Лиманская Мария Филипповна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лиманская Мария Филипповна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Старая Полтавка[d]
Һөнәр төрө китапханасы, Военная полиция, хәрби хеҙмәткәр
Эш биреүсе Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Эш урыны Берлин
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
"Берлинды алған өсөн" миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Лиманская Мария Филипповна ире буйынса Шальнева[1] (12 апрель, 1924 йыл[2]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби регулировщик.

Фотограф Евгений Халдей уны Бранденбург ҡапҡалары эргәһендә хәрәкәтте көйләп торғанында мәңгеләштерә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лиманская Мария Филипповна Һарытау губернаһы Царицынский өйәҙенең Иҫке Полтавка ауылында (хәҙерге Волгоград өлкәһе Иҫке Полтавка районы) 1924 йылдың 12 апрелендә тыуа. Фронтҡа 1942 йылда китә, запас полкта хеҙмәт итә һәм совет һалдаттарына кейемдәр тегә. Хеҙмәте ваҡытында бер нисә тапҡыр үлемдән ҡала: саҡ боҙ аҫтына китмәй һәм үпкәһенә һалҡын тейҙереп ауырыу, хатта тропик малярия үткәрә. 15-се хәрби-автомобиль часында дауалана. Өс көнлөк уҡыуҙар үтеп Мария әхирәттәре менән регулировщик булып китә. Батайск эргәһендә, бомбаға тотоу ваҡытында шоферҙың иҫкәрмәүе һөҙөмтәһендә дауаханаға эләгә. Дауахана ла бомбаға тотола. Мөғжизә арҡаһында ғына әхирәттәре һәм ул һәләк булмай ҡала, сөнки авиабомбаларҙың бер нисәһе шартламай.

1945 йылдың 2 майында Мария Лиманская Рейхстагтың икенсе яғындағы Бранденбург ҡапҡаһы эргәһендә тора, хәрәкәтте һәм көйләү өсөн яуаплы була. Ошо көндәрҙә фотограф Евгений Халдей уны үҙенең фотоларының береһендә мәңгеләштерә лә инде. Халыҡ араһында был фотоһүрәт «Еңеү көйләүсеһе» тип атала, ә 1984 йылдың 30 июлендә Евгений Халдей фотоның артына хат яҙып, уны шәхсән Мария Филипповнаға ебәрә[3]. Дежурлыҡ ваҡытында Марияға водителдәрҙең береһе көймә-туфли бүләк итә, ҡыҙ уны тормошондағы иң яҡшы бүләк тип һанай. 9 майҙа Берлинда һалдаттар немец ғәскәрҙәренең капитуляцияһын, һуғышының Еңеү менән тамамланыуын билдәләй. өн Потсдам конференцияһы көндәрендә лә Мария хәрәкәтте көйләй, Британия премьер-министры У. Черчиллдең кортежын үткәрә һәм хатта, тәржемәсе аша министр менән әңгәмәләшә лә[4].

Мария Филипповна һуғыштан һуң Волгоград өлкәһендә тәүҙә шәфҡәт туташы булып эшләй, һуңынан мәктәп китапханасыһы була. Ул 1994 йылдан Һарытау өокәһенең Маркс районы Звонаревка ауылында ҡыҙында — Нина Григорьевна Тормозовала — йәшәй[1]. Уның тағы бер ҡыҙы — Раиса — бар[5]. Ейәнсәре Татьяна ире, иретеп йәбештереүсе Виктор Боссарт менән Звонаревканан Ганноверға күсенә, унда шоколад фабрикаһында эшләй: уларҙың биш балаһы — Мария Филипповнаның бәүләләре бар[6].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Яҡшы юлсы» билдәһе.
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[7],
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
  • «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн» миҙалы[8],
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[9](1985).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Бранденбургская мадонна. В гостях у Марии Лиманской — регулировщицы Победы (рус.)
  2. Cимвол Победной весны. Газета Саратовской областной организации Профсоюза работников народного образования и науки РФ «Просвещенец» (2015-03-26). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 март 2016. 8 март 2016 тикшерелгән.
  3. Черчилль спросил, не обижают ли меня английские солдаты. Пусть только попробуют! (рус.)
  4. «Бранденбургская мадонна» Мария Лиманская (рус.)
  5. Бранденбургская Мадонна Мария Лиманская: «Символом Победы я стала случайно» (рус.)
  6. Бранденбургская мадонна Мария Лиманская. Она стала символом Победы над Германией — и отдала ей самое дорогое (рус.)
  7. Память народа :: Документ о награде :: Лиманская Мария Филипповна, Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.». pamyatnaroda.mil.ru. 7 март 2016 тикшерелгән.
  8. Проект «Живая память». Лиманская Мария Филипповна (рус.)
  9. Память народа :: Документ о награде :: Лиманская Мария Филипповна, Орден Отечественной войны II степени. pamyatnaroda.mil.ru. 7 март 2016 тикшерелгән.