Ладыженская Ольга Александровна
Ладыженская Ольга Александровна (7 март 1922 йыл — 12 ғинуар 2004 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-математигы, дифференциаль тигеҙләмәләр буйынса белгес, СССР Фәндәр академияһы академигы (1990), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991).
Ике йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән алты монография авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольга Александровна Ладыженская РСФСР-ҙың Кострома губернаһы Кологрив ҡалаһында мәктәптең математика уҡытыусыһы булып эшләгән элекке рус армияһы офицеры ғаиләһендә тыуа. Атаһы яҡлап олатаһы Иван Александрович Ладыженский — рус рәссамы Г. А. Ладыженскийҙың ҡустыһы.
1939 йылда Ленинград университетының (ЛДУ) математика-механика факультетына инергә тырышып ҡарай, ләкин репрессияланған кешенең ҡыҙы булараҡ (атаһы А. И. Ладыженский 1937 йылда атыла, бабаһы, «Ижсталь» заводының баш инженеры Н. И. Ладыженский ҙа репрессиялана һәм лагерҙа һәләк була, һуңынан уларҙың яҙмышы А. И. Солженицындың "ГУЛАГ архипелагы"ында тасуирлана, ә ул үҙе 257 «Архипелаг шаһиты» исемлегендә автор булараҡ телгә алына)[14]. Педагогия институтына инә, һуғыш башланыуға ике курсын тамамлай (1941).
1943 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына инә, уны 1947 йылда отличие менән тамамлай (ғилми етәксеһе — И. Г. Петровский). Ошо уҡ йылда кейәүгә сыға һәм Ленинградҡа күсә, ЛДУ-ла С. Л. Соболев етәкселегендә аспирантура тамамлай. 1949 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1950 йылда ЛДУ-ның физика факультетына эшкә күсә. 1954 йылдан — СССР Фәндәр академияһы В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Ленинград бүлексәһе хеҙмәткәре.
1955 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем — ЛДУ-ның физика факультеты юғары математика һәм математик физика кафедраһы профессоры.
1962 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Математика институтының Ленинград бүлексәһе математик физика лабораторияһы мөдире. 1981 йылдың 29 декабренән — СССР Фәндәр академияһының Математика бүлексәһе буйынса мөхбир ағзаһы. 1990 йылдың 15 декабренән — СССР Фәндәр академияһы академигы.
1990—1998 йылдарҙа — Санкт-Петербург Математика йәмғиәте президенты. Санкт-Петербург Математика йәмғиәтенең почётлы ағзаһы.
Бонн университетының (Германия) почётлы докторы.
Европа Академияһы ағзаһы. Деи Линчеи милли академияһы (Италия) ағзаһы. Леопольдина Немец тәбиғәт фәндәре академияһының һәм Бостондағы Америка фән һәм сәнғәт академияһының сит ил ағзаһы.
Ғалим 2004 йылдың 12 ғинуарында Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың мәшһүр ҡатын-ҡыҙ математиктарының береһе булған О. А. Ладыженскаяның математик хеҙмәттәре айырым сығарылмаларҙағы дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы мәсьәләләре һәм проблемаларының киң даирәһен солғай. О. А. Ладыженская тәҡдим иткән концепциялар күп йәһәттән математик физиканың үҫешен һәм хәҙерге торошон да билдәләй.
О. А. Ладыженскаяның хеҙмәттәре сит илдәрҙә лә киң билдәле һәм юғары баһалана[15]. Уның математика буйынса эштәре айырым сығарылмаларҙағы дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы буйынса инглиз телендәге математика әҙәбиәтендә һәм математик физикала йыш телгә алына[16]. 250-нән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 6 монография һәм «Краевые задачи математической физики» дәреслегенең авторы.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Математические вопросы динамики вязкой несжимаемой жидкости. — М.: Государственное издательство физико-математической литературы, 1961.
- Краевые задачи математической физики. — М.: Наука, Гл. ред. физико-математической лит-ры, 1973.
- with N. Uraltseva. Linear and Quasilinear Elliptic Equations. — Moscow: Izdat. Nauka, 1964; Engl. trans., New York-London: Academic Press, 1968.
- The Mathematical Theory of Viscous Incompressible Flow. — Moscow: Gosudarstv. Izdat. Fiz.-Mat. Lit., 1961; Engl. trans., New York-London-Paris: Gordon and Breach, Science Publishers, 1969.
- with V. A. Solonnikov and N. N. Uraltseva. Linear and Quasilinear Equations of Parabolic Type. — Moscow: Izdat. Nauka, 1968; Engl. trans., Translations of Mathematical Monographs, Vol. 23. Providence, R.I.: American Mathematical Society, 1967.
- Solution ‘in the large’ of the nonstationary boundary value problem for the Navier-Stokes system with two space variables // Comm. Pure Appl. Math., 12 (1959), P. 427—433.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- П. Л. Чебышёв исемендәге премия (Уральцева Нина Николаевна менән) (1966) — «Линейные и квазилинейные уравнения эллиптического типа» тигән хеҙмәт өсөн
- СССР Дәүләт премияһы (1969)
- С. В. Ковалевская исемендәге премия (1992) — «Аттракторы для полугрупп и эволюционных уравнений» тигән хеҙмәттәр циклы өсөн
- ICM Emmy Noether Lecture[en] (1994)
- Джон фон Нейман лекцияһы (1998)
- Дуҫлыҡ ордены (1999)
- М. В. Ломоносов исемендәге ҙур алтын миҙал (2002)
- Санкт-Петербург Хөкүмәтенең һәм Рәсәй Фәндәр академияһы А. Ф. Иоффе исемендәге Санкт-Петербург Фәнни үҙәгенең премияһы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комарово зыяратында ерләнгән
- Санкт-Петербург математика йәмғиәтендә О. А. Ладыженская исемендәге стипендия булдырылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #40308139 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #124284655 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ http://www.mathsoc.spb.ru/history/MathSPb2ed.pdf — Б. 279.
- ↑ https://www.mi-ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=8865
- ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://cyberleninka.ru/article/n/olga-aleksandrovna-ladyzhenskaya-k-100-letiyu-so-dnya-rozhdeniya — Б. 37.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ http://www.ras.ru/win/db/award_dsc.asp?P=id-1.ln-ru
- ↑ (unspecified title) — doi:10.1007/S00021-004-0107-9
- ↑ (unspecified title) — doi:10.1137/S0036144599352836
- ↑ (unspecified title) — doi:10.1007/BF02483866
- ↑ Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ. 1918—1956. Опыт художественного исследования. М: АСТ—Астрель. 2010. Том 1, стр. 15.
- ↑ Ольга Александровна Ладыженская (некролог)
- ↑ Цитирование по сервису Google Scholar
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Ольги Александровны Ладыженской РФА рәсми сайтында
- Профиль на общероссийском математическом портале
- Ольга Александровна Ладыженская (некролог)
- Ольга Александровна Ладыженская // Сайт СПбГУ 2014 йыл 12 август архивланған.
- Анатолий Дмитриевич Мышкис. Советские математики: мои воспоминания. — М., 2007.
- 7 мартта тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 12 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Рәсәй математиктары
- Алфавит буйынса математиктар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Леопольдина ағзалары