Эстәлеккә күсергә

Назаров Михаил Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Назаров Михаил Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Ҡананикольский, СССР
Вафат булған көнө 29 август 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Назаров Михаил Алексеевич (24 май 1927 йыл29 август 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1981 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).

Михаил Алексеевич Назаров [1] 1927 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантонының Ҡананикольский ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1932 йылдан Назаровтар ғаиләһе Мораҡта йәшәй, артабан Түбә руднигына күсеп килә.

1941 йылдан 1945 йылға тиклем Михаил өлкәндәр менән бер рәттән шахтала эшләй. Урта мәктәпте Магнитогорск ҡалаһында тамамлай.

Һуңынан Өфөлә Башҡорт художество-театр училищеһында уҡый, унда уның рәссам кеүек формалашыуына педагогтар Александр Тюлькин һәм Борис Лалетин ҙур йоғонто яһай. Училищены тамамлағандан һуң мәктәптә рәсем уҡытыусыһы булып эшләй.

1958 йылда Назаров Михаил Таллинда Дәүләт художество институтының һынлы сәнғәт факультетын тамамлай[2]. 1958 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1979—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында һынлы сәнғәт, рәсем һәм композиция кафедраһында эшләй, артабан яңы асылған һынлы сәнғәт кафедраһында 1991 йылдан алып эшләүен дауам итә.

1981 йылдан — СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Рәссам 2019 йылдың 29 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Һынлы сәнғәттә һәм һүрәттә башҡорт сюжеттарына  мөрәжәғәт итә: «Мои друзья Тимур и Мининур», «Кумысницы». «Минур и Мунира». «Нарядная Гафифа».

Александр Пантелеев менән Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларының  йәмәғәт биналарын нәфис биҙәү буйынса мозаикалы паннолар төҙөүҙә ҡатнаша.  

Төп эштәре: «Застолье» (х., темпера, 1970, Гос. Третьяковская гал.), триптих «Житие-бытие Зинки Пустыльниковой» (х., темпера, 1980-91, Челябинская карт. гал.); «Пир» («Голова ты моя, голова», х., темпера, 1964), «Базар с гусями» (х., темпера, 1972), «Трудовики» (х., м., 1974) — бөтәһе лә Екатеринбург картина галереяһында; «Распятие» (х., темпера, 1976, Музей совр. иск-ва «Восток», Уфа); «Минур и Мунира» (б., ф., темпера, 1976, Заман сәнғәте музейы, Мәскәү); «Женщины войны» (х., темпера, коллаж, 1976, собств. авт.); «На тракторе» (х., темпера, 1969), «Кучумовский вечер» (х., темпера, 1986) — икеһе лә М.В. Нестеров музейында

Михаил Алексеевичтың эштәре заман сәнғәтенең  Өфө музейында, Третьяков галереяһында, Екатеринбург һәм Силәбе картиналар галереяһында һаҡлана. «Баймакский базар», «Натюрморт», «Портрет матери» картиналары һәм башҡалары М.В.Нестеров исемендәге Художество музейында һаҡлана.

Башҡортостан рәссамдары тураһында мәҡәләләр циклы яҙа.

1959 йылда тәүге тапҡыр күргәҙмәлә ҡатнаша.

Беренсе шәхси күргәҙмәһе Свердловск ҡалаһында 1989 йылда  үтә, унда 220-ләп художество һәм график эштәре ҡуйыла.

Аҙаҡ Өфөлә күргәҙмәләре үтә.

«Һары бейә» төркөмө составында Силәбе, Мәскәү, Йошкар-Ола, Новосибирск, Вена һәм Зальцбургта күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Г. С. Мосин  исемендәге премия (2001).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.
  • Сары бия. «Желтая лошадь»: Каталог. Авт.-сост. М.Шашкина. М., 1991.
  • 13 уральских художников: Каталог. Екатеринбург, 1992.
  • Михаил Назаров: Живопись. Графика. Альбом. Уфа, 1993.
  • Они любили искусство в себе (о творчестве А. А. Кузнецова и А. В. Пантелеева) // Истоки . — № 8. — 1991;
  • Наш бог — наше сердце — наш барабан (о живописи Д. Д. Бурлюка) // Рампа. — № 7-8. — 1994;
  • В его картинах кипучесть самой жизни (о творчестве С. А. Лебедева) //Рампа. — № 9-10. — 1995;
  • О творчестве Дамира Ишемгулова // Рампа. — № 7-8. — 2000.