Эстәлеккә күсергә

Оливер Стоун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оливер Стоун
ингл. Oliver Stone
Оливер Стоун 2016 йылда San Diego Comic-Con International] кинофесивалендә.
Оливер Стоун 2016 йылда San Diego Comic-Con International] кинофесивалендә.
Исеме

Уильям Оливер Стоун

Тыуған көнө

15 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…] (78 йәш)

Һөнәре

кинорежиссёр
сценарист
кинопродюсер

Карьераһы

1971 — хәҙергә тиклем

Наградалары
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены офицеры (Франция)
«Алһыу йөрәк» миҙалы
Air Миҙал
Air Миҙал
Армия Маҡтау миҙалы
Армия Маҡтау миҙалы

«Оскар» (1979, 1987, 1990)
«Золотой глобус» (1979, 1987, 1990 — дважды, 1992)
BAFTA (1988)
«Золотой медведь» (1990)
«Серебряный медведь» (1987)

IMDb

ID 0000231

oliverstone.com

 Оливер Стоун Викимилектә

Уильям Оливер Стоун (ингл. William Oliver Stone; род. 15 сентябрь 1946, Нью-Йорк, АҠШ) — америка кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер. Өс «Оскар» премияһы эйәһе.

Оливер Стоун 1946 йылдың 15 сентябрендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында тыуа, Стоундың атаһы йәһүд, әсәһе — католик ғаиләһенән сыҡҡанфранцуз ҡыҙы, әммә икеһе лә дини булмаған булалар, шуға күрә буласаҡ кинорежиссерҙы компромисс итеп инжил сығышлы мәктәпкә уҡырға бирәләр (хәҙер Стоун үҙен буддист тип һанай). Уның атаһы, брокер Луис Силверстайн (ингл. Louis Silverstein, 1910—1985), фамилияһын Йель университетында уҡығанда америкаса Стоунға үҙгәртә. Әсәһе, Жаклин Годда (ингл. Jacqueline Goddet, тыуған 1926) париж икмәк бешереүсеһенең ҡыҙы булған. Ул Оливерҙың атаһы, иҡтисад белемле булған, һуғыштан һуңғы Европала иҡтисади мәсьәләләр буйынса советник сифатында Эйзенхауэр Дуайттың Берлиндағы штаб-фатирында хәрби хеҙмәт үткән 35 йәшлек майор Луис Стоун менән таныша[4]. 1962 йылда Оливерҙың ата-әсәһе айырылыша һәм әсәһе Европаға ҡайта; Оливерҙы атаһы тәрбиәләй.

Пенсильванияла колледж тамамлағандан һуң Стоун Нью-Йоркка ҡайта һәм шунда уҡ Йель университетына уҡырға инә, әммә, бер йылдан әҙерәк уҡығандан һуң, уҡыуын ташлай һәм Көньяҡ Вьетнамдың Ирекле тымыҡ океан колледжына инглиз теле уҡытыусыһы сифатында китә, тағы ла бер йылдан Орегон штатына , ә һуңынан — Мексикаға күсә. 1967 йылда армияға саҡырыла һәм ҡабаттан Вьетнамға юллана. Вьетнамда Стоун йылдан ашыу — 1967 йылдың сентябренән 1968 йылдың ноябренә тиклем — һуғыша, «Берт» ут ярҙамы базаһы өсөн ҙур алышта ҡатнаша һәм ике тапҡыр яралана. Һуғыштан бер нисә хәрби награда менән ҡайтып (шул иҫәптән «Бронза йондоҙ» и «Пурпурное сердце»), Оливер Нью-Йорк университеты на уҡырға инә һәм унда Мартин Скорсезенан ғилем ала.

Кинола Стоун 1971 йылда ҡыҫҡа метражлы таҫмлы «Последний год в Вьетнаме» фильмында дебют яһай.

1980-се йылдар башында Стоундың ҡараштары урталыҡлы уң яҡтан һулдарға тиклем үҙгәрә һәм бер нисә сәйәси фильмда сығыш яһай, уларҙың тәүгеһе «Сальвадор»(1986) була. Был фильмда, Рейган хакимиәте тарафынан үҙәк америка илендә финанслаған «үлем эскадрондары»ның (унда меңәрләгән кеше һәләк була, шул иҫәптән архиепископ Оскар Ромеро сиркәүҙәге церемониянан һуң үлтереүселәр ҡулынан һәләк була) ҡаты терроры тураһында бәйән итә.

Вьетнам трилогияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең шәхси хәрби тәжрибәһен режиссер «Взвод» (1986), «Рожденный четвертого июля» (1989) һәм «Небо и Земля» (1993) картиналарынан торған «вьетнам трилогияһы»нда сағылдырған. Әгәр «Взвод» — күпселек йәһәттән автобиографик әҫәр булһа, «Рожденный четвертого июля» картинаһында Стоун һуғышҡа ҡаршы активист булып ветеран-инвалид Рональд Ковиктың яҙмышына мөрәжәғәт итә, ә «Небо и Земля» картинаһында тәүге тапҡыр Вьетнам һуғышына «теге ҡаршы яҡтан» ҡарай — вьетнам ҡыҙы Ле Хейслип исеменән һуғыш тыуҙырған бөтә ҡыйынлыҡтарҙы күрһәтә.

«Джон Кеннеди. Далластағы атыуҙар»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда «Джон Ф. Кеннеди. Выстрелы в Далласе» (ингл. JFK), фильмы сыға . Автор бында Президент Кеннедиҙы үлтереүҙе ҡараған Уоррен комиссияһы</a>һығымталарын ҡайтанан ҡарай. Фильмда Яңы Орлеандың прокуроры Джим Гаррисондың бойондороҡһоҙ тикшереүе һүрәтләнә. Прокурор, комиссия докладында яҙылған «тылсымлы пуля» һәм «яңғыҙ үлтереүсе» Ли Харви Освальд тураһындағы рәсми версияны кире ҡаға. Стоун әйтеүенсә, президент Кеннедиҙы үлтереү енәйәт донъяһы менән тығыҙ бәйле (атап әйткәндә, эшҡыуар Клей Шоу менән) корпорацияларҙың һәм махсус хеҙмәттәрҙең Вьетнамға тулы масштаблы баҫып инеү мөмкинлеген биргән. Был фильм америка йәмғиәтендә ҡаты бәхәстәр тыуҙыра.

Документалистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оливер Стоун Латин Америкаһында «XXI быуат социализмы» йүнәлешенә табан социаль трансформациялар яҡлы була, айырыуса Венесуэлалағы Боливар революцияһын ҡеүәтләй.

Стоун Фидель Кастро тураһында «Командант» (2003), «В поисках Фиделя»(2004) һәм «Кастро зимой» (2012) тигән өс документаль фильм төшөрә.

2009 йылда латин Америкаһы етәкселәре тураһында тулы метражлы «К югу от границы " тигән документаль фильм өҫтөндәге эшен тамамлай. Унда Стоундың ете президент Уго Чавес (Венесуэла), Эво Моралес (Боливия), Рафаэль Корреа (Эквадор), Рауль Кастро (Куба), Киршнер ҡатыны (Аргентина), Лула да Силва (Бразилия) һәм Фернандо Луго (Парагвай) интервьюлары менән файҙаланған. Чавес Стоунды 2009 йылдың сентябрендә Венецияла Халыҡ-ара кинофестивалдә документаль фильм премьераһында шәхсән үҙе оҙатып йөрөй. Фильм 2010 йылдың йәйендә Аҡш-тың һәм Европаның бер нисә ҡалаһындағы кинотеатрҙар экрандарына сыға.

2014 йылдың мартында Стоун Чавестың вафаты йыллығында «Mi Amigo Hugo» («Мой друг Уго») фильмын сығара.

Стоун шулай уҡ израиль-фәләстин мөнәсәбәттәре тураһында «Персона нон-грата» документаль фильмын төшөрә, уға бер нисә билдәле Израильэшмәкәрҙәренең, шул иҫәптән Эхуд Барак, Биньямина Нетаньяху һәм Шимон Перес, шулай уҡ Фәләстинде азат итеү ойошмаһы етәксеһе Ясир Арафаттың интервьюлары инә.

