Эстәлеккә күсергә

Корк Август Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Корк Август Иванович
эст. August Kork
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Эстония
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 август 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1]
Тыуған урыны Aardla[d], Юрьевский уезд[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (49 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Үлем төрө Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө революционер, офицер, хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Уҡыу йорто Генераль штаб академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание генерал[d], Капитан һәм командарм 2-го ранга[d]
Командалыҡ иткән Московский военный округ[d] һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Беренсе донъя һуғышы һәм Совет-поляк һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d] һәм пехота[d]
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Корк Август Иванович Викимилектә

Корк Август Иванович (традицион яҙылышы; шулай уҡ — Аугуст Яанович Корк, 3 август 1887 йыл — 12 июнь 1937 йыл — совет хәрби начальнигы, Граждандандар һуғышы осоронда армиялар командующийы, 2-се ранг командармы (20.11.1935). М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия начальнигы, СССР Үҙәк Башҡарма комитеты ағзаһы]. «Тухачевскийҙың эше буйынса атып үлтерелә». 1957 йылда үлгәндән һуң реабилитациялана[2][3][4][5].

Поручик А. И. Корк 1914 йылда

Эстон крәҫтиән ғаиләһендә Лифлянд губернаһы Дерпт өйәҙе Аардла ауылында (хәҙер Эстонияның Тарту өйәҙе Хааслава улусы) тыуған.. Юрьев ҡалаһындағы дүрт класлы училищела уҡый (хәҙер Тарту). Уның тигеҙәге була: Эмма Ивановна Корк (иренең фамилияһы Гутман), Ленинград блокадаһын кисерә. Толмачев урамы, 9 йорт, 7 фатир адресы буйынса йәшәй. 1969 йылда вафат була.

Хәрби белемен Чугуев пехота юнкер училищеһында ала, 1908 йылда поручик дәрәжәһендә училищены тамамлай. 1908 йылдың июненән алып 1911 йылдың октябренә тиклем Двинск ҡалаһында (хәҙер Даугавпилс, Латвия) 98-се Юрьев пехота полкында офицер булып хеҙмәт итә. Николаев Хәрби академияһын тамамлай, унда ул 1911—1914 йылдарҙа уҡый. 1916 йылда 10-сы армия штабы генераквартимейстер бүлегенең өлкән адъютанты ярҙамсыһы бурыстарын үтәй (ваҡытлыса бурыстарын башҡара)[6].

1916 йылдың 18 авгусында Генераль штабы штабс-капитаны 4-се дәрәжә Изге Владимир орденына лайыҡ була[7]. 1917 йылда Киев хәрби летчик-күҙәтеүселәр мәктәбендә тиҙләтелгән курс үтә, уны тамамлағандан һуң ул капитан дәрәжәһендә Көнбайыш фронтының ғәмәлдәге армия штабына тәғәйенләнә[8]). Идара итеү авиацияһы буйынсаармия штабы генерал квартирмейстерының йомоштар өсөн штаб-офицеры вазифаһын башҡарыусы— фронты. 1917 йылдың 9 июлендә награждён 2 дәрәжә ҡылыслы Изге Анна ордены менән бүләкләнә[9]. 1918 йылдың февралендә армия штабы тарҡатыла һәм Корк капитан званиеһында хеҙмәттән бушатыла (төрлө баҫмаларҙа А. И. Корк подполковник званиеһында булыуы дөрөҫлөккә тап килмәй: был дәрәжәгә ул 1917 йылдың 30 ноябрендә тәҡдим ителә, әммә башланған армия тарҡалыуы менән бәйле яңы звание тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылмай ҡала[10]).

Революцияла һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1917 йылдың авгусында —1918 йылдың февралендә Көнбайыш фронтының һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана.
  • 1918 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армияға инә, Бөтә Рәсәй төп штабы оператив бүлегендә хеҙмәт итә.
  • 1918 йылдың октябренән — Көнбайыш фронты штабы бүлегенең начальнигы һәм 9-сы армия штабының оператив-разведкалау бүлеге начальнигы.
  • 1918 йылдың декабренән — Эстлянд хеҙмәт коммунаһының Халыҡ Оборона комиссариаты ҡарамағындағы консультант.
  • 1919 йылдың февраль — майында — Эстлянд хеҙмәт коммунаһы Армияһы (Эстон Ҡыҙыл Армия) штабы начальнигы.
  • 1919 йылдың июненән —7-се армия командующийы ярҙамсыһы. генерал А. П. Юденич ғәскәрҙәренән Петроград оборонаһы менән етәкселек итә..
  • 1919 авгусында —1920 йылдың октябрендә —15-се армия командующийы. Польша менән һуғышта ҡатнаша.

Корк — минең ғорурлығым, — тип 1920 йылда Көнбайыш фронтында Главком С. Каменев фронт командующийы М. Тухачевский менән тура бәйләнеш буйынса һөйләшеүҙә һоҡланыуын белдерә[11]. — Һәр фронтта мөһим урын тотҡан бер командующий булған кеүек, Көнсығыш фронтында һеҙ булдығыҙ, ә беҙҙә Көнбайыш фронтында Корк, ә Уборевич — Көньяҡ [фронтында]…

  • 1920 йылдың октябренән 1921 йылдың майына тиклем — РККА-ның 6-сы армияһы командующийы. П. Н. Врангелдең Урыҫ армияһы ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Перекоп — Чонгар операцияһы барышында Перехоптың штурмы һәм Перекоптан көньяҡҡараҡ ятҡан Юшунь ауылы тирәһендәге позицияларҙы яулауменән етәкселек итә.
  • 1921йылдың майынан Харьков хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы , 1922 йылдың 21 апреленән — Украина һәм ҡырым Ҡораллы көстәре командующийы ярҙамсыһы (1,2).
  • 1922—1923 йылдарҙа — Төркөстан фронты командующийы .Урта Азияла баҫмасылыҡҡа ҡаршы хәрби операциялар менән етәкселек итә[12]

Граждандар һуғышынан һуң РККА-лағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1924—1925 йылдарҙа Белоруссия хәрби округы командующийы ярҙамсыһы һәм командующийы
  • С февраля 1925 йылдың февраленән Кавказ Ҡыҙыл Байраҡ армияһы менән етәкселек итә.
  • 1925 йылдың ноябренән командовал войсками [[Белоруссия хәрби округы ғәскәрҙәре менән етәкселек итә, һуңынан – Ленинград хәрби округы ғәскәрҙәре менән (1928 йылдың майына тиклем). 1927 йылда ВКП(б)-ға инә.
  • Германияла хәрби атташе (1928 йылдың июненән 1929 йылдың майына тиклем). Шул уҡ ваҡытта, 1920-се йылдар аҙағында, үҙе лә Германиялағы рейхсвер хәрби-уҡыу йорттарында белем ала[13]
  • РККА тәьминаты идаралығы начальнигы (1929 йылдың майынан ноябргә тиклем).
  • 1929 йылдың ноябренән 1935 йылдың сентябренә тиклем — мәскәү хәрби округы командующийы.

1934 йылдың 5 авгусында ул етәкселек иткән округта Мәскәү Пролетар уҡсылар дивизияһының 2-се уҡсылар полкы ОСОавиахим артиллерия дивизионы начальнигы А. С. Нахаев командованиеһы аҫтында фетнә ҡуптарыла. Нахаев үҙ һалдаттарын ҡоралланырға һәм хөкүмәтте ҡолатырға саҡыра. Каганович был ваҡиға тураһында ялда булған Сталинға хәбәр итә[14]. «Тотанаҡһыҙ» тип табылған Нахаевты ентекле тикшереүҙе талап итеп, Сталин А. И. Коркты ла телгә ала. «Вызовите Коркты һәм уның замполитын саҡыртығыҙ һәм уларға асыҡ ауыҙлыҡ һәм казармаларҙағы илке-һалҡылыҡ өсөн ҡаты шетә бирегеҙ. Оборона наркоматы килеп сыҡҡан илке-һалҡыоыҡҡа бәйле бөтә округтар буйынса бойороҡ бирергә тейеш. Контроль казармаларҙы, ҡорал складтарын һәм башҡаларҙы ентекләп тикшерһен»[14].

