Кугушев Вячеслав Александрович
Кугушев Вячеслав Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1863[1] |
Тыуған урыны | Өфө, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 30 август 1944[2] (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, РСФСР, СССР[2] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Нәҫеле | Кугушевы[d] |
Һөнәр төрө | банкир |
Биләгән вазифаһы | член Государственного совета Российской империи[d] |
Уҡыу йорто | Первый кадетский корпус[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Конституционно-демократическая партия[d] |
Кугушев Вячеслав Александрович (22 ғинуар 1863 йыл — 30 август 1944 йыл) — кенәз, революция хәрәкәте эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вячеслав Андреевич Кугушев 1863 йылдың 22 ғинуарында эре ер биләүсе һәм алтын приискылары хужаһы кенәз А. И. Кугушев ғаиләһендә тыуа. Өфө гимназияһында В. Л. Бурцев менән бергә уҡый. Дүртенсе класҡа В. А. Кугушевты атаһы Өфө гимназияһынан 1-се Санкт-Петербург хәрби гимназияһына уҡырға күсерә, был уҡыу йортон В. А. Кугушев 1881 йылда тамамлай.
Санкт-Петербург урман институтында уҡый. Д. Благоев етәкселек иткән социал-демократтар түңәрәгенә йөрөй. Бүлендек түңәрәктәр булдырыу буйынса эштәр алып бара, прокламациялар тарата.
1884 йылда документтары араһында Г. А. Лопатин ҡағыҙҙары табылыу арҡаһында Пенза губернаһы ауылында ҡулға алына. Туғандарының юллауы буйынса бер айҙан һуң азат ителә. 1886—1893 йылдарҙа — Өфө губернаһында лесничий ярҙамсыһы. 1887 йылда ҡулға алына һәм 4 ай төрмәлә ултыра.
1898 йылда Өфө губерна земство идаралығы ағзаһы итеп һайлана.
1901 йылда А. Д. Цюрупа тарафынан РСДРП ойошмаһына эшкә йәлеп ителә. 1901 йылда Кугушевтың Бекетово имениеһында Урал социал-демократтары һәм социалист-революционерҙары союзы ойошторола. 1902 йылда ул сит ил революционерҙары менән бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн илдән ситкә сығып китергә була, ләкин ҡулға алына. Йыл ярымға ғәйепләнеүһеҙ рәүештә төрмәгә ябыла. Олонец губернаһына һөргөнгә ебәрелә, 1905 йылдың июлендә унан сит илгә ҡаса. РСДРП партияһына ҙур аҡсалата ярҙам күрһәтә, РСДРП Үҙәк комитеты йомоштарын үтәй. Һөргөндә булған саҡта Тамбовтағы «Отрада» имениеһын һата һәм социал-демократтар партияһы кассаһына 108 мең һум аҡса тапшыра.
Рәсәйгә амнистия иғлан ителгәндән һуң ҡайта. 1906 йылдың 24 мартында Өфө губерна земствоһынан Дәүләт советына ағза итеп һайлана. 1906 йылдан алып Конституцион-демократик партияһы ағзаһы, 1918 йылдың февраленә тиклем был партияның һамар һәм Өфө ҡалаларының партия комитеты етәкселәренең береһе була.
1909—1917 йылдарҙа Һамарҙа Дон ер банкыһында эшләй. 1910 йылда билдәле большевик Александр Цюрупаның һеңлеһе Цюрюпа Анна Дмитриевнаға (1883—1968) өйләнә (икенсе никах), ҡатынын үҙенең имениеһына идарасы итеп тәғәйенләй. Һамарҙа Рәсәйҙең Бөйөк Көнсығыш халыҡтары ингән масон ложаһын етәкләй. Ложаның ултырыштары Кугушев фатирында үтә. 1917 йылдың февраль айында һамар ҡалаһында һалдаттар араһында агитация алып бара. Февраль революцияһынан һуң төрмә комиссары була.
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Өфө губернаһы Наркомпроды идаралығында эшләй. Граждандар һуғышы ваҡытында В. И. Лениндың байтаҡ йомоштарын үтәй; 1918 йылдың ноябрендә ВЦИК-тың Колчак тарафынан ҡулға алынған аманат большевиктарҙы азат итеү вәкиле була. Өфө «ҡыҙылдар» аманаттарын «аҡтар» аманаттарына алмаштырыуға ҙур ярҙам итә. Шул саҡта уның менән бергә күренекле Өфө кадеты һәм масоны И. Минор эшләй.
1919 йылдың февралендә кадеттар фирҡәһенән сығыуы һәм большевиктар фирҡәһе сәйәсәтен яҡлауы тураһында рәсми белдереү яһай.
1919—1923 йылдарҙа Асығыусыларға ярҙам комитетында эшләй. 1923—1930 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй кооператив банкыһы инспекторы. 1930 йылдан алып персональ пенсионер. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостанға эвакуациялана, Булгаково ауылында йәшәй. 1944 йыл башында Мәскәүгә ҡайта.
Трамвай аҫтына эләгеп һәләк була. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кугушев Вячеслав Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин В. И., [Письмо] В. А. Кугушеву, Полн. собр. соч., 5 изд., т. 51;
- Шейнис З., Повесть о князе Кугушеве, беспартийном большевике, «Юность», 1967, № 6.
- Писаренко Э. Е. Кадет князь В. А. Кугушев // Вопросы истории. 1997 № 2. с. 150—156.
- А. И. Серков. Русское масонство 1731—2000. Энциклопедический словарь. Москва. РОССПЭН. 2001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Встречи с князем В. А. Кугушевым 2016 йыл 4 март архивланған.