Фердинанд Маркос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фердинанд Маркос
ингл. Ferdinand Emmanuel Edralin Marcos
тагал Ferdinand Emmanuel Edralin Marcos
исп. Ferdinand Emmanuel Edralin Marcos
Ilocano: Ferdinand Emmanuel Edralin Marcos
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Филиппин
Philippine middle name Edralin[d]
Ҡушамат Apo Lakay
Тыуған көнө 11 сентябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Саррат[d], Северный Илокос[d], Илокос[d], Филиппин[5]
Вафат булған көнө 28 сентябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][4][6][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Гонолулу[d], Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе бөйөр етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны Либинган-Нг-Мга-Баяни[d]
Атаһы Мариано Маркос[d]
Әсәһе Josefa Edralin Marcos[d][7]
Бер туғандары Пасифико Маркос[d], Elizabeth Marcos[d] һәм Fortuna Marcos-Barba[d]
Хәләл ефете Имельда Ромуальдес Маркос[d]
Балалары Имельда Маркос[d], Фердинанд Маркос-младший[d], Ирэн Маркос[d] һәм Aimee Marcos[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә һәм тагальский язык[d]
Өсөн хөкөм ителгән proxy murder[d][8][9]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы президент Филиппин[d], премьер-министр Филиппин[d], министр национальной обороны Филиппин[d], председатель Сената Филиппин[d], член Палаты представителей Филиппин[d] һәм член Сената Филиппин[d]
Уҡыу йорто Школа права Филиппинского университета[d]
Филиппинский университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Националистическая партия[d] һәм Kilusang Bagong Lipunan[d]
Участвовал в выборах 1965 Philippine presidential election[d], 1969 Philippine presidential election[d] һәм 1981 Philippine presidential election and referendum[d]
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Сухопутные войска Филиппин[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
цепь ордена Изабеллы Католички Большой крест ордена Военных заслуг (Белый дивизион) орден Сикатуны орден Раджамитрабхорна Большая звезда почётного знака «За заслуги перед Австрийской Республикой» орден Хусейна ибн Али орден «Звезда Республики Индонезии» орден Экваториальной звезды орден Темасека кавалер ордена Заслуг pro Merito Melitensi орден Звезды Социалистической Республики Румыния Большая лента Высшего ордена Хризантемы шеф-командор ордена «Легион почёта» орден Царицы Савской
Суффикс поколения Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Фердинанд Маркос Викимилектә

Фердинанд Маркос (Ferdinand Emmanuel Edralin Marcos; 11 сентябрь 1917 йыл — 28 сентябрь 1989 йыл) Филиппиндың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Филиппин президенты (1965 — 1986).

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 11 сентябрендә Төньяҡ Илокос провинцияһының ҙур булмаған Саррате ауылында тыуа. Уның атаһы, дон Мариано Маркос Лаоага провинцияһының төп ҡалаһында уҡытыусы, адвокат һәм сәйәси хәрби начальник, һуңынан Минданао утрауындағы Давао провинцияһының губернаторы була. Әсәһе, донья Хосефа Эдралин, бай алпауыт ҡыҙы, мәктәпте тамамлағандан һуң кесе кластарҙа уҡыта. Ата-әсәһе өлгөһөндә Фердинанд Рим-католик сиркәүе яҡлы була. Ул бер ҡасан да тәмәке тартмай, эсмәй, сәләмәт тормош алып бара, филиппин йолаларын хөрмәт итә. Туған теле — илокандан тыш испан һәм инглиз телдәрендә һөйләшә.

Йәшлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылда Маркос Филиппин дәүләт университетының Юридик колледжын тамамлай, хоҡуҡ бакалавры дипломын отличие менән ала, һәм шул уҡ йылда магистр дәрәжәһенә имтихан тапшырыусылар исемлегендә беренсе була. Маркос студенттарҙың лидерҙарының береһе була, ул митингыларҙа бик яҡшы сығыш яһай, Малаканьянгу президент һарайына студенттар демонстрацияларын алып бара, аҙаҡ ул унда сирек быуаттан һуң ул төпләнеп эшләй. Мәктәптәге кеүек үк, университетта ул телмәр оҫталығы өсөн Кесон миҙалы, суд практикаһындағы күренекле оҫталығы өсөн Лаурель миҙалы һәм бәхәстәрҙе оҫта белеүе өсөн Авансенья кубогына, шулай уҡ хәрби фәнде үҙләштереүҙәге уңыштары өсөн алтын миҙалға лайыҡ була. Атаһының сәйәси дәғүәсеһен үлтереүҙә ғәйепләнеп, ул ҡулға алына һәм ғүмерлеккә төрмәгә хөкөм ителә, әммә ҡабаттан үткәрелгән процеста ул шул тиклем оҫта һаҡлана, хатта эште яңынан ҡарағандан һуң унан ғәйепләү алына.

Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тымыҡ океандағы һуғыш башланғанда Маркос армия разведкаһы лейтенанты званиеһында хеҙмәт итә. Рәсми версия буйынса, ул дошман тылдары буйлап рейдтарҙа ҡатнаша, Баатан ярымутрауын һәм Коррехидор утрауын һаҡлаусылар араһында була. 36 мең әсирҙәр араһында (ә уларҙың 25 меңе яндырыусы ҡояш нурҙары аҫтында юлда һәләк була) Маркос Капастағы Кэмп О"Доннел концлагерына тиклем киң билдәле «үлем маршы» аша үтә. Әсирлектән ҡасып, Төньяҡ Лусон партизандарына ҡушыла һәм һуғышты 28 хәрби награда менән майор званиеһында тамамлай. 1944—1945 йылдарҙа илде азат иткәндә ул ЮСАФФЕ хәрби-юридик хеҙмәтендә була, Төньяҡ Лусон Партизан Советының сәйәси ышаныслылыҡты тикшереү буйынса ағзаһы була.

Власҡа табан юл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылда Филиппин бойондороҡһоҙ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң Маркос 1946—1948 йылда президент Мануэль Рохас-и-Акуньяның техник ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 27 йәшендә отставкалағы майор Маркос Төньяҡ Лусондың граждандар хакимиәтен етәкләй, оҙаҡ йылдар буйына сәйәси карьераһының ныҡлы нигеҙе булған Илокан районына етәкселек итә. 1949 йылда Маркос, һайлау мәлендә тауыштарҙың 70 процентын алыуға өлгәшеп, беренсе тапҡыр Төньяҡ Илокостан Филиппин Конгрессының Вәкилдәр палатаһына һайлана. 32 йәшлек Маркос ул саҡтағы филиппин конгрессмендары араһында иң йәше була. 1953 йылда ул тағыла Конгрессҡа һайлана. Уның Конгресстың матбуғат клубында, комитеттарҙа һәм комиссияларҙа эшмәкәрлеге конгрестың күренекле ағзалары иҫәбенә күтәрелеүе менән юғары баһалана (ул Сауҙа һәм сәнәғәт буйынса комитет рәйесе, Һайлау суды ағзаһы, шулай уҡ граждандар хеҙмәтебуйынса комитеттар, иҡтисади планлаштырыу, һуғыш ветерандары комитеты ағзаһы була). «Манила Таймс» гәзите былай тип яҙыла: «Маркос түбәнге палатала бурыс тойғоһон тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай».

1959 йылда Маркос Сенатҡа һайлана. Ул «Төньяҡ лидеры», бигерәк тә Филиппин милли төркөмдәре араһында һаны буйынса өсөнсө урында биләп торған илокандарҙың лидеры булып таныла. Конгресс ағзаһы булараҡ, ул илдең өс президенты Эльпидио Кирино, Рамон Майсая һәм Карлоса Гарсияйҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү мөмкинлегенә эйә була. Либераль партияның вице-президенты сифатында ул 1961 йылда Диосдао Макапагалға ҡарата оппозицияла торған етәкселәрҙең береһе була.

1963 йылдан 1965 йылға тиклем Маркос сенат рәйесе вазифаһын биләй. 1965 йылда ул президентлыҡҡа дәғүә итә, уның һайлау алды кампанияһы эре масштаблы операция булараҡ планлаштырыла. Вәкилдәр палатаһында өс, Сенатта бер мөҙҙәт, Либераль партия менән етәкселек итеү, героик биографияһы, һылыу ҡатыны, өс һөйкөмлө бала — былар барыһы ла Маркосты президент вазифаһына төп дәғүәсе итеп күрһәтә.

1965 йылда Маркос, тиҙ арала үҙ партияһынан ваз кисеп һәм Милләтселәр партияһынан кандидат булып, үҙенең дәғүәсеһе Макапагалды еңә.

Президентлыҡ (1965—1972 йылдар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маркос 1965 йылдың 30 сентябрендә президент сифатында ант ҡабул итә. Кризис шарттарында милләт етәкселеген ҡабул итеп, ул үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә Конгрессҡа түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә: «Беҙгә кемдеңдер ярҙамына өмөтләнергә ярамай. Хеҙмәтебеҙ менән иҡтисадты күтәреү, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу, ил эсендә милли берләшеү сәйәсәтен һәм бойондороҡһоҙ тышҡы сәйәсәт үткәреү юлы менән генә уңышҡа өлгөшө аласаҡбыҙ». Маркос президент вазифаһында булған саҡта ҡабул ителгән сараларҙан инфраструктураны үҫтереү программаһы айырылып тора, ул, элекке иҡтисади сәйәсәттән айырмалы рәүештә, Филиппин архипелагының бөтә төп утрауҙарына ла тиң дәрәжәлә ҡағыла.

1969 йылда күпселек тауыш менән икенсе мөҙҙәткә президент итеп һайлана (был юлы уға ҡаршы беренсе вице-президенттың улы кесе Серхио Осменья тора, әммә Маркосты көтмәгәндә эре либераль сәйәсмән Корнелиона Вильяреаль хуплай. Маркос иң етди һәм ауыр проблемаларҙы хәл итергә ниәтләүе хаҡында белдерә: ярлылыҡты, социаль тигеҙһеҙлекте бөтөрөү, ауыл хужалығында торғонлоҡто еңеү. Ул үҙ алдына Көньяҡ-Көнсығыш Азия төбәген берләштереү маҡсатын ҡуя.

Маркостың шәхси власы режимы (1972—1986 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972 йылда Маркос менән Конгресс һәм сәйәси партиялар араһында мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Был шарттарҙа 1972 йылдың 21 сентябрендә президент илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә һәм конституцияны ғәмәлдән сығара. 1973 йылда Маркос тышҡы сауҙала уңайлы балансҡа өлгәшә, һалым килемдәрен 60 процентҡа арттыра, радикаль ер реформаһының башланғыс этабын әҙерләй һәм тормошҡа ашыра, артабанғы үҙгәртеп ҡороу һәм дөйөм иҡтисади хәлде еңеп сығыу өсөн киң сәйәси һәм административ база булдыра. Уның хөкүмәтенең иң әһәмиәтле сараһы булып Милли иҡтисад һәм үҫеш идаралығын булдырыу тора, уға иҡтисад менән планлы етәкселек итеү йөкмәтелә. Иҡтисади сәйәсәттең төп йүнәлеше тип иҡтисади милләтселек иғлан ителә. Маркос ер реформаһы, мәшғүллек, эш хаҡын арттырыу ярҙамында түбән килемле ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн тигеҙ хоҡуҡлы һәм социаль йүнәлешле йәмғиәт булдырыу программаһы тураһында иғлан итә.

Үҙен 1896 йылғы революцион традицияларҙы туранан-тура дауам итеүсе тип һанаған Маркос Хосе Рисаль, Аполлинарио Мабини һәм башҡа филиппин азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең данына ҡушылыу өсөн теләһә ниндәй мөмкинлектән файҙалана. Ул алдан уҡ ғәҙәттән тыш хәл индереүгә әҙерләнә башлай. Ул үҙе үткәргән власть түнкәрелешен «1972 йылдағы демократик революция» тип атай, ә үҙе «халыҡ атаһы», һәм «милләт юлбашсыһы» тип атала башлай.

1973 йылда Маркос яңы Конституцияны индерә (1898 йылдан алып дүртенсе). Үҙ идаралығы осоронда ул референдумдар үткәреүҙе лә ҡуллана: (1973, 1973 (июль) йылдарҙағы конституцион референдумдар, закондар сығарыу һәм башҡарма власть тураһында референдум (1975), конституцион референдум (1976), конституцион референдум (1977№, конституцион референдем (1981, 1981 (июнь)). Уларҙың бөтәһе лә, һайлауҙар мәлендәге кеүек, хәрбиҙәр күҙәтеүе аҫтында үтә. Сәйәси һәм иҡтисади тигеҙлеккә өлгәшеү, кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙе төп бурысы тип иғлан итеп, ул төрлө енәйәт ғәйепләүҙәре буйынса оппозицион эшмәкәрҙәрҙең күпселеген, атап әйткәндә, Либераль партияның генераль секретары Бенигно Акиноны, шулай уҡ академик донъяның күренекле вәкилдәрен, журналистарҙы, сәнәғәтселәрҙе төрмәгә яба, йыш ҡына уларҙың милекен тартып ала. Күп кенә эшмәкәрҙәр, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, эмиграцияға китергә мәжбүр була.

