Поташ заводтары
Поташ заводтары | |
Нигеҙләү датаһы | 1798 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Урын | Ырымбур губернаһы, Бөрө өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө, Бәләбәй өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Бөгөлмә өйәҙе |
Хужаһы | Ҡотлобаевтар, Нуғайбәковтар һәм Солтановтар |
Продукция | Карбонат калия[d] |
Һаны | 143 |
Поташ заводтары (голландса роtаs) — поташ етештереүсе предприятиелар.
Башҡортостанда поташ етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда поташ эшләп сығарыу XVIII быуаттың аҙағында башлана. Поташ заводтарының бында нигеҙләнеүенә урмандың киң майҙандарҙы биләүе булышлыҡ итә[1].
Поташ боронғо химия етештереү ысулы менән алына. Техник атамаһы — углекислый калий (K2CO3). Ағас йәки үлән көлөн һелтегә әйләндереп, уны парландырып, ҡалдығын көршәктәрҙә ҡыҙҙырып поташ алынған. Поташ голландтарҙың роtаs, йәғни роt — көршәк һәм аs — көл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.
Поташты быяланың юғары сифатлы төрҙәрен әҙерләүҙә, буяуҙар яһауҙа, тирене эшкәртеүҙә, буҫтау һуҡҡанда, туҡымаларҙы ағартыуҙа ҡулланыла. Ҡайнар һыуҙа тотолоп алынған поташ шыйыҡсаһынан яһалған шадрик исемле ҡаты матдә һабын яһауҙа файҙаланылған. Поташ заводтары өсөн сеймал итеп кешеләрҙән һатып алынған мейес көлө һәм завод хужалары тарафынан ҡортомға алынған урман участкаларында яндырылған ағастан йыйылған көл файҙаланыла. Поташ әҙерләү өсөн күп ағас сарыф ителә. 1 тонна поташ өсөн 1600 куб метр ағас кәрәк була. Урмандарҙы һаҡлау тураһында батша хөкүмәте төрлө указдар сығарып тора. Ләкин улар башҡорт аҫаба урмандарына ҡағылмай. Шул арҡала Башҡортостанда бик күп поташ заводтары барлыҡҡа килә[1].
1798—1800 йылдарҙа Ырымбур губернаһында 143 поташ заводы иҫәпләнә. Шуларҙың 46-һы Бөрө өйәҙендә, 33-ө Минзәләлә, 32-һе Өфөлә, 14-е Бәләбәйҙә, 11-е Стәрлетамаҡта, 4-е Ырымбурҙа, 3-ө Бөгөлмә өйәҙендә урынлаша. Заводтар ҙур биналарҙа урынлашмай. Улар тирәһендә бер нисә һарай төҙөлә. Береһендә көл һаҡлана, икенсеһендә ул эҫе һыу менән эшкәртелә, өсөнсөһөндә шул ҡалдыҡ һелтене ҡыҙҙыралар һәм поташ алалар. Бының өсөн ҙур тимер һәм суйын ҡаҙандар ҡулланылған.
Быд заводтарҙа эш барышын яланып эшләүсе төрлө һөнәр кешеләре башҡара: утын һәм көл ташыусылар, көлгә эҫе һыу ҡойоп тороусылар, мискә эшләүселәр, тимерселәр, балта оҫталары[1].
Уларҙың һәр береһендә 8—15 кеше эшләй. Поташ етештереүҙә машина, пар файҙаланылмай. Башлыса уны етештереү ҡул көсө хеҙмәтенә нигеҙләнә. Поташ етештереү файҙалы һәм килемле эш була.
Әҙер поташты мискәләргә тейәп һыу юлы менән Түбәнге Новгород, Ҡазан һәм Мәскәү ҡалаларына оҙаталар. Уны буҫтау һуғыу фабрикалары һәм һабын ҡайнатыу заводтары хужалары һатып ала. Бынан тыш поташты сит илдәргә лә: Голландия, Англия, Германияға сығаралар[1].
Поташ заводы хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1830 йылдарҙа Башҡорт Ғәскәренең 1830 йылдарҙа 2 поташ заводы була. Йылына 100 мең һумға продукция һата. 1831 йылда 5 завод 494 тонна поташ етештерә. Был заводтар 12-се башҡорт кантоны башлығы Шәһигәрәй Нуғайбәков, 11-се башҡорт кантоны башлығы Мөхәмәтрәхим Солтанов ҡулында була.
XVIII — XIX быуаттарҙа башҡорттар ҡулында 29, 1820 йылдарҙа — 15, 1830 йылдарҙы — 8, 1840 йылдарҙа —16, 1850 йылдарҙа 10 поташ заводы иҫәпләнә.
1798 йылда Өфө өйәҙендә Миндийәр Биксурин исемле башҡорт һатып алған ерендә поташ заводы аса. Йорт старшинаһы Мәуликәй Мөхәмәтов Стәрлетамаҡ өйәҙендә ҡортомға алған ерҙә поташ заводы төҙөй. Шәйхислам Солтанов үҙ ерендә шул уҡ эште башҡара[1].
Поташ заводтарын башҡорттарҙан төрлө ҡатлам кешеләре тота.
1800 йылда завод хужалары араһында 18 ябай башҡорт, 3 указлы мулла, 5 старшина, 3 прапорщик, 2 йөҙ башы, 1 коллежский советник була. Әкренләп башҡалар ябай башҡорттарҙы үҙ араларынан ҡыҫырыҡлап сығара бара. 1840 йылда 16 заводты 3 башҡорт дворяны, 5 старшина, 3 ясауыл, 3 йөҙ башы һәм ни бары 2 ябай башҡорт үҙ ҡулында тота[1].
XIX быуаттың уртаһында Ырымбур губернаһының эре поташ заводы хужалары: Ф. С. Софронов, Голанов, Михайлов, Орлов, Ҡотлобаевтар, Нуғайбәковтар, Солтановтар теркәлә.
Социаль әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был предприятиелар капиталистик етештереүгә әле күсмәгән. Ҡыш көндәре улар туҡталып тора. Шулай ҙа улар ялланма хеҙмәт ҡуллана, эшселәр араһында хеҙмәт бүленеше була: һәр береһе тик бер генә эште башҡара.
Малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән башҡорт йәмғиәтендә бәләкәй завод хужалары һәм унда ялланып эшләүселәр барлыҡҡа килә[1]. Был йәмғиәттә элекке социаль ҡатламдар (феодал һәм крәҫтиәндәр) араһында яңыларының (завод хужалары һәм эшселәр) барлыҡҡа килеүе менән әһәмиәтле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поташ заводтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Әнүәр Әсфәндиәров. «Олатайҙарҙың бар тарихы». — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 93—95-се б.б.