Мәхмүт Ҡашғари
Мәхмүт Ҡашғари | |
Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт әл-Ҡашғари | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ҡашғар, Опал ауылы, Ҡараһанлылар дәүләте |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Ҡашғар, Опал ауылында ерләнгән, Ҡараһанлылар дәүләте |
Эшмәкәрлеге: |
тел белгесе |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Мәхмүт Ҡашғари, Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт әл-Ҡашғари (уйг. مەھمۇد قەشقىرى, Мәhмут Қәшқәри,1029—1101) — Ҡашғар ҡалаһынан төрки ғалимы. Сығышы буйынса — Ҡараһанлылар хакимлыҡ иткән дәүерҙә тыуған юғары ҡатлам кешеһе.
Уның атаһы Баласуған ҡалаһында хакимлыҡ иткән. Ҡашғари Бағдад ҡалаһында эшләгән, һәм ул үҙенең «Төрки һүҙҙәренә аңлатма» (Kitâbü divân-i lûgat it-Türk) тигән хеҙмәте менән билдәле. Ҡашғари үҙенең һүҙлеге өсөн төрки илдәргә фәнни экспедицияға сығып китә. Күп йылдар төрки телле халыҡтар йәшәгән ҡалалар, ҡышлауҙар, йәйләүҙер буйлап сәйәхәт итә. Ул төрки халыҡтарҙың фольклор, йола, героик эпостарҙан өҙөктәр, тарихи риүәриәттәр, 400 яҡын мәҡәл һәм әйтемдәрен яҙып ҡалдыра. Хеҙмәтен 1074 йылда тамамлай.
Диуану лөғәт әт-төрк («Төрки һүҙҙәренә аңлатма») — фонетика, морфология һәм тел үҙенсәлектәренә бағышланған ҡомартҡы. Һүҙлек Урта Азия, Төрөкмәнстан, Волга һәм Урал буйы халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын туплаған. Мәхмүд Ҡашғари бөгөндә тел, фольклор, әҙәбиәт өйрәнеүселәргә ҡиммәтле сығанаҡ.
Мәхмүт Ҡашғари, шулай уҡ, башҡорт теле тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт ҡалдырған шәхес булараҡ билдәле.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Диван лугат ат-тюрк» («Словарь тюркских наречий»), первый перевод на русский язык Зифа-Алуа Ауэзова-Эрмерс, Алматы, «Дайк-Пресс», 2006, 1300 стр.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы һәм Евразия Яҙыусылар берлеге 2009 йылдан Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе ойоштора. Унда 25 төрки телле ил һәм республикала ижадсылары ҡатнаша. Башҡортостанда бәйгене Яҙыусылар союзы «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары менән берлектә үткәрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүт Ҡашғари // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Махмуд Кашгарский спустя тысячу лет заговорил на русском языке 2010 йыл 18 ноябрь архивланған. (рус.)
- Махмуд Кашгари спустя 1000 лет… (рус.)
Мәхмүт Ҡашғари Викимилектә |
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |