Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәт Али

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мохаммед Али битенән йүнәлтелде)
Мөхәммәт Али
Muhammad Ali
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[4]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Cassius Marcellus Clay, Jr.
Ҡушамат The Greatest, The Louisville Lip һәм The Greatest
Ҡыҫҡаса атамаһы Cassius Clay
Тыуған көнө 17 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[5][6][7][…]
Тыуған урыны Луисвилл[d], Кентукки[d], Америка Ҡушма Штаттары[5]
Вафат булған көнө 3 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[5][7][8][…] (74 йәш)
Вафат булған урыны Скотсдейл[d], Марикопа[d], Аризона, Америка Ҡушма Штаттары[9]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе респираторное заболевание[d]
Ерләнгән урыны Кейв-Хилл-Нешнел-Семетери[d][10]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Кассиус Марселлус Клей[d]
Әсәһе Одесса Греди Клей[d]
Бер туғандары Рахман Али[d]
Хәләл ефете Sonji Roi[d], Халила Али[d], Вероника Порше Али[d] һәм Yolanda Williams[d]
Балалары Maryum Ali[d], Muhammad Ali Jr.[d], Ханна Ясмин Али[d], Лейла Али[d] һәм Rasheda Ali[d]
Туған тел американский вариант английского языка[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле американский вариант английского языка[d]
Һөнәр төрө боксёр
Уҡыу йорто Колледж Санта Моники[d]
Central High School[d]
Кемдә уҡыған Jhoon Rhee[d] һәм George Dillman[d]
Тренер Анджело Данди[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 11 декабрь 1981
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Сәләмәтлек торошо болезнь Паркинсона[d][11] һәм Дислексия[d]
Квалифицирован для тяжёлый вес в боксе[d]
Спорт төрө Бокс
Спорт дисциплинаһы Бокс
Рабочая нога Левосторонняя стойка[d][12]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1960[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Columbia Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Суффикс поколения Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Бейеклеге/буйы 191 сантиметр[13]
Рәсми сайт ali.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 876 455
 Мөхәммәт Али Викимилектә

Мөхәммәт Али (ингл. Muhammad Ali; тыумыштан Кассиус Марселлус Клей, ингл. Cassius Marcellus Clay; 17 ғинуар 1942 йыл3 июнь 2016 йыл) — Американың юғары ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған профессиональ боксёры, донъялағы иң билдәле боксёрҙарҙың береһе.

1960 йылғы XVII Йәйге Олимпия уйындарында ярым уртаса ауырлыҡ категорияһы буйынса чемпион, юғары ауырлыҡ буйынса абсолют донъя чемпионы (1964—1966, 1974—1978). «Йыл боксёры» (алты тапҡыр — 1963, 1966[14], 1972, 1974, 1975, 1978) һәм The Ring журналы версияһы буйынса «Ун йыллыҡтың боксёры» (1960) исемен яулаған; Sports Illustrated (1974) журналы версияһы буйынса тарихта «Йыл спортсыһы» наградаһына лайыҡ булған икенсе боксёр, бер нисә спорт баҫмаһы версияһы буйынса «Быуат спортсыһы» тип танылған. Карьераһын тамамлағандан һуң Бокс даны залына (1987) һәм Халыҡ-ара боксёрлыҡ даны залына (1990) индерелгән. Сағыу оратор[15]. «Рокки» фильмы серияларында Аполло Крид персонажының прототибы.

1964 йылдың 25 февралендәге Сонни Листон менән булған чемпион көрәшенән һуң «Ислам милләте» ойошмаһына инә һәм исемен тәүҙә Кассиус Икс итеп (ингл. X Cassius), һуңынан Мөхәммәт Али тип үҙгәртә, артабан шул исем аҫтында сығыш яһай. Карьераһы үрендә АҠШ армияһында хеҙмәт итеүҙән баш тарта, шунлыҡтан бөтә титулдарынан да мәхрүм ителә һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙан өс йылдан ашыуға ситләтелә. Спортҡа ҡайтыу менән шул ваҡыттағы иң яҡшы боксёрҙар менән көрәшеп, донъя чемпионы исемен үҙенә кире ҡайтара. Алиҙың Джо Фрейзер менән ҡапма-ҡаршы торошо спорт тарихында иң танылғандарҙың береһенә әйләнә. порт карьераһын тамамлағандан һуң хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ЮНИСЕФ-тың изге ихтыяр илсеһе (1998—2008).

Кесе Кассиус Марселлус Клей 1942 йылдың 17 ғинуарында Кентукки штатының Луисвилл ҡалаһында хужабикә Одесса Клей менән алтаҡта һәм плакаттар рәссамы Кассиус Клей ғаиләһендә тыуа. Ике йылдан ҡустыһы Рудольф донъяға килә, һуңыраҡ ул да исемен Рахман Али тип алмаштыра. Өлкән Кассиус Али үҙен АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһында һәм Сенатта Кентукки штатынан вәкәләтлек иткән билдәле либераль сәйәсмән Генри Клей тоҡомонан тип һанай. Кассиус ғаиләһе ҡара тәнле урта синыф вәкиле була. Клейҙар, урта синыфҡа ингән аҡ тәнлеләр ғаиләләләренә ҡарағанда күпкә ярлыраҡ йәшәһәләр ҙә, мохтажлыҡ кисермәй. Өлкән Кассиус, профессиональ рәссам булырға тырышып, алтаҡталар төшөргән, ә ҡатыны һирәкләп аҡ тәнле етеш ғаиләләрҙең өйөндә ашарға әҙерләгән, өй йыйыштырған. Күпмелер ваҡыт үтеү менән улар, 4500 доллар аҡса туплап, төҙөк «ҡара» кварталда ҙур булмаған коттедж һатып алыуға өлгәшә. Бәләкәйҙән ғаиләләрен ҡарашҡан ҡара тәнле күп тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, Кассиус бала сағында эшләмәгән. Тик ҡайһы саҡта ғына кеҫә аҡсаһын булдырыу маҡсатында Луисвилл университетында эшләп ала (парталар һәм синыф таҡталарын йыуа). Әсәһенең хәтирәләре буйынса, ял итеп йөрөгәндә үтеп барыусылар уға һүҙ ҡушып, улының сираттағы Джо Луис булыу мөмкинлеген билдәләгән[16].

1950-се йылдар башында Луисвиллда раса тигеҙһеҙлеге хөкөм һөрә, был 10 йәшлек Кассиустың шәхесе формалашыуға ныҡ йоғонто яһай. Ни өсөн ҡара тәнлеләрҙең йәмғиәттә икенсе сортлы кешеләр тип һаналғанын аңламауын һәм йоҡлар алдынан гел илауын хәтерләй ул һуңыраҡ. Бер эҫе көндә әсә нисек итеп улы менән туҡталышта автобус көтөп торғанын һәм яҡындағы кафеға улы өсөн бер стакан һыу һорап туҡылдатҡанын, әммә әсәнең үтенесен инҡар итеп, уның алдында ишектәрен ябып ҡуйғандарын хәтерләп һөйләй әсәһе малайға. Бәлки, уға атаһының ҡара тәнле үҫмер Эммет Тиллдең раса тигеҙһеҙлеге нигеҙендә шәфҡәтһеҙ рәүештә үлтерелеп, был үлтереүселәрҙең аҡланғаны тураһындағы хикәйәһе Кассиустың донъяға ҡарашы формалашыуында мөһим мәл булғандыр. Өлкән Кассиус «аҡ хөкөмдөң» нимә икәнен аңлатыу өсөн улдарына Эммет Тиллдең йолҡҡосланған тәненең фотоһүрәтен күрһәтә. Кассиустың әсәһе ирланд сығышлы олатаһы Эйб Грэйдиға тиклем үҙенең шәжәрәһен тикшергән. Тамырҙарында аҡ тәнлеләрҙең ҡаны ағыуы Одесса өсөн ғорурлыҡ булһа, улы өсөн күңелһеҙ хәл, сөнки ул ғүмере буйына АҠШ-тағы раса тигеҙһеҙлеген тәнҡитләй. Үҙенең сығыштарында ул, ирланд бабаһы ҡара тәнле ҡатын менән законлы никахҡа керһә лә, тамырҙарында аҡҡан аҡ ҡан — йәберләүсе һәм ҡол биләүселәрҙең ҡаны тип раҫлаған.

Клей бокс менән 12 йәштән, үҙе эшләп һатып алған chwinn Bicycle Company фирмаһының ҡыҙыл велосипедын урлатҡандан һуң, шөғөлләнә башлай. Һатып алғандың икенсе көнөнә Кассиус иптәше менән балаларҙы бушлай туңдырма менән һыйлаған йәрминкәгә бара. Ҡайтырға йыйынғанда велосипедының урланғанлығын белеп ҡала. Клейҙың кәйефе ныҡ ҡырыла, ошо мәлдә аҡ полицейский Джо Мартинды осрата һәм уға велосипед урлаған кешене ныҡ итеп туҡмаясағын әйтә. Быға Мартин, «кемделер туҡмарҙан алда, быға тәүҙә өйрәнергә кәрәк» тип яуаплай. Ул Кассиусты йәш боксёрҙарҙы өйрәткән спорт залына саҡыра, бындағыларҙың күбеһе «Алтын бирсәткә» һәүәҫкәр турнирында ҡатнашҡан була.

Клей спорт залына бармай, әммә ике аҙна үткәс, телевизорҙан Мартинды һәм уның боксёрҙарын «Буласаҡ чемпиондар» (ингл. Future Champions) тапшырыуында күреп ҡала. Унда, әгәр күнекмәләргә йөрөй башлаһа, иптәштәре телевизорҙан күрер, тигән фекер тыуа, һәм иртәгәһенә туғаны менән боксёрҙар залына килә. Баштан уҡ уның менән күнекмәләр үткәреү ауыр була, ул гел башҡа балаларға бәйләнә, бөтә залға үҙен иң яҡшы боксёр тип иғлан итә һәм донъя чемпионы булам ти. Шуның өсөн Мартинға уны залдан бер аҙға ҡыуып сығарырға тура килә. Тренерҙар, йәш боксёрҙы джеб алымдарын дөрөҫ үтәргә өйрәткән Фред Стоунерҙан башҡалары, Кассиуста айырым потенциал күрмәй.

Залға йөрөүенә алты аҙна үткәс, Кассиустың дебют һәүәҫкәр көрәше үтә. Клей өмөт иткәнсә, алышты телевидениеның «Буласаҡ чемпиондар» программаһы аша трансляциялайҙар. Уның ярышташы булып аҡ үҫмер Ронни О’Кифи була, ике боксёр ҙа 89 фунтҡа тиклем (40,389 кг) ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. Кассиус йәшерәк тә һәм уның тәжрибәһе лә әҙерәк була, шуға ҡарамаҫтан, судьялар ҡарары менән еңеүсе тип билдәләнә. Һөҙөмтәне иғлан иткәндән һуң ул камераға ҡарап, бөйөк боксёр буласаҡмын, тип ҡысҡыра. Ошо мәлдән алып ул көн һайын бокс техникаһы һәм сыҙамлылыҡ өҫтөндә эшләй башлай. Автобус менән йөрөү урынына мәктәпкә тиклем йүгереп барыуҙы хуп күрә. Эсмәй, тартмай, наркотиктар ҡулланмай, сәләмәт туҡланыу фанаты булып китә.

Артабанғы ике йыл дауамында Клей яҡынса өс аҙнаға бер тапҡыр көрәш үткәрә һәм еңеү артынан еңеү яулай. 1956 йылда карьераһында беренсе тапҡыр «Алтын бирсәткә» турнирын яулай. 1957 йылда табиптар уның йөрәгендә тауыш бар тигәс, күнекмәләрен дүрт айға туҡтатып торорға мәжбүр була (аҙаҡ йөрәгенең тулы тәртиптә икәнлеге асыҡлана). 15 йәшендә Клей Луисвиллдағы афроамерикандарҙың иң ҙур һаналған Үҙәк юғары мәктәбенә уҡырға инә. Кассиустың өлгәше шул тиклем насар була, ул хатта икенсе йылға ултырып ҡала, әммә мәктәп директоры Этвуд Уилсон ярҙамында уҡыу йортон тамамлай. Уилсонға Клейҙың ныҡышмалы күнегеүҙәре, маҡсатҡа ирешергә тырышыуы тәьҫир итә, ул перспективалы боксёрҙың уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә танылыу килтереүен теләй. Кассиус 1960 йылдың июнь айында уҡыу йортон уңышлы тамамлау тураһындағы диплом түгел, ә мәктәпкә йөрөүе тураһында белешмә генә алып сыға. Ул һәр ваҡыт ауыр уҡый, шуның өсөн эргәһендәге кешеләргә йыш ҡына уға ҡысҡырып уҡып бирергә тура килә. Мәктәпте тамамлауға Клей һәүәҫкәр рингтарҙа 8 тапҡыр ғына еңелеп 100-ҙән ашыу еңеү яулай. Иң ҙур уңыштары булып «Алтын бирсәткә» исемле ярыштарҙа һәм 1959, 1960 йылдарҙағы Атлетик һәүәҫкәр берләшмәнең ике турнирҙағы еңеүҙәре иҫәпләнә. Был ваҡытта Кассиус алыштарҙы ҡабатланмаҫ стилдә алып барыуҙы уйлап сығара башлай. Ул ярышташы алдында ҡулдарын аҫҡа төшөрөп, аяҡ осонда «бейей», оппонентын ҡоласлы һөжүмгә ҡоторта ла үҙе ышаныслы янтая. Уның был алымдары күп тренерҙарҙа һәм ветеран боксёрҙарҙа кире фекер тыуҙыра.

Кассиус мәктәпте тамамлау менән профессиональ боксёр булырға теләй, ләкин тренер уны көтөп торорға һәм 1960 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашырға күндерә. Атлетик һәүәҫкәр берләшмә ярыштарындағы еңеүҙәре арҡаһында Клей 1960 йылда Сан-Францисколағы Олимпия уйындарына һайлап алыу турнирына саҡырыла. Кассиус осоуҙан ҡурҡып яфалана, шунлыҡтан ярыштар үткәреү урынына тиклемге юл уның өсөн ысын һынауға әүерелә. Унда 18 йәшлек боксёр беренсе ауырлыҡ категорияһы буйынса ҡатнашыусыларҙың, бәлки, бөтә турнирҙарҙа ла, иң кесеһе була. Ярыш алдынан урындағы матбуғатта Клейҙың маҡтансыҡ ҡыланышы тураһында бер нисә болалы мәҡәлә яҙылып сыға, шул арҡала икенсе көрәш ваҡытында турнирҙа тамашасылар уға ризаһыҙлыҡ белдереп һыҙғыралар. Шуға ҡарамаҫтан, Кассиус АҠШ армияһы яғынан сығыш яһаған еңмеш Алан Хадсон менән финалда осрашыуҙан алда бөтә дәғүәселәрҙе ышаныслы еңә. Беренсе раундта Клей тәңгәл һөжүмде үткәреп ебәрә һәм рингтың түшәмәһенә йығыла, ләкин кире тороп алышты дауам итә ала. Тигеҙ булған икенсе һәм өсөнсө раундтан һуң Кассиус өсөнсө өс минут эсендә темпты шәбәйтә лә дошманының башына эләктергәндән һуң атакаға күсә, шунан һуң рефери алышты туҡтата. Ярыштар тамамланғас, самолёт билетын ташлай ҙа, судьяларҙың береһенән аҡса алып тороп, поезд менән Луисвиллға ҡайтып китә.

1960 йылдың 25 авгусында Римда XVII Олимпия уйындарын асыу тантанаһы

Кассиусҡа Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн яңынан самолетҡа ултырып осор кәрәк була. Карапта йөҙөп барыу мөмкин булмауы асыҡланғас, ул тренерына Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан баш тартыуын әйтә. Әгәр осмаһа, карьераһының емерелеүе тураһында остазы Клейҙы ике сәғәт дауамында ышандыра. Һөҙөмтәлә, Кассиус осорға ризалаша, тик хәүефһеҙлек сараларын күрә — магазиндан парашют һатып ала һәм туранан-тура шуның менән оса. Римға килеп еткәс, олимпия ауылына урынлаша һәм спортсылары араһында иң мөһим кешегә әүерелә. Сит ил кешеләре менән таныша, бөтәһенә лә алтын миҙал яулаясағын һөйләй, бүтән олимпия уйынсылары менән значоктар алмаштырыша Әгәр олимпия ауылының мэрын һайларға тура килһә, мэр булып һис һүҙһеҙ Клей булыр ине, тип күптәре мәрәкәләйҙәр.

Ярыштар ваҡытында ла Кассиус яҡшы кәйефтә була, ул олимпия турниры буйынса беренсе дәғүәсе бельгиялы Ивон Беконы икенсе раундта техник нокаут менән еңел генә еңә. Финалдың сирек өлөшөндә Клей совет боксеры Геннадий Шатков менән осраша. Алыш Кассиус теләгәнсә үтә, һәм судьялар уны бер тауыштан еңеүсе тип таный. Ярым финал осоронда Клейға таныш оппоненты- австралиялы Тони Мэдиган ҡаршы тора. (Кассиус уны 1959 йылда еңә). Көсөргәнешле алыштан һуң Мэдиган үҙен еңеүсе тип һанай, ләкин судьялар еңеүҙе бер тауыштан Клейға бирәләр. Финалда уны Польшанан тәжрибәле боксер Збигнев Петшиковский көтә, ул Кассиустан туғыҙ йәшкә оло һәм 230 алышта һуғышҡан була. Петишовский уйынды тиҙерәк тамамлау маҡсатында көрәште агрессив алымда башлап ебәрә. Икенсе раундта Клей үҙенең ғәҙәти «еңел» алымынан баш тарта һәм полякка бер нисә тапҡыр көслө итеп һуға. Һуңғы раундта ла темпты кәметмәй, бер-бер артлы һөжүм итә, алыш аҙағында Збигнев канатҡа терәлеп тора һәм ваҡытынан алда еңелеүгә яҡын була, әммә бирешмәй финал гонгына тиклем аяғында баҫып тора ала. Судьяларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары буйынса Клей еңә, бер нисә минуттан уның муйынына алтын олимпия миҙалы тағалар.

АҠШ-ҡа осоп ҡайтыр алдынан ҡайҙа ғына бармаһын, Кассиус миҙал менән йөрөй, хатта йоҡлағанда ла уны сисмәй. Луисвиллдың мэры Брюс Хоблицелл һәм йөҙәрләгән фанаттар Клейҙы аэропортта ҡаршы алалар. Кассиус байрамса автоколоннала мәктәпкә тиклем бара, унда уны «Рәхим ит өйөңә, чемпион» тигән баннер менән тағы ла күберәк көйәрмәндәр көтөп тора. Мэр ҡала йәштәренә Клейҙы өлгө итеп күрһәтеп, телмәр тота. Өйгә ҡайтҡас атаһының күтәрмәләге баҫҡыстарҙы ҡыҙыл, аҡ, күк төҫтәргә — америка флагының төҫтәренә буяп ҡуйғанын күрә. Өлкән Кассиус «Хоҙай, Американы һаҡла» тип улын ҡосаҡлап ала. Клей ғорурлыҡ менән миҙалын тағып йөрөүҙе дауам итә, бер көндө ул Луисвиллдағы ресторанға инә — был йортта «төҫлө тәнлеләрҙе» хеҙмәтләндермәйҙәр. Ул менюны һорай, әммә уның үтенесен үтәмәйҙәр һәм сығып китеүен һорайҙар, быға яуап итеп Кассиус миҙалына төртөп күрһәтә, олимпия чемпионы икәнлеген әйтә, ләкин уны хеҙмәтләндереүҙән баш тарталар. Туғаны Рахман һөйләүе буйынса, Клейҙың шул тиклем кәйефе ҡырыла, ул Огайо йылғаһы аша һалынған күпергә барып миҙалын һыуға ташлай. 1996 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында Халыҡ-ара олимпия комитетының президенты Хуан Антонио Самаранч АҠШ һәм Югославия йыйылма командаларының баскетбол матчы тәнәфескә туҡтаған арала яңынан бүләкләү процедураһын үткәреп, чемпионға юғалған миҙалының дубликатын тапшыра.

Профессиональ карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессиональ карьераһының башында Кассиусҡа үҙенең менеджеры менән асыҡлыҡ индерергә кәрәк була. Ул тәүҙә үҙенең кумирҙары Шугар Рэй Угар Рэй Робинсон йәки Джо Луистың менеджер булыуын теләй, әммә улары баш тарта. Робинсонға бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел, ә Луистың, тәбиғәте буйынса баҫалҡы һәм шым кешенең, Клей менән эшләгеһе килмәй. Һөҙөмтәлә, Кассиустың менеджерҙары булып 11 партнер була, һәр береһе 2800 доллар һала. Клей контракт төҙөгәндән һуң 10 000 доллар ала, менеджерҙар шулай уҡ спортсмендың осоп барыуҙары һәм күнекмәләре сығымын үҙҙәренең өҫтөнә ала.

Клейҙың профессиональ бокстағы дебюты 1960 йылдың 29 октябрь айында үтә, уның ярышташы Танни Хансекер була. Көрәш алдынан Клей уны «ялҡау» тип атай һәм уны «еңел генә һылаясаҡмын» тей. Был алышҡа Клей һәр иртә һайын ике миль югереп үтеп, ҡустыһы Рудольф менән күнекмәләр көрәше үткәреп әҙерләнә. Был уға ышаныслы еңеү яуларға ярҙам итә, әммә ул 6-раундлы алышты ваҡытынан алда тамамлай алмай. Танни алыштан һуң Клей донъя чемпионы буласаҡ, уның менән бергә рингҡа сығыу үҙе бер ҙур хөрмәт тип белдерә. Был көрәштән һуң Кассиус Арчи Мурҙың күнекмәләр лагеренды ҡатнаша. Данлыҡлы чемпион «Биҙрә ҡан» исеме аҫтында залда, аҡланда күнекмәләр үтә, ул аҡландағы һарыҡташтарҙың һәр береһенә үткән быуаттың бөйөк чемпиондарының: Джек Джонсондың, Джо Луистың, Рэй Робинсондың һәм башҡаларҙың исемдәре яҙылған була. Мур йәш боксер менән уртаҡ тел тапмай, ә Клей уның кәңәштәрен тыңламай һәм йыш ҡына уны, беренсе ауыр үлсәм буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионын үҙе менән күнекмә көрәшенә сығыуын теләп бәйләнә. Һөҙөмтәлә Кассиус лагерь тамамланмаҫ элек кире Луисвиллға ҡайтып китә. Шул уҡ ваҡытта команда тәжрибәле тренер эҙләй һәм Анджело Дандины һайларға була. Ул үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ абруй ҡаҙанған һәм көрәш ваҡытында алған йәрәхәттәрҙе һәйбәт эшкәртә белеүе менән айырылған. Данди Клейҙың остазы булырға ризалыҡ белдергән, уның эш хаҡы аҙнаһына 125 доллар һәм шуға ҡушып төрлө бонустар тәшкил иткән. Яңы тренер менән күнекмәләр үтеү өсөн Клей Майамиға күсеп килә. Анджело Клей менән үҙен нисек тоторға бик яҡшы белә, уны хөрмәт итә һәм күҙәтеү яһарға маташмай, тик тейешле юлаҡҡа юнәлтә. Кассиустың ауыҙын йомдорорға ла маташмай, сөнки был тамашасыларҙы трибунаға йәлеп итеү өсөн шоуҙың бер өлөшө икәнлеген аңлай.

Клейҙың Майамиға килеүенә һигеҙ көн үткәс, Данди етәкселеге аҫтында беренсе көрәше үтә. Ул артыҡ билдәле булмаған боксер Герб Сиперҙы еңә, алыш дүртенсе раундта техник нокаут менән тамамлана. Артабанғы дәғүәсе Тони Эспертины еңгәндән һуң Кассиус Ингемар Юханссонды нокаутҡа ебәрергә йыйынғанын әйтә. Швед чемпионы был мәлдә Майамила була, унда уның Флойд Паттерсон менән көрәше булырға тейеш булған. Клейҙың менеджерҙары Юханссон менән күнекмә көрәше ойошторалар, был көрәштә Кассиус ғәмәлдәге донъя чемпионын күпкә уҙҙырып ебәрә. Ингемар 19 йәшлек американлыға эләктерә алмай, икенсе раундтан һуң швед судьяһы уйынды туҡтата. Икенсе көнөнә Клей үҙенең професииональ карьераһында дүртенсе дәғүәсене — Джимми Робинсонды — нокаутҡа ебәрә.

1959 йылда Чикагола Клей тәүге тапҡыр «Ислам милләте» лидеры Мөхәммәт Элайджаның сығышын тыңлай. Ә 1961 йылда Майамиға килгәс, Клей Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең илсеһе — Рахаман Абдул менән осраша. Бергә улар урындағы мәсеткә юлланалар. Был экскурсия йәш кешегә ныҡ йоғонто яһай. «Мин Майамилағы ошо мосолман ғибаҙәтханаһына инеп, үҙ тормошомда беренсе тапҡыр рухилыҡты һиҙҙем», — тип иҫкә ала ул. Клей «Мөхәммәт һөйләй» гәзитен даими уҡый, «Ислам милләте» ағзалары менән осраша һәм үҙенең рухи тормошо тураһында йышыраҡ уйлана башлай. 1961 йылдың аҙағында Рахаман Клей командаһында эшләй башлай, ә 1962 йылдың башынан Кассиус Детройтҡа, Мөхәммәт Элайджа һәм Малкольм Икс менән осрашырға бара. «Ислам милләте» лидерҙары Клейҙың рухи остаздарына әйләнәләр һәм уның тормошона ҙур йоғонто яһайҙар.

Кассиустың бишенсе ярышташы булып 22 нокаутҡа эйә булған Донни Флиман була, шул иҫәптә ул элекке абсолют донъя чемпионы Эззард Чарльзды ла нокаутҡа ебәргән булған. Көрәш барышында Флимандың ике күҙе аҫтындағы яралары (ҡырҡылған урыны) асылып китә, әммә рефери етенсе раунд туҡталышына тиклем уйынды дауам итергә рөхсәт итә. Һуңынан Клей тыуған Луисвиллына Ламар Кларк менән алышырға ҡайтып китә. Кассиус икенсе раундта еңәсәген алдан әйтә — шулай була ла — алышты Кларктың танауы һыныу сәбәпле туҡтаталар. Клейҙың сираттағы ярышташы оҙон буйлы гаваялы Дюк Сабедонг (буйы 2,01 м) була. Көрәш Лас-Вегаста үтә, Кассиус ун раунд дауамында яҡшы сығыш яһай, әммә оппонентын нокаутҡа ебәрә алмай, алышта тик мәрәйҙәр буйынса ғына өҫтөнлөккә сыға. Клей Луисвиллға ҡайта, унда 1961 йылдың 22 июлендә Алонсо Джонсонға ҡаршы 10-раундлы көрәш үткәрә. Уның ярышташы үҙен бик һаҡ тота һәм Кассиустан алыҫыраҡ булырға тырыша, шулай итеп уйын аҙағына тиклем ул бирешмәй үткәрә, алыш аҙағында судьялар Клейҙы еңеүсе тип иғлан итәләр. Сираттағы көрәш алдынан буталсыҡ килеп сыға, рингҡа сығыр саҡта уның командаһынан кемдер көрәш бирсәткәләрен алырға онота. Тиҙ арала таушалып бөткән иҫке бирсәткәләр табыла, һәм шулар менән Кассиус алтынсы раундта Алекс Митеффҡа нокаут яһай. Бер айҙан һуң Клей Вилли Бесманоффты, тағы бер билдәле ауыр үлсәмдәге боксерҙы нокаутҡа ебәрә.

1962 йылдың мартында Луисвиллдың Һайлау комиссияһы Клейға «1-A» (хеҙмәткә яраҡлы тип) статусын бирә. 1964 йылдың ғинуарында ул Листон менән көрәше алдынан медицина саҡырыу комиссияһына бара, билдәле, бөтә физик тестарҙы ла еңел үтә. Ләкин аҡыл һәләтен күрһәткән тестар уның өсөн ауыр һынауға әүерелә. Кассиус «Кеше иртәнге сәғәт 6-нан алып көндөҙгө 3-кә тиклем нисә сәғәт эшләй, әгәр төшкө ашына бер сәғәт китһә» тигән һорауға яуап бирә алмай. Уның IQ 78 тәшкил итә, был хеҙмәт үтеү өсөн минималь кимәлдән күпкә түбән була. 1964 йылдың мартында ул инде өс психиатр күҙәтеүе аҫтында тағы ла тестарҙы үтәй алмай һәм уға «1-Y» (хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ) статусы бирелә. «Мин әйттем бит, мин бөйөк, ә аҡыллы түгел»,- тип шаярта Али. Был ваҡиғаға ҡарата йәмәғәтселектең реакцияһы кире була, күп сәйәсмәндәр асыҡтан-асыҡ Мөхәммәттең яраҡһыҙлығына ышанмағандар, ә ҡайһы берәүҙәр уны юрамал ҡылана тип тә шикләнгәндәр. Тиҙҙән шау-шыу тыма, әммә ваҡытлы матбуғат оҙаҡ әле Алиның үҫешмәгән интеллекты темаһына ҡабартып яҙа.

1962 йылдың февраль менән июль айҙары араһында Клей биш еңеү яулай, бөтә һуғыштары ла алтынсы раундатан да һуңға ҡалмай нокаут менән тамамлана. Сентябрь айында ауыр үлсәм буйынса донъя чемпионы исеме өсөн Сонни Листон менән Флойд Паттерсондың араһындағы алышын ҡарарға бара. Паттерсон менән көрәшеү Кассиустың бала сағынан килгән хыялы була, әммә Листон оппонентын беренсе раундта уҡ нокаутҡа ебәрә. Уйын тамамланғандан һуң Сонни Клейҙы күреп ҡала һәм уға: «Һин икенсеһе, буш боғаҙ!» тип ҡысҡыра. Кассиустың сираттағы ярышташы Арчи Мур — уның элекке остазы була. Ваҡытлы матбуғат һәм белгестәр Мурҙың еңеүенә өмөт итмәйҙәр, үҙе лә алышҡа тик аҡса етмәгәнлектән генә риза булыуын иҡрар итә. Бокс кисәһенә билеттар насар һатылғанлыҡтан, уны өс аҙнаға күсерергә ҡарар итәләр. Кассиус дүртенсе раундта еңәсәген алдан әйтә һәм шулай килеп сыҡһын өсөн ныҡ тырыша. Мур бер нисә тапҡыр башына эләктергәндән һуң «дөрөҫ» раундта йығыла. «Клей Джо Луисты биш алыштың дүртенсеһендә үк еңер ине», — тип әйтә Арчи көрәштән һуң.

Клей сираттағы ярышташы Чарли Пауэллды еңел генә еңеп сыға, ул уға Луисвиллда өсөнсө раундта нокаут яһай. Әммә Нью-Йорктағы Даг Джонсҡа ҡаршы алыш Кассиус өсөн көтмәгәндә едти һынауға әүерелә. Тәүге тапҡыр «Мэдисон-сквер-гарден» тарихында тамашасылар алышҡа тиклем ике көн эсендә бөтә билеттарҙы һатып алып бөтәләр. Джонс бик яҡшы һуғыша, Клейҙың һөжүменән оҫта янтая, үҙе лә ҡаршы һөжүм итә. Тигеҙ алыш бөтә тәғәйенләнгән ун раунд буйына бара, судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән кисәне алып барыусы Клейҙы еңеүсе тип иғлан итә.

Һөҙөмтәләр иғлан ителгәндән һуң тамашасылар «Мутлыҡ, мутлыҡ» (ингл. Fix, fix!) тип өҙөп-өҙөп ҡысҡыра башлай. Матбуғат конференцияһында Клей үҙен супермен тип атамай, ә The Ring журналы 1963 йылда был көрәште йыл алышы тип таный. Нью-Йоркта Кассиус Дрю Бандини Браун менән таныша, ул артабан яҡын дуҫына әйләнә һәм Клейҙың карьераһы дауамында уның мөйөшөндә тора. Британия боксеры Генри Купер менән көрәше 55 000 кешене йыя, алыш «Уэмбли» стадионында уҙа. Дүртенсе раундта гонгҡа тиклем бер нисә секунд ҡалғас, Купер Клейҙы ауыр нокдаунға ебәрә. Тергеҙелеүгә күберәк ваҡыт алыр өсөн, Клейҙың секунданттары хәйләгә баралар — раундтар араһындағы тәнәфестә улар Клейҙың бирсәткәһен йырталар. Запаста бирсәткәләр булмау сәбәпле, бер секундант улар артынан сисенеү бүлмәһенә китә. Шулай итеп, Кассиус хәл йыйып алыуға артыҡ ваҡыт ала. Бишенсе раундта Куперҙың ныҡ ҡырҡылған урыны асылып китә, һәм рефери уйынды туҡтата. Алыш бөткәндән һуң Клейға Сонни Листондың менеджеры Джек Нилон инә һәм уға: "Мин, беҙ әҙер, тип әйтергә 3000 миль осоп килдем, "- тип әйтә

Донъя чемпионы исеме өсөн һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даг Джонс өҫтөнән булған ышанысһыҙ еңеүе, Генри Купер яғынан алынған нокдауны сәбәпле Клейҙың донъя чемпионы менән көрәшкә әҙер микәнлеге белгестәрҙе уйға һала, Листон командаһы үҙенең боксерының еңеүенә ныҡ ышана, улар Кассиустың сағыу шәхесен тулы зал йыйыу өсөн ҡулланырға теләйҙәр, улар алдында үҙҙәренең чемпионы Кассиусты нокаутҡа ебәрәсәк, тип уйлайҙар. Көрәш тураһында рәсми иғлан ителгәндең тәүге көндәренән алып Клей Сонниға психологик баҫым яһай башлай. Журналистар алған һәр интервьюһында ул Листонды түбәнһетергә маташа.

Үлсәнгән ваҡытта Клей үҙен тейешенсә тотмай, шуға уны штрафҡа юлыҡтыралар. Ул янауҙар, юрауҙар әйтеп ҡысҡырына, ә йөрәгенең тибеше ҡабалан була, медицина тикшереүе үткәргән врачтар Клейҙың ваҡытлыса аңының томаланыуын әйтәләр. Алыш башланғандан һуң Кассиус Листон тирәләй уратып йөрөй башлай, уның көслө һуғыуҙарынан ҡаса һәм үҙе контратакалай. Өсөнсө раундта һынылыш китә — Клей асыҡтан-асыҡ уйында чемпиондан арттырып ебәрә. Уның бер уңышлы комбинацияһынан һуң Листон тәнтерәкләй башлай, ул саҡ йығылмай ҡала. Тулыһынса отолған раундта Сонниның һул күҙе аҫтындағы ҡырҡылған урыны асыла, уң күҙе аҫтында шеш барлыҡҡа килә. Көтмәгәндә дүртенсе раунд барышында Клейҙың күреү һәләте менән проблемалар килеп сыға, күҙҙәрендә көслө ауыртыу кисерә башлай. Кассиус бөтөнләй тиерлек бер нәмә лә күрмәй, ул тренерынан бирсәткәләрен сисеүен һорай, Анджело Данди ауыр моментта һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтә, сираттағы раундҡа Листондың атакаһынан һаҡланып, ринг буйлап хәрәкәт итергә тигән задание менән генә үҙенең көрәшсеһен сығара. Клейға чемпиондың ауыр һөжүмен уткәреп ебәрмәү мөмкинлеге була, ә бишенсе раундта күреү һәләте тергеҙелә. Кассиус яңынан рингта өҫтөнлөк ала, Сонниға күп тапҡыр тәңгәл эләктерә, һәм Листон алышты дауам итеүҙән баш тарта. 22 йәшендә Клей ауыр үлсәмдә донъя чемпионы исемен яулай.

«Ислам милләте менән бәйләнеше»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Али Элайджа Мөхәммәттең асыҡ сығышын тыңлай (өҫкө рәттә һулдан икенсе) 1964

Листон менән булған алыштан һуң Клей рәсми рәүештә үҙенең «Ислам милләтенә» инеүе тураһында иғлан итә. Бынан һуң барыһы ла уны Кассиус Икс тип атарға тейеш булалар (ойошма ағзалары үҙ фамилияһынан баш тарталар, сөнки уны аҡ тәнле ҡол биләүселәрҙән килгән тип һанайҙар). Малкольм Икс Кассиусты ҡара тәнле американлыларҙың иң данлыҡлы спортсыһы буласаҡ, тип хәбәр итә. Чикаголағы осрашыуҙа Мөхәммәт Элайджа, «Ислам милләте» менән профессиональ спортсыларҙың бәйләнешенә ҡарата каршылыҡлы хистәр кисерһә лә, йәш чемпионды ҡыуанып ҡаршы ала. Ойошмаға ингәндән һуң ике аҙна үткәс, Кассиус Икс яңы исем ала, Элайджа чемпионды ойошманың даими ағзалары өсөн һаҡланған тулы мосолман исеменә лайыҡ тип таба. Мөхәммәт Элайджа спортсыны ҡабул итә һәм уны Мөхәммәт Али тип атай.

Был яңылыҡҡа ҡарата йәмәғәтселектең реакцияһы күберәген кире була. Өлкән Кассиус, «Ислам мииләте» вәкилдәре улының башын бутай, һәм үҙенә ҡалһа үҙенең исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәсәк, тип белдерә. Эд Лассман Бөтә донъя бокс берекмәһе президенты: «Клей бокс донъяһына зыян килтерҙ һәм йәштәргә насар өлгө күрһәтә»,- тип белдерә. Ул Алины титулынан мәхрүм итергә лә маташа, ләкин был нәтижә бирмәй, сөнки штаттарҙың бокс комиссиялары уның ҡарарын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Мөхәммәт Нью-Йорктағы бокс кисәһенә килгәс, Гарри Марксон — «Мэдисон-сквер-гардендың» президенты — чемпиондың яңы исемен әйтергә баш тартып, репродукторҙан: «Залда донъя чемпионы Кассиус Клей ҡатнаша», — тип иғлан итә. Ҡара тәнле боксерҙар ҙа Алиның ҡарарына кире ҡарашта булалар. Джо Луис уны үҙенең көйәрмәндәрен ҡыйын хәлдә ҡалдырҙы тип һөйләй, ә Флойд Паттерсон чемпионды көрәшкә саҡырыуы тураһында ҡулхат яҙа. Паттерсон, Луис һымаҡ, «Ислам милләтен» Америкаға ҡаршы ойошма тип иҫәпләй. Али быларҙың бөтәһенә лә ғәҙәти манерала яуаплай, Луисты «маңҡа» тип атай, ә Паттерсонға: «Мин һинең менән 10 раунд алышам әле. Һин минең дин тураһында һөйләнең. Мин һинең менән уйнаясаҡмын. Аҙаҡ туҡмаясаҡмын», — тип әйтә.

1965 йылдың майында Сонни Листон менән үтәсәк икенсе көрәше алдынан Алиға һайлау ҡыйынлығы килеп баҫа. Малкольм Икстың Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт ҡылған ваҡытында уның аҡ тәнле кешеләргә ҡарата ҡарашы үҙгәрә, был Мөхәммәт Элайджа менән конфликттың көсәйеүенә сәбәп була. Һөҙөмтәлә Алиға ике остазының береһен һайларға тура килә. Ул Мөхәммәт Элайджаны һайлай, Листон менән алыштан һуң асыҡтан асыҡ уға булышлыҡ итә. Али менән Малкольмдың аралары Ганалағы аэропортта осрашҡанда өҙөлә. Малкольм яҡын дуҫын сәләмләй, әммә Али ҡулын бирмәй: «Һин хөрмәтле Мөхәммәт Элайджаны ташланың — был дөрөҫ түгел», — тип һалҡын яуаплай. Малкольм үлтерелгәндән һуң Али: «Ул минең дуҫым ине… „Ислам милләте“ ағзаһы булғанға тиклем», — тип белдерә.

Башта Листон менән Али араһындағы матч-реванш 1964 йылдың ноябрь айында «Бостон-гарденда» үтергә тейеш ине. Әммә алышҡа тиклем өс көн ҡалғас, Мөхәммәттең эсәк бүҫере көсәйеп китә, һәм уға операция яһарға мәжбүр булалар. Һуғышты 1965 йылдың 25 майына күсерәләр, ләкин был юлы Массачусеттың бокс комиссияһы килеп ҡыҫыла, ул алыш һөҙөмтәләренә енәйәтселәрҙең йоғонтоһо булыр тип рөхсәт бирмәй. Мэн штаты Льюистон ҡалаһының йәш мэры алышты үҙенең ҙур булмаған ҡалаһында үткәрергә тәҡдим итә.

Ҙур булмаған арена алыш кисәһендә тамашасылар менән шығырым тулы була, 4800 кешегә иҫәпләнгән залда 4200 кеше ҡатнаша. Букмекерҙар иҫәбе 5-кә 9 менән Листон файҙаһына була. Әммә уларҙың фаразлауҙарына ҡарамаҫтан, Али дәғүәсене уйын башынан һуң ике минут үткәнгә ҡарағанда ла кәмерәк нокаутҡа ебәрә. Аңғармаҫтан булған һөжүмдән Листон түшәмгә йығыла, ярһыуынан Мөхәммәт нейтраль мөйөшкә барып тормай, дошманына эйелеп: «Тор ҙа һуғыш, һин — әҙәм аҡтығы! Һине бит яман кеше тип иҫәпләйҙәр! Тик быға барыһы ла ышанмаясаҡ!» — тип ҡысҡыра.

Рефери — элекке донъя чемпионы Джерси Джо Уолкотт — Алины нейтраль мөйөшкә күсеп торорға мәжбүр итеп ҡарай, бының урынына чемпион ҡулдарын өҫкә күтәреп рингта бейей башлай. Аҙаҡ буталыш китә, Уолтер Мөхәммәттең ахырҙа мөйөшкә барып тороуына ирешә. Был тотонолған ваҡытҡа судья иҫәп асмай. Листон ҡыйынлыҡ менән аяғына баҫа, һәм алыш дауам итә, әммә «The Ring» журналы мөхәррире Нэт Флейшнер судьяны саҡырып, Листон рингтағы түшәмдә 17 секунд ятты, тип хәбәр итә. Уолкотт боксерҙарҙы мөйөштәргә урынлаштыра, һәм алыш рәсми рәүештә тамамлана.

Листон үҙен шул тиклем насар тоя, иҫенә килеү өсөн хатта еҫкәй торған тоҙ һорап ала. Сонниға булышлыҡ итеү өсөн уға сисенеү бүлмәһенә Флойд Паттерсон юнәлә, ул үҙе Листондан ике нокаут алған була. Был ваҡытта рингта Али интервью бирә, Листон юрамал йығылманы микән тип шикләнеүен белдерә. Ләкин видеоҡабатлауҙы ҡарағас, был яҡшы һуғыу булды тигән һығымтаға килә. Һуңыраҡ Сонни Алиның һуғып ебәреүенән шаҡ ҡатҡанын әйтә, әммә тормай, сөнки, әгәр ул торһа, Али уны үлтерер ине, тип уйлай. Титулын беренсе тапҡыр яҡлағандан һуң Мөхәммәт донъя боксы йондоҙо статусын ала, һәм уның едти ярышташтары булмай. Листон менән өсөнсө көрәшкә береһе лә риза булмай, ә беренсе сираттағы оппонентары — Кливленд Уильямс һәм Эдди Мачен, үҙҙәре үк Сонни тарафынан күптән түгел генә ҡыйратылған булалар. Алиның реаль ярышташтары булмағас, ул ял алып бөтә донъя туры буйлап сәйәхәт итә, Пуэрто-Рикоға, Швецияға, Лондонға һәм Белизға бара.

Паттерсонға ҡаршы һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Али сәйәхәттән элекке донъя чемпионы Флойд Паттерсонды еңергә тигән маҡсат менән ҡайта. Бала саҡ кумиры Мөхәммәтте ваҡытлы матбуғатта йыш ҡына «Ислам милләте» менән бәйләнеше өсөн тәнҡитләй һәм ныҡышмалы рәүештә Клей тип атай. Али ла бурыслы булып ҡалмай, боксерҙарҙы көрәшкә әҙерләгән осорҙа Паттерсондың теңкәһенә тейә. Уға аҡ тәнлеләр араһында йәшәүе уңайлы тип ишара яһап, уның йәшәү рәүешен тәнҡитләй. Ауырлыҡты үлсәгән ваҡытта, Листон менән көрәш ваҡытындағы был процедураларға ҡарағанда ла, Мөхәммәт күпкә тынысыраҡ була. Алыш алдынан Паттерсонды күп танылған кешеләр хуплай, шул иҫәптә билдәле йырсы Фрэнк Синатра ла бар, иртәнсәк, алыш алдынан Флойд унда ҡунаҡ була. Кис Лас-Вегаста көслө ямғыр башлана, шул сәбәпле уйында тамашасылар һаны күп булмай (8000 кеше тирәһе). Рингҡа сығыр алдынан Али көрәшкә ҡарата пландары тураһында матбуғат менән уртаҡлаша, оппонентын тиҙ генә нокаутҡа ебәрмәйәҫен, тамашасылар күҙе алдында уны оҙаҡ «төшөрәсәген» әйтә. Беренсе раундта Али дәғүәсе тирәләй тәңгәл джебтар яһап әйләнә башлай, үҙе оппонентының киренке һөжүменән еңел генә янтая. Алдағы ун бер раундтарҙа ла Мөхәммәт Паттерсонға шул уҡ манерала бер ни эшләргә бирмәй, әммә үҙе лә хәл иткес итеп һөжүм итмәй, Һәм рефери һуғышты туҡтата. Алыш туҡтағандан һуң Паттерсонды оҙаҡ ҡына аңына килтерәләр, Али ярышташының шул тиклем күп һуғыуҙарға сыҙауына аптырағанын әйтә.

Али киләһе оппоненты аҡ тәнле канадалы Джордж Чувалоға ҡарата үҙенең ҡәҙимге телдән атакаһын башлай, уның менән алыш 1966 йылдың мартында үҙа. Мөхәмәт уны «һауыт-һаба йыуыусы» тип атай һәм алыш ябай ғына булыр инде, тип зарлана. Чувало үҙен ҡеүәтле көрәшсе тип һанай һәм чемпионды яҡын аранан һөжүм итәсәкмен, тип аҡлана. Ысын мәғәнәһендә Али бөтә көрәш дауамында өҫтөнлөк итә, ә ярышташы бик күп тәңгәл һуғыуҙарҙы үткәреп ебәрә, бары бер раундта ғына еңеп сыға ала. Алыш тамамланғас, Чувало Алины үҙе өсөн бик етеҙ тип әйтә. Шул уҡ йылдың май айында Кассиус Генри Куперға ҡаршы матч-реванш үткәреү өсөн Лондон ҡалаһына юллана. Куперҙың ҡырҡылған урыны асылып китеү сәбәпле алыш туҡтатылһа ла, был юлы Алиның еңеүенә шик ҡалмай. Көрәштән һуң Куперҙың промоутеры бындай ҡурҡыныс ҡырҡылыуҙы үҙ ғүмерендә күргәнем юҡ, тип әйтә. Үҙенең сираттағы көрәшен Али тағы Лондон ҡалаһында үткәрә, 6 авуста өс раундта Брайан Лондонды еңеп сығып, үҙ титулын яҡлай. Мөхәммәт Лондонды арҡандарға терәп ҡуйып, нәтижәле һуғыу юлдары менән тамамлап ҡуя. 1966 йылдың 10 сентябрендә Али титулының 6-сы тапҡыр яҡлауын үткәрә, алыш Германияла Франкфурт ҡалаһында уҙа, ярышташы булып урындағы чемпион Карл Милденбергер сығыш яһай. Мөхәммәт уны ун икенсе раундта техник нокаут менән еңә.

1966 йылдың август айында «Ислам милләте» яғынан адвокат яллана, ул Алиның хәрби хеҙмәттән азат ителеүе мәсьәләһе менән шөғөлләнергә тейеш була. Шундай шарты ла була: хатта армия Мөхәммәтте хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тапһа ла, уны икенсе төрлө, мәҫәлән, ярҙамсы эштәрҙә ҡуллана алғандар — ә уны Али теләмәй. Саҡырылыу комиссияһына яҙған хатында ул дине тураһында һөйләп, һуғышта бер кем сифатында ла ҡатнаша алмаясағы тураһында яҙа. Әммә был мөрәжәғәте һөҙөмтә бирмәй, һәм саҡырыу комиссияһының ҡарары көсөндә ҡала. Һуғышҡа ҡаршы әйткән һүҙҙәре өсөн төрлө штаттарҙың спорт комиссиялары Али ҡатнашлығындағы көрәштәргә рөхсәт бирмәй. Шуға күрә уйындарын сит илдәрҙә үткәрергә мәжбүр була. 1966 йылда Мөхәммәт икешәр көрәш Канадала, Бөйөк Британияла һәм бер көрәшен ФРГ-ла үткәрә.

1966 йылдың 14 ноябрендә Али чемпион титулын етенсе тапҡыр яҡлап Кливленд Умльямс менән ҡаршы һуғыша. Уйын Техас штатының Хьюстон ҡалаһында, яңы төҙөлгән һәм донъяла беренсе күп маҡсатлы «Астродом» спорт ҡоролмаһында уҙа. Уҡ ваҡытта арена 46 000 тамашасыны һыйҙыра, ә килгән кешеләр һаны 40 000 ашыу була. Билдәле булыуынса, Уильямс үҙенең көслө һөжүмдәре менән танылған була, алыш үтеү мәленә ул 51 тапҡыр срогынан алда еңеү яулай. Көрәштә ҡатнашҡан Джо Луис Кливлендтың еңеүенә ныҡ ышана.

Беренсе раундта Али көрәштәше тирәләй джебтар яһап һәм уны аңларға тырышып әйләнә башлай, бөтә раунд буйына Уильямс бер тапҡыр ҙа чемпионға эләктерә алмай. Икенсе раунд башында Мөхәммәт ҡаршы һөжүм итеп уң яҡтан һуға, һәм дәғүәсе рингтың түшәменә йығыла, аҙаҡ тағы уға ике нокдаун эләгә, һәм алыш туҡталыуы тураһында гонг яңғырай. Уйын ҡағиҙәһенә ярашлы, раунд аҙағында нокдаунға эләккән боксер икенсе өс минутлыҡта көрәште дауам итә ала. Кливлендты күтәрәләр һәм ҡултыҡлап мөйөшкә алып барып ултырталар, һуңынан ул дүртенсе раундҡа сыға, әммә асыҡтан -асыҡ туҡмалыуға дусар була, һәм раунд уртаһында рефери алышты туҡтата. Алиның карьераһындағы был алышын ҡайһы бер белгестәр сифаты буйынса иң яҡшы көрәше тип иҫәпләйҙәр, сөнки ул бер хата ла яһамай

Үҙенең Зора Фолей менән булған киләһе алышын «Мэдисон-сквер-гарденда» үткәрә. Чемпион аыур дивизион элитаһына инмәгән Фолейҙы еңел генә еңә. Нью-Йоркта йәшәүселәрҙең күҙ алдында дәғүәсене етенсе раундта нокаутҡа ебәрә. Алиның был көрәше бокстан айырылыуы алдынан һуңғыһы була. Артабан рингҡа тик өс йылдан һуң ғына сыға

Армия хеҙмәтен үтәүҙән баш тартыуы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылдың апрель айында Али рәсми рәүештә хәрби хеҙмәтте үтеүҙән баш тарта. Бер сәғәт үтер үтмәҫтән Нью-Йорк штатының Спорт комиссияһы бокс лицензияһынан мәхрүм итә һәм уны донъя чемпионы тип таныуҙан баш тарта — быны улар ғәйепләүҙе рәсми белдергәнгә тиклем эшләйҙәр. Техас һәм Калифорния штаттары Нью-Йорк миҫалына эйәрә, һуңыраҡ уларға Бөтә донъя бокс берекмәһе лә ла ҡушыла. 1967 йылдың 19 июнендә Алиның эшен ҡарап суд үтә, яҡлаусы яҡтың Мөхәммәткә хәрби хеҙмәтте үтмәүҙең законлы нигеҙе юҡ, тип билдәләй юристар. «Ислам милләтенең» меңәрләгән ағзалары процесс барған урынға, Хьюстонға килеп ҙур демонстрация ойошторорға планлаштыра, әммә Али быны эшләмәҫкә һорап телмәр тота. 20 июлдә присяжныйҙар составы билдәләнә- унда 6 ҡатын-ҡыҙ һәм 6 ир кеше, бөтәһе лә аҡ тәнлеләр, туғыҙ сәғәт буйына эште судта ҡарағандан һуң фекер алышыуға сығып китәләр, 21 минут үтеү менән залға әйләнеп ҡайтып, ғәйепле тигән вердикт иғлан итәләр. Алиның командаһы апелляцияға бирә, уның буйынса суд Яңы Орлеанда үтә. Апелляция ҡабул ителмәй, Һәм Мөхәмәткә АҠШ-тың Юғары судында тыңлауҙарҙы дауам итергә генә ҡала.

Бокстан айырылып торған мәленә Али 3 миллиондан ашыу доллар аҡса эшләй. Аҡсаһының күп өлөшө ҙур булған әйләнә тирәһен аҫырауға китә. Яҡынса 100 000 долларын пенсия фондына һала, шулай уҡ, «Ислам милләте» кәңәше буйынса ваҡ мосолман ойошмаларына бирә. Һалыуҙарҙан килгән килем Алиға ярҙам итә, әммә тулыһынса сығымдарын ҡаплай алмай. 1969 йылда ул Бродвей Big Time White Buck.мюзиклында уйнай. Постановканы тиҙ генә ябыуҙарына ҡарамаҫтан, Али тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаларын ала. Һуңыраҡ ул A/K/A Cassius Clay документаль фильмында төшә һәм 7000 доллар күләмендә гонорар ала. Шул уҡ йылда Али гамбургерҙарҙы рекламалау өсөн үҙенең исемен ҡулланыу хоҡуғын һатып, 900 000 доллар аҡса ала. Шулай уҡ 200 000 долларға «Бөйөк» (ингл. The Greatest) тигән исем аҫтындағы автобиографияһын һата. Иҫәбендә ныҡ ҙур сумма аҡса булһа ла, ул апелляцияның уңышлы булыуына ышанмай, бокстан китеүе тураһында әйтә башлай. Esquire журналына биргән интервьюһында ул карьераһын тамамлап, ғүмерен ярлыларға ярҙам итеүгә бағышлаясағын һөйләй.

Мәжбүри булған ял араһында Мөхәммәт оратор карьераһын уңышлы башлап ебәрә, илдең күп университеттары уны түләүле нигеҙҙә лекция уҡыуға саҡыра. Был сығыштарында Али үҙенең Вьетнамдағы һуғышҡа кире мөнәсәбәттә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙең кумиры булып ҡалыуына аптырай. Мөхәммәт колледждарҙа ярҙам таба, күп талиптар шулай уҡ һуғышҡа ҡаршы була, уны аяғүрә алҡышлайҙар. Был Алиға ныҡ тәҫьир итә, хатта илдең расаға бүленеүенә ныҡлы ышанһа ла, берәй заман был ижтимағи мәсьәләләр хәл ителер тип уйлай. 1967 йылда Али транспорт сараһын дөрөҫ түгел категориялы хоҡуғы менән йөрөткәне өсөн ун көн Флорида штатының төрмәһендә ултырып сыға.

1969 йылдың апрелендә АВС каналына биргән интервьюһында Али, әгәр уға яҡшы түләһәләр, рингҡа ҡыуанып сығырын әйтә. Мөхәмәт Элайджа Мөхәмәттең был һүҙҙәрен ишеткәс ярһый, «Ислам милләтенән» бер йылға айыра, һәм Али, Аллаға хеҙмәт итеүгә ҡарағанда, аҡ тәнлеләрҙең аҡсаһына күберәк мохтаж, тип белдерә. Мөхәммәт быны ауыр кисерә, әммә килеп сыҡҡан хәлде Аллаһ тарафынан ебәрелгән һынау тип ҡабул итә һәм үҙенең телмәрҙәрендә Элайджаны данлап һөйләүен дауам итә.

Алиның булмауы ваҡытында Бөтә донъя бокс кәңәшмәһе һәм Бөтә донъя бокс берекмәһе (WBA) яңы донъя чемпионын билдәләү буйынса процесс башлай. Филадельфиянан 1964 йылғы Олимпия чемпионы Джо Фрейзер донъя чемпионы булып иҫәпләнеп китә. Карьераһының башында ул бокстың күтәрелеп килгән йондоҙо булып һаналмай, шунлыҡтан ауыр дивизион үрҙәренә ҡыйынлыҡ менән юл яра. 1970 йылдың 16 февралендә берләшкән көрәштә Джимми Эллисты еңеп, абсолют донъя чемпионы була.

Шул уҡ ваҡытта Алиның әйләнә тирәһендәге кешеләр Мөхәмәткә уйынын үткәрергә урын табырға маташалар. Хатта спорт комиссиялары санкцияһы ҡағылмаған индеецтар резервацияһы ла күҙ уңында тотола. Ләкин был тырышыуҙар уңышҡа өлгәшмәй, сөнки АҠШ-тың аҫаба халҡы изге ерҙәренең аяуһыҙ спорт менән бысраныуын теләмәй. Шулай уҡ алыштарҙы үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр Тихуана (Мексика) менән алып барыла, әммә АҠШ-тың хөкүмәте Алиға илде ҡалдырып китеүгә рөхсәт бирмәй.

1970 йылдың башында Атланта ҡалаһында. Алиның көрәшен үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр башлана. Джорджия штатында спорт комиссияһы булмау сәбәпле, уйынды үткәреүгә ҡала хакимиәте рөхсәт итә. Сығышты Али Джо Фрейзерға ҡаршы булыр тип өмөт итә, әммә чемпион баш тарта, шул ваҡытта аҡ тәнле йәш боксер һайлана. Джорджияның губернаторы Лестер Мэддокс штатта алышты үткәреүгә риза булмай һәм Атланта халҡын уйындарҙы кире ҡағыу буйынса бойкот белдереүгә өндәй. Шуға ҡарамаҫтан, алыш кисәһендә аншлаг була, күпселек тамашасылар Алины хуплау өсөн килә. Ул беренсе раундта уҡ ышаныслы еңә һәм элеккегә ҡарағанда ла сағыштырмаса мыҡты кәүҙәле күренә. Әммә икенсе раундта кәүҙәһенә аныҡ һул хукты үткәреп ебәрә, һәм һуғыш бер тигеҙ төҫ ала. Өсөнсө раундта Куорриның күҙе тирәһендә ныҡ теленгән урыны асылып китә, шаһиттар раҫлауы буйынса яраһы урынында хатта һөйәге лә күренә. Джерриның протест белдереүенә ҡарамаҫтан, рефери уйынды туҡтата. Матбуғат конференцияһында Куорриға Али аңлы рәүештә йәрәхәт иттеме, тигән һорауға ул ярышташының ҡәғиҙә сиктәрендә эш итеүен, ә ҡырҡылған урыны үң ҡул менән тәңгәл һуғыуҙан асылғанын әйтә.

1971 йылдың 28 июнендә АҠШ-тың Юғары суды Алиның эше буйынса ыңғай ҡарар сығара. Алты судья Кентукки штатының Саҡырыу комиссияһы Мөхәммәттең дини ҡараштарын иҫәпкә алмай хата ебәргән, тигән һығымтаға килә. Шулай итеп, судьяларҙың бер тауыштан булған ҡарары менән Али аҡлана һәм бөтә хоҡуҡтары ла тергеҙелә, ул яңынан донъя буйлап сәйәхәт итә һәм планетаның теләһә ниндәй нөктәләрендә алыштарын үткәрә ала. Алиның яҡындары илдең төп бокс ареналарына ҡайтыуы буйынса эш башлай. Улар араһында беренсе булып легендар «Мэдисон-сквер-гарден» була, әммә бының өсөн Нью-Йорк штаты Атлетик комиссияһының лицензияһын тергеҙеү талап ителә. Ул ваҡытта комиссиялар тарафынан холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырған боксерҙарға амнистия үткәрелә, бының менән Алиның яҡлаусылары ла файҙалана. Улар клиентының рөхсәт ҡағыҙын тергеҙеүгә ирешәләр, сөнки кире яуап уға ҡарата хоҡуҡтарын сикләү һымаҡ күренер ине.

Тиҙҙән Аргентина боксеры Оскар Бонавенаға ҡаршы көрәше ойошторола. Быға тиклем Бонавена ике тапҡыр Фрейзер менән осраша, һәм ике алыш та һуңғыһы өсөн уңышһыҙ тамамлана, беренсеһендә чемпион хатта нокдаунда була. Алыш кисәһендә «Мэдисон-сквер-гарден» залы шығырым тулы була. Тәүге туғыҙ раундта Али ҙур булмаған өҫтөнлөккә эйә була, әммә аргентиналы ныҡышмалы рәүештә алға бара. Туғыҙынсы раундта Мөхәмәт көрәште тамалау ниәтендә көслө һөжүм итә, сөнки бер көн алдан ул был раундта еңәсәген фаразлай. Бонавена һөхүмде уңышлы кире ҡаға һәм ныҡ арыған Алиның башына тәңгәл һуғып ебәрә. Артабан алыш тигеҙ бара, тик 15-се раундта Али аргентиналыны ауыр нокдаунға ебәрә. Бонавена күтәрелә ала, әммә ул тағы ике тапҡыр рингтың түшәмендә булып ала, шунан һуң рефери көрәште туҡтата.

1970 йылдың 30 декабрендә Али менән Джо Фрейзер «Мэдисон-сквер-гарденда» уникаль көрәш үткәреү өсөн контракт төҙөйҙәр: тарихта тәүге тапҡыр еңелмәгән элекке чемпион һәм еңелмәгән ғәмәлдәге чемпион осрашасаҡ. Бөтә билеттар алдан һатылып бөтә, 35 ил алышты тура эфирҙа ҡараясаҡ. Был 1938 йылдан алып бокс донъяһында иң көтөп алынған ваҡиға була, ул саҡта рингта Джо Луис һәм Макс Шмелинг осрашҡандар ине. Күбеһе был алыш донъя спорты тарихына инәсәк тигән фекерҙә була. Мәлдең мөһимлеген тойоп, Мөхәмәт матбуғатта Фрейзерҙы нығыраҡ әрнетергә тырыша. Ул уны зәғиф, йә горилла, йә Том ағай тип атай. Аҡ тәнле адвокаттар Алины төрмәнән йолоп алып ҡалдылар, ә ул уны Том ағай тип атарға баҙнат итте тип яҙа Джо автобиографияһында. Фрейзерҙың ныҡ асыуы килә һәм ул нисек тә булһа Алинан үс алырға теләй. 1971 йылдың 8 мартында алыш кисәһендә залда бик күп арҙаҡлы шәхестәр ҡатнаша, ринг алдында Хью Хефнер, Барбара Стрейзанд, Билл Косби һәм башҡалар ултыра. Дастин Хоффман менән Дайана Россты пресс-зонанан ҡыуып сығаралар, сөнки улар унда булыу хоҡуғына эйә булмайҙар, Фрэнк Синатра йәшенеп, фотограф урынынан көрәште күҙәтә.

Алыштың башы тигеҙ көрәштә бара, Мөхәммәттең даими рәүештә кәүҙәһенә көслө һуғыуҙар эләктереп, Фрейзерҙы аралыҡта тота алмағанлығы күҙгә ташлана. Уйын уртаһында арҡанға арты менән тороп, Али һаҡлана башлай, бер ыңғайҙан Фрейзерҙың ҡолағына: «Һин белмәнеңме ней, мин Хоҙай икәнлекте?»- тип ҡысҡырырға өлгөрә. Мөхәммәт алтынсы раундта үҙенең еңеүен юрай, әммә Джо өҫтөн сыға. Ул Алины арҡандан ебәрмәй, башына, тәненә бер -бер артлы һуға. Алыш реферийы Артур Мерканте Алиның бер нисә раундта отолғанын иҫләй, һигеҙенсе раундта ул боксерға һуғышырға кәрәк тип күрһәтмәләр бирә. Туғыҙынсы раундта Али уңышлы комбинация үткәреп, инициативаны үҙ ҡулына ала, ләкин 11-се раундта ул еңелеүгә яҡын була, Фрейзер уны тағы арҡанға ҡыҫып тотоп, бер нисә аныҡ хук эләктерә, Али ринг аша артҡа сигенә. Джоны шаяртып, был раундта үҙенә нисек ҡыйын булғанын күрһәтмәҫкә тырыша. Көрәш аҙағында Мөхәмәт һуңғы көсөн йыйып алға бара, Фрейзер ошонан файҙаланып, көслө итеп уның башына һуға, Али рингтың түшәменә йығыла. Күптәргә Али тормаҫ кеүек тойола, һуғыу шул тиклем көслө һәм тәңгәл була, әммә Мөхәммәт бөтәһен дә аптыратып, шунда уҡ килеп тора һәм алышты аяғүрә баҫып тамамлай. Фрейзер судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән еңә һәм Алиға профессиональ карьераһында беренсе еңелеү килтерә. Икенсе көнө, матбуғат конференцияһында, Мөхәммәт үҙенең еңелеүендә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡ, тип фәлсәфәүи билдәләп үтә.

1971 йылдың июнь айында Алиның командаһы «Лос-Анджелес Лейкерс» баскетбол командаһы ағзаһы Уилт Чемберленға ҡаршы күргәҙмә алышы ойошторорға маташа. Көрәш ҙур коммерция уңышы вәғәҙә итә, әммә ул үткәрелмәй ҡала. Мөхәммәт 1971 йылда тағы ла өс көрәштә, 1972 йылда алты көрәштә ҡатнаша, бөтәһендә лә еңеп сыға, ә алтыһында уйынды ваҡытынан алда тамамлай. 1972 йылдың 20 сентябрендә Али икенсе тапҡыр бала саҡ кумиры Флойд Паттерсон менән осраша. Алтынсы раундта Паттерсондың күҙе эргәһендәге ҡырҡылған урыны асылып китә, етенсе раундта күҙен бөтөнләй шеш ҡаплай, һәм Флойд көрәште дауам итеүҙән баш тарта. Был һуғышы Паттерсондың профессиональ карьераһында һуңғыһы була.

Ошо ваҡытта Джо Фрейзер олимпия чемпионы Джордж Форман менән ҡаршы һуғышта еңелеп, титулын юғалта, бынан һуң Алиға уның менән менән матч-реванш мөмкинлеге тыуа. 1973 йылдың 31 мартында Мөхәмәт Кен Нортон менән осраша, дәғүәсенең бер ҡасан да мөһим алыштары булмай, ә һуңғы көрәше өсөн барлығы 300 доллар ала. Быға ҡарамаҫтан Нортон Фрейзерҙың күнекмәләрҙәге партнеры була һәм Али менән булған көрәшкә ныҡ әҙерләнә. Икенсе раундта Кен тура һуғып, Мөхәммәттең яңағын һындыра. Алиның мөйөш докторы алышты туҡтатырға теләй, әммә боксер быны эшләүҙе тыя. Уйын 12 раунд буйы дауам итә, судьяларҙың айырым ҡарары менән Али еңелә. Боксерҙың яңағына операция яһаған табип Мөхәммәттең шундай йәрәхәт менән көрәште дауам итә алыуына аптырай. Алиның күп дошмандары матбуғатта Алиның карьераһы аҙағына етеп килә, инде юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүгә һәләтле түгел тигән имеш-мимештәр тарата башлай. Шуға ҡарамаҫтан, Али алты ай буйы дауаланғандан һуң яңынан Нортон менән осраша. Бик ауыр булған 12-се раундта Мөхәммәт еңеү яулай. Нортон менән булған реванштан һуң «Мэдисон-сквер-гарденда» Фрейзер менән үтәсәк икенсе алышҡа ерлек әҙерләнә. Бынан алда Али Индонезияла ауыр үлсәмдәге голланд боксеры Руди Лабберс менән алыша. Һуғыш дауамында Мөхәмәт өҫтөнлөк итә һәм судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән еңеп сыға. Көрәш үткәреүҙән бер нисә ай элек Али матбуғатта Джоға ҡарата бәйләнеүҙәрен башлай. Фрейзер күнекмәләргә тупланырға һәм уның сығыштарына иғтибар итмәҫкә тырыша. Әммә АВС каналында интервью ваҡытында Фрейзерҙың сыҙамлығы етмәй, һәм ул Али менән тура эфирҙа эләгешеп китә. 1974 йылдың 28 ғинуарында алыш була торған көндә «Мэдисон-сквер-гарденда» аншлаг була, зал билдәле кешеләр менән шығырым тула, улар араһында кесе Джон Кеннеди, ғәмәлдәге донъя чемпионы Джордж Форман була. Тәүге уйындан айырмалы рәүештә, Али көрәште арҡандар эргәһендә түгел, ә ринг буйлап хәрәкәт итеүгә, күберәк джебтар яһауға туплай. Саҡ ҡына ҡурҡыныста ла Мөхәммәт дошманының ҡулдарын «бәйләй» һәм уға һуғырға мөмкинлек бирмәй. Икенсе раундтың аҙағында Али Фрейзерҙың башына теүәл уң хук эләктерә, ярышташының быуындары тотмай китә. Тәңгәл һуҡҡандан һуң Али һөжүмен көсәйтә, әммә рефери яңылышлыҡ ебәрә: раунд тамамланған икән тип, алышты туҡтата һәм Джоға тергеҙелеү өсөн, боксерҙарҙы мөйөштәргә ебәрә. Ләкин рерфериның хатаһы ла Джоға ярҙам итмәй, ул 12 раунд дауамында һис бер ни эшләй алмай, һәм судьялар бер тауыштан еңеүҙе Алиға бирәләр. Уйындан һуң Джо судья ҡарары менән килешмәй, был еңеүҙе унан урлап алдылар тип асыҡтан-асыҡ белдерә, һәм ярышташы алыш ваҡытында «бысраҡ» эш итте, тип аҡлана.

«Джунглила гөрһөлдәү»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фрейзер менән көрәшеп еңгәндән һуң Али тағы донъя чемпионы титулы өсөн һуғышырға әҙер була, ул титулды әле йәш боксер Джордж Форман биләй. Уйындың ойошторусыһы булып йәш промоутер Дон Кинг сығыш яһай, был алыш уның карьераһында беренсе була. Нәҡ Кинг алышты Заир диктаторы Моубуту менән һөйләшеп һәм бүләк фондына 12 миллион доллар бүлеүгә күндереп, Африкала үткәреүҙе тәҡдим итә (Һәр боксерға 5-әр миллион эләгә). Шулай уҡ Моубуту аҡсаһына инфраструктура төҙөлә, телевидение һәм радио аша трансляция яһау өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алына. Бөтә ваҡ-төйәктәр яйға һалынып бөткәс, тәүге тапҡыр бокс тарихында донъя чемпионы исеменә ауыр үлсәмдәге көрәш африка континентында уҙасағы асыҡлана.

Ауыр тропик климат булғанлыҡтан, боксерҙар Заирға алдан киләләр һәм 1974 йылдың йәйен шунда үткәрәләр. Форман Заирҙың баш ҡалаһы Киншаса ҡалаһының ҡунаҡханаһында күнемәләр үтеүҙе хуп күрә, ә Али ябай кешеләр менән аралашыуға өҫтөнлөк бирә, ул балалар менән бергә югерә, күп асыҡ күнекмәләр уҙғара. Уны һәр ваҡыт табыныусылар уратып ала, уларҙың ыңғай энергияһынан көс ала. Урындағы халыҡтың хуплауына ҡарамаҫтан, Алиның йәш чемпионды еңә аласағына күптәр ышанмай. Был мәлгә Формандың ваҡытынан алда тамамланған 37 ярышында бер еңелеү ҙә булмаған 40 еңеүе иҫәпләнә. Ул Алинан өҫтөн сыҡҡан боксерҙар Кен Нортонды һәм Джо Фрейзерҙы еңел генә нокаутҡа ебәрә. Джордж һәр ваҡытта нокаутҡа оҫта ебәреүсе һымаҡ таныла, ә букмерҙарҙың 1-гә 3 ҡуйылған аҡсалары уның файҙаһына була. Башта ярыш 25 сентябрҙа үтергә тейеш була, әммә Формандың күнекмәләр ваҡытындағы алған ҡырҡылыуҙары сәбәпле, алышты 30 сентябрға күсерергә тура килә.

Али көрәш алдының һуңғы көндәрендә Форманға ҡарата психологик тәҫьирен көсәйтеп ебәрә, уның шул ваҡытта әйтелгән; «Джордж Формандың шәүлә менән бокста көрәшкәнен, һәм шәүләнең уны еңгәнен күрҙем»,- тигән цитатаһы тарихҡа инә. Форман еңеп сығыуына ышанғалыҡтан, үҙен тыныс тота. Бер көн алдан ике боксер ҙа Мобуту ойошторған кисәгә баралар. Иртәгәһенә Али һәм яҡындары автобустарға ултырып 20 май исемендәге стадионға юлланалар, унда 60 000 кеше, күбеһе Алиның көйәрмәндәре, көтә. Бокс традицияһына ярашлы, Али дәғүәсе булараҡ рингҡа беренсе сыға. Али сисенеү булмәһенән, фанаттарҙан ҡурсалау өсөн тип Заир армияһы һалдаттарынан теҙелгән коридор буйлап үтә. Боксерҙарҙы ямғырҙан һаҡлау өсөн ринг өҫтөнән ваҡытлыса ҡыйыҡ эшләнә, сөнки синоптиктар күҙаллауы буйынса ямғыр булырға тейеш ине.

10 минуттан һуң Америка флагын тотоп чемпион күренә, уның менән Арчи Мур — данлыҡлы боксер сыға, быға тиклем үҙенең карьераһында Мөхәмәт уны нокаутҡа ебәргәйне. Рефери боксерҙарға көрәш ҡағиҙәләрен хәтерҙәренә төшөрөп торған арала, Али Форманға ҡарата психологик атакаһын башлай: «Һин минең турала сабый сағыңда ишеттең. Бәләкәй малай сағыңда мине күҙәттең. Хәҙер мине — уҡытыусыңды осраттың», — тип әйтә.

Ярайһы уҡ дымлылыҡ шарттарында һәм һауа температураһының юғары булыуы арҡаһында ике боксер ҙа беренсе раундта уҡ бирешә башлай. Форман Алиға хәрәкәт итергә мөмкинлек бирмәй, арҡандар эргәһендә ҡыуып етеп, уның кәүҙәһенә, башына көслө итеп эләктерә башлай. Мөхәмәт ярышташының уның ринг буйлап нисек күсеп йөрөрөн яҡшы һиҙгәнен аңлап ҡала. Шунлыҡтан икенсе раунд уртаһында ул һаҡланырға тырышып, арҡанға аҫылынып тора һәм беренсе мөмкинлектә үк һөжүм итергә маташа. Али Фрейзерға ҡаршы уның менән менән тәүге көрәшенә оҡшаған тактиканы һайлай, тик хәҙер ул бик яҡшы физик формала булыуы менән айырыла. Рефериға арҡандарҙы тарттырып ҡуйыу һәр ваҡытта ла килеп сыҡмай, сөнки боксерҙар унда бөтә ауылыҡтары менән аҫылынып тора. Был Мөхәмәткә өҫтөнлөк бирә, сөнки был һаҡланыу маневры өсөн күберәк өҫтәлмә буш урын тәьмин итә. Алыштың тәүге яртыһында ул бер нисә көслө һуғылыуға дусар була, был саҡ ярышты ослап ҡуймай, Алиның һүҙҙәре буйынса, был һуғылыуҙан һуң хатта күҙенә галлюцинациялар күренеп китә. Джордж шулай уҡ башҡа күп тапҡыр ҡеүәтле, ләкин ситтән йәки өҫтән-мөҫтән бәреүҙәр үткәрә торғас, тамам хәлдән тая. Бишенсе раундтан һуң Формандың мөйөшө алышты туҡтатыуҙы һәм рингтағы арҡанды тарттырыуҙы һорай. Әммә рефери үтенестәрен иғтибарһыҙ ҡалдыра. Был ваҡытҡа чемпион талсыҡҡан төҫ ала, Али уның ҡолағына: «Күрһәт үҙеңдең яҡшы һуғыуыңды», — тип ҡысҡырып өлгөрә. Етенсе раундта Али ярышта өҫтөнлөк ала башлай, күп тапҡыр тәңгәл джебтар менән һуға. Һигеҙенсе раундҡа Джордж һуңғы көсөн дә юғалта, ә Али раунд бөтөүгә сигнал алдынан уң-һул-уң комбинацияларын үткәрә, был йәш чемпионды тетрәндерә. Форман арҡанға терәлгән сағында, Мөхәммәт аныҡ һөжүм үткәрә һәм Форманды түшәмгә йыға. Джордж 9 иҫәбенә килеп тора, әммә рефери алышты туҡтатырға ҡарар итә. Бөтә стадион аяҡ үрә баҫа, «Али, үлтер уны!», — тигән өҙөк-өҙөк тауыштар ишетелә. Көрәштән һуң Мөхәммәт карьераһын тамамларға йыйынмауы тураһында иғлан итә, был алыштан һуң уға үҙенә үҙе биргән «Бөйөк» тигән ҡушамат тағыла. Формандың иһә әхлаҡи яҡтан рухы төшә, еңелеүенә төрлө сәбәптәр таба (йә арҡан бушаҡ, йә рефери тиҙ һанай, йә һыу ағыуланған).

Форман менән көрәштән һуң Али дандың иң юғары нөктәһендә була, фаворит булып һаналған чемпионды был алышта еңә. Мөхәмәт 5,5 миллион доллар ала, был Луис Джо, Рокки Марчиано һәм Демпси Джек үҙҙәренең карьераларында эшләп алған алған аҡсанан күпкә артығыраҡ. Һәм иң мөһиме, ул барыһына ла үҙен әле иртәрәк иҫәптән төшөрөп ҡалдырҙыуҙарын иҫбатлай. Форманды еңгәндән һуң бер нисә аҙна үткәс, АҠШ президенты Джеральд Форд Алины Аҡ йортҡа саҡыра. Күптән түгел генә быны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын булыр ине, сөнки Мөхәммәт үҙенең һуғышҡа ҡаршы сығыштары менән хөкүмәт етәкселәренең йәберендә була. Фордҡа Али менән әңгәмә оҡшай, аҙаҡ ул уны принципиаль кеше тип атай. Спорт баҫмалары Мөхәмәтте һәр төрлө бүләкләй башлайҙар (The Ring журналы Алины йыл боксеры, Sports Illustrated — йыл спортсыһы тип атай).

1975 йылдың 25 февралендә Мөхәмәт Элайджа вафат була — Али өсөн был ауыр ҡайғыға әүерелә. Элайджа уның рухи атаһы була, һәм уның үлеменән һуң Мөхәмәт ныҡ төшөнкөлөккә бирелә. «Ислам милләте» башлығын юғалтҡас, төрлө фракцияларға тарҡала. Ҡайғыһына ҡарамаҫтан, Мөхәмәт Элайджаның һәр яҡлап килгән кеше түгеллеген аңлай, сөнки тормошоноң килешһеҙ яҡтары тураһында имеш-мимештәр йөрөй. Шунлыҡтан Али Элайджаның улы Уоллесҡа эйәрергә ҡарар итә, ул аҡ тәнлеләргә ҡарата сабыр ҡарашта булырға өндәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, шундай уҡ фекерҙе Алиға үлере алдынан Малкольм Икс та һеңдерергә теләгәйне, әммә Али уны ҡабул итмәгәйне.

Донъя чемпионы титулын ҡайтарып алғас, Алиның спортта тағы бер маҡсаты ҡала — ул өсөнсө тапҡыр Фрейзер менән осрашырға теләй. Был алышҡа тиклем ул Чак Уэпнерҙы, Рон Лайлды һәм Джо Багнерҙы еңеп сыға. Был көрәштәрендә иртә нокауттарға ебәреү булмаһа ла, бөтәһендә лә ышаныслы еңеү яулай. Тик Уэпнер менән булған көрәш кенә ташлама булып иҫәпләнә, сөнки уйын барышында Мөхәммәт нокдаунға эләгә, әммә һуңғы раундта алышты ваҡытынан алда бөтөрөүгә ирешә. Залда ултырған йәш актёр Сильвестр Сталлонены был көрәш атаҡлы «Рокки» сценарийын яҙыуға рухландыра һәм уның йондоҙло карьераһына старт бирә. Был ярыштан һуң Али Тони Перестың судьялығы тураһында киҫкен фекер әйтә, уны «әшәке эт» тип атай. Рефери Мөхәмәтте судҡа бирә, әммә эше отола, аҙаҡ ике яҡ та килешәләр, ә Мөхәммәт Пересты хатта үбеп ала.

«Манилалағы триллер»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Али ҡатыны Вероника менән Аҡ йортта АҠШ президенты Джимми Картер янында. 1977

Алиның Фрейзер менән өсөнсө алышын Филиппиндың баш ҡалаһы Манилала үткәреүгә ҡарар ителә. Ил президенты Фердинанд Маркос Заирҙан Мобуту кеүек үк бүләк фонды булдыра, ул 14 миллион доллар тәшкил итә, боксерҙар уны 9 миллион Алиға, 5 миллион Фрейзерға нисбәтендә бүлешәләр. Алыш үтеү мәленә Али ҡатыны Мелинда менән айырылышыу сигендә була. Президент Маркос менән осрашыуында Али үҙенең әхирәте Вероника Поршты ҡатыны итеп таныштыра. был әлбиттә киң мәғлүмәт сараларында фашлана. Алыштан аҙ ғына алда Али Фрейзер өҫтөнән мыҫҡыллауҙарын башлап ебәрә.Ул уны горилла тип атай, һәр ерҙә маймыл ҡурсағын алып йөрөп, уңайлы форсат табып, уны туҡмай, үҙе һөйләнеп: «Әйҙә, горилла, Манилала триллер ойошторабыҙ,»- тип кешеләрҙе көлдөрә. Бәлки, ошо ваҡиға ике бөйөк боксерҙар араһында һуңғы тамсы булалыр, сөнки был алыштан һуң Фрейзер бер ҡасан да Али менән бергә фотоға төшмәй һәм уның менән осрашмаҫҡа тырыша.

1975 йылдың 1 октябрендәге был алыш бокс тарихына «Манилалағы триллер» тип инеп ҡала. Көрәш алдынан рингҡа еңеүсегә тәғәйенләнгән президент Маркостың бүләген сығаралар, был алтын ҡоролошто Али, зал көлөүе аҫтында, үҙенең мөйөшөнә алып барып ҡуя. Ярыш ғәҙәттән тыш юғары һауа температураһы −30 градустан да ашыу эҫелә уҙа. Был бокс тарихында иң яҡшы көрәштәрҙән һанала, өҫтөнлөк теге йәки был көрәшсегә күсә. Али, бәлки, бик үк яҡшы формала булмағанлыҡтан, тиҙерәк нокаутҡа ебәреүгә ынтыла. Ике раунд дауамында Али өҫтөнлөк итә, әммә Фрейзер еңеүгә ынтылышын көсәйтеп, алыш барышын тигеҙләй. Алтынсы раундта Алиның башына көслө уң хук эләгә, әммә ул бирешмәй. Боксерҙар бер-береһенә һөжүм яһайҙар, һәм алыш асыҡтан-асыҡ «тураҡлау» һуғышына әйләнә. 14 раундта Фрейзерҙың тренеры уйынды туҡтата, шеш тулыһынса Фрейзерҙың һул күҙен ҡаплай, ә уң күҙе бөтөнләй тиерлек күрмәй. Рефери өс бармағын күрһәтә һәм һанауын һорай, Джо «бер» тип яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта Али үҙенең мөйөшөндә: «Мин арыным, бирсәткәләрҙе сисегеҙ»,- тип үтенә. Мөйөш табибы версияһы буйынса чемпион 15-се раундты йырып сыға алмаҫ ине. Судья ярышты туҡтатмаһа, уйын кем файҙаһына тамамланыр ине, билдәһеҙ. Ошоноң менән бокс тарихындағы бөйөк алыш тамамлана, Али көрәштә еңеп, титулын һаҡлап ҡала. The Ring. журналы версияһы буйынса был ваҡиға «Йыл һуғышы» статусын ала.

Алыштан һуң ике боксер ҙа ныҡ ҡаҡшай. Фрейзерҙың күҙе ағып төшә, һәм уның ныҡ асыуы килә (ул алышты дауам итергә теләй), ә Алиның сисенеү бүлмәһендә ысын фажиғә килеп сыға. Уның бүлмәһен һаҡлап торған полиция хеҙмәткәре пистолеты менән уйнап, яңылыш башына атып ебәрә, инеп килгән Мөхәммәт шаҡ ҡата. Әле ул рингта булған хәлгә оҙаҡ ышанмай йөрөй, һуңынан инде шул ваҡытта еңел генә һәләк булыр инем тигән һығымтаға килә. Артабанғы интервьюларында ул Фрейзерҙы тарихта үҙенән ҡала икенсе бөйөк боксер тип атай.

1976 йылда Жан-Пьер Купманға ҡаршы көрәшеп, титулын уңышлы яҡлай.

Джимми Янг менән һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылдың апрель айында Алиның Джимми Янги менән осрашыуы үтә. Али рингҡа күрәләтә ауырайған кәүҙә менән сыға, шуға ла ярышташынан яйыраҡ була. Йәшерәк тә һәм еңелерәк тә Янг аралыҡтан тороп сәпәй, шуға ла еңеүҙә өҫтөн сыға башлай. Ул мөмкинлек булһа сигенә һәм Алиның һуғыуҙарынан һаҡланып ҡалыу өсөн башын йыш түбән тота. Мөхәммәт эргәһенә ныҡ яҡын килеп терәлгән осраҡта, Янг арҡанға арты менән борола. Күптәр өсөн Янгтың көрәш алымы иҫ киткес яҡшы стратегия булып күренә, ул көрәштәшенең көслө яҡтарын нейтралләштерә һәм уға алыш барышын тик үҙенең шарттары буйынса алып барырға мәжбүр итә, был Алиның һөжүм итеүсе боксерҙар менән көрәшә алмағанлығын асып һала. Ҡалғандар өсөн Янг ҡурҡаҡ булып күренә, сөнки һәр тапҡыр, Мөхәммәт өҫтөнлөк итә башлаһа, ул уйынды туҡтатыуҙы һорай. Али ярышташына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алмай, тик ун икенсе раунда Янгты ауыр нокдаунға ебәрә. Көрәш аҙағында еңеүҙе судьялар бер тауыштан Алиға, ә шул уҡ ваҡытта рәсми булмаған судьялар еңеүҙе Янгҡа бирәләр. Ҡарар бәхәсле була: көйәрмәндәр һәм журналистар фекере буйынса Янг яйыраҡ Мөхәммәт Алины уҙҙырып ебәрә һәм ул чемпион булырға тейеш ине. Лестер Бромберг (The Ring журналының элекке мөхәррире) был ҡарарҙы «пародия» тип атай. Көрәш телевидение аша трансляциялана һәм күп кенә тамашасылар ҙа был ҡарар менән килешмәй. Хатта Али үҙе лә, уның тренеры Анджело Данди ла карьерала иң насар алыш булды, тип әйтәләр. Күптәр уға бынан һуң отставкаға китергә кәңәш итәләр.

Сентябрь айында Алиның Кен Нортонға ҡаршы өсөнсө һуғышы үтә. Был уйын тәүге ике алыштың дауамы һымаҡ була, Нортон һуғыш башында яҡшы булһа, Али аҙағында хәлде тигеҙләй, һәм һуңғы раундта Мөхәмәт көслөрәк булып сыға. Киләһе уйында Али уругвай боксеры Альфредо Эвангелистаға ҡаршы сығыш яһай, профессиональ боксҡа ул барлығы 19 ай элек килгән була. Һуғыш 15 раунд буйы дауам итә һәм бик күңелһеҙ була, Мөхәммәт еңеп сыға, әммә журналистар бокс тарихында был алышты иң насар алыш тип иҫәпләйҙәр. Киләһе уйында 12 раундтан һуң инглиз нокаутсыһы Эрни Шейверстан өҫтөн була, әммә 14-се раундта инглиз чемпионы Алины шаҡ ҡатыра, һәм шаһиттарҙың күрһәтмәләре буйынса Мөхәммәт саҡ аяғында баҫып тора, шулай ҙа бирешмәй, 15-се раундта еңеп сыға. Был көрәшенән һуң Алиның табибы — Фредди Пачеко — әгәр ошондай алыш тағы ҡабатланһа, уның ҡарауҙағы кешеһе һаулығы өсөн ҙур зыян килтерәсәк тигән һығымтаға килә. Докторы шул тиклем көйһөҙләнә, карьераһын тамамлауға күндереү өсөн тренеры Анджело Дандиға, «Ислам милләте» башлығы Мөхәмәт Уоллесҡа үтенеп хаттар яҙа.

Али Леон Спинксҡа ҡаршы сығып көрәштәрен дауам итә. Тәүҙә ярыш исемлегендә ней бары 7 алыш булған йәш боксер менән Али көрәшеүҙән баш тарта, шулай ҙа ярыш үтә, сөнки Леон олимпия чемпионы була. 1978 йылдың 15 февралендә боксерҙар рингҡа сыға, Алиның үкенесенә ҡаршы, был алыш коммерция уңышы менән файҙаланмай, сөнки күбеһе Спинкс чемпионға едти көнәркәшлек булырға һәләтле түгел, тип һанай. Журналистар Алинан уның матч алдынан оппонентына ҡарата булған бәйләнеүҙәрен «һурып» алырға маташыуҙарына ул баш тарта һәм был был ахмаҡлыҡ булып күренер ине, тип әйтә.

Һуғыш алдынан Али бер нисә спарринг үткәрә, уның ҡарауы уйынға һүлпән әҙерләнә, сөнки үҙен абсолют фаворит тип иҫәпләй. Али көрәш ваҡытында үҙенең һыналған һаҡланыу һәм бер рәттән оппонентын арҡан эргәһендә хәленән тайҙырыу тактикаһын ҡуллана, әммә Спинкс арырға ла уйламай. Һуңғы раундҡа көрәш Спинкстың ҙур булмаған өҫтөнлөгө менән абсолют тигеҙ була. Өс судьяның икәүһе еңеүҙе уға бирәләр- был ысын мәғәнәһендә сенсация була. Матчтан һуңғы матбуғат конференцияһында Али тулыһынса еңелеүен таный, Спинкстан айырмалы рәүештә үҙенең яҡшы булмаған алышын билдәләп үтә. Теүәл ярты йылдан һуң Али яңынан Спинкс менән осраша. Көрәш «Нью-Орлеанс Супердоумда» 65 000 тамашасы ҡатнашлығында уҙа, Мөхәммәт йәш боксерға һабаҡ бирергә йыйына. Бишенсе раундта Али бер нисә теүәл һуғыуҙар үткәрә, һәм Леон асыҡтан -асыҡ мөйөшкә ҡарап, кәңәш һорай. Һуғыш 15 раунд буйы дауам итә, Мөхәммәтте судьяларҙың бер тауышынан еңеүсе тип иғлан иткәндәренән һуң береһе лә ғәжәпләнмәй, ул Джо Луистың рекордын ҡабатлап, өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай. Бер йыл үткәс, Али үҙенең карьераһында Леондан еңелеүен иң үкенеслеһе тип әйтә.

Карьераһының тамамланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике йыл дауамында Али рингҡа сыҡмай, карьераһы барышында ул 50 миллион доллар самаһы аҡса эшләй, әммә бәләкәй генә өлөшөн бизнесҡа һала, ҡалғаны үҙен уратып алған яҡындарына китә. 1980 йылда Али аҡсаға мохтажлыҡ тоя, был яңынан көрәш үткәреүгә сәбәп була. Был мәлгә Мөхәмәттең рингка сығыу теләге булмай, уны ғәмәлдәге донъя чемпионы Ларри Холм менән осраштыралар. Боксерҙар бер-береһе менән яҡшы таныш булалар, сөнки Холм Алиның күнекмәләрҙәге спарринг-партнеры була. Алыш 1980 йылдың 2 октябрендә уҙа, был мәлгә Алиға 38 йәш була, кәүҙәһе ауыр, һәм ҡарамаҡҡа ла ул яй күренә. Чемпион Алины хөрмәт итә, ветеранға зыян итергә теләмәй, әммә көрәш барышында ул уға күп тапҡыр имгәнеүҙәр килтерә. Күптәр Холмстың Алины ныҡ йәрәхәтләүҙән ҡурҡып. уны нокаутҡа ебәрергә ынтылмай, тип иҫәпләй. Унынсы раундта Анджело Данди Мөхәмәтте рингҡа сығармай: «Мин баш секундант! Алышты туҡтатыуҙы талап итәм!», -тип ҡысҡыра. Был Мөхәмәттең алышта ваҡытынан элек еңелгән көрәше була. Камера залдағы күп илаусы ултырыусыларҙы эләктереп ала.

Һуңғы һуғышы өсөн Али 8 миллион доллар тирәһе аҡса ала, һәм уның финанс хәле күпкә яҡшыра. Был юлы ул аҡса менән уйлап эш итә, уны бизнесҡа һәм күсемһеҙ милеккә һала. Әммә, матди яҡтан уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, яңынан рингҡа сығырға ҡарар итә һәм уның менән иң алдынғы боксерҙарҙың һуғышырға теләмәүен күреп ғәжәпләнә, шулай уҡ штаттың атлетик комиссиялары ла һаулығы арҡаһында уға лицензия бирергә йыйынмай. Бөтә был ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Али Канаданың ҙур ауырлыҡтағы боксеры Тревор Бербик менән көрәш өсөн рөхсәт алыуға ирешә. Был юлы Мөхәмәт Холмс менән көрәшендәгегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ күренә, хатта бишенсе раундта өҫтөнлөк итә. Шуға ҡарамаҫтан, Али унынсы раундта судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән был ярышта еңелә. Был алыштан һуң ул карьераһының тамамланыуы тураһында иғлан итә һәм профессиональ рингҡа бер ҡасан да сыҡмай.

Паркинсон ауырыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылдың сентябрь айында Али ишетеү, телмәр һәләттәренең насарайыуы, һәм орагнизмының мотор функциялары боҙолоуы сәбәпле Нью-Йорктың пресвитериан дауаханаһына урынлаштырыла. Анализдар һәм тестарҙан һуң табиптар уны Паркинсон ауырыуы менән яфалана тигән һығымтаға киләләр. Был юнәлмәй торған ауырыу булғанлыҡтан, бөтә дауалау ысулдары еңеллек килтереү өсөн генә юнәлтелә. Алиға хәрәкәт етешһеҙлектәрен бөтөрөү өсөн препарат (леводоп) тәғәйенләнә

Алиның дауаханаға эләгеүе, шулай уҡ бер нисә боксерҙың рингта үлеүе киң ижтимағи резонанс тыуҙыра. Абруйлы медицина журналдары Journal of the American Medical Association (JAMA) һәм The Lancet профессиональ бокс карьераһының организм өсөн зыяны тураһында мәҡәләләр баҫтырып сығара. JAMA баҫмаһында 38 боксерҙың һаулығы торошоноң тикшереү һөҙөмтәләре нәшер ителә, яртыһынан күбеһендә төрлө төрҙәге мейе йәрәхәттәре булыуы асыҡлана. Был тикшеренеүҙәр нигеҙендә АҠШ-та профессиональ боксты тыйыу буйынса кампаниялар башлана. Али үҙенең юнәлмәй торған ауырыуын белгәндән һуң да, был тыйыуҙарға ҡаршы сыға, бокс — афроамерикандарҙың тормошта уңышҡа өлгәшеү өсөн төп мөмкинселеге тип аңлата.

Али Паркинсон ауырыуы симптомдары менән яфаланһа ла, уның аҡылы аныҡ ҡала, һәм ул үҙен ислам диненә хеҙмәт итеүгә бағышлауға ҡарар итә. Мөхәмәт кешеләргә ярҙам итә башлай, ул 100 000 доллар иғәнә эшләй. Карьераһының тамамланыуына арналған тантанала Алиға иҫтәлекле гәүһәр йөҙөк тапшыралар, ул уны шул уҡ кистә ғәрип ҡыҙға бүләк итә. Мөхәмәт үҙенең танылғанлығын мохтажлыҡта йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн ҡуллана, һәм етеш йәшәгән кешеләрҙе үҙенең миҫалына эйәрергә һорай, һәм уны күбеһе тыңлай. Шулай уҡ Али Ливан һәм Ираҡтағы ислам экстремистары менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.

Физик хәленең насарайыуы, шулай уҡ яңы барлыҡҡа килгән «спорт тәреһе» Майкл Джордандың килеп сығыуы Алиға иғәнә йыйыуға ҡамасаулай. Шунлыҡтан ул күп ваҡытын ҡатыны Лонни менән Мичигандағы фермаһында үткәрә. Карьераһын тамамланғандан һуң нәҡ Лонни бөтә финанс эштәрен алып барыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Ул Алины шикле килешеүҙәрҙән йолоп алып ҡала һәм иренең исеме аҫтында аҡса эшләргә теләгән тирә юнендәге кешеләр менән араларҙы өҙә. Лонни эшсән идара итеү буйынса магистр була, шулай уҡ бизнесты алып барыу буйынса тәжрибәһе ҙур булғас, иренең 3,5 миллион долларға баһаланған мөлкәте менән уңышлы эш итә.

1994 йылда Джордж Форман донъя чемпионы титулын кире ҡайтарып, тарихҡа иң ҡарт чемпион булараҡ инеп китә. Үҙенең интервьюһында Али: « Был минең яраға тоҙ һалды, минең дә боксҡа ҡайтҡы килде. Ләкин таң атты — миңә югереп алырға ваҡыт етте. Кире түшәккә яттым да, үҙемә үҙем „Ярай, барыбер мин иң бөйөгө“ тип әйттем»,- тип һөйләй. 1996 йылда Али Атлантала олимпия утын тоҡандырыу хөрмәтенә лайыҡ була. Ойоштороусылар ҙур борсолоу кисерә, сөнки шул ваҡытҡа инде Али ҡыйынлыҡ менән һөйләшә. Әммә Али үҙенә тапшырылған ролде ышаныслы үтәй: 80 000 кешенең күҙе алдында ул олимпия утын тоҡандыра. Олимпия урындары барышында Али күп ярыштарҙа була, олимпия ауылына барып, күп спортсылар менән аралаша. Олимпиада уның тормошоноң әүҙемләшеп китеүенә ыңғай йоғонто яһай, хәйриә фондына күп аҡсалар килә, табыныусылары почта йәшниген хаттар менән тултыра. Ул һәр хатты уҡып ишеттереүҙәрен талап итә һәм аҙнаһына 2000 -гә яҡын автограф ҡуя. Лонни бындай ҙур көсөргәнеш иренең һаулығына зыян итер, тип борсола һәм уның өсөн көндәлек теҙмә төҙөй. Ваҡытының яртыһынан күп өлөшөн Али үҙенең компанияларына һәм хәйриә фондына булышлыҡ итеүгә, ә икенсе яртыһын — төрлө компаниялар (Adidas, Gillette, IBM һ.б.) менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн тотона (үҙҙәренең әйберҙәрен рекламалау өсөн Алиның исемен ҡулланы хоҡуғы өсөн түләйҙәр)

Али күп сәйәхәт итә, 1998 йылда ЮНИСЕФ-тың изге ихтыяр илсеһе була, Африка һәм Азия илдәре буйлап йөрөй. 2002 йылда Афғанстандағы ҡыҙҙар өсөн мәктәптә булып китә, был илдә талибан ҡанундарына ярашлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың уҡыуға хоҡуғы булмай. Шулай уҡ Али 2003 йылда АҠШ ғәскәрҙәренең Ираҡҡа баҫып инеүе буйынса тәнҡитләп сығыш яһай.

