Эстәлеккә күсергә

Крашенинников Николай Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Крашенинников битенән йүнәлтелде)
Крашенинников Николай Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Александрович[d]
Тыуған көнө 14 (26) ноябрь 1878[1]
Тыуған урыны Соль-Илецк, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Сергиевское кладбище (Уфа)[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[2] һәм драма[d][2]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Крашенинников Николай Александрович (14 ноябрь 1878 йыл11 октябрь 1941 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы. Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында байтаҡ әҙәби әҫәр авторы.

«Туташтар» («Барышни», 1911), «Сафлыҡ» («Девственность», 1913), «Инсафлыҡ» («Целомудрие», 1925) романдары; «Мөхәббәт тураһында әкиәт» («Сказка о любви», 1912) повесы, «Бәләкәй Тася тураһында» («О маленькой Тасе», 1908) пьесаһы һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.

Ижадында Башҡортостан темаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Крашенинников әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө Башҡортостанға арналған. «Урман ҡарауылсыһы» («Лесной сторож», 1899) исемле тәүге хикәйәһендә, «Һүнә барған Башҡортостан» («Угасающая Башкирия», 1907) китабына ингән очерктарында колониаль сәйәсәт һөҙөмтәһендә бөлгөнлөккә һәм хәйерселеккә төшкән башҡорт халҡының ауыр тормошо, башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәле һүрәтләнгән. Әҫәрҙәрендә яҙыусы башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдарын тыуҙыра, уларҙың рухи байлығын аса. «Әмилә» («Амеля», 1915) романының нигеҙендә - рус дворян мөхитендә тәрбиәләнгән, ләкин үҙенең тыуған далаларына өҫтөнлөк биргән башҡорт ҡыҙы тарихы.

1941 йылда Николай Александрович социалистик Башҡортостан тураһында хикәйәләр һәм очерктар серияһы яҙыу өсөн Өфөгә килә, тик уларҙың «Яңы ер» («Новая земля») тип исемләнгән тәүгеһен генә яҙып өлгөрә[3].

Яҙыусының әҫәрҙәрен башҡорт теленә Сәләх Кулибай, Назар Нәжми, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харисов һәм башҡа әҙиптәр тәржемә иткән.

Николай Крашенинниковтың «Рәхиләнең һыҡтауы» («Плач Рахили») пьесаһы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Рәхиләнең күҙ йәше» спектакле ҡуйыла.

  • Николай Крашенинников исеме Өфөләге бер урамға бирелгән.
  • Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1951;
  • Под солнцем Башкирии: рассказы. М., 1936;
  • Невозвратное: повести. Уфа, 1987.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 76-77 с. ISBN 5-295-02294-3.
  • Узиков Ю.А., Наймушин П.А. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980.