Эстәлеккә күсергә

Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 16 июнь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Нәсибаш ауылы, Салауат районы
Вафат булған көнө 4 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Ҡырғыҙстан
Һөнәр төрө тюрколог, фольклорсы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы

Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы (16 июнь 1892 йыл — 4 октябрь 1948 йыл) — фольклорсы, ҡырғыҙ эпосы «Манас»ты яҙып алыусы һәм өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Ҡәйүм Ғәйнан улы Мифтахов 1892 йылдың 16 июнендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған.

Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Нисе (башҡортса Миҫе) йылғаһы буйында урынлашҡан мишәр ауылы Нәсебашта йәшәгән Мифтаховтарҙың 16 балаһы араһында 5-се бала була. Лаҡлы мәктәбендә уҡый. 1906 йылдан 1913 йылға тиклем Троицк ҡалаһындағы — «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе, һуңыраҡ Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙаҡ байы Ибрай Торҙоғоловҡа көтөү көтөргә, уның балаларын уҡытырға яллана. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә ул буласаҡ башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич менән дуҫлаша.

1916 йылда Ҡырғыҙстанға бара һәм ауыҙ-тел ижады материалдарын йыя. Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәгән ҡырғыҙ, уйғыр, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында фольклор әҫәрҙәрен өйрәнә. 1920 йылдарҙан ҡырғыҙ халҡының «Манас» эпосы менән етди ҡыҙыҡһына. Ул йыйған материалдарҙың байтағы Төркөстан партия ойошмалары архивтарында бикләнә. 1922 йылда күренекле манасссыларҙың иң һуңғыһы булған Сагымбай Орозбаков менән осраша. Күп йылдар дауамында ул 900-ҙән ашыу йыраусы сказители менән осрашып, ишетелгән һәр бер һүҙҙе ентекләп яҙып ҡуйған. Ғалим был яҙмаларҙы ғәрәп графикаһы нигеҙендәге хәрефтәр ярҙамында теркәгән. Ҡайһы бер хеҙмәттәрен: Йүрүҙәнле, Мөхәмәд Ниси, Шоңҡар һ.б. псевдонимдары менән билдәләгән. 1923 йылда Ҡәйүм Мифтахов «Тильчи» (№ 23) һәм «Джетысуйская правда» (№ 28 и 29) гәзиттәрендә уҡытыусыларға үҙенең тәҡдимдәрен баҫтырып сығара (һуңғараҡ уларға нигеҙләнеп ҡырғыҙ орфографияһы эшләнгән).

19241926 йылдарҙа Мифтахов Ташкентта (үзбәксә Toshkent) йәшәй һәм «Көнсығыш хәҡиҡәте» «Правда Востока» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта уҡытыу эшен дә алып бара. 1926 йылда Ҡырғыҙстанға кире ҡайта. Һәм ғалимдың 1941 йылға саҡлы тормошо бик һөҙөмтәле һәм бай йөкмәткеле була. Ҡырғыҙ халҡының «Манас» эпосын яҙып ала һәм уның һаҡланып ҡалыуына ҙур өлөш индерә.

1928 йылда тыуған ауылы Нәсибашҡа ялға ҡайта, яҡташ ҡыҙға өйләнә. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Балтик флоты караптарында хеҙмәт итә, Ленинград блокадаһы алыштарында ҡатнаша, контузия ала. 1944 йылда яраланғандан һуң, ғаиләһе менән Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡалаһында йәшәй, 1-се мәктәптә уҡыта. 1945 йылда ҡабаттан Ҡырғыҙстанға сығып китә.

1948 йылдың 4 октябрендә Бишкәк ҡалаһы янындағы Байтыҡ ауылында вафат була. Бишкәктең Ала-Арча зыяратында ерләнгән.

Ҡәйүм Ғәйнан улы Мифтахов — иң емешле эшләгән күренекле төркиәтсе-ғалимдарҙың береһе. Ул алты телдә иркен аралашҡан. Донъя мәҙәниәте шедевры булған ҡырғыҙ халҡының «Манас» эпосы поэтик текстарын йыйыу һәм тәртипкә килтереүгә бөтә ғүмерен бағышлаған. Мифтахов Ҡ. Ғ. йыйған баҫма 788 бит күләмендәге өлгөләрҙең төп нөсхәһе оригиналы Ҡырғыҙстан Республикаһы баш ҡалаһы Бишкәктә (Фрунзе) Фәндәр Академияһының Тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡлана. Уның эсенә ҡырғыҙ фольклоры, тарихы һәм этнографияһы буйынса 1 000 биттән артыҡ күләмдә материал ингән.

Күренекле төркиәтсе ғалимдар В. Бартольд, С. Е. Малов менән хат алышҡан.

В газете «Советская Киргизия» от 20 октября 1929 года есть небольшая заметка «Сокровище под спудом», где говорится: "В хранилище научно-исследовательского института имеется редчайший и даже единственный в мире документ — полная построчная запись национальной киргизской поэмы — «Манас». В этой же заметке пишется и о «частном собирателе песен» Каюме Мифтахове, которому удалось собрать полный текст «Манаса». Всего, как сказано в документах киргизской академии наук, к 1947 году ученым собрано 258 печатных листов по эпосу «Манас». Многие из сохранившихся его трудов сегодня пылятся на полках в архивах киргизской академии наук и не печатаются

> (недоступная ссылка).

  • Бабеф Ҡәйүм улы Мифтахов, 1937 йылғы
  • Нисей Ҡәйүм улы Мифтахов, 1939 йылғы. Ҡытаутамаҡ ҡалаһында йәшәй. Инженер булып эшләгән. Депутат итеп һайланған. Ҡала Башлығы урынына дәғүә иткән.
  • А. Аҡаев бойороғо менән «Манас- 1000» иҫтәлекле юбилей миҙалы менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).
  • «За оборону Ленинграда»,
  • «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • Токомбаева Анар. Каюм Мифтаков, 1892—1948: [Фольклорист]: (Науч.-попул. очерк) / А. Токомбаева ; АН КиргССР, Отд. рукописей и публ. — Фрунзе: Илим, 1991. — 121, [1] с., 20 см.
  • М.Гайнуллин. Тысяча лет и одна жизнь//Челябинский рабочий, 23 декабря 1998 года.
  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 299—300.