2011 йылдың 15 ноябрендә Али үҙ карьераһы барышындағы төп оппоненты — Джо Фрейзерҙы ерләшеүгә бара

2016-сы йылдың 2 июнендә Мөхәммәт хәле насарайыу сәбәпле Скоттсдейл (АҠШ, Аризона штаты) дауаханыһына эләгә. 2016-сы йылдың 3 июнендә 75-се йәшендә фават була. Үлеме «асыҡланмаған тәбиғи сәбәптәр арҡаһындағы» "септик шоктан” тип билдәләнә. Ерләү 2016-сы йылдың 10 һәм 11 июнендә тыуған ҡалаһы Луисвиллда (АҠШ, Кентукки штаты) үтә. Ҡала башлығы бөйөк боксерҙың үлеме менән бәйле бөтә флагтарҙы төшөрөргә бойороҡ бирә.

Ғаилә вәкиле хәбәр итеүенсә, Али үҙенең ерләүҙәрен үткәреү буйынса план төҙөгән. Ике көнлөк ерләү тантанаһын үткәреү буйынса KFC Yum аренаһы — 1981 йылда Луисвиллда Алиның һуңғы алыш үткән урын һайланған. Тәүҙә хушлашыу тантанаһы ислам дине йолалары буйынса үтә. Ерләү процессияһы Алиның тормошонда мөһим роль уйнаған Луисвилл ҡалаһы аша — бала сағы үткән йорттан алып уға арналған музейға тиклем үтеү менән тамамлана.

Алиның өсөнсө никахта тыуған ҡыҙы Ләйлә Али, урта ауырлыҡта бокс буйынса донъя чемпионы. 2007 йылда профессиональ карьераһын тамамлағансы бер еңелеүгә лә дусар булмай

Али дүрт мәртәбә өйләнә, уның ике улы һәм ете ҡыҙы бар. Беренсе ҡатыны Сонджи Рой официант була (ингл. Roi Sonji), осрашыуҙан һуң бер ай үткәс парҙар өйләнешә. «Ислам милләтенең» остаздары уның мосолман булмаған ҡатын менән никахҡа инеүенә борсолалар һәм, ахыр сиктә, динен йәки ҡатынын һайларға ҡушалар. 1965 йылдың 23 июнендә парҙар айырылышыуға ғариза бирә. Суд барышындағы сығышында Али ҡатынының мосолман ҡанундарына буйһонорға теләмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Сонни Листон менән осрашыу алдынан булған матбуғат конференцияһына ҡатынының шаран-яра кейенеп килеүенә зарлана. Суд эше 1966 йылдың ғинуарына, рәсми рәүештә парҙар айырылышҡанға тиклем дауам итә

1967 йылдың 17 авгусында Али Белинда Бойдҡа өйләнә, ул туйҙан һуң ислам динен ҡабул итеп, исемен Халила Алиға үҙгәртә. Парҙарҙың дүрт балаһы бар: ҡыҙҙары Мариюм (1968), игеҙәктәр Рәшиҙә менән Джамила (1970) һәм улы кесе Мөхәммәт Али (1972). 1970 йылдар уртаһында парҙар араһында мөнәсәбәттәр боҙола башлай, быға Мөхәмәттең бик күп табыныусы ҡатын-ҡыҙҙары сәбәп була. Уларҙың береһе Вероника Порш (ингл. Veronica Porsche) — фотомодель, ул Алиның Джордж Форманға ҡаршы көрәшендәге плакаттарҙа төшә. Мөхәмәттең көрәшкә әҙерләнгән сағында ул да Заирҙа була. Ҡатыны ла был лагерҙа булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың романы башлана.1977 йылдың йәйендә Халила һәм Али айырылышалар, аҙаҡ ул Вероника Поршҡа өйләнә. Күп тә үтмәй уларҙың ҡыҙҙары Хана (1976) һәм Ләйлә (1977) тыуа, киләсәктә Ләйлә бокс буйынса абсолют донъя чемпионы була, 1986 йылда Вероника менән Али айырылышалар.

1986 йылдың 19 ноябрендә Али Иоланта «Лонни» Уильямсҡа өйләнә, уның менән ул Луисвиллда йәш саҡта таныш була. Парҙар биш йәшлек Асаад Әмин (1981)тигән малайҙы уллыҡҡа ала. Асаад та үҙенең ғүмерен спорт менән бәйләргә ҡарар итә, ул бейсболсы була һәм 2009 йылда «Лос-Анджелес Энджелс» командаһына алына. Бынан башҡа Алиның никахтан тыш ике ҡыҙы бар: Мия(1972) һәм Калия (1974).

Уйындарҙы алып барыу тактикаһы һәм стиле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр бокс алышы буйынса ҡанундар төҙөргә кәрәк булһа, Али уларҙың һәр барыһын тиерлек боҙор ине. Ул ринг буйлап аяҡ осонда ғына хәрәкәт итеп, дошманының һуғыуҙарынан янтайып, бейегән һымаҡ йөрөй, шулай итеп үҙенең көрәш стилен булдыра. Ғәҙәти булмаған алымын Мөхәммәт һөжүм ваҡытында ла күрһәтә, дошманын аралыҡта тоторға тырышып, дәғүәсегә көтөлмәгән яҡтан һуға. Бында уның ҡулланылған джебтары (ҡапыл һуғып ебәреүе) ла ярҙам итә, уның антропометрик мөмкинлектәре лә уның файҙаһына була, уның буйы191 см. Мөхәммәт һөжүм ваҡытында кәүҙәгә ҡарағанда башҡа һуғыуҙы өҫтөн күрә

Али карьераһының иң юғары нөктәһендә юғары тиҙлеккә эйә була, был күрһәткес буйынса күп оппоненттарын уҙып китә. Ринг буйынса хәрәкәте һәм һуғыуҙары шул тиклем тиҙ була, уны ярымурта ауырлыҡтағы тиҙлектең ауыр атлеты тип атайҙар. Мөхәммәт тиҙлектәге өҫтөнлөктө һаҡланыуҙа файҙалана, алыш ваҡытында үҙенең рефлексына — нимә отошло, нимә хәүефле — таянып эш итә. Күп белгестәр Алиның үҙ көсөнә ныҡ ышанған һаҡланыуын тәнҡитләй. Ул бер ҡасан да тиерлек һаҡланмай, бынан оппоненттары йыш файҙалана. Уңышһыҙ һаҡланыуға сағыу миҫал булып Алиның Джо Фрейзерға ҡаршы беренсе сығышы иҫәпләнә, был уйында чемпион судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән еңелә.

Еңел булып күренгән хәрәкәтенә ҡарамаҫтан Али нокаутҡа оҫта ебәреүгә эйә була: карьераһында 37 алышын ваҡытынан алда тамамлай, шуларҙың эсенән 12 -һе тик нокауттарҙан тора, ә 25 алышы судья тарафынан туҡтатылған техник нокаут- алыш була. Ныҡ яңаҡлы булыуы ла уның яҡшы сифаты тип атарға була. Карьераһы барышында ул күп һуғыуҙарҙы үткәрә, ләкин һәр ваҡыт аяғында баҫып тороп ҡала. Кен Нортонға ҡаршы алышында ул һынған яңаҡ менән көрәшен дауам итә. Ә Сонни Бэнксҡа, Генри Куперға һәм Чак Уэпнерға ҡаршы көрәштәрҙә нокдаунға китеүенә ҡарамаҫтан, алыштарҙа еңеп сыға.

Али оппонентына ҡарата психологик йоғонто яһай белә. Ул дошманына ҡарата шиғырҙар яҙып һәм еңерен алдан әйтеп, һөжүмде матбуғатта башлай. . Ул йыш ҡына үҙенең буласаҡ ярышташын сығарынан сығара алыуға ирешә, мәҫәлән, Джо Фрейзер Алиның Паркинсон ауырыуы асыҡланғас та уны ғәфү итмәй. Фрейзерҙың үлеменә тиклем бер нисә йыл ҡалғас ҡына боксерҙар яраша, әммә Джо үҙенең интервьюларында һаман да Алиның ғәфү үтенеүен көтәм, тип мәрәкәләп һөйләй.

Луисвиллда 1978 йылда боксер хөрмәтенә аталған Мөхәмәт Али бульвары бар. Тәүге айҙарҙа Али исеме менән аталған байтаҡ юл билдәләрен урлайҙар. Шулай уҡ Луисвиллдағы Үҙәк мәктәпте Али исеме менән атау планлаштырыла, әммә был килеп сыҡмай. Ассошиэйтед пресс (1993) агентлығы тикшеренеүҙәренә ярашлы, Америка спортсылары араһында иң билдәле булараҡ Мөхәмәт Али Бейб Рут менән беренсе юлды бүлеше. АҠШ-тың 12 йәштән алып яҡынса 97 % һорау алынған гражданы Алины белә. 2008 йылда уның исеме Майкл Джордан ҡыҫырыҡлап сығарғандан һуң өсөнсө урында була.

«Мөхәмәт Али үҙәге»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылдың 19 ноябрендә Али менән Иолантаның өйләнешеүенең 19 йыллығына ҡарата Луисвиллда «Мөхәммәт Али үҙәге» асыла. Ҡоролма Алиның тормошона арналған музей менән бергә мәҙәни-ара үҙәк булып тора. Бынан тыш бында «донъя эштәре, социаль яуаплылыҡ һәм әхлаҡи үҫеш» менән бәйле күргәҙмәләр үтеп тора. Алты ҡатлы бина 8988 м² майҙанды биләй. Төҙөлөшкә киткән сығымдар 80 миллион доллар тәшкил итә.

Мәҙәниәттә иҫкә алыныуы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя чемпионы һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ Али күп һанлы баҫмалар, китап, фильмдар һәм башҡа материалдарҙың предметы була. 1963 йылда Али «Бөйөк» исеме аҫтында альбом сығара. Мөхәммәт Sports Illustrated спорт баҫмаһының тышында 37 тапҡыр сыға, был журнал тарихында Майкл Джордандан ҡала икенсе һөҙөмтә. 1975 йылда Алиның Ричард Дарем тарафынан яҙылған «Бөйөк. Минең тарих» тигән автобиографияһы донъя күрә. 1977 йылда был китап буйынса фильм төшөрөлә, унда Али үҙе булып уйнай. 1996 йылда Алиның Джордж Форман менән алышына арналған «Беҙ королдәр булған саҡта» тигән документаль фильм төшөрөлө. Был фильм «Иң яҡшы тулы метражлы документаль фильм» номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була. 2001 йылда прокатҡа «Али» тигән нәфис фильм сыға, Мөхәмәтте Уилл Смит уйнай һәм иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскарға» тәҡдим ителә. Күңел асыу индустрияһына индергән өлөшө өсөн Али Голливудтың «Дан аллеяһы» йондоҙона лайыҡ була. Мөхәмәт Алиның йондоҙо берәү генә, ул тротуарға түгел, ә «Долби» театр стенаһына беркетелгән. Быны Али үҙе һораған, сөнки ул юлаусыларҙың ислам пәйғәмбәрен тапап үтеүен теләмәгән

Али ҡатыны Иоланта менән АҠШ президенты Джордж Буш кесенең ҡабул итеүендә — Президент Азатлыҡ миҙалы менән бүләкләү ваҡытында, 2005 йыл
  • Эллис утрауҙары Почетлы миҙалы
  • Президент гражданлыҡ миҙалы АҠШ-президенты Билл Клинтон тапшыра
  • Президенттың Азатлыҡ миҙалы (2005). АҠШ президенты Джордж Буш кесе- тапшыра
  • Отто Ган исемендәге тыныслыҡ миҙалы (2005)
  • Филадельфияның Азатлыҡ миҙалы (2012)
  • Аmnesty international ойошмалары наградаһы
  • «Быуат кентуккисыһы».
  • «Быуат луисвиллсыһы».
  • The Ring журналы версияһы буйынса «Йыл боксеры» (1963, 1966, 1972, 1974, 1975, 1978).
  • Ring The журналы версияһы буйынса «Унйыллыҡтың боксеры» (1960)
  • The Ring журналы версияһы буйынса «Йыл алышы»: Джонс Дагҡа (1963), Сонни Листонға (1964), Джо Фрейзерға (1971), Джордж Форманға (1974), Джо Фрейзерға ҡаршы (1975).
  • Sports Illustrated журналы версияһы буйынса «Йыл спортсыһы»(1974).
  • Бокс даны залына һайлана (1987).
  • Бокс данының Халыҡ — ара залына индерелә (1990).
  • ESPN (1997) каналынан Артур Эш исемендәге бүләк
  • The Ring (1998) журналы версияһы буйынса тарихтағы бөйөк ауыр атлет
  • Ассошиэйтед пресс версияһы буйынса XX быуаттың бөйөк ауыр атлеты
  • «Бөтә ваҡыттарҙың һәм халыҡтарҙың бөйөк боксерҙары» версияһы буйынса рейтингта 3-сө урын
  • GQ журналы версияһы буйынса «Быуат атлеты»
  • Sports Illustrated журналы версияһы буйынса «XX быуат спортсыһы»
  • Би-би-си версияһы буйынса «Быуат шәхесе»

Көрәш һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бокс
  • The Official Muhammad Ali Website. — Официальный сайт. Проверено 23 июня 2013. Архивировано 24 июня 2013 года.
  • Muhammad Ali. — Послужной список на сайте BoxRec. Проверено 23 июня 2013. Архивировано 24 июня 2013 года.
  • Мuhammad Ali. — Фильмография на сайте Internet Movie Database. Проверено 23 июня 2013. Архивировано 24 июня 2013 года.