22 августа Политбюро ҡарарына ярашлы Осоавиахим етәкселәренә шелтәләр иғлан ителгәндән һуң, оборона наркомы Ворошилов шулай Кркты ла язаға тарттырыға итергә ниәтләй, әммә уның менән Каганович ризалашмай һәм 1934 йылдың 28 авгусында Сталинға мөрәжәғәт итә: «Әле генә иптәш Корк миңә, Мәскәү хәрби округы командующийы вазифаһынан бушатыуҙы һорап, шәхсән хат ебәргән. Мин шәхсән, уны бушатырға кәрәк микән, тип уйлайым »[14]. Сталин уға 30 авгусындағы хаты менән теләктәшлек белдергән: «Коркты бушатырға кәрәкмәй. Эш Коркта ғына түгел, ә бөтә округтарҙа хөкөм һөргән хуш күңеллелектә һәм асыҡ ауыҙлыҡта. Бында округтар үҙәктән үрнәк алалар. Армияларҙың сәйәси идаралығы органдарын һәм махсус бүлектәрҙе бешер кәрәк»[14].

Корк 1935 йылдың 5 сентябрендә генә округта хәрби һәм профессиональ әҙерлектең насар булыуы арҡаһында вазифаһынан бушатыла. Оборона наркомының 2-се урынбаҫары М. Н. Тухачевский Оборона наркомы ҡарамағындағы Хәрби советы ултырышында 1935 йылдың 9 декабрендә наркомдың 1-се урынбаҫары, РККА -ның сәйәси идаралығы начальнигы Я. Б. Гамарник менән Мәскәү округын маҡтап телгә алған өсөн һүҙгә килешә[15]. «Мин күргән бөтә округтар араһынан , — ти Тухачевский, — Мәскәү округы иң насары, был бәхәсһеҙ һәм һис һүҙһеҙ. Мәскәү округын Киев хәрби округы һәм Ленинград округы менән сағыштырырлыҡ түгел. Август Иванович Корк һәм иптәш. Кулик бында булғанға күрә, улар алдында яйһыҙ нәмәләрҙе лә әйтеп була»[15].

МХО командующийы вазифаһынан бушатылыуға ҡарамаҫтан, Сталин уға1935 йылдың ноябрендә 2-се ранг командармы юғары хәрби званиеһы бирергә риза була[16].

  • 1935 йылдың сентябренән алып 1937 йылдың майында ҡулға алынғанға тиклем — М. В. Фрунзе исемендәге академия начальнигы һәм комиссары. РККА-ның Ваҡытлыса ялан уставын әҙерләү комиссияһы ағзаһы була (ПУ-36).

Ҡулға алыу һәм язалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РККА-лағы репрессиялар барышында 1937 йылдың 12 майында үҙ фатирында ҡулға алына (Серафимович урамы, 2-се йорт). Тухачевскийҙың эше буйынса үтә һәм хәрби антты боҙоуҙа, Ватанға һәм СССР халыҡтарына һәм РККА-ға хыянат итеүҙә ғәйепләнә. Үҙен «хәрби-фашистик заговорҙа» ҡатнашыуҙа ғәйепле итеп таный. СССР Юғары судының Махсус суд присктствиеһы 1937 йылдың 11 юнендә башҡа ғәйепләнеүселәр менән бергә үлем язаһына хөкөм ителә һәм 12 июнгә ҡараған төндә атып үлтерелә.Дон крематорийында кремайиялана, көлө Мәскәүҙә Яңы Дон зыяратында ерләнгән.

1957 йылдың 31 ғинуарында «енәйәт составы булмау айҡанлы» реабилитациялана.

Корктың ҡатыны Ватан хыянатсыһы ғаиләһе ағзаһы булараҡ Әстерханға һөргөнгә ебәрелә. 1937 йылдың 5 сентябрендә ҡулға алына. 1937 йылдың 28 авгусында холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына 8 йылға хөкөм ителә. 1941 йылдың 28 июлендә контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеү буйынса юғары үлем язаһына хөкөм ителә. 1941 йылдың 28 июлендә атып үлтерелә. Ерләнгән урыны — Мәскәү өлкәһе, НКВД-ның «Коммунарка» махсус объекты. 10 июня 1958 йылдың 10 июнендә СССР Юғары судының Хәрби комиссияһы ҡарары менән реабилитациялана. Ирле-ҡатынлы Корктарҙың балалары булмай.

А. И. Корктың исемен 2016 йылға тиклем Харьков ҡалаһындағы бер урам йөрөтә[17]

Хәрби чиндары һәм званиелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Подпоручик — 15.06.1908

— Поручик — 14.06.1911

— Штабс-капитан — 14.06.1915

— Капитан — 15.08.1916

— 2-се ранг командармы — 20.11.1935[18]

  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (08.05.1914)
  • 3-сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Анна ордены (29.10.1914)
  • 2-сө дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены (01.04.1915)
  • 4-се дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» яҙыулы Изге Анна ордены (16.11.1915)
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (18.08.1916)
  • 2-cе дәрәжә ҡылыслы Изге Анна ордены (31.03.1917)
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.11.1919, 15.07.1920)[19]
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены беркетелгән Почётлы революцион ҡорал (30.12.1920).
  • « [Коркты] 1920 йылдың октябренән алып беләм. Ҙур тәжрибәле һәм иң яҡшы теоретик әҙерлекле эре хәрби хеҙмәткәре. Инициативаға, бик ҙур энергия һәм эшкә һәләтлеккә эйә. Командарм булараҡ үҙен бик яҡшы күрһәтте. Сәйәси яҡтан тамам лояль, үҙенең тәғәйенлешенә тулыһынса тап килә» (М. В. Фрунзе)[11].
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #1032791756 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Вермахт на советско-германском фронте. Следственные и судебные материалы из архивных уголовных дел немецких военнопленных 1944—1952. (Сост. В. С. Христофоров, В. Г. Макаров). М., 2011. (Именной комментарий). С. 752—753.
  3. Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. Москва, 1997 г.
  4. Черушев Н. С., Черушев Ю. Н. Расстрелянная элита РККА (командармы 1-го и 2-го рангов, комкоры, комдивы и им равные). 1937—1941. Биографический словарь. М., 2012, с. 31-33.
  5. Горелик Я. М. Август Корк // Вопросы истории. 1987. № 7.
  6. Командарм 2 ранга А. И. Корк. // Военно-исторический журнал. — 1967. — № 7.
  7. ВП от 18.08.1916 стр. 32
  8. ВП от 15 августа 1916 года
  9. «Армия и Флот Свободной России» № 158 от 9 июля 1917 г. Приказ по ВВ № 9 1917 г.
  10. Нагаев И. М., Тархова Н. С. Командарм 2 ранга А. И. Корк (К 100-летию со дня рождения). // Военно-исторический журнал. — 1987. — № 8. — С.88-91.
  11. 11,0 11,1 Кадровая политика ?1/2003
  12. Кавтарадзе А. Г. Военспецы на службе Республики Советов. — М., 1988.
  13. Елисеева Н. Е. «Немцы вели и будут вести двойную политику». Рейхсвер глазами командиров Красной Армии. // Военно-исторический журнал. — 1996. — № 2. — С.30-38.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Сталин и Каганович. Переписка, 1931—1936 гг. (издание РГАСПИ) — М., 2001. — ISBN 5-8243-0241-3. с. 421, 425, 459, 466.
  15. 15,0 15,1 Военный совет при Народном комиссаре Обороны СССР. Декабрь 1935 г. Документы и материалы. М., 2008. С. 184.
  16. Минаков С.Т. 1937. Заговор был!. — Москва: Яуза: Эксмо, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-699-39223-0.
  17. Корка Командарма | Улицы и площади Харькова
  18. Постановление СНК СССР № 24/2521 от 20.11.1935 г.
  19. Биография и награды А. И. Корка на сайте «Краснознамёнцы» 2021 йыл 13 май архивланған..