Мартин Хайдеггер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мартин Хайдеггер
нем. Martin Heidegger
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][…]
Гражданлығы Flag of Germany (3-2 aspect ratio).svg Веймар Республикаһы
Flag of Germany (1935–1945).svg Өсөнсө рейх
Flag of Germany.svg Федеративная Республика Германии[d]
Тыуған көнө 26 сентябрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][2][…]
Тыуған урыны Месскирх[d][2]
Вафат булған көнө 26 май 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[5][3][…] (86 йәш)
Вафат булған урыны Месскирх[d][2]
Үлем сәбәбе инфекционное заболевание[d]
Ерләнгән урыны Месскирх[d]
Изображение могилы
Бер туғандары Fritz Heidegger[d]
Хәләл ефете Elfride Heidegger[d]
Балалары Hermann Heidegger[d]
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, шағир, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Фәлсәфә
Эш биреүсе Марбургский университет[d]
Фрайбургский университет[d]
Фрайбургский университет[d]
Сәнғәт йүнәлеше консервативная революция[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Гейдельбергская академия наук[d] һәм Бавария сәнғәт академияһы[d]
Уҡыу йорто Фрайбургский университет[d]
Фрайбургский университет[d]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d]
Ғилми етәксе Генрих Риккерт[d]
Аспиранттар Йонас, Ханс[d], Маркузе, Герберт[d], Victor Farías[d][6], Клейн, Джейкоб[d][7], Walter Bröcker[d][7] һәм Ганс Георг Гадамер[d][7]
Уҡыусылар Ханна Арендт[d], Астрада, Карлос[d], Гюнтер Андерс[d], Карл Лёвит[d], Шарль Малик[d], Эрнст Нольте[d], Левинас, Эммануэль[d], Ранер, Карл[d], Паточка, Ян[d] һәм Alberto Wagner de Reyna[d]
Кемдә уҡыған Эдмунд Густав Альбрехт Гуссерль[d], Генрих Риккерт[d] һәм Carl Braig[d]
Әүҙемлек урыны Марбург[d][2] һәм Фрайбург-им-Брайсгау[d][2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Национал-социалистическая немецкая рабочая партия[d][8]
Ҡултамға
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Архивы хранятся в German Literature Archive Marbach[d][9]
Испытал влияние от Эдмунд Густав Альбрехт Гуссерль[d], Фридрих Ницше, Сёрен Кьеркегор[d], Гераклит Эфесский[d], Анаксимандр[d], Парменид[d], Аристотель, Платон, Фома Аквинлы, Иоанн Дунс Скот[d] һәм Иммануил Кант
Хештег Heidegger
Commons-logo.svg Мартин Хайдеггер Викимилектә

Мартин Хайдеггер (нем. Martin Heidegger [ˈmaɐ̯tiːn ˈhaɪdɛɡɐ]; 26 сентябрь, 1889, Месскирх, Бөйөк Баден герцоглығы, Герман империяһы — 26 май, 1976, Фрайбург-им-Брайсгау, Баден-Вюртемберг, ГФР) — немец аҡыл эйәһе, XX быуаттың иң эре философтарының береһе.

Ғаләмдең нигеҙе булған һәм билдәләү мөмкин булмаған, әммә бар нәмәгә лә ҡағылышы булған тәбиғи стихияһы булараҡ Йәшәйеш тураһындағы тәғлимәткә нигеҙ һала. Йәшәйеш оранын шәхесте көн дә осрап торған иллюзияларҙан таҙартыу (иртә осорҙа) йәки телебеҙҙең асылына төшөнөү юлдарында (һуңғы осор) ишетергә була. Ул — немец экзистенциализмының иң күренекле вәкилдәренең береһе. Текстарының үҙенсәлекле булыуы һәм немец теле диалектын үҙенең етди хеҙмәттәрендә ҡулланыуы менән дә танылыу яулаған ул.

Тарих фәнендә Хайдеггерҙың нацизмға ҡарата мөнәсәбәте тураһындағы мәсьәлә бәхәсле булып ҡала.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Месскирх ҡалаһында (Штутгарттан көньяҡҡа табан 80 километрҙа) әллә ни бай булмаған католик ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы Фридрих һөнәрсе була һәм изге Мартин костелында хеҙмәт итә, ә әсәһе Иоганна Кемпф крәҫтиән була. Фриц исемле ағаһы менән бергә үҫә. Мартин 1903 йылда Констанц һәм 1906 йылдан башлап Фрайбург ҡалалары гимназияларында белем ала. 1909 йылдың көҙөндә Хайдеггер иезуит монастырында постриг ҡабул итергә йыйына, ләкин йөрәк менән сирләп китеүе уның тормош юлын үҙгәртеп ебәрә[10].

1909 йылда Фрайбург университетының теология факультетына уҡырға инә. 1911 йылда Мартин философия факультетына күсә һәм уны 1915 йылда тамамлай, ике диссертация яҡлай: «Психологизмда фекер йөрөтөү тураһында тәғлимәт» (1913 йыл) һәм «Дунс Скоттың категориялар һәм мәғәнәләр тураһындағы тәғлимәте» (1915 йыл) темаларына. Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң 1914 йылдың 10 октябрендә Хайдеггер армияға алына, әммә йөрәгендәге неврастения сире арҡаһында хәрби хеҙмәткә яраҡлылығы сикләнгән тип таныла һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша алмай, бер аҙ ваҡыт тыл ополченец-ландштурмсыһы[11] була.

1915 йылда Фрайбург университетының теология факультетында приват-доцент булып эшләй, унда «Антик һәм схоластик философияның төп һыҙаттары» курсын уҡыта. Әммә аҡыл эйәһенең бойондороҡһоҙ ҡараштары уны католик теологтарына ҡапма-ҡаршы ҡуя һәм христиан философияһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын кәметә[12]. Бында Хайдеггер Гуссерль феноменологияһы йоғонтоһон тоя. 1917 йылдың март айында Хайдеггер 1915/1916 йылдарҙа үҙенең тәүге студенты булған прус лютераны Эльфрида Петриға өйләнә. 1919 йылда Хайдеггерҙың улы Йорг тыуа.

Католик теологияһы йоғонтоһонан азат булыуы Мартин Хайдеггерҙың Марбург университетына (1922 йыл) күсеүенә булышлыҡ итә. Марбургта эшләгән йылдарында, бигерәк тә 1927 йылда «Йәшәйеш һәм заман» трактаты донъя күргәндән һуң, Хайдеггер киң танылыуға өлгәшә. «Кант һәм метафизика мәсьәләләре», «Нимә ул метафизика», «Нигеҙҙең асылы тураһында» кеүек хеҙмәттәрен ул тап ошо осорҙа яҙа.

1928 йылда Фрайбургҡа ҡайта һәм отставкаға сыҡҡан Гуссерль кафедраһын ала. 1929 йылдың мартында Давоста Эрнст Кассирер менән дебаттарҙа ҡатнаша. 1933 йылдың 21 апрелендә, нацистар власҡа килгәндән һуң, Хайдеггер бер йыл Фрайбург университеты ректоры була, шул уҡ йылдың 1 майында НСДАП-ға ағза булып инә һәм сәйәси эшмәкәрлектә ҡатнаша. Ул университетты нацист дәүләтенә индереү яҡлы була һәм телмәрендә нацист риторикаһын киң ҡуллана. Икенсе донъя һуғышы тамамланғанға тиклем НСДАП ағзаһы булып ҡала. 1838 йылда Хайдеггерҙың үҙенең уҡытыусыһы булған Гуссерлде ерләргә бармауы айырым рәүештә билдәләп үтелә[13].

