Күҙ (мәғәнәләр)
Уҡыу көйләүҙәре
Күҙ | |
Күҙ Викимилектә |
Күҙ (мәғәнәләр)
Күҙ һүҙенең ошондай мәғәнәләре бар:
- Күҙ - (лат. oculus) — кешенең һәм хайуандарҙың сенсор (күреү системаһы) ағзаһы.
- Күҙ - ҡарау, күҙәтеү өсөн эшләнгән тишек
- Күҙ -муйынсаҡтың, мәрйендең, энәнең еп үткәрә торған тишеге
- Күҙ - бәйләм бәйләгәндәге энә менән тартп сығарылған элмәк
- Күҙ - бәрәңге нең шытым урыны
- Күҙ - ҡар бөртөгө, ямғыр тамсыһы
- Күҙ - тәҙрәнең быяла өлгөһө
Күсмә мәғәнәлә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күҙ алдынан китмәү - онотолмау
- Күҙ асҡыһыҙ - бик көслө буран, дауыл, төтөн
- Күҙ асып йомғансы - бик шәп тиҙлек менән
- Күҙ бағыу - өмөт тотоу
- Күҙ буяу - тыштан яҡшы күрһәтеү
- Күҙ бәйләнеү - ҡараңғы төшөү
- Күҙ бәйләү, быуыу - арбау, гипноз
- Күҙ ағын әйләндереп - яман асыуланып ҡарау
- Күҙҙе ала алмау - һоҡланыу
- Күҙҙе астырмау - оялтып, тынғы бирмәү
- Күҙҙе ҡан баҫыу - донъяһын онотоп нимәгел ашҡыныу
- Күҙҙең яуын алыу - матурлыҡ менән сиктән тыш һоҡландырыу
- Күҙҙән тайыу - юҡҡа сығыу, юғалыу
- Күҙен дә йоммай - оялмай, тартынмай
- Күҙ йомоу - етешһеҙлекте күрмәмеш булыу
- Күҙ ҡорто - ымһындырғыс берәй нәмә
- Күҙ маңлайға менеү - аптырау
- Күҙ нурым - иркәләү һүҙе
- Күҙ өйрәнеү - оҙаҡ ваҡыттан нимәгәлер иғтибар итмәй башлау, күнегеү
- Күҙ тоҙҙай булыу - аптырау
- Күҙ төшөү - нимәнелер күреп ҡалыу; кемделер оҡшатыу, яратыу
- Күҙһабыны - еҫле һабын
- Ас күҙ - ҡомһоҙ
- Осло күҙ - тейешһеҙҙе күреп барған, осҡор
- Ут күҙе - яҡтылыҡ, ут
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 560-562-се биттәр
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |