Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Новороссия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тарихи өлкә • Көнсығыш Европа
Новороссия
Осор

XVIIIXX

Хәҙерге көндәге өлкәләр

Украина/Рәсәй

Хәҙерге исеме

Рәсәй империяһы

RussianEmpireMap1800-38-NovorossiyskayaProvince.jpg
Тарихи өлкә урынындағы хәҙерге өлкәләр:

Новороссия (Новороссия крайы) — XVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй империяһына рус-төрөк һуғыштары һөҙөмтәһендә ҡушылған Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы киң тарихи-мәҙәни төбәк. Новороссияның айырылып торған һыҙаты — уның халҡы, инфраструктураһы һәм тормош рәүеше сағыштырмаса ҡыҫҡа тарихи осорҙа формалаша, ә төбәк үҙе иһә үҙләштерелмәгән яландан тәүҙә Рәсәй империяһының, һуңыраҡ — Украина ССР-ының[1] иҡтисадын тотоп тороусы ҡеүәтле сәнәғәт районына әүерелә.

Административ йәһәттән был ерҙәр төрлө ваҡытта Новороссийск губернаһын һәм Новороссийск-Бессарабия генерал-губернаторлығын барлыҡҡа килтерә. XX быуат башының административ-территориаль бүленешенә ярашлы, Новороссия үҙ эсенә тар мәғәнәлә Херсон, Екатеринослав һәм Таврия губерналарын, киң мәғәнәлә — шулай уҡ Бессарабия, Ставрополье губерналарын, Дон ғәскәрҙәре өлкәһен[2] үҙ эсенә ала. Новороссия атамаһы XX быуат[3] башына тиклем ҡулланыла, әммә Граждандар һуғышынан һуң терминды ҡулланыу тыйыла. Ошо ерҙәр Украина составына ингәндән һуң Новороссия урынына «Яңырыу» «Көньяҡ Украина» һәм «Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы» терминдары лексиконға инә.

2014 йылда термин Украинаның Көньяҡ-Көнсығышындағы[4][5] Рәсәй мәнфәғәтендәге[6] ҡаршылыҡтар барышында яңы ҡулланылыш ала. Украинаның көнсығышында ҡораллы низағ башланғандан һуң тарихи «Новороссия» исеме аҫтында 2015 йылда Минск килешеүҙәрен имплементациялау өсөн эшмәкәрлектәре ваҡытлыса туҡтатылған Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының конфедератив берлегенә инә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVII быуат башында көньяҡ Украинала халыҡ йәшәмәгән урындар (Ляскоронский, 1898)

Элек Рустә Ҡырағай ялан тип атап йөрөтөлгән был ерҙәрҙе Ҡырым ханлығы һәм уның сюзерены Ғосман империяһы менән һуғыш барышында Рәсәй империяһы яйлап үҙенә ала бара. XV—XVII быуаттар дауамында Новороссия урынында Ҡырым ханлығы, көнбайышта — Молдова кенәзлеге, төньяҡ өлөшөндә — Речь Посполитаяға буйһонған Запорожье казактары ере була. Переяславск радаһы һәм Гетманщинаның Рус батшалығы составына инеүенән һуң, батшалыҡ көньяҡҡа киңәйеүен һәм территорияны колонизациялау процесын әүҙемләштерә башлай. Крайҙа иң тәүҙә Запорожье казактарынан һәм батша хеҙмәтендәге кешеләр гарнизонын тәшкил иткән хәрби биләмәләр төҙөлә. Уларҙың күбеһе нығытма острогтары һәм станицалары булып, ҡырым-нуғай баҫҡынсылығына ҡаршы тора һәм яңылары, дала эсендә, Изюм һыҙаты кеүек, төпкөлдә урынлашҡан нығытма һыҙаттары булдыра.

XVIII быуаттың беренсе яртыһында бында беренсе тапҡыр Рәсәй менән Төркиә[7] араһында сик билдәләнә.

Новороссия губернаһы 1779 йылда

1752 йылда Габсбург империяһының сербтары һәм венгрҙарынан беренсе хәрби-ер эшкәртеү биләмәһе ойошторола, һуңынан уларға булғарҙар һәм волохтар эйәрә. Артабан край Яңы Сербияға (Польша ерҙәрен Днепрға тиклем) һәм Славяносербияға (Днепрҙан Украина сик буйы линияһы буйынса көнсығышҡа) сиктәш була.

1764 йылда барлыҡ ир-егеттәрҙе туплаған Новосерб хәрби корпусының дислокация территорияһы Новороссийск губернаһы тип үҙгәртелә. Уға Славяносербия һәм Украин линияһы[7] ла инә. Великороссия һәм Малороссия[1] менән бер рәттән булыуын күҙ уңында тотоп, Екатерина Икенсе уны Новороссия тип атай. Башта Новороссия Бахмут өйәҙе, Миргород һәм Полтава полктары (Гетманщинанан) территорияларын биләй. 1765 йылдан губерна үҙәге Кременчуг була.

Григорий Потемкин

Новороссияны киң ҡолас менән үҙләштереү XVIII быуат һуңында кенәз Потемкин етәкселегендә алып барыла. Был маҡсатта ул Екатерина II -нән сикләнмәгән вәкәләттәр ала. Ул идара иткән осорҙа Новороссияға тарихи Запорожье ла ҡушыла, яңы үҙәк — Екатеринослав (1776) төҙөлә. 1778 йылда Новороссияның иң көньяҡ-көнбайыш ҡалаһы булып Херсон тора. 1783 йыл Новороссия Ҡырым иҫәбенә үҫә. Административ йәһәттән Новороссийск губернаһы Екатерина II идара иткән осорҙа 1764—1775 йылдарҙа йәшәй.

Павел I үҙенең указы нигеҙендә 1796 йылдың 12 декабрендә үҙәге Екатеринослав (Павел І ваҡытында Новороссийск тип атала) булған Новороссийск губернаһын тергеҙә. Унда өйәҙ ҡалалары булып Бахмут, Екатеринослав, Елизаветград, Константиноград, Мариуполь, Полиол, Павлоград, Перекоп, Ростов, Симферополь, Тирасполь, Херсон тора. Ул 1802 йылға тиклем йәшәй, һуңынан Николаевск, Екатеринослав һәм Таврида губерналарына бүленә. 1803 йылда Николаевск губернаһы Херсон губернаһына әйләндерелә.

Новороссияның 1855 йылғы немец картаһы

1805 йылда Новороссийск-Бессарабия генерал-губернаторлығы формалаштырыла, уның беренсе идара башлығы Дюк Ришелье[8] була. Губернаторлыҡ 1873 йылға тиклем йәшәй, уның һуңғы губернаторы край менән 1874 йылға тиклем идара Иткән Коцебу була.

Новороссияның оҙаҡ йылдар эшләгән генерал-губернаторы Михаил Воронцов
XIX—XX быуаттар сигендә Одесса үҙәге

Граждандар һуғышы йылдарында был территорияла Украин Халыҡ Республикаһы, совет республикалары (Одесса Совет Республикаһы, Донецко-Криворожск Совет Республикаһы, Таврида Совет Социалистик Республикаһы) һәм Аҡ Хәрәкәт отрядтары араһында көрәш бара. 1919—1920 йылдарҙа Рәсәйҙең Көньяғы (Рәсәйҙең Көньяғының Аҡ гвардия Ҡораллы Көстәре (ВСЮР) тарафынан контролләнгән территорияларҙағы автономиялы дәүләт берәмеге) ВСЮР баш командующийы бойороғо менән административ йәһәттән дүрт өлкәгә бүленә, уның береһе Новороссийск өлкәһе, йәғни үҙәге Одесса булған Новороссия була (ҡалған өсөһө: Харьков, Киев, Төньяҡ Кавказ өлкәләре). 1919 йылда Новороссия территорияһында Махно отрядтары идара итә.