1974 йылда Филиппин Коммунистар партияһы законлаштырыла, коммунистар төрмәнән сығарыла, ә партия ҡораллы көрәште туҡтата. Президент билдәләүенсә, Филиппин Компартияһы хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлеген туҡтата һәм хөкүмәткә баш һала. 1976 йылда Маркос Мәскәүгә сәфәр ҡыла, уның барышында СССР менән Филиппин араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.

1983 йылдың 21 авгусында Маркостың күптәнге дәғүәсеһе Бенигно Акино үлтерелә, ул Маркос режимына ҡаршы торған берҙән-бер оппозицияны етәкләргә һәм берләштереүгә һәләтле тип һаналған шәхес була.

Режимдың ҡолауы (1986 й.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылдың 7 февралендә ваҡытынан алда президент һайлауҙары үтә. Маркос ҡаршы Бенигно Акиноның тол ҡатыны Корасон Акино үҙ кандидатураһын президентлыҡҡа тәҡдим итә. Һөҙөмтәләрҙең боҙолоуы ике яҡтан да күҙәтелә. Маркосты еңеүсе тип иғлан итәләр, әммә Корасон Акино протест иғлан итә һәм католик сиркәүенең, ә һуңынан армияның ҡеүәтле ярҙамын ала. Илдә сыуалыштар башлана, хәрби түңкәрелеш була. Маркос Гавайға, АҠШ-ҡа ҡаса. Корасон Акино һәм милли оборона министры Фидель Рамос армияны Маркос яҡлыларҙан таҙарта.

Һуңғы йылдарында һөргөндә (1986—1989 й.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маркос ғүмеренең һуңғы йылдары Гавайя үтә, һәм ул бөйөр сиренән яфалана, тыуған иленән ситтә булыуы ла уға насар йоғонто яһай.

Филиппиндың яңы президент Корасон Акино Маркосҡа ла, уның ғаилә ағзаларына ла Филиппинға уның вафат булған әсәһе донья Хосефа Эдралин-Маркосты ерләүгә килергә лә рөхсәт итмәй. Маркос, ауыр хәлдә булғанында, тыуған иленә һәм тыуған ҡалаһы Сарратеға ҡайтып үлергә теләһә лә, уға рөхсәт бирелмәй. Үлемесле хәлдәге Маркостың ҡайтыуы проблемаһы илдең сәйәси даирәһен борсой. Әммә 1989 йылдың 28 сентябрендә Гавайянан күптән түгел 72 йәше тулған элекке президенттың вафаты тураһында хәбәр килә.

Акино хөкүмәте Маркостың кәүҙәһен тыуған иленә ҡайтарырға рөхсәт итмәй. 1989 йылдың 15 октябрендә Маркос Гавайяла ерләнә. Тик дүрт йылдан һуң ғына, Фидель Рамос президентлыҡ иткән осорҙа, элекке президенттың кәүҙәһе Филиппинға килтерелә. Уның мәйете Төньяҡ Илокоста кәшәнәлә ерләнә, унда уның улы кесе Фердинанд губернатор була.

2016 йылдың авгусында ил президенты Родриго Дутерте Маркосты Тагигалағы Геройҙар зыяратында хәрби хөрмәт менән ерләргә ҡарар итә. Был ил граждандарының Маркосты дәүләт енәйәтсеһе тип иҫәпләгән өлөштәре араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.[10]

Властан артыҡ файҙаланыу һәм Маркостың шәхес культы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #104723526 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. 4,0 4,1 Ferdinand Marcos // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Ferdinand E. Marcos — 2017.
  6. Ferdinand Marcos // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  8. https://www.chicagotribune.com/news/ct-xpm-1989-12-17-8903180832-story.html
  9. https://kuow.org/stories/seattle-murder-mystery-turned-international-conspiracy/
  10. Экс-президента Филиппин Маркоса перезахоронили на кладбище национальных героев. Дата обращения: 5 октябрь 2020. Архивировано 8 октябрь 2020 года.
  11. President's Week in Review: April 7 – April 13, 1975, Official Gazette of the Republic of the Philippines. 10 ғинуар 2022 тикшерелгән. 2021 йыл 6 июнь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]