Эстәлеккә күсергә

Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңлеғәли Нәҙерғолов
Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ишбулды, Ҡашҡар ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңлеғәли Нәҙерғоловтың ғилми тишеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Әбделҡадир Инан, Ғәли Соҡорой, Фазыл Туйкин, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғарифулла Кейеков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшереп, баҫмаға әҙерләй. «Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары» («Историко-функциональные жанры башкирской литературы», 2002), «XVI—XX бб. башындағы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре» («Башкирские историко-литературные сочинения XVI — начала XX века», 2013) китаптарында шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше яҡтыртылған. 6 томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһының авторҙашы, башҡорт әҙәбиәте антологияһы һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • XVI—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. Өфө, 2004 й.
  • Краткое описание фонда М.Уметбаева из архива Уфимского научного центра РАН. Уфа,1993.  (рус.)
  • Историко-функциональные жанры башкирской литературы. Уфа, 2002.  (рус.)
  • Башкирские историко-литературные сочинения 16- начала 20 века. Уфа, 2013.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
  • Рәсәй Фәндәр Академияһы Президумының Маҡтау грамотаһы.
  • Рәсәй Тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Маҡтаулы билдәһе.
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Маҡтау грамотаһы.
  • Өфө ҡала мэрияһының Маҡтау грамотаһы.
  • Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 15 май 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 15 май 2019)