1947 йылда "Гуманизм тураһында хат"ы баҫылып сыға, унда Хайдеггер үҙенең тәғлимәтенең экзистенциализмдан һәм Европалағы яңы ғына барлыҡҡа килгән гуманизмдан нимә менән айырылып тороуын аныҡ билдәләй. Һуғыштан һуңғы осорҙағы эштәре «Урман һуҡмаҡтары» (1950), «Докладтар һәм мәҡәләләр» (1954), «Оҡшашлыҡ һәм айырма» (1957), «Телгә табан юл» (1959) һәм башҡа йыйынтыҡтарына индерелә. «Нимә ул фекерләү?» (1954) лекциялары, «Ницше» (1961) ике томлығы һәм башҡа бик күп хеҙмәттәре донъя күрә. Хайдеггер вафатынан һуң тыуған ҡалаһында ерләнә. Хайдеггерҙың китапханаһы һәм хеҙмәттәренең архивы Фонд «Хомбройх утрауы» Фондында һаҡлана.

Философия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшәйеш, заман һәм Dasein[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайдеггер философияһы аҡыл эйәһенең ике фундаменталь күҙәтеүен берләштереүгә нигеҙләнә.

Беренсенән, уның фекеренсә, философия 2000 йылдан ашыу был донъяла «бар йәки булған» тип билдәләнгән нәмәгә, шул иҫәптән донъяның үҙенә лә иғтибарын бүлә, тик донъяның нимә икәнлеген генә онотоп ебәрә. Был мәсьәләне аңлатыу өсөн ул Франц Брентаноның хеҙмәттәренә таяна.

«Йәшәйеш һәм заман»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1927 йылда баҫылып сыҡҡан «Йәшәйеш һәм заман» (нем. Sein und Zeit) трактаты Хайдеггерҙың тәүге академик стилдә яҙылған китабы була. Баҫма уға Фрайбург университетында Э. Гуссерль вазифаһына дәғүә итеү мөмкинлеген бирә. Уның был вазифаға тәғәйенләнеүе уның эштәре уңышҡа өлгәшәсәген гарантиялай.

«Йәшәйеш һәм заман» күп кенә аҡыл эйәһенең ғилми эшмәкәрлегенә йоғонто яһай, шул иҫәптән, билдәле экзистенциалист Жан-Поль Сартрҙың ғилми эштәренә лә (әммә Хайдеггер үҙе экзистенциалист тип аталырға теләмәй, шуның өсөн махсус рәүештә «Гуманизм тураһында хат» тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара).

«Гуманизм тураһында хат»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Гуманизм тураһында хат»та (1946) Хайдеггер былай тип яҙа: «Маркс, ситләштереү тураһында фекер йөрөтөп, тарихтың танып белеү ни тиклем нығыраҡ үлсәменә үтеп инһә, Маркстың тарихҡа ҡарашы ла башҡа тарих теорияларынан шул тиклем өҫтөн булып китә».

Йоғонто яһаған шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәш сағында Хайдеггер Аристотелдең көслө йоғонтоһо аҫтында була. Уның философ булараҡ формалашыуына католик сиркәүҙең теологик тәғлимәте, Урта быуаттар философияһы һәм Франц Брентано шулай уҡ ныҡ йоғонто яһай.

1920-се йылдарҙа Аристотелдең этика, логика һәм метафизика буйынса эштәре ҡараштары формалашып бөткән Хәйдеггерға көслө йоғонто яһай. Аристотелдең классик трактаттарын уҡығанда Хайдеггер традицион латинса тәржемәне һәм уның ҡараштарын схоластик юл менән аңлатыуҙы тәнҡитләй. Бигерәген дә Аристотелдең «Никомах этикаһы»на һәм метафизика буйынса ҡайһы бер хеҙмәттәренә уның интерпретацияһы бик мөһим. Грек авторының ошондай радикаль интерпретацияһы артабан Хайдеггерҙың иң мөһим «Йәшәйеш һәм заман» әҫәренә ныҡ йоғонто яһай.

Йәшәйеш тураһындағы мөһим фекерҙәрҙе күптән инде Парменид әйткән була. Хайдеггер онтологияның йәшәйешкә ҡағылышлы мәсьәләләренә ҡабатлап туҡталырға йыйыныуын белдерә. Сөнки, ти ул, Платондан башлап улар тейешенсә баһаланмаған һәм метафизика традициялары тарафынан онотторолған. Хайдеггер йәшәйеш мәсьәләләрен яңынан заманса аңлатыу өсөн Плантонға тиклемге осорҙа йәшәгән боронғо грек авторҙарын: Парменид, Гераклит һәм Анаксимандрҙы, шулай уҡ Софоклдың трагедияларындағы фекерҙе өйрәнеүгә бик күп ваҡыт бүлә.

Гленн Мост, үҙенең хеҙмәттәрендә боронғо гректарға һылтанма яһаған Мартин Хайдеггерҙы Ницше заманынан алып йәшәгән олуғ философтарҙан да юғарыраҡ тора, тип билдәләй[14].

Мартин Хайдеггер ҡараштарына шулай уҡ немец тарихсыһы, әҙәбиәтсеһе һәм философы Вильгельм Дилтейҙың, немец философтары Фридрих Гёльдерлиндың, Фридрих Ницшеның, Эдмунд Гуссерлдең, дат философы Сёрен Кьеркегорҙың фоғонтоһо булған, тип фаразлана.

Хайдеггер һәм нацизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мартин Хайдеггер шәхесенең нацизм менән тығыҙ мөнәсәбәттә булыуы тураһындағы мәсьәлә әле лә күп бәхәстәр тыуҙыра. Философтың дуҫы Карл Ясперс түбәндәгене яҙа: "Хайдеггер нацизм тәғлимәтен ҡабул иткәндән һуң үҙемдең дуҫымды бөтөнләй танымай һәм уға ышанмай башланым, хатта миңә хәүеф янауын тойҙом ".

1933 йылда Германияла нацистар власҡа килгәс тә Хайдеггер уларҙың тәғлимәтен ҡабул итә һәм 1945 йылға тиклем НСДАП (нацистар партияһы) ағзаһы була. Гитлер Германия канцлеры итеп тәғәйенләнгәндән һуң бер нисә ай үткәс тә Мартин Хайдеггер Фрайбург университеты ректоры итеп тәғәйенләнә. Ректор вазифаһына инаугурация мәлендәге сығышын (1933 йылдың 27 майында баҫылып сыға) Хайдеггерҙың тормошондағы киҫкен боролош мәле тип атарға була. Философтың нацизм менән тығыҙ бәйләнештә булыуын таныусылар тап уның ошо инаугурация мәлендәге сығышына һылтана.