2012 йылда Showtime каналы «Оливер Стоундың телгә алынмаған Ҡушма Штаттары тарихы» документаль сериалын күрһәтә. Оливер Стоун был фильмда сценаристарҙың береһе, шулай уҡ режиссер, продюсер һәм хикәйәсе булараҡ сығыш яһай.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу. Мәскәү, Кремль, 1 декабрь 2017 йыл

2016 йылда 2014 йылдағы Украиналағы ваҡиғалар тураһында Стоундың «Украина в огне» документаль фильмы сыға. Оливер Стоун фильмдың продюсеры булараҡ сығыш яһай һәм был фильмы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндан һәм Украинаның элекке президенты Виктор Януковичтан интервью ала[5].

2014 йылдың ноябрендә Стоун Рәсәй президенты Владимир Путин тураһында күп сериялы фильм төшөрөргә теләгәне тураһында белдерә. Ул американдарҙың ишетергә теләмәгән фекерен күрһәтеү өсөн Рәсәй лидерынан интервью алырға теләүен билдәләй. Был фильмдың премьераһы АҠШ-та 2017 йылдың 12-15 июнендә Showtime каналында күрһәтелә. Рәсәйҙә уны 2017 йылдың 19-22 июнендә «Беренсе канал» аша күрһәтәләр.

2021 йылдың йәйендә Стоундың Нурсолтан Назарбаевҡа арналған «Казах. История золотого человека» исемле документаль проекты анонслана. Картинаның премьераһы шул уҡ йылдың октябрендә була Рим кинофестивалендә күрһәтелә[6].

2017 йылдың 27 ноябрендә «Synergy Global Forum 2017» форумында ҡатнаша.

Бала сағында үҙен протестантлыҡ динле тип һанай, һуңынан буддизмды ҡабул итә[7].

1997 йылда, Голливудтың башҡа билдәле актерҙары һәм етәкселәре менән бер рәттән, Оливер Стоун немец канцлеры Гельмут Колгә International Herald Tribune гәзитендә баҫылған асыҡ хатҡа ҡул. Был хатта Германиялағы [саентологтарға эйәреүселәрҙең дини хоҡуҡтарын ҡыҫыуға юл ҡуймау тураһында белдерелгән була.

Оливер Стоун антиимпериалист һәм Уильям Бламдың АҠШ-тағы тышҡы сәйәсәтен хуплаусы. Бламдың тышҡы сәйәсәте мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа уҡытылырға тейеш, п һанай.

Стоун Аргентина,Боливия, Бразилия, Чили, Парагвай, Уругвайҙа үткәрелгән «Кондор» операцияһын, Көньяҡ Американың уң диктатураларын яҡлап кешеләрҙе үлтереүҙе һәм язалауҙы тормошҡа ашырған операцияны (ҡара. Бысраҡ һуғыш), американдарҙың хуплауын тәнҡиткә дусар итә.

Оливер Стоун Wikileaksты нигеҙләүсе Джулиан Ассанж яҡлы булып асыҡтан-асыҡ сығыш яһай. 2012 йылдың июнендә ул, Эквадорҙа Ассанждың сәйәси һыйыныу урыны һорап яҙылған заявкаһын яҡлап, петицияға ҡул ҡуя[8].

2012 йылда Стоун Барак Обаманы ыңғай баһалай. Әммә, йылдар үткәс, Сан-Себастьянда үткән кинофестивалдә Стоун әйтеүенсә, башта Обаманы «ныҡ намыҫлы кеше» булыр тип уйлаған американдарҙың күбеһе Барак Обама сәйәсәтенән һыуына. Ул былай ти: «Киреһенсә, Обама кесе Джордж Буш хакимиәтенең сәйәсәтен дауам итеүҙә тырышлыҡтарын икеләтә арттырҙы» һәм «Штазиҙы күпкә уҙып китеп, глобаль эҙәрлекләүсе дәүләт булдырҙы».

2018 йылдың апрелендә Тегерандағы кинофестивалдә ул президент Дональд Трампты библия демоны «Вельзевул» менән сағыштыра. Стоун 2020 йылда Джо Байден өсөн тауыш бирһә лә, ул Демократик партияны икейөҙлөлөктә тәнҡитләй. Стоун, демократтар һайлауҙарҙа 2016 йылда борсолған кеүек үк, тауыштарҙы сәйер иҫәпләү менән борсолмай, тип раҫлай.

Бер нисә америка Киң мәғлүмәт сараларында Оливер Стоунды «Путин менән Интервью» документаль фильм өсөн тәнҡитләйҙәр.

2022 йылда Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеү башланғысын хуплай, әммә март уртаһында конфликтҡа мөнәсәбәтен ҡырҡа алмаштыра.

Оливер Стоун өс тапҡыр өйләнгән, өс балаһы бар.

Уның беренсе ҡатыны Найва Саркис була. Улар 1971 йылдың 16 майында өйләнешә, ә 1977 йылда айырылыша[9].

1981 йылдың 6 июнендә ул Элизабет Коксҡа өйләнә. Уларҙың ике улдары бар: Шон Кристофер (1984 йылда тыуған) һәм Майкл Джек (1991 йылда тыуған). Оливер менән Элизабет 1994 йылдың авгусында айырылыша[10].

Стоун хәҙерге ваҡытта Сун-Чжун Юнгҡа өйләнгән, һәм уларҙың Тара исемле ҡыҙҙары бар[11].

Хәрби хеҙмәт ваҡытында Оливер Стоун «Бронза йондоҙ» миҙалы, имән япраҡтары шәлкеме төшөрөлгән «Пурпурное сердце»миҙалы, Һауа миҙалы, "«Милли оборонаға Хеҙмәте өсөн» миҙалы (АҠШ)",«Милли оборонаға хеҙмәте өсөн» миҙалы, Армияның Маҡтау миҙалы, «Вьетнамда хеҙмәт иткән өсөн» миҙалы, Вьетнам кампанияһы миҙалы, Хәрби пехотасы билдәһе (барыһы ла АҠШ-тыҡы) менән бүләкләнгән.

Оливер Стоун Америка киноакадемияһының өс «Оскар» премияһына лайыҡ булған. Тәүгеһен ул 1978 йылда Алан Паркерҙың «Ночной экспресс» фильмына яҡшы яраҡлаштырылған сценарийы өсөн ала. Ҡалған икәүһе уға «вьетнам трилогияһы» нан «Взвод» һәм «Рожденный четвертого июля» фильмдарының режиссеры булараҡ тапшырыла.

Оливер Стоун-бик күп кинофестивалдәр призеры, ошондай күп наградаларға эйә[12]:

