Эстәлеккә күсергә

Копейкин Игорь Валентинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копейкин Игорь Валентинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 июль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Аксёнов ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 7 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт тимер юл университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө бомбардировочная авиация[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы медаль «За безупречную службу» III степени Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы Юбилейная медаль «В память 250-летия Ленинграда» медаль «За безупречную службу»

Копейкин Игорь Валентинович (8 июль 1920 йыл — 7 декабрь 2002 йыл) — эскадрилья элемтәһе начальнигы — 1-се полкы гвардия бомбардировка авиация корпусы 5-се гвардия авиация бомбардировка дивизияһы 35-се гвардия авиация бомбардировка полкының (1944 йылдың 26 декабрендә 1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 5-се гвардия авиация бомбардировка корпусы тип үҙгәртелә) һауа уҡсыһы-радисы. Советтар Союзы Геройы. Отставкалағы полковник.

Игорь Валентинович Копейкин 1920 йылдың 8 июлендә, Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Аксенов ҡасабаһында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта белем ала.

1939 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

Көнбайыш, Сталинград, Дон, Төньяҡ-Кавказ, 3-сө Белоруссия, 1-се Балтик буйы фронттарында һуғыша. 180 хәрби осош яһай, шуларҙың 48 осошон эскадрилья командиры менән флагман уҡсы-радист булып яһай[1].

Копейкин Игорь Валентинович дошмандың ике (Messerschmitt Bf.109) Mе-109-ын, төркөмдә һауа һуғышында 8 истребителен бәреп төшөрә. 1941—1942 йылдарҙа, 35-се гвардия авиация бомбардировка полкы колоннаһы составында, Смоленск, Великие Луки, Ржев, Калинин һәм Сталинград ҡалалары өсөн һуғышта тәүлегенә 6-ға тиклем осош яһай[2]. Докудово аэродромын бомбаға тотоуҙа ҡатнаша, уңышлы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә дошмандың 23 самолёты юҡ ителә[1].

В. И. Копейкин 1946 йылда демобилизациялана. 1951 йылда ул Мәскәү дәүләт тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлай.

1952 йылдан СССР дәүләт именлеге органдарында эшләй. 1983 йылдан полковник В. И. Копейкин — отставкала.

Герой-ҡала Мәскәүҙә йәшәй. 2002 йылдың 7 декабрендә вафат була[3]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән (участок 9а)[4].

«Эскадрилья элемтәһе начальнигы — 35-се гвардия авиаполктың (1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 1-се гвардия бомбардировка авиакорпусы 5-се гвардия бомбардировка авиадивизияһы) һауа уҡсыһы-радисы Копейкин 180 хәрби осош яһай. 1944 йылдың октябрендә гвардия старшинаһы Игорь, илленән артыҡ тапҡыр һауа һуғышында ҡатнашып, дошмандың шәхсән ике һәм төркөмдә һигеҙ самолетын бәреп төшөрә».

1945 йылдың 23 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, гвардия старшинаһы Копейкин Игорь Валентиновичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5337) тапшырыла.

  1. 1,0 1,1 1,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/23, л. 5/199—204).
  2. 35-й гвардейский бомбардировочный авиационный Сталинградский полк
  3. Копейкин Игорь Валентинович. «Герои страны» сайты.
  4. Фотография надгробного памятника.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1288, л. 2, 36, 37).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 224, л. 18, 356).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1034, л. 1, 11, 12).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.