Литвяк Лидия Владимировна
Литвяк Лидия Владимировна (18 август 1921[2] — 1 август 1943), СССР-ҙың хәрби осоусыһы, истребитель, авиация звеноһы командиры, гвардия кесе лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1990). ВЛКСМ ағзаһы. Үлгәндән һуң 1943 йылда лейтенант, 1990 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһе бирелә[5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лидия (Лилия) Владимировна Литвяк 1921 йылдың 18 авгусында Мәскәүҙә тыуған.
14 йәшенән аэроклубта шөғөлләнә. 15 йәшендә инде ул үҙ аллы тәүге осошон яһай. Херсон авиация осоусылар мәктәбенән һуң Калинин аэроклубында эшләй. 45 осоусы әҙерләй.
1941 йылдың октябрендә Мәскәү Коминтерно хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла. 1942 йылда 586-сы истребителдәр авиацияһы полкына, «ҡатын-ҡыҙ авиаполкына» алына. ЯК-1 истребителен үҙләштерә. Беренсе хәрби осошон Һарытау күгендә яһай. 1942 йылдың авгусында төркөмдә немец Ю.-88 бомбардировщигын бәреп төшөрә. Сентябрҙә 437-се истребитель авиация полкына күсерелә (287-се истребителдәр авиацияһы дивизияһы, 8-се һауа армияһы, Көньяҡ-Көнсығыш фронт).
14 сентябрҙә икенсе хәрби осошонда Сталинград өҫтөндәге Ю-88 бомбардировщигын һәм Me-109 истребителен бәреп төшөрә. Me-109 осоусыһы немец бароны, һауала 30 еңеү яулаған, Рыцарь тәреһе кавалеры лейтенант Ганс Фусс булған. 27 сентябрҙә 30 метрлыҡ дистанциянан һауа һуғышында Ю-88 истребителен бәреп төшөрә. Һуңынан Раиса Викторовна Беляева менән парҙа Me-109 самолетын бәреп төшөрә.
Был ваҡытта Лидияның самолетының капотында уның һорауы буйынса аҡ ләлә сәскәһе төшөрөлә, һәм Литвяк «Сталинградтың аҡ ләләһе» ҡушаматы ала, һәм «Лилия» уның радио саҡырыуы була.
Тиҙҙән уны 9-сы гвардия истребителдәр авиация полкына күсерәләр. Полкта хеҙмәт итеү осоронда 1942 йылдың декабрь аҙағында Литвяк үҙенең аэродромынан алыҫ түгел Do-217 бомбардировщигын юҡ итә. 1942 йыл аҙағында ул 296-сы истребителдәр авиацияһы полкына күсерелә.
1943 йылдың 11 февралендә һауа һуғышында 2 дошман самолетын бәреп төшөрә — шәхсән Ю-88 самолетын һәм төркөмдә 190 FW. Тиҙҙән һуғыштарҙың береһендә Литвяк самолеты бәреп төшөрөлә, һәм ул дошман биләгән ергә ултырырға мәжбүр була. Немец һалдаттары уны әсирлеккә алырға маташып ҡарайҙар, әммә бер осоусы-штурмлаусы уға ярҙамға килә: пулемет уты аҫтында немецтарҙы ергә ятырға мәжбүр итә, ә үҙе ергә ултыра һәм Литвякты бортына ала.
1943 йылдың 23 февралендә Лидия Литвяк үҙенең беренсе хәрби наградаһын — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ала.
22 мартта Дондағы Ростов районында немец бомбардировкаһы төркөмөн эләктереү өсөн ҡатнаша. Һуғыш барышында ул бер самолетты бәреп төшөрә. Me-109 алтылыһын һиҙеп ҡалып, улар менән тигеҙ булмаған алышҡа инә, шуның менән иптәштәренә хәрби бурысты үтәргә мөмкинлек бирә. Һуғыш барышында ҡаты яралана, әммә зыян күргән самолетты аэродромға килтереп еткерә.
Дауаланып бөтөү өсөн йортона ҡайтарыла, әммә бер аҙнанан һуң полкта була.
1943 йылдың 5 майында бомбардировщиктар оҙатыуы аҫтында оса, алыш барышында дошман истребителен бәреп төшөрә, тағы берәүһен 2 көн үткәс юҡ итә.
Май аҙағында Лидия Литвяк, көслө зенит ышығында бәреп төшөрөргә мөмкин булмаған артиллерия утын корректировкалаусы—дошман аэростатын бәреп төшөрә. Ул дошман тылына үтеп инә һәм ҡояшҡа ҡаршы инеп, төпкөлдән аэростатты бәреп төшөрә. Был еңеүе өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены ала.
1943 йылдың 21 майында һуғышта Лидия Литвяктың ире Советтар Союзы Геройы А. Ф. Соломатин һәләк була.
15 июндә Лидия Литвяк Ю-88 истребителен бәреп төшөрә, ә һуңынан, немец алтылы истребителдәренең һөжүмен кире ҡағып, береһен бәреп төшөрә. Ошо алышта еңелсә яралана һәм госпиталгә барыуҙан баш тарта.
18 июлдә немец истребителдәре менән алышта Литвяк һәм уның иң яҡын әхирәте Катя Буданова бәреп төшөрөлә[6]. Литвяк парашют менән ырғый, ә Буданова һәләк була.
1943 йылдың июль аҙағында — август башында Донбассҡа юлды ҡаплап торған Миус йылғаһы буйында немец оборонаһын өҙөү буйынса ҡаты һуғыштар бара. Ерҙәге һуғыш һауалағы өҫтөнлөк өсөн һуғыш менән көсөргәнешле алып барыла. 1943 йылдың 1 авгусында Лидия Литвяк 4 тапҡыр хәрби осош яһай, уның барышында шәхсән дошмандың ике самолетын һәм төркөмдә бер самолетын бәреп төшөрә. Дүртенсе осоштан ҡайтмай.
Дивизия командованиеһы Лидия Литвякты Советтар Союзы Геройы исеменә әҙерләй, әммә осоусы немецтаға әсирлеккә төшкән тигән имеш-мимештәр була, һәм тәҡдим итеү кисектерелә (икенсе версия буйынса, Советтар Союзы Геройы исеменә хәбәрһеҙ юғалғандарҙы тәҡдим итмәйҙәр).
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа полкташтары юғалған осоусыны эҙләүҙәрен дауам итә. Осраҡлы ғына Донецк өлкәһе Шахтёр районының Дмитровка ауылында туғандаш ҡәберлегендә табыла. Уның кәүҙәһен Кожевня утары янында урындағы малайҙар таба һәм «Билдәһеҙ осоусы» кеүек уны Дмитровка ауылында 1969 йылдың 29 июлендә туғандаш ҡәберлектә ерләйҙәр.
1971 йылда Красный Луч ҡалаһының 1-се мәктәбе эҙәрмәндәре үткәргән эҙләнеүҙәр барышында 1988 йылдың июлендә ерләнгән урынында мәңгеләштерелгән исеме асыҡлана[7].
Шул уҡ йылдың 22 ноябрендә СССР оборонаһы министры урынбаҫарының бойороғо менән 1943 йылдың 16 сентябрендәге кадрҙар буйынса Литвяк яҙмышына ҡарата Баш идаралыҡ бойороғоноң 22-се пунктына үҙгәрештәр индерелә: «1943 йылдың 1 авгусында хәбәрһеҙ юғала тигәнде уҡырға кәрәк: 1943 йылдың 1 авгусында хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була».
СССР Президенты 1990 йылдың 5 майында Литвяк Лидия Владимировнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуя. «Алтын йондоҙ»миҙалы (№ 11616) һәләк булған героиняның туғандарына һаҡлау өсөн тапшырыла.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осор | Часть | Еңеүҙәре |
---|---|---|
1942 | 586-сы истребителдәр авиацияһы полкы (иап) (ҡатын-ҡыҙҙар ИАП) | 3 |
1942 йылдың авгусы | 586-се иап | |
1942 йылдың сентябре | 437-иап дивизияның 201-се ИАД | |
1942 йылдың сентябре | 287-се иад | |
1942 | 9-сы гвардия. иап | 3 |
1942 — август, 1943 | 296-сы иап (артабан 73-сө гвардия дивизияһы. иап) | 5 |
1943 йылдың 1 авгусы | 73-сө гвардия. иап | Яуҙа һәләк була |
Бөтә осошо — 168, барлыҡ еңеүҙәре — 12 (төркөмдә 4).
Һауа һуғышында еңеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дата | Бәреп төшөрөлгән самолет тибы | Еңеү урыны | Ниндәй самолетта осҡан | Кем алышта ҡатнаша. |
---|---|---|---|---|
1942 йылдың август | Ю-88 (төркөмө) | - | Як-1 | |
1942 йылдың 13 сентябрендә | Ю-88 | Сталинград | Як-1 | Раиса Беляева |
1942 йылдың 13 сентябрендә | Me-109 | Сталинград | Як-1 | Раиса Беляева |
1942 йылдың 27 сентябрендә | Ю-88 | Сталинград | Як-1 | Данилов ( 287-се иад командиры), Хвостиков (437-се иад командиры), Шутов (комэск 437-се иап), Дранищев, Беляева |
1942 йылдың 27 сентябрендә | Me-109 (төркөмдә) | Сталинград | Як-1 | Данилов, Хвостиков, Шутов, Дранищев, Беляева |
1942 декабрь | Do-217 | Сталинград | Як-1 | |
1943 йылдың 11 феврале | Ju-87 | - | Як-1 | Н. И. Баранов |
1943 йылдың 11 феврале | 190 FW (төркөмдә) | - | Як-1 | Н. И. Баранов |
1943 йылдың 22 марты | Ю-88 | Дондағы Ростов | Як-1 | |
1943 йылдың 22 марты | Me-109 | - | Як-1 | |
1943 йылдың 5 майы | Me-109 | - | Як-1 | |
1943 йылдың 7 майы | Me-109 | - | Як-1 | |
1943 йылдың 31 майы | Аэростат | - | Як-1 | заданиены яңғыҙ башҡара (уның өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены) |
1943 йылдың 16 июле | Ю-88 | - | Як-1 | |
1943 йылдың 16 июле | Me-109 (төркөмдә) | - | Як-1 | |
1943 йылдың 19 июле | Me-109 | - | Як-1 | |
1943 йылдың 21 июле | Me-109 | - | Як-1 | |
1943 йылдың 1 авгусы | Me-109 (төркөмдә) | - | Як-1 | Александр Евдокимов алып бара |
1943 йылдың 1 авгусы | Me-109 | - | Як-1 | Александр Евдокимов алып бара |
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (5 май 1990).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены 22.07.1943.
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены 10.01.1943, үлгәндән һуң.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 17.02.1943.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красный Луч ҡалаһының үҙәк скверында Лидия Литвяк һәйкәле тора[8].
- Авиация тарихында һауа һуғышында иң күп еңеү яулаған осоусы-ҡатын-ҡыҙ булараҡ Гинесстың рекордтар китабына индерелә.
- Уның исемен RahXephon анимеһында ТЕРРА авианосец самолеты йөрөтә
- «Штуромовые ведьмы» анимеһында Саня Литвяк героиняһы өсөн уның фамилияһы ҡулланыла
- 2018 йылда легендар осоусы тураһында Мәскәүҙә Новослободский урамының 14/19 йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, ул һуғышҡа тиклем шунда йәшәгән.
- 2019 йылдың 21 июлендә Волгоград өлкәһендә Көньяҡ хәрби округының авиация полкы территорияһында уның бюсы асыла[9].
Фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фильм «Дорогами памяти» 1979, ЦСДФ (РЦСДФ), Режиссёры Е. Андриканис
- «Прекрасный полК» документаль фильмдар серияһында4ы беренсе «Лиля» фильмы Лидии Литвякҡа арналған, 2014 йыл. Режиссёры А. Капков.
- 2013 йылда «Истребители» сериалы сыға (реж. А. Мурадов). Фильмда героиня Лидия Литовиченко образы нигеҙендә Лидия Литвяк була (актриса Е. Вилкова)
- 2008 йылда аниме «Strike Witches» сыға , унда Саня Литвяк прототибы булып Лидия тора.
- 2019 йылдың 22 мартында режиссёр Андрей Шальопа Лидя Литвяк тураһында фильм анонслай[10] . Төшөрөүҙәр «28 панфиловсы» студияһының режиссёры Ким Дружинин менән берлектә планлаштырыла[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.telegraph.co.uk/sponsored/russianow/features/8610709/Russian-women-pilots-the-Nazis-feared.html
- ↑ http://myhero.com/hero.asp?hero=L_Litvak_whitworth_07_ul
- ↑ 3,0 3,1 https://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=482
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Литвяк/ С. Ю. Щукарев//Большая российская энциклопедия: [в 35 т.]/ гл. ред. Ю. С. Осипов.— М.: Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ https://russiainphoto.ru/search/archive/3610/?index(недоступная ссылка)
- ↑ Электронная Книга Памяти Украины, реестр воинских захоронений, с. Дмитровка Шахтерского района Донецкой области 2014 йыл 26 август архивланған..
- ↑ Фан-сайт г. Красный Луч
- ↑ Военнослужащие ЮВО открыли бюсты русским летчицам Великой Отечественной войны на территории полка под Волгоградом / mil.ru
- ↑ YouTube сайтында Анонс нового фильма студии «28 панфиловцев»
- ↑ Продюсер «28 панфиловцев» тестирует новую модель сбора денег для фильма .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Литвяк Лидия Владимировна // Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
- Овчинникова Л. П. Женщины в солдатских шинелях. — Волгоград: Ниж.-Волж. кн. изд-во, 1987. — 47 с.
- Золотая Звезда москвича. — М., 1963.
- Советские асы. — М.: «Восточный фронт», 1996.
- Milanetti, Gian Piero. "Soviet Airwomen of the Great Patriotic War - A pictorial history". — Istituto Bibliografico Napoleone, Rome, Italy, 2013. — ISBN 9788875651466.
- Виноградова Л. Защищая Родину. Летчицы Великой Отечественной. — М.: Азбука-Аттикус, КоЛибри, 2015. — ISBN 978-5-389-09900-5.
- Попович М. Л. Небесная Диана. // «Военно-исторический журнал». — 1995. — № 3. — С. 86—88.
- Әҙәби әҫәрҙәр
- Кравцова Н. Ф. Вернись из полёта. — М. : Детская литература, 1971. — 128 с. — 75 000 экз. — ББК КАЕ 167. — УДК БН-23042018/07(G).
- Кравцова Н. Ф. Вернись из полёта. — М. : Воениздат, 1979. — 366 с. — 100 000 экз. — ББК 84Р7 Р2. — УДК 821(470)(G).
- Кравцова Н. Ф. Повести. — М. : Советская Россия, 1990. — 50 000 экз. — ББК Р2.
- Аграновский В. А. Белая лилия. — М. : Советская Россия, 1979. — 80 с. — 75 000 экз. — ББК А75.
- «Белая лилия» // В сб.: «Лица: Повести и очерки». — М., 1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. Сепульведа. Белые Розы Сталинграда // «Скапсис».
- Пётр Власов. Белая Лилия Сталинграда.
- Александр Скороход. Ахтунг! Ахтунг! В небе «белая лилия»!
- Обстоятельства гибели Литвяк.
- Небесная Диана. Лидия Литвяк.
- Фильм «Дорогами памяти» 1979, ЦСДФ (РЦСДФ), 18 мин. Режиссёр: Андриканис Е.
- О воздушных сражениях, любви и смерти гвардии лейтенанта командира звена 73 гвардейского истребительного авиационного полка Лилии Литвяк.
- «Они бежали …на фронт» -бывший летчик 73 ГвИАП Радченко Евгений Алексеевич о Литвяк и Будановой.
- Музей Краснолучской гимназии № 1 им. Л. Литвяк 2016 йыл 20 сентябрь архивланған..
- Рассказ об истории памятника Л. В. Литвяк.
- Сталинград, девушки, самолёты.
- 18 августа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 1 августа вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- ВЛКСМ ағзалары
- Украинала вафат булғандар
- Осоусылар