Лопатин Алексей Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лопатин Алексей Владимирович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 май 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан ҡалаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғилми-педагогик хеҙмәткәр, биолог
Эшмәкәрлек төрө Палеонтология[1]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Борисяк исемендәге палеонтология институты[d]
Фән ойошмаларҙын федераль агентлығы[d]
Минобрнауки России[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Уҡыу йорто Геологический факультет МГУ[d]
Геологический факультет МГУ[d]
Ғилми исеме РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] (2006) һәм геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] (1997)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Лопатин Алексей Владимирович (8 май 1971 йыл) — Рәсәй биологы, палеонтологы һәм фән ойоштороусы, РФА академигы (2016).

РФА А.А. Борисяк исемендәге Палеонтология институты директоры (2016), Мәскәү дәүләт университетының геология профессоры һәм палеонтология кафедраһы мөдире.

2015—2016 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр ойошмаһының федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары һәм Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы министры урынбаҫары.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Владимирович Лопатин 1971 йылдың 8 майында Ҡазан ҡалаһында тыуған.

1993 йылда МДУ-ның геология факультетын «Геологик төшөрөү, эҙләү һәм разведкалау» һөнәре буйынса тамамлай (палеонтология кафедраһы), 1996 йылда — «палеонтология һәм стратиграфия» һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.

1996 йылдан РФА Палеонтология институтында эшләй, 2007 йылдан алып — баш ғилми хеҙмәткәр. 2006 йылдан алып 2015 йылға тиклем фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары. 2015 йылда — РФА Ю.А. Орлов исемендәге Палеонтология институтының ғилми кураторы.

1997 йылдан геология-минералогия фәндәре кандидаты, 2006 йылдан «Палеонтология һәм стратиграфия» һөнәре буйынса биология фәндәре докторы. 2011 йылдың 22 декабрендә РФА ағза-корреспонденты итеп һайлана, 2016 йылдың 28 октябрендә — «Дөйөм биология» һөнәре буйынса РФА академигы[2].

2010 йылдың февраленән 2015 йылдың февраленә тиклем — РФА биология фәндәре бүлеге начальнигы  — ғилми-тикшеренеү эшендә РФА биология фәндәре бүлегенең академик-секретарь урынбаҫары.

2015 йылдың февраленән 2016 йылдың авгусына тиклем — Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары. Агентлыҡ менән Рәсәй фәндәр академияһы һәм ғилми-координация советы менән үҙ-ара эшмәкәрлек мәсьәләләрен, шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса координациялай.

2016 йылдың август-ноябрь айҙарында — Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары. Ул Министрлыҡтың фәнни-техник өлкәлә инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләре, фән һәм технологияларҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре, халыҡ-ара интеграция һәм мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйнса эшмәкәрлекте координациялау һәм эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн яуап бирә. АҠШ-та[3] Һиндостанда[4], Ҡытайҙа[5] , Польшала[6] министрлыҡ осрашыуҙарына һәм кәңәшмәләренә Рәсәй делегацияһын етәкләй.

2016 йылдың 27 декабренән алып — РФА А.А. Борисяк исемендәге Палеонтология институты директоры. 2017 йылдан шулай уҡ палеонтология кафедрһы профессоры һәм Рәсәй Дәүләт геология-разведка университетының палеонтология һәм төбәк геологияһы кафедраһы мөдире. 2019 йылдан МДУ геология факультетының палеонтология кафедраһы мөдире. «Природа» (2020 йылдан) һәм «Известия высших учебных заведений. Геология и разведка» (2017 йылдан) журналдарының баш мөхәррире, «Палеонтолгический журнал» (2005 йылдан), «Russian Journal of Theriology» (2009 йылдан), «Вестник Российской академии наук» (2018 йылдан), «Доклады Российской aкадемии наук. Науки о Земле» (2019 йылдан), “Стратиграфия. Геологическая корреляция” (2019 йылдан), “Вестник Московского университета. Геология» (2020 йылдан) журналдарының, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының Бөтә Рәсәй фәнни һәм техник мәғлүмәттәр институты мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора.

Рәсәй Мөғариф һәм фән министрлығының фәнни ойошмалары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса ведомство комиссияһы рәйесе (2019 йылдан), фәнни ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы (2016 йылдан), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы эксперт советы (2015 йылдан), фәнни-технологик үҫеш приоритеттары буйынса тикшеренеүҙәрҙе һәм асыштарҙы башҡара торған донья кимәлендәге фәнни үҙәктәрҙе төҙөүгә һәм үҫтереүгә дәүләт яҙамы буйынса совет ағзаһы (2019 йылдан), Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән буйынса Дәүләт Думаһы Комитеты ҡарамағындағы фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәр ойоштороу буйынса эксперт советы, фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияларын тапшырыу буйынса ведомство-ара советы (2017 йылдан), Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән буйынса ҡарамағында юғары аттестация комиссияһы[7] (2019 йылдан), Рәсәй Федерацияһының Фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды советы (2016 йылдан), «Мәғариф» йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһының дәүләт комиссияһы советы (2021 йылдан), «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса ижтимағи-эксперт советы (2021 йылдан) ағзаһы булып тора.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Умыртҡалы хайуандарҙың морфология, филогения һәм эволюцияһы; палеоген һәм неоген биостратиграфияһы; палеобиогеография; палеоэкология; органик донъя эволюцияһы; антропогенез.

Төп фәнни ҡаҙаныштары мезозой һәм иртә кайнозой һөтимәрҙәренең морфологияһы, филогения һәм эволюцияһы өлкәһендә: 125 яңы төр һәм 58 ырыу аса. 20 юғары яңы таксон бүлә; Рәсәй территорияһында беренсе тапҡыр мезозой һөтимәрҙәрен һүрәтләй; ике иртә аҡбур дәүере һөтимәрҙәренең ике урынын (2012-2013 йылдар) һәм Монголияла динозаврҙарҙың ике урынын асыҡлай (2018 йыл); берлектәге Рәсәй-Куба палеонтология экспедицияһын һәм Вьетнамда палеонтологик тикшеренеүҙәр ойоштора; бөжәк ашаусыларҙың, кимереүселәрҙең, ҡуян рәүешлеләрҙең, шулай уҡ базаль плацентарлыларҙың боронғо вәкилдәрен тикшерә, уларҙың килеп сығышын һәм иртә эволюцияһы моделен эшләп сығара, был төркөмдәрҙең системаһын модификациялай, һөтимәрҙәр класының яңы системаһын юғары таксондар кимәлендә тәҡдим итә.

Наградалар һәм премиялар, танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2002 — Академик В.Е. Соколов исемендәге премия.
  • 2003 — Дөйөм биология өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы миҙалы.
  • 2004 — Х. Раусинг премияһы.
  • 2004 — Иң яҡшы баҫмалар өсөн "Наука/Интерпериодика" халыҡ-ара академик нәшриәт компанияһы премияһы.
  • 2005 — Йәш ғалимдар өсөн Европа фәндәр академияһы миҙалы
  • 2006 — Х. Раусинг премияһы
  • 2014 — А.Н. Северцов исемендәге премия, «Ранние этапы эволюции и филогения млекопитающих» эштәр циклы өсөн.
  • 2019 — Монголия Фәндәр академияһы Палеонтология институтының «Почетлы палеонтологик» миҙалы.
  • 2020 — «Рәсәй Федерацияһының почетлы фән һәм юғары технологиялар хеҙмәткәре» (Рәсәй Минобрнауки).
  • 2020 — Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Федераль агентлыҡтың Почет грамотаһы.
  • 2021 — II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[8].

А. В.Лопатин хөрмәтенә аталған:

  • Hapalodectes lopatini Solé, De Bast, Yang, Li et Smith, 2017 — гапалодектарҙың үлеп бөткән төрө, Ҡытай урта палеоценынан йыртҡыс һөтимәр[9].

Ойошмаларҙа ағзалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1990 — Териологик йәмғиәт
  • 1993 — Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте (МОИП)
  • 2003 — Палеонтология йәмғиәте.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

270-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[10] шуларҙан 200-ҙән ашыу ғилми мәҡәләләр һәм 9 монография[11] бынан тыш, 60-тан ашыу фәнни-популяр һәм фәнни-публицистик мәҡәләләр бар.

Яуаплы мөхәррир:

  • Ю.А.Орлов исемендәге Палеонтология музейы. М.: ПИН РФА, 2012. 320

Ҙур Рәсәй энциклопедияһы авторҙарының береһе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0211365
  2. Выборы в Российскую академию наук — 2016
  3. http://минобрнауки.рф/m/новости/8954 Архивная копия от 24 октябрь 2016 на Wayback Machine Делегация Минобрнауки России приняла участие в разработке коллективных обязательств по выявлению вызовов для арктической науки
  4. http://www.rfbr.ru/rffi/ru/news_events/o_1963411 Встреча представителей стран БРИКС по научно-техническому сотрудничеству
  5. http://www.cistc.gov.cn/englishversion/News_Events/News_Events4.asp?column=118&id=91638 20th Session of S&T Collaboration Subcommittee of Regular Meeting Committee Between Chinese Premier and Russian Prime Minister Held in Shanghai
  6. http://www.jinr.ru/posts/krakov-sessiya-kpp/ Краков. Сессия КПП
  7. http://static.government.ru/media/files/jAm40GUKZsQ6YHUflRtghxwcAPjewerh.pdf
  8. http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202104070026 Указ Президента Российской Федерации от 06.04.2021 № 195 "О награждении государственными наградами Российской Федерации"
  9. Solé F., De Bast E., Yang J., Li C.S., Smith T. The first species of Hapalodectes (Mesonychia, Mammalia) from the middle Paleocene of China (Qianshan Basin, Anhui Province) sheds light on the initial radiation of hapalodectids // Palaeontology. 2017. P. 1-17.
  10. https://www.paleo.ru/institute/structure/people/person.php?ID=7102 ЛОПАТИН Алексей Владимирович на сайте Палеонтологического института им. А. А. Борисяка РАН
  11. https://www.researchgate.net/profile/Alexey-Lopatin/research Публикации А. В. Лопатина на сайте ResearchGate

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]