Нәҙер (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Нәҙер — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙер исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Вәғәҙә, нәҙер тигәнде аңлата[1]. Нәҙер исеменән Нәҙербай, Нәҙерғол, Нәҙерхан[2], Нәҙерша исемдәре, уларҙан Нәҙербаев, Нәҙерғолов, Нәҙерханов, Нәҙершин фамилиялары барлыҡҡа килгән.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
Нәҙершин Мотаһар Закир улы (1923 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
Нәҙершин Альберт Сәхәби улы (1951 йылдың 7 майы) — тау инженер-электригы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ-энергетик комплексының почётлы хеҙмәткәре, фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһыны Дәүләт премияһы лауреаты
Нәҙерғолов Урал Фәйзулла улы (1937 — ?) — башҡорт теле белгесе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |