Беляев Николай Ильич
Николай Ильич Беляев | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
ғинуар 1943 — август 1943 | ||||||
Алдан килеүсе: | Николай Андрианович Смердов | |||||
Дауамсы: | Павел Николаевич Корчагин | |||||
| ||||||
август 1943 — июль 1955 | ||||||
Алдан килеүсе: | Вячеслав Николаевич Лобков | |||||
Дауамсы: | Константин Георгиевич Пысин | |||||
| ||||||
12 июль 1955 — 12 ноябрь 1958 | ||||||
| ||||||
29 июнь 1957 — 4 май 1960 | ||||||
| ||||||
26 декабрь 1957 — 19 ғинуар 1960 | ||||||
Алдан килеүсе: | Иван Дмитриевич Яковлев | |||||
Дауамсы: | Динмөхәмәт Әхмәт улы Ҡунаев | |||||
| ||||||
28 ғинуар 1960 — 25 июнь 1960 | ||||||
Алдан килеүсе: | Иван Кононович Лебедев | |||||
Дауамсы: | Фёдор Давыдович Кулаков | |||||
Тыуған: | 13 февраль 1903 или 19 ғинуар 1903[2] Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Күтәрем ауылы | |||||
Үлгән: | 28 октябрь 1966[2] (63 йәш) Мәскәү, СССР | |||||
Ерләнгән: | Новодевичье зыяраты | |||||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | |||||
Белеме: | Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты | |||||
Наградалары: |
|
Беляев Николай Ильич (13 февраль 1903 йыл — 28 октябрь 1966 йыл) — совет хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре[3], КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1961), КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы (1957—1960 йылдарҙа), КПСС Үҙәк Комитеты секретары (1955—1958), Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары (1957—1960).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Ильич Беляев 1903 йылдың 13 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең[1] Күтәрем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1919 йылда Калегин ауылында юғары башланғыс училищены тамамлай. Шул уҡ йылда комсомолға инә, Башҡортостандың түбәнге комсомол ойошмаларының тәүгеләренең береһен ойоштороусы була. 1919—1922 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының комсомол һәм профсоюз эштәрендә: Бөрө өйәҙе һәм Калегин улусы комсомол комитетының яуаплы секретары булып эшләй[4]. 1921 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1925 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлай.
1925 йылдан Көнбайыш Себерҙең хужалыҡ һәм кооператив эшендә: ауыл хужалығы кооперацияһы округтар союзы идаралығы рәйесе, Трактор үҙәге башлығы, Себер колхоздар союзы рәйесе урынбаҫары. Көнбайыш Себерҙә коллективлаштырыу үткәреү һәм уның менән бәйле репрессияларҙа иң әүҙем ҡатнашыусы була.
1939 йылдан — партияның Новосибирск өлкә комитетының аҙыҡ-түлек сәнәғәте буйынса секретары, аҙаҡ Новосибирск өлкә ҡулланыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары, һуңынан рәйесе. 1940 йылдан — ВКП(б)-ның Новосибирск өлкә комитетының аҙыҡ-түлек сәнәғәте буйынса секретары. 1941—1943 йылдарҙа Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Новосибирск өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары була.
1943 йылдан алып Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Алтай край Советы башҡарма комитеты рәйесе, край партия комитетының беренсе секретары. Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыу этабында һәм һуғыштан һуңғы осорҙа крайҙың иҡтисадын тергеҙеү һәм үҫтереү, крайҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү буйынса эштәр менән етәкселек итә. Был осорҙа Алтай крайы иҡтисады ҙур үҙгәрештәр кисерә: ул башлыса аграр төбәктән эре сәнәғәт төбәгенә әйләнә, Барнаул, Бийск һәм Рубцовск ҡалалары әһәмиәтле индустриаль үҙәктәргә әүерелә.
Ошо вазифаларҙа эшләгән дәүерҙә Николай Ильич Беляев СССР-ҙың өсөнсө-бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы. 1955 йылдың 12 июленән 1958 йылдың 12 ноябренә тиклем КПСС Үҙәк Комитеты секретары вазифаһын биләй, бер үк ваҡытта 1956 йылдың 27 февраленән 1957 йылдың 29 июненә тиклем — КПСС Үҙәк Комитеты Бюроһының РСФСР буйынса рәйесе урынбаҫары, 1957 йылдың 29 июненән 1960 йылдың 4 майына тиклем — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы.
1957 йылдың декабренән — Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. 1959 йылдағы Темиртау ихтилалы менән бәйле 1960 йылдың ғинуарында КПСС-тың Ставрополь край комитетының беренсе секретары итеп күсерелә һәм шул уҡ йылда пенсияға ебәрелә[5].
1966 йылдың 28 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике Ленин ордены
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барнаул ҡалаһының Октябрьский районындағы элекке Юбилейный урамы Беляев исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы
- ↑ 2,0 2,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ Известия ЦК КПСС, 7 (306) (июнь 1990).
- ↑ Залесский К.А. Империя Сталина. Биографический энциклопедический словарь.. — Вече. — Москва, 2000.
- ↑ Леонид Михайлович Млечин. 1 // Брежнев. — М.: Молодая гвардия, 2008. — ISBN 978-5-235-03114-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беляев Николай Ильич // Большая советская энциклопедия. Изд. 2-е. Т. 51. М.: Большая советская энциклопедия, 1958. С. 36.
- Калинина О. Н. Партийные и советские руководители Западной Сибири в 1946—1964 гг.: опыт исторического анализа. Новосибирск: Параллель, 2013. 435 с.
- Коновалов А. Б. Партийная номенклатура Сибири в системе региональной власти (1945—1991). Кемерово: Кузбассвузиздат, 2006. 636 с.
- Мурзалин Ж. Горькие уроки Темиртау. Н. И. Беляев (1957—1960) // Первые лица государства: политические портреты: С точки зрения истории и современности / гл. ред. И. Тасмагамбетов. Алматы: Бiлiк, 1998. С. 299—306.
- Сушков А. В. Н. И. Беляев: политическая карьера члена высшего руководства СССР // Уральский исторический вестник. 2005. № 10-11. С. 178—188.
- Сушков А. В. Первая интрига Л. И. Брежнева в высшем руководстве СССР: смещение Н. И. Беляева с поста первого секретаря ЦК компартии Казахстана в 1960 г. // Роль исторического образования в формировании исторического сознания общества. XI международные историко-педагогические чтения: сборник научных статей. Екатеринбург, 2007. Часть I. С. 239—247.
- Сушков А. В. Президиум ЦК КПСС в 1957—1964 гг.: личности и власть. Екатеринбург: УрО РАН, 2009. 386 с. [1] [2] 2016 йыл 16 февраль архивланған.
- Центральный комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник / Сост. Ю. В. Горячев. М.: Издательский дом «Парад», 2005. 496 с.
- Чернев А. Д. 229 кремлёвских вождей. Политбюро, Оргбюро, Секретариат ЦК Коммунистической партии в лицах и цифрах. Справочник. М.: Журнал «Родина», Научный центр «Руссика», 1996. 333 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беляев Николай Ильич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 март 2022)
Электрон мәғлүмәт ресурсы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы Н. И. Беляев фотоһы «История. Материалы и документы» китапханаһы сайтында.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡалтасы районында тыуғандар
- 13 февралдә тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- 19 ғинуарҙа тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Бөрө өйәҙендә тыуғандар
- 28 октябрҙә вафат булғандар
- 1966 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 3-сө саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары