Немец фәлсәфәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Немец фәлсәфәһе
 Немец фәлсәфәһе Викимилектә

Немец фәлсәфәһенемец телендәге фәлсәфәнең шулай уҡ немец аҡыл эйәләре фәлсәфәһенең дөйөмләштерелгән атамаһы.

Немец фәлсәфәһе, күҙ алланған ҡараштар буйынса,  быуаттар дауамында, Готфрид Лейбниц, Иммануил Кант, Георг Гегель, Карл Маркс, Артур Шопенгауэр, Фридрих Ницше, Людвиг Витгенштейндан алып, Юрген Хабермас кеүек хәҙерге заман фәйләсуфтарына тиклем, аналитик һәм континенталь фәлсәфә мәктәптәре сиктәрендә үҙәк урынды биләгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец фәлсәфәһенең тыуыуы Германияла университеттар (Кёльн һәм Гейдельберг университеттары) барлыҡҡа килеүе Юғары урта быуат осорона ҡараған. Германияла тәүге фәлсәфәүи фекер формаларының береһе булып Бөйөк Альберт аша танылған һәм реалистик йүнәлешкә тартылған схоластика тора. Схоластиканан башҡа Германияның урта быуат фәлсәфәһе немец фәлсәфәһенең пантеистик һәм интуитивистик һыҙатын билдәләүсе мистика (Майстер Экхарт) аша танылған.

Реформация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мартин Лютер тәғлимәте немец фекере үҫешенә (шул иҫәптән уның дошмандары ҡарашына ла) ҙур йоғонто яһаған. Уның төп фәлсәфәүи хеҙмәте булып «Ихтыяр ҡоллоғо» трактаты тора. Трактатында, формаһы буйынса теологик булһа ла, ул хәҙерге заман йәмғиәтендә кешенең роле һәм урыны тураһында яуап бирергә тырышҡан, һәм был элекке теологик традиция менән араны өҙөүгә тиң булған.

Мәғрифәтселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Христиан Томазиус беренсе булып фәлсәфәүи хеҙмәттәрен немец телендә яҙа башлаған һәм шул  ваҡытта француз замандаштарына таянып, ысынбарлыҡта немец фәлсәфәүи терминологияһы нигеҙҙәрен булдырған. Әммә шул ваҡытта француз телендә яҙған һәм фәлсәфәнең терәген тәбиғи фәндәр методында табырға ынтылған Готфрид Вильһельм Лейбниц ҙур танылыу алған.


Иммануил Кант

Кант[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1781 йылда Иммануил Кант «Аныҡ аҡылды тәнҡитләү» баҫтырып сығарған, бында ул трансценденталь  төшөнсәһен, йәғни нимә арҡаһында тәжрибә мөмкин булыуын асып бирә, шулай итеп уның китабының төп йөкмәткеһе булып гносеология тора. Башта автор, синтетик-аналитик һәм априор-апостериор тураһында фекерләүҙе айырып, фекерҙе үҙенсәлекле төркөмләү тураһында фекер йөрөтә. Синтетик фекерҙәр — уларҙың субъекты булып торған төшөнсәлә булмаған яңы белем илтеүсе фекер. Аналитик фекерҙәр — фәҡәт уның үҙендә тупланған субъект төшөнсәһенә хас һыҙаттарҙы ғына асалар һәм яңы белем килтермәйҙәр. Априор фекер суждения үҙенең ысынлығын тәжрибәлә тикшереүгә мохтаж түгел, ә апостериор фекерҙе тәжрибә, күҙәтеү юлы менән раҫлау кәрәк. Кант, синтетик фекер йыш ҡына апостериор, ә аналитик фекер — априор ,тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Китабы баҫылып сыҡҡаны бирле, Иммануил Кант бөтә көнбайыш фәлсәфәүи мәктәбенең бөйөк һәм абруйлы ғалимдарының береһе булып танылған. XVIII быуат аҙағында— XIX быуат башында немец идеализмы тип аталған Кант тәғлимәтенә эйәреүселәр барлыҡҡа килгән.

XIX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец идеализмы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гегель

Иммануил Канттың 1780-се һәм 1790-сы йылдарҙағы хеҙмәттәре немец идеализмының (немец классик фәлсәфәһе) нигеҙе булып торған. Уның фәлсәфәүи йүнәлеше  романтизм һәм Мәғрифәтселек дәүеренең революцион рухлы сәйәсмәндәре менән тығыҙ бәйләнгән.

Фихте, Шеллинг һәм Гегель - иң күренекле өс немец идеалисы булған. Әммә, субъектив (һанап үткән фәйләсуфтарҙан — Кант, Фихте, Шеллинг) һәм объектив (Гегель) идеализмдарҙы айырырға кәрәк. Гегельдең ҡараштары, логика айырмалығы арҡаһында, башҡа немец идеалистары ҡараштарынан ҡырҡа айырыла. Карьераһы башында Гегель боронғо грек фәлсәфәһе, бигерәк тә Пифагор логикаһы, Гераклит, Сократ һәм Платон логикаһы менән етди шөғөлләнгән. Гегель уларҙың логикаһын тергеҙгән һәм уны үҙенең «Логика фәне» хеҙмәтендә тамамланған система итеп күрһәткән. Бөтә тереклектең нигеҙендә, үҙенең сикһеҙлек арҡаһында ғына үҙен ысынлап белеүгә ирешеү мөмкинлегенә эйә Абсолют Рух ята, тип иҫәпләгән ул. Үҙ-үҙеңде танып белеү өсөн уға асыҡланыу кәрәк. Абсолют Рухтың арауыҡта үҙен-үҙе асыуы — был тәбиғәт; ваҡытта үҙен-үҙе асыуы — тарих. Тарих фәлсәфәһе Гегель фәлсәфәһенең мөһим өлөшөн биләй. Асылда Абсолют Рухтың уйы һәм проекцияһы булған милли рухтар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар тарихты алға үҫтерә. Абсолют Рухтың  шиге юғалһа, ул Үҙенең Абсолют Идеяһына килә, ә тарих тамамлана һәм Азатлыҡ Батшалығы тыуасаҡ. Гегель уҡыу өсөн (ҡатмарлы логикаһы менән бәйле) иң ҡатмарлы фәйләсуф һанала, шуға күрә аңлайышһыҙ һәм хаталы тәржемә ителгән идеяларҙы уға ҡайтарып ҡалдырыуҙары мөмкин.

Карл Маркс һәм йәш гегельяндар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гегель тәғлимәте йоғонто яһаған кешеләр араһында үҙҙәрен йәш гегельяндар тип атаған йәш радикалдар  төркөмө булған. Улар үҙҙәренең дингә һәм йәмғиәткә радикаль ҡараштары арҡаһында танылмаған булған. Улар араһында Людвиг Фейербах, Бруно Бауэр һәм Макс Штирнер кеүек фәйләсуфтар булған.

Карл Маркс гегельянлыҡҡа, француз социализмына һәм британ иҡтисад теорияһына ҡыҙыҡһыныу үҫтергән. Маркс уларҙың өсөһөн дә бер хеҙмәтендә— Das Kapital әҫәрендә берләштергән. Китап сәйәсәтте  тәнҡитләй. Марксизм һуңынан бөтә донъяға йоғонто яһай.

Фридрих Ницше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фридрих Ницше

Белеме буйынса классик филолог булған, Ницше ул ваҡыттағы фәлсәфәнең типик булмаған вәкиленә әүерелгән — ул аңлы рәүештә үҙ фекерҙәрен йәйелдерелгән дәлилләү һәм логик нигеҙләү менән тулы академик теҙеп яҙыу ысулынан баш тартҡан һәм уға алмашҡа фәлсәфә итеүҙең афористик стилен һайлаған. Был уға фекерҙәрҙе, ҡасандыр бер һайланған бер теория-системаға яраҡлаштырыу аша түгел, туранан-тура күргәнсә әйтеп биреү мөмкинлеген биргән. Шул сәбәпле Ницше фәлсәфәһен бер мәғәнәле интерпретациялау мөмкин түгел, әммә, бер яҡтан, уның бөтә әҫәрҙәре буйынса ҡыҙыл еп булып үткән, икенсе яҡтан, фәлсәфә үҫешенең тарихи контексына тура килеп торған уның төп идеяһын айырып күрһәтеү ҡабул ителгән. Беренсе сиратта, был - бар тереклек нисек билдәләнгән, нисек хәрәкәт итә һәм нимәгә ынтыла, шуға ярашлы власть, мәңге кире ҡайтыу һәм хәтәр кеше ихтыяры идеялары. Ницше элгәре килгән метафизиканы, унда ресентимент билдәләрен һәм шуның менән бергә нигилизм сәбәптәрен дә табып, йыһанды тәрән яңынан төшөнөүгә дусар итә. Был көрсөктөң кәүҙәләнеше булып уның Хоҙайҙың үлеме тураһындағы билдәле фекере тора. Мартин Һайдеггер Фридрих Ницшеның ижадын бөтә  көнбайыш метафизикаһының ялғаныуы, тоташыуы тип баһалаған. Бынан тыш, Ницшеға тормошоҡа, тарихҡа һәм әхлаҡҡа үҙенә башҡа ҡарашҡа нигеҙләнгән үҙенсәлекле этик системаны барлыҡҡа килтереүсе тип ҡарарға мөмкин.

XIX—XX быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вильһельм Виндельбанд[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вильһельм Дильтей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һенрих Риккерт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георг Зиммель[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Освальд Шпенглер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Людвиг Витгенштейн

Вена түңәрәге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында немец фәйләсуфтары «Вена түңәрәге» тигән төркөм ойошторған. Был берләшмә логик позитивизмды барлыҡҡа килтереүҙә идея һәм  ойоштороусы үҙәк булып хеҙмәт иткән. Уның ҡатнашыусылары Людвиг Йозеф Иоһанн Витгенштейндың ҡайһы бер идеяларын — белемдең логик анализ концепцияһын, логика һәм математиканың аналитик характеры тураһындағы тәғлимәтен, традицион фәлсәфәнең фәнни мәғәнәгә эйә булмаған «метафизика»ға тәнҡитле ҡарашын ҡабул иткән. Витгенштейн үҙе Аристотель фәлсәфәһен интерпретациялау мәсьәләһе буйынса Вена түңәрәге ҡатнашыусылары менән ризалашмаған.

Феноменология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Феноменология үҙенең бурысын төшөнөүсе аңдың тәжрибәһен алғы тәүшартһыҙ тасуирлау һәм уның нигеҙен, идеаль һыҙаттарын айырыу, тип билдәләгән. Эдмунд Гуссерль йүнәлешкә нигеҙ һалыусы, Франц Брентано һәм Карл Штумпф туранан-тура элгәреләре булған. Таҙа аңды асыҡлау натурализмды, психологизмды һәм платонизмды һәм феноменологик редукцияны алдан тәнҡитләүҙе талап итә, һәм шуға ярашлы, есемле донъяның, уның барлығын йәйә тышына сығарып, ысынбарлыҡ икәнен раҫлауҙан баш тартабыҙ.

Франкфурт мәктәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп вәкилдәре: М. Һоркһаймер, Т. Адорно, Э. Фромм, Г. Г. Маркузе. Франкфурт мәктәбе формалаша башлай. 30-сы йылдар башында урындағы университет ҡарамағындағы Социаль тикшеренеүҙәр институты сиктәрендә Майндағы Франкфуртта формалашҡан. Күпселек ғалимдарҙы Маркс һәм Фрейд хеҙмәттәренә пиетет, шулай уҡ власҡа милләтсе социалистар килеүенә ҡарата тәрән ҡәнәғәтһеҙлек берләштергән. Һайлауҙарҙа фашистар еңгәндән һуң, Франкфурт мәктәбе АҠШ-ҡа күсенә. Һоркһаймер һәм Адорноның хеҙмәттәрендә «Негативная диалектика» һәм «Мәғрифәтселек диалектикаһы» хәҙерге заман йәмғиәтендә барған Мәғрифәтселек дегуманизациялауының технологик рационаллек идеалдар эрозияһы тасуирлана. Фәйләсуфтар позитивизм, экзистенциализм, шулай уҡ америка прагматизмы идеяларын да тәнҡитләп сығыш яһағандар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Континенталь фәлсәфә
  • Немец классик фәлсәфәһе
  • Немец әҙәбиәте
  • Фәлсәфә тарихы
  • Постмодернизм

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энгельс, Фридрих. Людвиг Фейербах и конец классической немецкой философии.
  • Гулыга, Арсений. Немецкая классическая философия.
  • Фишер, Куно. История новой философии.
  • Гердер, Иоганн Готфрид. Идеи к философии истории человечества.
  • Шпенглер, Освальд. Закат Европы.
  • Кант, Иммануил. Критика чистого разума.
  • Гегель, Георг Вильгельм Фридрих. Философия духа.
  • Богомолов А. С. Немецкая буржуазная философия после 1865 года. — М., 1969. — 448 с.
  • Габитова Р. М. Философия немецкого романтизма: Гёльдерлин, Шлейермахер. — М.: Наука, 1989. — 160 с.
  • Гулыга А. В. Из истории немецкого материализма (последняя треть XVIII века). — М., 1962. — 205 с.
  • Длугач Т. Б. Проблема бытия в немецкой философии и современность. — М., 2002. — 222 с. — ISBN 5-201-02084-4.
  • Жучков В. А. Немецкая философия эпохи раннего Просвещения (конец XVII — первая четверть XVIII в.). — М.: Наука, 1989. — 206 с. — ISBN 5-02-007953-7.
  • Мелещенко З. Н. Немецкая философия XIX-начала XX вв. в идейной борьбе за национальное единство Германии. — Л., 1965. — 118 с.
  • Pinkard, Terry P. German philosophy, 1760—1860: the legacy of idealism, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]