  • «Оскар» (иң яҡшы режиссерлыҡ эше 1987 һәм 1990, иң яҡшы сценарий-яраҡлашыу 1979)
  • «Золотой глобус» (иң яҡшы режиссерлыҡ эше 1987, 1990, 1992 һәм иң яҡшы сценарий 1979, 1990)
  • «Серебряный медведь» Берлин кинофестивале (иң яҡшы режиссерлыҡ эше 1987)
  • «Золотой медведь» Берлин кинофестивале (1990)
  • BAFTA (иң яҡшы режиссерлыҡ эше 1988)
  • «Жюриҙың махсус бүләге» Венеция кинофестивале (1994).
  • "Донъя киноһына ҙур өлөш индергән өсөн махсус бүләк» Карловы Варҙағы кинофестиваль (2013)
  • Сан-Себастьянда Халыҡ-ара кинофестиваленә 60 йыл тулыу уңайынан ҙур шәхси ҡаҙаныштары өсөн махсус Donostia призы (2012)
Год Фильм
Режиссёр Сценарист Продюсер Актёр Роль Примечания
1971 Последний год во Вьетнаме
ДаY
1973 Сахарное печенье
ДаY
1974 Захват
ДаY
ДаY
1978 Полуночный экспресс
ДаY
1979 Безумец с Мартиники
ДаY
1981 Рука
ДаY
ДаY
ДаY
Бомж
1982 Конан-варвар
ДаY
1983 Лицо со шрамом
ДаY
1985 Год дракона
ДаY
1986 Восемь миллионов способов умереть
ДаY
1986 Взвод
ДаY
ДаY
ДаY
Майор в бункере
1986 Сальвадор
ДаY
ДаY
ДаY
1987 Уолл-Стрит
ДаY
ДаY
ДаY
Трэйдер
1988 Радиоболтовня
ДаY
ДаY
1989 Рождённый четвёртого июля
ДаY
ДаY
ДаY
ДаY
Репортёр газеты
1989 Голубая сталь
ДаY
1991 Джон Ф. Кеннеди. Выстрелы в Далласе
ДаY
ДаY
ДаY
1991 Дорз
ДаY
ДаY
ДаY
Преподаватель UCLA
1992 Голова зебры
ДаY
1992 Против течения
ДаY
1993 Небо и земля
ДаY
ДаY
ДаY
1993 Дикие пальмы
ДаY
ДаY
камео
1993 Клуб «Счастливчик»
ДаY
1994 Новое время
ДаY
1994 Прирождённые убийцы
ДаY
ДаY
1995 Никсон
ДаY
ДаY
ДаY
1995 Обвинительный акт: Суд над Макмартинами
ДаY
1996 Эвита
ДаY
1996 Народ против Ларри Флинта
ДаY
1996 Убийца: дневник убийств
ДаY
1996 Шоссе
ДаY
1997 Поворот
ДаY
1997 Холод в сердце
ДаY
1998 Спаситель
ДаY
1999 Каждое воскресенье
ДаY
ДаY
ДаY
ДаY
Таг Ковальски
2003 Команданте
ДаY
ДаY
ДаY
документальный
2003 Персона нон грата
ДаY
документальный
2004 Александр
ДаY
ДаY
ДаY
2004 В поисках Фиделя
ДаY
ДаY
документальный
2006 Башни-близнецы
ДаY
ДаY
2008 Буш
ДаY
2009 К югу от границы
ДаY
документальный
2010 Уолл-стрит: Деньги не спят
ДаY
ДаY
ДаY
ДаY
2012 Проклятый камень
ДаY
2012 Особо опасны
ДаY
ДаY
2014 Нерассказанная история США
ДаY
ДаY
ДаY
ДаY
рассказчик документальный
2016 Украина в огне
ДаY
интервьюер документальный[13]
2016 Сноуден
ДаY
ДаY
2017 Интервью с Путиным
ДаY
ДаY
ДаY
интервьюер документальный
2019 В борьбе за Украину
ДаY
интервьюер документальный
  • Стоун О., Кузник П. Нерассказанная история США / Оливер Стоун, Питер Кузник; Пер. с англ. А. Оржицкого, В. Полякова. — М.: КоЛибри, Азбука-Аттикус, 2014. — 928 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-389-06146-0.
  • Оливер Стоун. Интервью с Владимиром Путиным. — М.: Альпина Паблишер. — 350 p. — ISBN 978-5-9614-6477-1.
  • Оливер Стоун. В погоне за светом. О жизни и работе над фильмами «Взвод», «Полуночный экспресс», «Лицо со шрамом», «Сальвадор» = Oliver Stone. Chasing the Light: Writing, Directing and Surviving Platoon, Midnight Express, Scarface, Salvador and the Movie Game. — М.: Альпина Паблишер, 2021. — 564 с. — ISBN 978-5-9614-3799-7.
  • Stone Oliver. Interviews / edited by Charles L. P. Silet. — University Press of Mississippi, 2001. — ISBN 1-57806-302-7.
  1. Oliver Stone // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. Oliver William Stone // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  3. Oliver Stone // GeneaStar
  4. The Oliver Stone Encyclopedia: «lieutenant colonel».
  5. РЕН ТВ покажет фильм Оливера Стоуна, проливающий свет на «Украину в огне» . РЕН ТВ. Дата обращения: 17 ноябрь 2016. Архивировано 24 июнь 2019 года.
  6. Оливер Стоун представил фильм о Нурсултане Назарбаеве на Римском кинофестивале. Дата обращения: 20 октябрь 2021. Архивировано 20 октябрь 2021 года.
  7. The religion of director Oliver Stone 2019 йыл 2 август архивланған..
  8. Moore, Glover, Stone, Maher, Greenwald, Wolf, Ellsberg Urge Correa to Grant Asylum to Assange. Дата обращения: 3 октябрь 2021. Архивировано 3 октябрь 2021 года.
  9. Stone, 2001, p. viii
  10. Stone, 2001
  11. 63rd Annual Cannes Film Festival – «Wall Street: Money Never Sleeps» Premiere (ингл.) (недоступная ссылка — история). Live (14 май 2010). Дата обращения: 8 октябрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года. 2012 йыл 5 февраль архивланған.
  12. Список наград и номинаций Оливера Стоуна. Дата обращения: 28 декабрь 2006. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. на сайте IMDB.com
  13. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 19 июнь 2016.
  • Фёдоров А. В. Оливер Стоун. Видео-Асс экспресс. 1995. № 31. С.12—16. Дата обращения: 15 февраль 2009. Архивировано из оригинала 13 май 2013 года.