1945 йылдан һуң Хайдеггер әүҙем сәйәси эшмәкәрлеген туҡтата. 1946 йылда, француз властары тарафынан үткәрелгән денацификация мәлендә, Хайдеггер уҡытыу хоҡуғынан һәм «почетлы уҡытыусы» статусынан мәхрүм ителә[15][16]. 1951 йылда уҡытыу хоҡуғы ҡайтанан тергеҙелә[17]. Хайдеггерҙың элекке студенты һәм һөйгәне (1924 йылда) философ Ханна Арендт Хайдеггерҙың нацистар режимы ваҡытындағы эшмәкәрлеген аҡлауға тос өлөш индерә, «ул заманда Хайдеггер бик йәш булған һәм тейешле һығымта яһай алмаған»[18] тип белдерә ул. Хайдеггерҙы яҡлаусылар (Франсуа Федие) уның нацизм менән мауығыуын йәшлек хатаһы тип иҫәпләй һәм был осор философ Хайдеггерҙың ғилми эштәренә бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ, тигән һығымта яһай.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хайдеггер, М. Учение Платона об истине // Историко-философский ежегодник. — М.: Наука, 1986, — с. 255—275.
  • Хайдеггер, М. Бытие и время / Пер. с нем. на груз. и предисл. Г. Тевзадзе; Гл. редкол. по худож. пер. и лит. взаимосвязям при Союзе писателей Грузии. — Тбилиси, 1989.
  • Хайдеггер, М. Разговор на проселочной дороге: Избранные статьи позднего периода творчества. — М.: Высшая школа, 1991.
  • Хайдеггер, М. Что это такое — философия? / Пер., коммент., послесл. В. М. Алексенцева. — Владивосток: Изд-во Дальневост. ун-та, 1992.
  • Хайдеггер, М. Время и бытие: Статьи и выступления / Сост., пер. с нем. и комм. В. В. Бибихина. — М.: Республика, 1993. — 447 с.
  • Хайдеггер, М. Статьи и работы разных лет / Пер., сост. и вступ. ст. А. В. Михайлова. — М.: Гнозис, 1993.
  • Хайдеггер, М. Кант и проблема метафизики / Пер. О. В. Никифорова. М.: Русское феноменологическое общество, 1997.
  • Хайдеггер, М. Пролегомены к истории понятия времени / Пер. Е. В. Борисова. — Томск: Водолей, 1997.
  • Хайдеггер, М. Бытие и время / Пер. с нем. В. В. Бибихина — М.: Ad Marginem, 1997. Переизд.: СПб.: Наука, 2002; М.: Академический проект, 2010. — ISBN 978-5-8291-1228-8.
  • Хайдеггер, М. Введение в метафизику / Пер. с нем. Н. О. Гучинской. — СПб.: Высшая религиозно-философская школа, 1997.
  • Хайдеггер, М. Положение об основании / Пер. с нем. О. А. Коваль. — СПб.: Лаб. метафиз. исслед. при Филос. фак. СПбГУ: Алетейя, 1999.
  • Хайдеггер, М. Переписка, 1920—1963 / Мартин Хайдеггер, Карл Ясперс; пер. с нем. И. Михайлова. — М.: Ad Marginem, 2001.
  • Хайдеггер, М. Основные проблемы феноменологии / Пер. А. Г. Чернякова. СПб.: Высшая религиозно-философская школа, 2001.
  • Хайдеггер, М. Разъяснения к поэзии Гельдерлина. — СПб.: Академический проект, 2003.
  • Хайдеггер, М. Ницше. Тт. 1-2 / Пер. с нем. А. П. Шурбелева. — СПб.: Владимир Даль, 2006—2007.
  • Хайдеггер, М. Ницше и пустота / Сост. О. В. Селин. — М.: Алгоритм, Эксмо, 2006.
  • Хайдеггер, М. Что зовется мышлением? / Пер. Э. Сагетдинова. — М.: Академический проект, 2007. — ISBN 978-5-8291-1205-9.
  • Хайдеггер, М. Исток художественного творения. — М.: Академический проект, 2008. — ISBN 978-5-8291-1040-6.
  • Хайдеггер, М. Парменид: [Лекции 1942—1943 гг.] / Пер. А. П. Шурбелева. — СПб.: Владимир Даль, 2009. — 384 с. — ISBN 978-5-8291-1040-6
  • Хайдеггер, М., Финк Е. Гераклит/ Пер. А. П. Шурбелева. — СПб.: «Владимир Даль», 2010. — 384 с. ISBN 978-5-93615-098-2
  • Хайдеггер, М. Гераклит/ Пер. А. П. Шурбелева. — СПб.: «Владимир Даль», 2011. — 512 с. ISBN 978-5-93615-115-6
  • Хайдеггер, М. Цолликоновские семинары/ Пер. с нем. яз. И. Г. Глуховой. — Вильнюс: ЕГУ, 2012. — 406 с. — (Conditio humana). ISBN 978-9955-773-58-0 (ЕГУ)
  • Хайдеггер, М. Феноменологические интерпретации Аристотеля (Экспозиция герменевтической ситуации) / Пер. с нем., предисл., науч. ред., сост. Н. А. Артеменко. — СПб.: ИЦ «Гуманитарная Академия», 2012. — 224. — ISBN 978-5-93762-097-2
  • Хайдеггер, М. Основные понятия метафизики. Мир — конечность — одиночество / Пер. А. П. Шурбелева. — СПб.: «Владимир Даль», 2013. — 592 с. ISBN 978-5-93615-124-8
  • Хайдеггер, М. Гегель / Пер. А. П. Шурбелева. — СПб.: «Владимир Даль», 2015. — 320 с. ISBN 978-5-93615-146-0
  • Хайдеггер, М. Немецкий идеализм (Фихте, Шеллинг, Гегель) и философская проблематика современности / Пер. А. П. Шурбелева. — СПб.: «Владимир Даль», 2016. — 496 с. ISBN 978-5-93615-168-2
  • Хайдеггер, М. Размышления II—VI (Чёрные тетради 1931—1938) / пер. с нем. А. Б. Григорьева; науч. ред. перевода М. Маяцкий. — М.: Изд-во Института Гайдара, 2016. — 584 с. ISBN 978‑5‑93255‑465-4
  • Хайдеггер М. Размышления VII—XI (Чёрные тетради 1938—1939) / М. Хайдеггер. — М.: Издательство института Гайдара, 2018. — 528 с. ISBN 978-5-93255-517-0
  • Хайдеггер М. О существе человеческой свободы. Введение в философию / М. Хайдеггер. — СПб.: «Владимир Даль», 2018. — 416 с. ISBN 978-5-93615-179-8
  • Хайдеггер М. Гегелева «Феноменология духа» / М. Хайдеггер. — М.: Издательство «Владимир Даль», 2019. — 288 с. ISBN 978-5-93615-219-1
  • Хайдеггер М. Размышления XII—XV (Чёрные тетради 1939—1941) / М. Хайдеггер. — М.: Издательство института Гайдара, 2020. — 344 с. ISBN 978-5-93255-568-2
  • Хайдеггер М. К философии (О событии) / М. Хайдеггер. — М.: Издательство института Гайдара, 2020. — 640 с. ISBN 978‑5‑93255‑589-7
  • Хайдеггер М. Понятие времени / М. Хайдеггер. — М.: Издательство «Владимир Даль», 2021. — 199 с. ISBN 978-5-93615-250-4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118547798 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 SNAC — 2010.
  5. Хайдеггер Мартин // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. https://www.youtube.com/watch?v=bSORtgU7hP4
  7. 7,0 7,1 7,2 Математическая генеалогия — 1997.
  8. https://books.google.es/books?id=feWlC4ioGTYC&pg=PA29 — С. 29.
  9. https://www.dla-marbach.de/index.php?id=450&ADISDB=BF&WEB=JA&ADISOI=12177
  10. Сафранский Р. Хайдеггер: германский мастер и его время / Пер. с нем. Т. А. Баскаковой при участии В. А. Брун-Цехового; Вступ. статья В. В. Бибихина. — 2-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2005. — 614 [10] с: ил. — (Жизнь замечательных людей).
  11. Глава 3. Союзники в Академии // Кунц К. (инг.)баш. Совесть нацистов. — М.: Ладомир, 2007. — С. 69-70.
  12. Michael Inwood: Heidegger. Freiburg 1999, S. 9.
  13. Беседа с Владимиром Гандельсманом // Радио Свобода, 20.07.2010
  14. «Martin heidegger frequently refers in his writings to the Greeks, more so perhaps than any other major philosopher since Nietzsche.» [1]
  15. Волин, Ричард Мартин Хайдеггер и национал-социализм: последние открытия / пер. Виктора Баума и Виталия Бенцианова // Хайдеггер, «Черные тетради» и Россия : сб. ст. / под ред. М. Ларюэль и Э. Файя; пер. под науч. ред. М. Маяцкого. — Москва: Издательский дом «Дело» РАНХиГС, 2018. — С. 205–240.
  16. Wolin, Richard Recent revelations concerning Martin Heidegger and National Socialism (eng) // Theory, Culture & Society. — Sage, 1990. — В. 1. — Т. 7. — С. 73–96. — ISSN 0263-2764.
  17. Волин, 2018
  18. Геннадий Владимирович Драч ИСТОРИЯ ОДНОГО ДОКЛАДА, "Вопросы философии" // Вопросы философии. — 2018. — В. 5. — С. 145–156. — ISSN 0042-8744. — DOI:10.7868/s0042874418050114