Новороссияның рус булмаған халыҡ күберәк йәшәгән территорияларында 1920—1930 йылдарҙа аҫабалаштырыу сәйәсәте үткәрелә һәм уның барышында ошо ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың (украин, немец, грек, болгар һ.б.) теле, мәҙәниәте элементтары индерелә. 1930 йылдар һуңында аҫабалаштырыу бөтөрөлә, уның урынына руслаштырыу[9] килә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында һәм ул тамамланғандан һуң немец күскенселәре һәм ҡырым татарҙары -тулыһынса, гректар һәм башҡалар өлөшләтә Себергә, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға һөрөлә.

Губернаторҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй империяһында Новороссия беренсе губернаторҙары һәм ҡала башлыҡтары (Г. А. Потёмкин, И. Н. Инзов һәм башҡалар)[7] юғары Европа мәҙәниәтле, ҙур ойоштороу һәләтенә һәм дәүләт инициативаһына эйә булыуҙары менән айырылып тора.

Генерал-губернатор Чин, дәрәжә Вазифа башҡарыу ваҡыты
А. П. Мельгунов генерал-поручик
1764—1765
Я. Л. Брандт генерал-аншеф
1765—1766
Ф. М. Воейков генерал-аншеф
1766—1775
Т. И. Тутолмин генерал-майор
1779—1783
И. М. Синельников генерал-майор
1784—1788
Н. М. Бердяев генерал-лейтенант
1796—1797
И. И. Михельсон кавалерия генералы
1802—20.01.1803
С. А. Беклешов генерал-лейтенант
20.01.1803—03.10.1803
Э. О. Ришелье генерал-лейтенант
1805—1814
А. Я. Рудзевич генерал-лейтенант
1814—1815
А. Ф. Ланжерон инфантерия генералы
1815—1822
М. С. Воронцов генерал-фельдмаршал
1822—03.1854
Н. Н. Анненков генерал-лейтенант
03.1854—04.1855
А. Г. Строганов артиллерия генералы
04.1855—1864
П. Е. Коцебу инфантерия генералы
1864—1873

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Новороссиялағы ерҙәр украиндарға, урыҫтарға, немецтарға, сербтарға, болгарҙарға, әрмәндәргә, гректарға һ. б. таратыла. Шулай уҡ йәһүд колонистарын урынлаштырыу ынтылышы ла була. Ҙур булмаған казак һәм татар биләмәләре урынында йәки уларға яҡын ерҙәрҙә Екатеринослав (хәҙерге Днепропетровск), Николаев, Херсон, Елизаветград (хәҙерге Кировоград), Одесса, Тирасполь, Севастополь, Симферополь, Мариуполь кеүек ҡалалар төҙөлә.

Һөҙөмтәлә, бындағы халыҡ составы күп төрлө була. 1779 йылда Новороссияның күпселеген, бигерәк тә ауыл ерендә, украиндар (64,75 %) тәшкил итә, ; икенсе урында — Бессарабияла йәшәүсе молдавандар (11,3 %); урыҫтар (9,85 %) оҙаҡ ваҡыт ҡала халҡының күпселеге алып тора, шулай уҡ улар ауыл райондарында ла йәшәйҙәр, гректар (6,31 %) — Мариуполь өйәҙенең ауылдарында йәшәй. Екатеринослав губернаһында украиндар өлөшө дөйөм халыҡтың 59,39 %алып тора, ә Херсон губернаһында — 70,39 %.[10] Йәһүдтәр күбеһенсә ҡалаларҙа төпләнә, болгарҙар Бердянск өйәҙендә һәм Бессарабияның көньяғында һиҙелерлек процент тәшкил итә, немецтар Перекоп өйәҙе халҡының дүрттән бер өлөшөн тигәндәй ала. 1910 йылға Новороссияның ҙур этнографик төркөмдәре булып украиндар («малоростар һәм русиндар») — 42,4 %, урыҫтар («великоросстар») — 31,8 процент, молдавандар (румындар) — 9,3 %, йәһүдтәр — 6,4 %, немецтар — 3,3 %, татарҙар — 1,8 %, болгарҙар 1,5 %[11] тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Юрий Петров Институт истории РАН возрождает понятие "Новороссия". BBC.
  2. «Новороссия, состоящая из губерний Бессарабской, Херсонской, Таврической, Екатеринославской, области Войска Донского и Ставропольской губернии, занимает южную окраину Европейской России, примыкающую к Чёрному морю и к Манычу».
  3. В. М. Хмарський НОВОРОСІЙСЬКИЙ КРАЙ.  (укр.). Енциклопедія історії України: Т. 7: Мі-О / Редкол.: В. А. Смолій (голова) та ін. НАН України. Інститут історії України. — К.: В-во «Наукова думка», 2010. — 728 с.: іл.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 декабрь 2012. 27 октябрь 2014 тикшерелгән.
  4. Новороссия… Что за земля?. Радио «Свобода» (2014-04-26). 9 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  5. Кэрол Мэтлэк Почему путинская Новороссия может превратиться в неуправляемый хаос. Bloomberg Businessweek (2014-05-06). — перевод ИноСМИ.ру. 9 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  6. Донецк, Луганск, Харьков - новая волна протестов. Русская служба Би-би-си (2014-04-07). 5 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 7,2 Дергачёв В. А. Глава 1. Геополитическая трансформация Причерноморья // Геополитическая трансформация украинского Причерноморья. Научные труды в семи книгах — 1-е. — Издательский дом профессора Дергачёва. — Т. 7.
  8. 14 сентября 1766 года родился Арман Эммануэль дю Плесси (на русской службе Эммануил Осипович), герцог де Ришелье, потомок кардинала Ришелье, градоначальник Одессы, генерал-губернатор Новороссийского края и Бессарабии
  9. Борисёнок Елена, Феномен советской украинизации. 1920—1930-е годы. Москва. 2006, Европа
  10. В.
  11. В. П. Семёнов, 1910.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шубин А. В. История Новороссии — 1-е. — М.: ОЛМА Медиа групп, 2014. — 480 б. — (Российская военно-историческая библиотека). — 5000 экз. — ISBN 978-5-373-07364-6.
  • Багалей, Д. И. Колонизация Новороссийского края и первые шаги его по пути культуры : Исторический этюд. — К. : Тип. Г. Т. Корчак-Новицкого, 1889. — 120 с.
  • Кабузан, В. М. Заселение Новороссии (Екатеринославской и Херсонской губерний) в XVIII — первой половине XIX века (1719—1858 гг.). — М. : Наука, 1976. — 308 с.
  • Полищук, М. Евреи Одессы и Новороссии : Социально-политическая история евреев Одессы и других городов Новроссии 1881–1904. — М. : Мосты культуры ; Иерусалим : Гешарим, 2002. — 448 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93273-082-X.
  • Сумароков, П. И. Путешествие по всему Крыму и Бессарабии в 1799 году / Предисл. и комм. Т. М. Фадеевой; Рецензент: д-р ист. наук, проф. Э. Б. Петрова. — Симферополь : Бизнес-Информ, 2012. — 208 с. — 2000 экз. — ISBN 978-966-648-268-9. — ISBN 978-966-2953-11-4 (в пер.).
  • Kyoko Shida. The Russian Annexation and Administration of the New Russia-Bessarabia // Slavic Studies. — 2002. — Issue 49. — PP. 245–268.
  • Сапожников И. В., Сапожникова Г. В. Запорожские и черноморские казаки в Хаджибее и Одессе: 1770—1820-е годы. — Одесса, 1998. — 272 с.
  • Россия. Полное географическое описание нашего отечества. Настольная и дорожная книга для русских людей /Под редакцией В. П. Семенова и под общим руководством П. П. Семенова-Тян-Шанского и В. И. Ламанского. — Т. XIV. Новороссия и Крым / Сост. Б. Г. Карпов, П. А. Федулов, В. И. Каратыгин и др. — СПб.: Изд. А. Ф. Девриена, 1910. — 983 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]