормош тураһында фән һәм биотехнология» өҫтөнлөклө йүнәлеше буйынса ведомство-ара координация советы ағзаһы, ген инженерияһы эшмәкәрлеге проблемалары буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, РФА-ның һәм РМФА-ның медицинаның фундаменталь проблемалары буйынса ведомство-ара ғилми советы ағзаһы, РФА-ның һәм РФ-ның Фән һәм мәғариф министрлығының башҡа ғилми советтары ағзаһы.

Бер нисә йыл дауамында «Аҡһымлы инженерия» махсус курсын алып бара, әлеге ваҡытта МДУ-ның Биология факультетының Биоинжеренрия кафедраһында «Молекуляр биоинженерияға инеш» лекциялар циклын уҡый. Инглиз һәм француз телдәрен белә.

2010 йылда тиклемге ҡатыны РФА-ның А. В. Шубников исемендәге Кристаллография институты лабораторияһы мөдире була. Ҡыҙҙары 1990 йылда Мәскәү дәүләт университетының Биология факультетын тамамлай.

  • «Связывание cro репрессора фага λ с фрагментом оператора» // «Доклады АН СССР», 1984.
  • «Конструирование белковых молекул» // «Вестник АН СССР», 1988.
  • «Белковая инженерия искусственных белков» // «Молекулярная биология», 1996.
  • «Comparative analysis of proapoptotic activity of cytochrome c mutants in living cells» // Apoptosis, 2005.
  • «Bacterial expression, NMR, and electrophysiology analysis of chimeric short/long-chain alpha-neurotoxins acting on neuronal nicotinic receptors» // J. Biol. Chem., 2007.
  • «Lipid-protein nanoscale bilayers: a versatile medium for NMR investigations of membrane proteins and membrane-active peptides» // J. Am. Chem. Soc. 2008 и др.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (1995)
  • Почет ордены (1998)
  • Фән һәм техника өлкәһендә РФ дәүләт премияһы (1999)
  • Дуҫлыҡ ордены (2006)
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2011)
  • РФА-ның А. Баев исемендәге премияһы (2016)
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2017).