Эстәлеккә күсергә

Нурмөхәмәт

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нурмөхәмәт — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтар араһында ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.

Нурмөхәмәт — «нур» һәм «мөхәмәт» һүҙҙәрен ҡушып яһалған ир-ат исеме. Мәғәнәһе — исламда мөхәмәт нуры таратыусы, һибеүсе[1].

Нурмөхәмәт Йомрани (ысын исеме — Кирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы; 1882 йыл — 1934 йыл) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.

Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин (8 декабрь 1946 йыл — 26 июнь 2019 йыл) — дин әһеле. 1992—2019 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2016) ордены һәм Рәсәй Мөфтөйҙәре советының 2‑се дәрәжә «Әл‑Фәхр» (2006), «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2017) ордендары кавалеры (2007).

Нурмөхәмәт Һөйәрғолов (9 февраль 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-лингвисы, ғәрәп теле белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994)

Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4 сентябрь 1925 йыл — 23 август 1986 йыл) — рәссам. 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы (10 май 1936 йыл — 26 июнь 2011 йыл) — ғалим-агроном, 1967—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1994 йылдарҙа үҫемлектәр селекцияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Хлорелла үҫтереү өсөн культиватор авторы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