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монографиялар
Диссертациялар һәм әсбаптар
  • Бросова, Н. З. Теологические аспекты философии истории М. Хайдеггера: Дис. … докт. филос. наук: 09.00.03 — Белгород, 2007.
  • Коначева, С. А. Соотношение философии и теологии в фундаментальной онтологии Мартина Хайдеггера: Дис. … канд. филос. наук: 09.00.03 — М., 1996.
  • Копцева Н. П. Проблема истины в фундаментальной онтологии Мартина Хайдеггера: Дис. … канд. филос. наук :09.00.01. — 1996.
  • Макакенко, Я. А. Обоснование онто-логического метода в философии Мартина Хайдеггера: Дис. … канд. филос. наук: 09.00.03 — Екатеринбург, 2006.
  • Радомский, А. И. Социально-философские аспекты фундаментальной онтологии М. Хайдеггера: Автореф. дис. … канд. филос. наук: 09.00.11 / Моск. гос. ун-т им. М. В. Ломоносова. — М., 2004.
  • Ситникова, И. О. Система языковых средств аргументации и воздействия на адресата в философских трудах Мартина Хайдеггера: Автореф. дис. … канд. филол. наук: 10.02.04 / Рос. гос. пед. ун-т им. А. И. Герцена. — СПб., 2003.
  • Ставцев, С. Н. Введение в философию Хайдеггера: Учеб. пособие для студентов и аспирантов гуманитар. специальностей. — СПб.: Лань, 2000.
  • Фалев, Е. В. Герменевтика Мартина Хайдеггера: Дис. … канд. филос. наук: 09.00.03 — М., 1996.
Мәҡәләләр

