Мирослав Михайлович Слабошпицкий
Мирослав Михайлович Слабошпицкий | |
укр. Мирослав Михайлович Слабошпицький | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 17 октябрь 1974[1] (50 йәш) |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | режиссёр, сценарий яҙыусы, кинорежиссёр, кинопродюсер, актёр |
Эшмәкәрлек төрө | кинорежиссура[d][2] |
Уҡыу йорто | Киевский национальный университет театра, кино и телевидения имени И. К. Карпенко-Карого[d] |
Ойошма ағзаһы | Национальный союз кинематографистов Украины[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | archive.ph/SRULB#selecti… |
Мирослав Михайлович Слабошпицкий Викимилектә |
Мирослав Михайлович Слабошпицкий (1974 йылдың 17 октябрендә Киевта тыуған) — украин кинорежиссёры һәм сценарист. Александр Довженко исемендәге Украина дәүләт премияһы лауреаты.[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Украин яҙыусыһы һәм әҙәби тәнҡитсеһе Михаил Слабошпицкий ғаиләһендә тыуған. 1982 йылға тиклем Львовта йәшәй.
И. К. Карпенко-Карр исемендәге Киев милли театр, кино һәм телевидение университетын «кино һәм телевидение режиссеры» һөнәре буйынса тамамлай.
Криминаль хроника репортеры булып эшләй, кино һәм телевидение өсөн сценарийҙар яҙа. Уның сценарийҙарының береһе, «Чернобыльский Робинзон», 2000 йылда беренсе Бөтә Украина «Коронация слова» сценарийҙар конкурсы дипломанты була.
1990 йылдар башында Довженко исемендәге киностудияла эшләй. 2000 йылдан — Украинаның Милли кинематографистар союзы ағзаһы. Украина Йәш кинематографистар ассоциацияһының вице-президенты була.
2002 йылда Дәүләт кинематография хеҙмәте рәйесе Анна Чмиль менән конфликт арҡаһында Санкт-Петербургка китә, унда бер нисә проект өҫтөндә сценарист һәм икенсе режиссёр булып эшләй. «Инцидент» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм донъяның 17 илендә (Бельгия, Испания, Италия, Бөйөк Британия, Парагвай, Греция, Чехия, Венгрия, Румыния, Сербия, Рәсәй һ.б.) 27 фестивалдең конкурс программаларында ҡатнашты һәм Алгарвиҙа (Португалия) үткән кинофестивалдә приз алды.
2009 йылдың феврале — Мирослав Слабошпицкийҙың «Диагноз» икенсе ҡыҫҡа метражлы фильмы Берлин кинофестивале конкурсына эләкте (Берлинда ете йыл эсендә беренсе украин фильмы).
2010 йылдың феврале — авторҙың тағы бер ҡыҫҡа метражлы эше («Һаңғыраулыҡ») Берлиналдең конкурс программаһына эләгә.
2012 йылдың авгусы — Мирослав Слабошпицкийҙың Украина сиктәрендә төшөрөлгән 23 минутлыҡ «Ядро ҡалдыҡтары» фильмы «Локарно» халыҡ-ара кинофестивалендә «Киләсәк леопарды» программаһында «Көмөш барыҫ» премияһына лайыҡ була[4].
2014 йылдың 21 майында Канн кинофестивале сиктәрендә Мирослав Слабошпицкийҙың һаңғырау үҫмерҙәр тураһындағы тулы метражлы беренсе фильмының премьераһы үтә, фильм өс наградаға лайыҡ була: Ган фонды премияһы, «Асыш» премияһы һәм Гран-при[5].
2014 йылдың 15 июнендә Племя фильмы Иваново ҡалаһында барған Андрей Тарковский исемендәге «Көҙгө» халыҡ-ара кинофестивалендә гран-при яуланы. Ул шулай уҡ Сергей Добротворский исемендәге «Сеанс» журналының махсус наградаһына лайыҡ булды.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Режиссер ассистенты булараҡ
- 2007 — Енәйәт һәм яза (телевидение өсөн мини-сериал)
- Актерлыҡ эштәре
- 1995 — Сокирра
- 1999 — Шағир һәм княжна — эпизод
- 2016 — Минең өләсәйем Фанни Каплан
- Режиссерлыҡ эштәре
- 1995 — Һаҡсы (ҡыҫҡа метражлы)
- 2005 — Инцидент (ҡыҫҡа метражлы)
- 2009 — Диагноз (ҡыҫҡа метражлы)
- 2009 — Мудаки. Арабески («Һаңғыраулыҡ» ҡыҫҡа метражлы)
- 2012 — Ядро ҡалдыҡтары (ҡыҫҡа метражлы)
- 2014 — Ҡәбилә
- Сценарист
2010 — Һаңғыраулыҡ (ҡыҫҡа метражлы)
2012 — Ядро ҡалдыҡтары (ҡыҫҡаметражлы)
2014 — Ҡәбилә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://celebrity-birthdays.com/people/myroslav-slaboshpytskyi
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Указ Президента Украины № 539/2015 «О присуждении Государственной премии Украины имени Александра Довженко 2015» (укр.)
- ↑ Слабошпицький привіз в Україну «Срібного леопарда» | Львівська газета
- ↑ Украинский фильм получил три награды на Каннском фестивале