Кощиенко Николай Антонович
Кощиенко Николай Антонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 июль 1897 |
Тыуған урыны | Пушкарёвка[d], Сумская волость[d], Сумский уезд[d], Харьковская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 февраль 1968 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Совет-япон һуғышы[d] |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кощиенко Николай Антонович (27 июль 1897 йыл — 5 февраль 1968 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (1946 йыл).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Антонович Кощиенко 1897 йылдың 27 июлендә Сумы өлкәһенең Сумы районы Пушкаревка ауылында тыуған.
Сумы ҡалаһында «Маргулис» оҫтаханаһында өйрәнсек була.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылдың майында Рус Император армияһына саҡырыла һәм Семеновск лейб-гвардия полкына ебәрелә. Уның составында шул уҡ йылдың авгусында Көньяҡ-Көнбайыш фронтының хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнаша. 1917 йылдың июлендә Тарнополь районында яралана һәм һауығып сыҡҡандан һуң өйәҙ хәрби начальнигы ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә. 1918 йылдың февралендә демобилизацияланғандан һуң оҫтахананға ҡайта.
1919 йылдың ғинуарында РККА сафына алына һәм Сумыла дислокацияланған Махсус бригада штабына ҡыҙылармеец итеп ебәрелә, ә февралдә — 4-се Киев пехота команда курстарына йүнәлтелә, уны тамамлағандан һуң, майҙан 51-се пехота полкы (13-сө армия) составында рота инструкторы, рота һәм батальон командиры вазифаһында хеҙмәт итә, Запорожье һәм Екатеринославрайондарында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Сентябрҙә Черкассы районында сигенеү ваҡытында әсирлеккә эләгә һәм Лубныға ебәрелә, һуңынан Киевҡа эшсе командаға күсерелә. Ноябрҙә ҡаса, ә ә ҡалаға Ҡыҙыл армия частары ингәндән һуң, Киев хәрби округының Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы инструкторы итеп тәғәйенләнә, һуңынан 13-сө армияның политкомиссары вазифаһында була.
1920 йылдың мартынан Киев Комнезамский полкы коменданты вазифаһында хеҙмәт итә, ә 1921 йылдың ғинуарынан — батальон командиры вазифаһында. Шул уҡ йылдың июнендә полк тарҡатылғандан һуң, ВЧК-ға күсерелә һәм ВЧК ғәскәрҙәренең 26-сы бригадаһы составындағы махсус батальон командиры һәм комиссары итеп тәғәйенләнә, августа — 102-се батальон командиры, ә ноябрҙә — 113-сө махсус батальон командиры.
Һуғыштар араһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылдың авгусында «Выстрел» курсына уҡырға ебәрәләр, уны 1923 йылдың авгусында тамамлағандан һуң, ул ВЧК ғәскәрҙәренең Славута ҡалаһында урынлашҡан 18-се айырым сик буйы батальоны командиры итеп тәғәйенләнә, 1924 йылдың ғинуарында — Олевск ҡалаһының 17-се погранотряды начальнигының строевой өлөшө буйынса ярҙамсыһы, апрелдә — Житомир ҡалаһында ОГПУ ғәскәрҙәренең күнекмә батальоны командиры, сентябрҙә — Каменец-Подольск ҡалаһында ОГПУ ғәскәрҙәренең күнекмә полкы командиры.
1925 йылдың апреленән Кощиенко Славутала дислокацияланған 18-се сик буйы батальоны начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың сентябрендә — Одессала ОГПУ ғәскәрҙәренең айырым күнекмә батальоны командиры, ә 1926 йылдың апреленән — Волочискиҙа 22-се погранотряд начальнигы ярҙамсыһы. 1928 йылдың октябрендә отряд начальнигының строевой әҙерлек буйынса ярҙамсыһы һәм 21-се Ямпольск погранотряды составында батальон командиры итеп тәғәйенләнә, 1929 йылдың сентябрендә — Тирасполь погранотрядының шундай уҡ вазифаһында була, 1931 йылдың ғинуарында — 17-се Олевск погранотрядында. 1929 йылда ВКП(б) сафына инә.