 дней)) // Современные проблемы естествознания на стыках наук: Сб. статей: В 2 т. Т. 1. — Уфа: Изд-во УНЦ РАН, 1998. — С. 343—349.

  • Арендт, Х. Хайдеггеру — восемьдесят лет // Вопросы философии. — 1998. — № 1.
  • Быкова, М. Ф. Гадамер о Хайдеггере: вклад в мировую историю духа // Логос. — 1991. — № 2. — С. 53—55.
  • «Бытие и время» Мартина Хайдеггера в философии XX века // Вопросы философии. — 1998. — № 1.
  • Волин, Ричард Мартин Хайдеггер и национал-социализм: последние открытия / пер. Виктора Баума и Виталия Бенцианова // Хайдеггер, «Черные тетради» и Россия : сб. ст. / под ред. М. Ларюэль и Э. Файя; пер. под науч. ред. М. Маяцкого. — Москва: Издательский дом «Дело» РАНХиГС, 2018. — С. 205–240.
  • Габитова, Р. М. М. Хайдеггер и античная философия // Вопросы философии. — 1972. — № 11. — С. 144—149.
  • Гадамер, Х. Г. Хайдеггер и греки / Пер. и прим. М. Ф. Быковой // Логос. — 1991. — № 2. — С. 56—68.
  • Гайденко, П. П. Философия истории М. Хейдеггера и судьбы буржуазного романтизма // Вопросы философии. — 1962. — № 4. — С. 73—84.
  • 'Гайденко, П. П. «Фундаментальная онтология» М. Хайдеггера как форма обоснования философского иррационализма // Вопросы философии. — 1963. — № 2. — С. 93—104.
  • Гайденко, П. П. Проблема времени в онтологии М. Хайдеггера // Вопросы философии. — 1965. — № 12. — С. 109—120.
  • Гайденко, П. П. От исторической герменевтики к «герменевтике бытия». Критический анализ эволюции М. Хайдеггера // Вопросы философии. — 1987. — № 10. — С. 124—133.
  • Койре, А. Философская эволюция Мартина Хайдеггера / Пер. О. Назаровой и А. Козырева // Логос. — 1999. — № 10. — С. 113—136.
  • Маргвелашвили, Г. Т. Психологизмы в хайдеггеровской экзистенциальной аналитике // Вопросы философии. — 1971. — № 5. — С. 124—128.
  • Михайлов, И. Был ли Хайдеггер «феноменологом»? // Логос. — 1995. — № 6. — С. 283—302.
  • Михайлов, М. Замечания к переводу В. В. Бибихина работы Хайдеггера «Что такое метафизика» // Логос. — М.: 1997. — № 9.
  • Натадзе, Н. Р. Фома Аквинский против Хайдеггера // Вопросы философии. — 1971. — № 6. — С. 173—175.
  • Никифоров, О. Хайдеггер на повороте: «Основные понятия метафизики» // Логос. — 1996. — № 8. — С. 76—91.
  • Орлов Д. У. От конституирования к поэзису: герменевтический метод Хайдеггера// ΕΙΝΑΙ: Проблемы философии и теологии. Том 1, № 1/2 (1/2) 2012.
  • Поздняков, М. В. О событии (Vom Ereigms) М. Хайдеггера // Вопросы философии. — 1997. — № 5.
  • Пигалев, А. И. Проблема оснований общественного бытия в философии М. Хайдеггера // Вопросы философии. — 1987. — № 1. — С. 141—149.
  • Пигалев, А. И. Рене Жирар и Мартин Хайдеггер: о смысле «преодоления метафизики» // Вопросы философии. — 2001. — № 10. — С. 152—168.
  • Рорти Р. Витгентштейн, Хайдеггер и гипостазирование языка // Философия Мартина Хайдеггера и современность. — М., 1991. — С. 121—133.
  • Сафранский, Р. Мастер из Германии. Мартин Хайдеггер и его время / Пер. В. Брон-Цехового // Логос. — 1999. — № 6. — С. 119—139.
  • Степин, А. В. Метафизика бомбы: М. Хайдеггер, Г. Андерс, П. Слотердайк // В мире научных открытий. — 2012. — № 11. — С. 62—71.
  • Тавризян, Г. М. «Метатехническое» обоснование сущности техники М. Хайдеггером (Научно-технический прогресс в оценке буржуазных философов) // Вопросы философии. — 1971. — № 12. — С. 122—130.
  • Фалев, Е. В. Истолкование действительности в ранней герменевтике Хайдеггера // Вестник МГУ. Сер.7. Философия. — 1997. — № 5.
  • Философия М. Хайдеггера. Круглый стол. Участники: В. А. Подорога, В. Молчанов, В. В. Бибихин, С. Зимовец, В. Малахов, М. Маяцкий, С. Долгопольский, Э. Надточий и др. / Материалы круглого стола подготовили М. Маяцкий и Е. Ознобкина // Логос. — 1991. — № 2. — С. 69—108.
  • Ҡалып:НФЭ
  • Хайдеггер, Мартин // Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}. — М. : Большая Российская энциклопедия, 2004—. — С. 710—711. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—, вып. 33).
  • Хюни, Г. Историчность мира как предел анализа временности в «Бытии и времени» М. Хайдеггера // Вопросы философии. — 1998. — № 1. — С. 122—125.
  • Paul D. Tate. Comparative Hermeneutics: Heidegger, the Pre-Socratics, and the «Rgveda» // Philosophy East and West, Vol. 32, No. 1 (Jan., 1982), pp. 47-59

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]