1931 йылдың мартынан Мәскәүҙә НКВД-ның сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр штабының хәрби әҙерлек бүлегендә инспектор һәм өлкән инспекторы вазифаһында хеҙмәт итә. Бер юлы 1932 йылдан М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның киске факультетында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң шул уҡ штабта 1935 йылдың майынан 1-се (оператив) бүлектең 7-се бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1937 йылдың июнендә —ошо бүлек начальнигы.
1939 йылдың мартында полковник Н. А. Кощиенко СССР НКВД-һының конвой ғәскәрҙәренең 1-се бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә, әммә шул уҡ йылдың авгусында запасҡа сығарыла, НКВД ғәскәрҙәре резервында тора һәм Мәскәү ит-һөт институтының хәрби кафедраһы начальнигы вазифаһында эшләй.
1940 йылдың ғинуарында НКВД кадры итеп тергеҙелә һәм СССР НКВД-һының Төрмә идаралығының хеҙмәт һәм хәрби әҙерлек бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында була.
1942 йылдың сентябренән НКО ҡарамағына тапшырыла һәм 142-се айырым диңгеҙ уҡсылар бригадаһы командиры (Мәскәү хәрби округы) итеп тәғәйенләнә. Бригада шул уҡ йылдың декабрендә 67-се армия (Ленинград фронты) составына индерелә һәм тиҙҙән «Искра» операцияһы барышында ҡатнаша. 1943 йылдың 27 ғинуарында яралана, һауыҡҡандан һуң 18 мартта бригадаға кире ҡайта. Апрелдә Кощиенко Ленинградта ойошторолған 98-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, майҙа дивизия Приморье оператив төркөмө составына индерелә, һуңынан Ораниенбаум плацдармында хәрби хәрәкәттәр алып бара.
1944 йылдың ғинуарында К. Е. Ворошилов исемендәге юғары хәрби академия ҡарамағындағы белем камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамлағандан һуң майҙан алып 3-сө Балтик буйы фронты командующийы ҡарамағында була һәм июндә 310-сы уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнеп, шунда уҡ тиерлек Карел фронтына оҙатыла. Артабан Свирский-петрозаводский һөжүм итеү операцияһында һәм Олонец, Петрозаводск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.
26 июлдән 114-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә. Свирский-Петрозаводский операцияһында ҡатнашҡандан һуң дивизия Кольский ярымутрауына күсерелә, унда тиҙҙән Петсамо-Киркенесский операцияһында ҡатнаша, уның барышында Титовка йылғаһын аша сыҡҡандан һуң Луостарь аэродромын азат итә, Петсамо ҡалаһын азат итеүгә булыша, шулай уҡ беренсе булып Норвегия территорияһына сыға.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 31 октябрендәге Указы менән Н. А. Кощиенко етәкселегендәге 114-се уҡсылар дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Әүҙем хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан дивизия Киркенесс ҡалаһы районында оборонала тора.
Һуғыштан һуңғы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш тамамланғандан һуң элекке вазифаһында ҡала.
1946 йылдың июлендә 12-се Ҡыҙыл Байраҡлы айырым уҡсылар бригадаһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә (Урал хәрби округы), әммә шул уҡ йылдың октябрендә — Эске эштәр министрлығының Көнсығыш институтына кафедра начальнигы вазифаһыа күсерелә.
Генерал-майор Николай Антонович Кощиенко 1951 йылда запасҡа сығарыла. 1968 йылдың 5 февралендә Мәскәүҙә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (30.04.1945);
- Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.05.1943, 23.07.1944, 03.11.1944);
- 2-се дәрәжә Кутузов ордены (02.11.1944);
- Миҙалдар;
- «Именлек хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий. (Ибянский — Печененко). — М.: Кучково поле, 2015. — Т. 4. — С. 400—402. — 330 экз. — ISBN 978-5-9950-0602-2.
- 27 июлдә тыуғандар
- 1897 йылда тыуғандар
- Харьков губернаһында тыуғандар
- 5 февралдә вафат булғандар
- 1968 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Кутузов ордены кавалерҙары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәрҙәре
- Бөйөк Ватан һуғышында дивизия командирҙары
- Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаусылар
- КПСС ағзалары
- II дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр