Эстәлеккә күсергә

РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы
Рәсем
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Юрисдикция таралышы РСФСР һәм Рәсәй
Алдағы РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы
Тамамланыу датаһы 25 декабрь 1993
 РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы Викимилектә

РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы — Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының дүртенсе конституцияһы.

РСФСР-ҙың 1978 йылдың 12 апрелендәге Законына ярашлы РСФСР-ҙың Юғары Советы Декларацияһына ярашлы 1978 йылдың 12 апрелендә ғәмәлгә индерелә. СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын ҡабул итеү сәбәпле 1978 йылдың 12 апрелендә Ғәҙәттән тыш туғыҙынсы саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советының VII сессияһында ҡабул ителә.

1978 йылғы Конституция тәүге редакцияһында илдең сәйәси системаһын үҙгәртмәй — хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы Халыҡ депутаттары Советы тип атала башлай, Юғары Советтың вәкәләттәр срогы — 4 йылдан 5 йылға тиклем, Халыҡ депутаттары Советының вәкәләттәр срогы 2 йылдан 2,5 йылға тиклем арттырыла.

Структураһы һәм йөкмәткеһе буйынса РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы СССР-ҙың яңы Конституцияһына тап килә. Алдағы Конституциянан айырмалы рәүештә яңы РСФСР Конституцияһы күпкә күләмлерәк була һәм конституцион нормаларының системалаштырыуын тәрәнәйтә. Беренсе һәм икенсе киҫәктәр, дөйөм алғанда, СССР Конституцияһының ошондай уҡ киҫәктәренә тап килә. Өсөнсө киҫәктә («РСФСР-ҙың милли-дәүләт һәм административ-территориаль ҡоролошо») РСФСР-ҙың административ бүленеше нығытыла: РСФСР составына 16 АССР, 5 автономиялы өлкә һәм 10 автономиялы округ инә.

Конституция 11 киҫәк, 22 бүлек һәм 185 статьянан тора:

I. РСФСР-ҙың йәмәғәт ҡоролошо һәм сәйәсәте нигеҙҙәре (1-30 статья)
1 бүлек. Сәйәси системаһы (1-9 статья)
2 бүлек. Иҡтисади системаһы (10-18 статья)
3 бүлек. Мәҙәниәт һәм социаль үҫеш (19-27статья)
4 бүлек. Тышҡы сәйәси эшмәкәрлек һәм социалистик Ватанды һаҡлау (28-30 статья)
II. Дәүләт һәм шәхес (31-67 статья)
5 бүлек. РСФСР гражданлығы. Граждандарҙың тиңлеге (31-36 статья)
6 бүлек. РСФСР граждандарының төп хоҡуҡтары, азатлығы һәм бурыстары (37-67 статья)
III. РСФСР-ҙың милли-дәүләт һәм административ-территориаль ҡоролошо (68-84 статья)
7 бүлек. РСФСР — СССР составындағы союздаш республика (68-77 статья)
8 бүлек. Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (78-81 статья)
9 бүлек. Автономиялы өлкә һәм автономиялы округ (82-84 статья)
IV. РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары советы һәм уларҙың һайлау тәртибе(85-103 статья)
10 бүлек. Халыҡ депутаттары советтарының системаһы һәм эшмәкәрлек принциптары (85-90 статья)
11 бүлек. Һайлау системаһы (91-98 статья)
12 бүлек. Халыҡ депутаты (99-103 статья)
РСФСР-ҙың юғары дәүләт власы һәм идара итеү органдары (104—130 статья)
13 бүлек. РСФСР-ҙың юғары советы (104—121 статья)
14 бүлек. РСФСР-ҙың министрҙар советы (122—130 статья)
VI. Автономиялы республикаһы идаралығы һәм дәүләт власының юғары органдары (131—136 статья)
15 бүлек. Автономиялы республикаһы юғары советы (131—132 статья))
16 бүлек. Автономиялы республикаһы министрҙар советы (133—136 статья)
VII. РСФСР-ҙың дәүләт власы һәм урындағы идара органдары. (137—151 статья)
17 бүлек. Халыҡ депутаттарының урындағы советтары (137—144 статья)
18 бүлек. Халыҡ депутаттары Советтарының урындағы башҡарма комитеттары (145—151 статья)
VIII. РСФСР-ҙың иҡтисади һәм социаль үҫешенең дәүләт планы. РСФСР-ҙың дәүләт бюджеты (152—162 статья)
19 бүлек. РСФСР-ҙың иҡтисади һәм социаль үҫешенең дәүләт планы. (152—157 статья)
20 бүлек. РСФСР-ҙың дәүләт бюджеты (158—162 статья)
IX. Суд, арбитраж һәм прокурор күҙәтеүе (163—169 статья)
21 бүлек. Суд һәм арбитраж (163—175 статья)
22 бүлек. Прокуратура (176—179 статья)
X. РСФСР-ҙың гербы, флагы, гимны һәм баш ҡалаһы (180—183 статья)
XI. РСФСР конституцияһының ғәмәлдә булыуы һәм уны үҙгәртеү тәртибе (184—185 статья).

Артабан структура төҙәтмәләр менән бәйле бер нисә мәртәбә үҙгәртелә. 1992 йылдың 10 декабренә ҡарата Конституцияның структураһы түбәндәгесә:

I. РСФСР-ҙың йәмәғәт ҡоролошоноң һәм сәйәсәтенең нигеҙҙәре (1-30 статья)
1 бүлек. Сәйәси система (1-9 статья)
2 бүлек. Иҡтисади система (10—15, 17-18 статья)
3 бүлек. Социаль үҫеш һәм мәҙәниәт (19—25, 26-27 статья)
4 бүлек. Тышҡы сәйәси эшмәкәрлек һәм социалистик Ватанды һаҡлау (28-30 статья)
II. Дәүләт һәм шәхес (31-6711статья)
5 бүлек. Граждандың һәм кешенең хоҡуҡтары һәм азатлығы (31-673 статья)
6 бүлек. Рәсәй Федерацияһы граждарының бурыстары (674−6711 статья)
III. Рәсәй Федерацияһының Милли-дәүләт һәм административ-территориаль ҡоролошо (68-84 статья)
7 бүлек. Рәсәй Федерацияһы — суверенлы дәүләт (68, 70, 71-72, 75 статья)
8 бүлек. Рәсәй Федерацияһы составындағы республика (78-815 статья)
9 бүлек. Автономиялы өлкә һәм автономиялы округ (статьи 82-846 статья)
91 бүлек. Рәсәй Федерацияһы составындағы федераль әһәмиәтендәге край, өлкә, ҡала (статьи 847−8415 статья)
IV. Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаттары Советтары һәм уларҙың һайлау тәртибе (85-103 статья)
10 бүлек. Халыҡ депутаттары Советтарының системаһы һәм шмәкәрлек принциптары (85, 86, 861, 87, 90 статья)
11 бүлек. Һайлау системаһы (91-98 статья)
12 бүлек. Халыҡ депутаты (99-103 статья)
V. Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы һәм урындағы идара органдары (104—130 статья)
13 бүлек. Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаттары съезы һәм Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы (104—121 статья)
131бүлек. Рәсәй Федерацияһының Президенты (1211−12111 статья)
14 бүлек. Рәсәй Федерацияһының Министрҙар Советы (122—125, 127—130 статья)
VI. Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың дәүләт власы һәм идара итеү юғары органдары (статьи 131—136)
15 бүлек. Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың халыҡ депутаттары Съезы һәм Юғары Советы (131—132 статья)
151бүлек . Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың башҡарма хакимиәтенең башлығы (Президенты) (1321−1322 ст.)[1].
16 бүлек. Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың Министрҙар Советы (133—136 ст.)
VI1. Рәсәй Федерацияһы составындағы край, өлкә, автономиялы өлкә, автономиялы округ һәм федераль әһәмиәтендәге ҡаланың идара итеү дәүләт органдары (1361−1366 ст.)
161бүлек . Рәсәй Федерацияһы составындағы край, өлкә, автономиялы өлкә, автономиялы округ һәм федераль әһәмиәтендәге ҡаланың халыҡ депутаттары Советтары (статьи 1361−1362)
162 бүлек. Рәсәй Федерацияһы составындағы край, өлкә, автономиялы өлкә, автономиялы округ һәм федераль әһәмиәтендәге ҡаланың администрацияһы (1363−1366 ст.)
VII. Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидаралығы (137—151 ст.)
17 бүлек. Урындағы халыҡ депутаттарының Советтары һәм территориаль йәмғиәт үҙидаралығы (138—145 ст.)
18 бүлек. Урындағы администрация (статьи 146—150)
VIII. Рәсәй Федерацияһының иҡтисади һәм социаль үҫешенең дәүләт планы. Рәсәй Федерацияһының дәүләт бюджеты (152—162 ст.)
19 бүлек. Рәсәй Федерацияһының иҡтисади һәм социаль үҫешенең дәүләт планы (152—157 ст.)
20 бүлек. Рәсәй Федерацияһының дәүләт бюджеты (158, 160—162 ст.)
IX. Суд эшмәкәрлеге һәм прокурор надзоры (163—169 ст.)
21 бүлек. Рәсәй Федерацияһының суд системаһы (163—174 ст.)
22 бүлек. Прокуратура (статьи 176—179)
X. Рәсәй Федерацияһының гербы, флагы һәм баш ҡалаһы (180—183 ст.)
XI. Рәсәй Федерацияһының конституцмяһының ғәмәлдә булыуы һәм уны үҙгәртеү тәртибе (184—185 ст.).

Преамбулала Октябрь революцияһынан һуңғы 60 йыл эсендә совет йәмғиәтенең үткән тарихи юлына баһа бирелә. Шулай уҡ преамбулала Конституция алдағы Конституцияларҙың принциптарын һаҡлай тип белдерелә.

1990 йылда 15 декабрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Депутаттары Советының яңы редакцияһы раҫлана. Преамбула Съездың Рәсәй яҙмышы өсөн тарихи яуаплылылыҡты тойоп, СССР-ҙың бөтә халыҡтарының хоҡуҡтарына ихтирам күрһәтә һәм РСФСР халыҡтары ихтыярын сағылдыра, республиканың дәүләт суверенитетын раҫлай һәм яңыртылған СССР составында демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөргә теләген белдерә.

1992 йылдың 9 декабрендә преамбуланан СССР тураһында телгә алыу юҡҡа сығарыла, Рәсәй Федерацияһы гражданының һәм кешеһенең хоҡуҡтары өҫтөнлөгөн таныуға күрһәтмә өҫтәлә.

Конституцияның беренсе киҫәге социалистик ҡоролоштоң дөйөм принциптарын һәм үҫешкән социалистик йәмғиәтенең төп һыҙаттарын нығытып ҡуя.

1-се статья РСФСР «дөйөм социалистик дәүләт, эшселәр, крәҫтиәндәр, интеллигенция, бөтә милләт хеҙмәтсәндәренең һәм ил халыҡтарының ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдыра» тип билдәләй. 1990 йылдың 15 декабрендә был формулировка юҡҡа сығарыла, уның урынына РСФСР «тарихи берләштергән халыҡтар тарафынан төҙөлгән суверенлы дәүләт» тип билдәләнә.

1998 йылдың 21 апрелендә был формулировкаға Рәсәй Федерацияһы «суверенлы федератив дәүләт…» тигән күрһәтмә өҫтәлә, уның «конституцион ҡоролошоноң ҡаҡшамаҫ нигеҙе» булып демократия, федерализм, республика идара итеү формаһы тора. «Рәсәй федерацияһы» һәм «Рәсәй» атамаларын Конституция тиң мәғәнәле тип иғлан итә.

2-се статья раҫлауынса, РСФСР-ҙа бөтә власть халыҡтыҡы һәм халыҡ уны Советтар аша тормошҡа ашыра. Башҡа бөтә органдар Советтар ҡарамағында һәм уның контроле аҫтында була.

3-сө статья РСФСР-ҙың ойошторолоуы һәм эшмәкәрлеге демократик централизмы принцибына ярашлы ҡоролған тип билдәләй һәм уның характеристикаһын бирә.

1992 йылдың 21 апрелендә был статья яңы редакцияла бирелә, уға ярашлы дәүләт власы системаһы властарҙың бүленеүенә һәм Федерация менән уның субьектары араһындағы вәкәләттәрҙе бүлеү принциптарына ҡорола, әммә властарҙың бүленеү принцибына Конституцияның 104 статьяһының икенсе өлөшө тап килмәй, был өлөшө халыҡ депутаттары Съезына Рәсәй ҡарамағында булған мәсьәләне хәл итеү хоҡуғын бирә[2]. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡ артабан уның ике тармағы араһында ҡораллы конфликтҡа килтергән власть кризисының бер сәбәбе була. Әйткәндәй, 1993 йылдың авгусында уҡ Юғары Советы конституцияға төҙәтеүҙәр тураһында закон проектын әҙерләй һәм был закон Съездың һәм парламенттың тулы власлығы тураһында үрҙә күрһәтелгән пункттарҙы юҡҡа сығарырға тейеш була[3]. Конституцион ҡануниәт буйынса Юғары Совет Комитеты рәйесе Владимир Исаков раҫлауынса, 104-се статьяның икенсе өлөшө һәм 109-сы статьяның 26 пункты бер тапҡыр ҙа ҡулланмаған[4].

5 статьяға ярашлы «дәүләт тормошоноң иң мөһим мәсьәләләре буйынса» халыҡ референдумдарын һәм бөтә халыҡ фекер алышыуын үткәреү мөмкинлеге ҡаралған була, әммә был мәсьәләләр исемлеге күрһәтелмәй.

1992 йылдың 9 декабрендә РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары Советы халыҡ фекер алышыуы и референдумдар үткәреү «Конституция һәм Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы тәртиптә» ҡаралған тип белдерә.

Референдум үткәреү нигеҙҙәре Конституцияла алдараҡ, РСФСР-ҙың 1990 йылдың 15 декабрендәге 423-I-се һанлы законына ярашлы, билдәләнә. Бөтә Рәсәй референдумын РСФСР-ҙың Юғары Советы РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары Советы ҡарары йәки миллиондан да кәм булмаған РСФСР граждандарының талабы йәки РСФСР-ҙың халыҡ депутаттарының дөйөм һанынан өстән ике өлөшө талабы буйынса иғлан итә; шул уҡ ваҡытта тәғәйенләү (ә иғлан итеү түгел) Съездың махсус вәкәлләтлегенә инә.

6-сы статья КПСС-тың совет йәмғиәтенең сәйәси системаһының ядроһы булараҡ етәкләүсе һәм йүнәлтеүсе роле закон буйынса нығытылып ҡуя. Башҡа Конституцияларҙан айырмалы рәүештә сәйәси тормошта профсоюз системаһының, комсомолдың һәм башҡа массауи ижтимағи ойошмаларҙың закон буйынса мөһим роле билдәләнә.

1990 йылдың 16 июнендә РСФСР-ҙа бер партиялы система юҡҡа сығарыла, шул уҡ ваҡытта статьяның яңы редакцияһында КПСС тураһында бөтөнләй телгә алынмай (1990 йылдың 15 мартындағы союз төҙәтмәһеннән айырмалы рәүештә).

9-сы статья раҫлауынса, совет йәмғиәтенең сәйәси системаһының төп йүнәлеше булып социалистик демократияның артабанғы йәйелдереүе тора: дәүләт идара итеүҙә граждандарҙың ҡатнашлығын киңәйтеү, дәүләт аппаратын камиллаштырыу, йәмәғәт ойошмалары әүҙемлеген арттырыу, халыҡ контролен көсәйтеү, дәүләт һәм йәмәғәт тормошоноң хоҡуҡи нигеҙен нығытыу, асыҡлыҡты киңәйтеү, йәмәғәт фекерен даими иҫәпкә алыу. Был статья (ҡайһы бер башҡа статьялар кеүек) баштағы редакцияла 1993 йылғы Конституцияны ҡабул иткәнгә тиклем ғәмәлдә була.

3 бүлектә теркәлгән 10 статья РСФСР-ҙың иҡтисади системаһының нигеҙен етештереү ҡоралдарына социалистик милекселеге тәшкил итеүен раҫлай: дәүләт (дөйөм халыҡ) һәм колхоз-кооператив формалары.

1990 йылдың 15 декабрендә был статьяның яңы редакцияһы «РСФСР-ҙа милек хоҡуҡтары законға ярашлы һаҡлана» тип иғлан итә, ә 1992 йылдың 9 декабрендә Рәсәй Федерацияһында уның түбәндәге формалары: шәхси (граждандар һәм юридик шәхестәр), коллектив (дөйөм уртаҡлыҡ, дөйөм өлөш), дәүләт, муниципаль һәм йәмәғәт ойошмаларының милке — танылыуы һәм яҡлаулы булыуы тураһында белдерә.

16-сы статья РСФСР иҡтисадын СССР иҡтисадының өлөшө итеп иғлан итә һәм иҡтисадта дәүләт планлаштырыу принцибын нығыта, әммә 1991 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында үткән РСФСР-ҙың халыҡ депутаттарының V Съезында был статья төшөрөп ҡалдырыла.

Яңы Конституцияға яңы IV киҫәк индерелә — «РСФСР-ҙың халыҡ депутаттарының Советтары һәм уларҙы һайлау тәртибе», Советтарҙың системаһы нығытыла, Юғары Советтарҙың вәкәләттәр срогы — 4 йылдан 5 йылға тиклем, урындағы Советтарҙың — — 2,5 йылдан 2,5 йылға тиклем арттырыла.

Шулай уҡ элекке Конституцияла ғәмәлдә булған дөйөм, тиң, йәшерен һайлауҙарҙа туранан-тура һайлау хоҡуғы принцибы нығытыла. Шул уҡ ваҡытта 92-се статьяға ярашлы Советтарға пассив һайлау хоҡуғы 18 йәшкә тиклем кәметелә.

V киҫәктә юғары дәүләт органдары — Юғары Совет (13 бүлек) һәм РСФСР-ҙың Министрҙар Советы (14 бүлек) тураһында положениелар нығытыла. Ошо киҫәктәге 104 статья РСФСР-ҙың Юғары Советына (1989 йылдың 27 октябренән — Халыҡ депутаттары Съезына) бөтә тулылыҡта дәүләт власын тапшыра; РСФСР-ҙың Юғары Советының махсус вәкәләттәр (баштағы редакция буйынса): РСФСР-ҙың Конституцияһын һәм башҡа закондарын ҡабул итеү, уларға үҙгәрештәр индереү; РСФСР составындағы яңы автономиялы республикаларҙы һәм автономиялы өлкәләрҙе СССР-ҙың Юғары Советына раҫлауға индереү; РСФСР-ҙың иҡтисади һәм социаль үҫешенең дәүләт пландарын, РСФСР-ҙың дәүләт бюджетын һәм уларҙың үтәлеше тураһында отчеттарҙы раҫлау; үҙенең ҡарамағында булған органдарҙы ойоштороу.

1989 йылдың 27 октябрендә РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары Съезы тураһында нормалар индерелә (13 бүлектең яңы редакцияһы), ә 1991 йылдың 24 майында — РСФСР Президенты тураһында айырым 131 бүлек индерелә.

VI киҫәктә автономиялы республикаларҙың власть органдары билдәләнә, респуликаларҙа юғары дәүләт органдары булып Юғары Советтар билдәләнә (1989 йылдың 27 октябренән — шулай уҡ Халыҡ депутаттарының Съездары) һәм республикаларҙың Министрҙар Советтары.

1991 йылдың 1 ноябрендә РСФСР-ҙың республикалары Президенттары тураһында бүлек индерелә (151 бүлек), ә 1992 йылдың 21 апреленән — айырым VI1 киҫәк, крайҙар, өлкәләр, автономиялы өлкәләр һәм округтар, федераль әһәмиәтендәге ҡалалар властары органдары булдырыла (аҙаҡҡылары был бүлеккә 1992 йылдың 9 декабрендә тейешле төҙәтмәләр ҡабул иткәндән һуң индерелә).

1989 йылға тиклем РСФСР Конституцияһы тулы тейелгеһеҙлектә була, хатта бәләкәй генә төҙәтмәләр 1977 йылғы СССР Конституцияһына индерелмәй[5]. Тик 1988—1989 йылдарҙа ғына Рәсәй Төп Законын СССР Конституцияһына тура килтереү мәсьәләһе менән бәйле РСФСР Конституцияһында үҙгәрештәр кәрәклеге асыҡлана. Шуға күрә 1989 йылдың 27 октябрендә XI саҡырылыш Юғары Советы конституцияға тәүге төҙәтмәләр ҡабул итә. Дәүләт власының юғары органы булып халыҡ депутаттары Съезы иғлан ителә, съезд дөйөм, йәшерен тауыш биреү юлы менән 18 йәштән өлкән граждандарҙың тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә 5 йыллыҡ срокка һайлана. Әммә съезд даими орган булмай — йылына ике тапҡыр саҡырыла. Халыҡ депутаттары Съезы РСФСР-ҙың Юғары Советын һайлай, Юғары Совет йылына ике тапҡыр сессияға йыйыла һәм съездар араһында закон сығарыусы дәүләт органы вәкәләттәрен башҡара. Юғары Совет ике палатанан тора (1938—1990 йылдарҙа бер палата була) — Милләттәр Советы , Республика Советы, уларҙы эш менән Юғары Советтың Президиумы тәьмин итә. РСФСР-ҙың юғары вазифа функцияларын[6] Юғары Совет рәйесе башҡара.

1990 йылдың 16 июнендә РСФСР-ҙа күп партиялы системаны булдырған төҙәтмә индерелә. Союз законынан айырмалы рәүештә РСФСР Конституцияһының 6-сы статьяһының яңы редакцияһы КПСС-ты телгә алмай:

«Съезд народных депутатов РСФСР,

— сознавая историческую ответственность за судьбу России,
— свидетельствуя уважение к правам всех народов, входящих в Союз Советских Социалистических Республик,
— выражая волю народов РСФСР,

подтверждает государственный суверенитет Российской Советской Федеративной Социалистической Республики на всей её территории и заявляет о решимости создать демократическое правовое государство в составе обновленного Союза ССР».
Статья 1. Российская Советская Федеративная Социалистическая Республика есть суверенное государство, созданное исторически объединившимися в нём народами.

[7]

Ошолар менән бер рәттән Рәсәй Федерацияһының иҡтисади системаһы үҙгәртелә («шәхси милек» термины Конституцияла ул ваҡытта әле индерелмәһә лә, шәхси милек рөхсәт ителә), РСФСР-ҙың Конституцион Суды барлыҡҡа килә (бер йыл һуңғараҡ һайлана), РСФСР-ҙың Генераль прокуроры вазифаһы булдырыла, прокурор вазифаһына РСФСР-ҙың Юғары Советы тәғәйенләй һәм Съезд раҫлай. РСФСР-ҙың республика гражданлығы нығытыла (31 статья), РСФСР граждандарының сәйәси хоҡуҡтары тураһындағы статьяларҙан улар «халыҡ мәнфәғәтенә» һәм «социалистик ҡоролошто нығытыу һәм үҫтереү өсөн»(49-сы статья), «коммунистик төҙөлөшкә» (45-се, 49-сы статьялар), хеҙмәт итергә тейеш тигән положениелар алып ташлана, выждан азатлығы һәм дин тотоу тураһындағы статья яңы редакцияла бирелә. «Социалистик милекте һаҡлау һәм нығытыу», «дәүләт һәм йәмәғәт милкен урлау һәм тәләфләү менән көрәшеү, халыҡ байлығына һаҡсыл булыу» (59 статья) гражданлыҡ бурысы юҡҡа сығарыла. Закондарҙы үтәү бурысы тураһындағы 57 статьяла РСФСР Конституцияһы (элек СССР Конституцияһы) беренсе урынға ҡуйыла. Рәсәй Съезы «РСФСР-ҙың суверен хоҡуҡтарын сикләгән» ғәмәлдәге союз акттарын туҡтатып тороуҙы РСФСР ҡарамағында ҡалдыра (алдараҡ Суверенитет тураһында декларацияла иғлан ителә). Автономиялы өлкәләр туранан-тура РСФСР-ға инә[8], ә автономиялы округтары өсөн край, өлкәгә инеү мөмкинлеге нығытыла (йәғни улар туранан-тура үҙ теләге менән РСФСР составына инә ала). РСФСР -ҙың бюджеты СССР Союзы бюджетынан сығарыла. Халыҡ контроле органдары һәм создаш республикаларҙың Министрлыҡтары бөтөрөлә, шулай уҡ РСФСР-ҙың Конституцион надзоры комитеты (булдырылып өлгөрмәй) артабан Конституцион Суды менән алмаштырыла.

1991 йылдың 24 апрелендә РСФСР-ҙың Юғары Советы 1991 йылдың 17 мартында үткәрелгән референдум һөҙөмтәләре буйынса «РСФСР Президенты тураһында» законды ҡабул итә, законға ярашлы Президент вазифаһы булдырыла, уға РСФСР-ҙың юғары вазифалы кешеһе һәм башҡарма власының башлығы функциялары күсә), РСФСР Президенты үҙаллы РСФСР-ҙың хөкүмәтен булдыра (тик Министрҙар Советы Рәйесе вазифаһына ғына РСФСР-ҙың Юғары Советының ризалығы һәм уны РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары Советының раҫлауы талап ителә), шулай уҡ хөкүмәттең эшмәкәрлеге менән етәкселек итә һәм түбәнге башҡарма органдарының акттарын туҡтата ала (әгәр РСФСР закондарына һәм Конституцияһына тап килмәһә). 1991 йылдың май айында был закон Съезд тарафынан раҫлана, тейешле үҙгәртеүҙәр 1991 йылдың 24 майында РСФСР Конституцияһына индерелә. Министрҙар Советы властың юғары органы статусын юғалта һәм тик Президент ҡарамағында була, автономиялы совет социалистик республикалар РСФСР составындағы совет социалистик республикалары тип исемләнә башлай[9] (яңы атама СССР Конституцияһының 85 статьяһына тап килмәй[10]). Ҡала, ауыл һәм ҡасаба советтары урындағы үҙидара органдары тип иғлан ителә[11] (СССР Конституцияһының 145 стаьяһына тап килмәй, сөнки статьяға ярашлы халыҡ депутаттары Советтары «автономиялы өлкәләрҙә, автономиялы округтарҙа, крайҙарҙа, өлкәләрҙә, райондарҙа, ҡалаларҙа, ҡалалалағы райондарҙа, ҡасабаларҙа, административ-территориаль берәмектәрҙең ауыл һәм тораҡ пункттарында дәүләт власы органдары» тип иғлан ителә[12] Урындағы хәкимиәттәр Советтар контроле аҫтынан тулыһынса тиерлек сығарыла. Дәүләт арбитражы системаһы бөтөрөлә, арбитраж судтары системаһы менән алыштырыла.

Шул уҡ йылдың 3 июлендә Конституцияға Адыгея, Таулы Алтай, Ҡәрәсәй — Черкес, Хакас автономиялы өлкәләрҙе РСФСР составындағы Совет Социалистик Республикалары итеп үҙгәртеү тураһында төҙәтмә индерелә[13], СССР Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы был республикалар РСФСР-ҙың автономиялы өлкөлөре булып һанала башлай.

1991 йылдың 1 ноябрендә Конституцияға һәр республикала Президент посын булдырыу һәм РСФСР-ҙың дәүләт флагы сифатында революцияға тиклемге Рәсәйҙең флагына оҡшаған дәүләт флагын раҫлау тураһында төҙәтмәләр индерелә[14][15]. Ошо уҡ төҙәтмәләр менән һайлау хоҡуғына эйә булмағандар араһынан прокурор санкцияһына ярашлы иректән мәхрүм ителгәндәр, шулай уҡ суд ҡарары буйынса мәжбүри дауалау урындарында булғандар сығарыла. РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы депутат ҡағылһыҙлығынан мәхрүм итеү хоҡуғын юғалта (хәҙер был хоҡуҡ Съезға бирелә). РСФСР-ҙың Гимны РСФСР-ҙың Юғары Советы тарафынан раҫлана башлай, Конституцияның 166 статьяһына ярашлы судты присяжныйҙар ҡатнашлығында үткәреү мөмкинлеге нығытыла.

1992 йылдың 21 апрелендә РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары Съезы 2708-I-се һанлы закон ҡабул итә. Конституциянан СССР составына инеү тураһында положениелар юҡҡа сығарыла (4-се статьяның икенсе өлөшөнән, 7-се, 30-сы һәм ҡайһы бер башҡа статьяларҙан тыш), ә дәүләттең атамаһы Рәсәй Федерацияһы — Рәсәй тип үҙгәртелә (был атамаларҙың икеһе лә тиң хоҡуҡлы тип иғлан ителә). Закон конституцион ҡоролошоноң нигеҙҙәренең исемлеген нығытып ҡуя — халыҡ власы, федерализм, республика идара итеүформаһы, властарҙың бүленеше. Һуңғы принципҡа айырым өсөнсө статья бағышлана (элек ул демократик централизмы принцибына арналған була), яңы редакцияла Рәсәй Федерацияһында дәүләт власы системаһы закон сығарыусы, башҡарма һәм суд властары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы һәм уның составындағы республикаларҙың, крайҙар, өлкәләр, автономиялы өлкәләр, автономиялы округтар һәм урындағы үҙидаралар араһында вәкәләттәр бүленеү принцибына ҡоролоуы нығытыла. Төҙәтмә РСФСР Президенты указдарының ғәмәлдәр даирәһен киңәйтә. Ҡайһы бер республикаларҙың атамаһынан «совет социалистик» тигән һүҙҙәр алып ташлана, РСФСР-ҙың Конституцияһы (Төп Закон) яңы редакцияға ярашлы Рәсәй Федерацияһың Конституцияһы (Төп Закон) тип исемләнә башлай[16].

Әлеге редакцияла Конституциянан бөтә урындарҙа ла социализм тураһында телгә алыныу бөтөрөлә.

Кешенең һәм граждандың хоҡуҡтары, азатлығы һәм бурыстары каталогы яңынан ҡарала, ҡайһы бер хоҡуҡтар Рәсәй Конституцияһында беренсе тапҡыр нығытыла.

Конституцияға Адыгей республикаһы, Таулы Алтай Республикаһы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы, Хакасия Республикаһы тураһында положениелар индерелә. Төп закондың тексына Ленинград ҡалаһы урынына Санкт-Петербург индерелә, шулай уҡ өлкәләрҙең исемдәре үҙгәртелә: Горький өлкәһе урынына Түбәнге Новгород өлкәһе, Калинин өлкәһе урынына Тверь өлкәһе,Куйбышев өлкәһе урынына һамар өлкәһе. Рәсәйҙең Юғары Советы рәйесе һөйләшеүҙәр алып барыу һәм закон сығарыу органдары (парламенттар) араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу вәкәләттәренә эйә була. Шулай уҡ конституцияға 1992 йылдың 31 мартындағы Федератив килешеүенең положениелары индерелә (7-се статья, 81-1 — 81-5, 84-1—81-6 статьялар һәм 9-1-се статья), ә килешеү үҙе конституцияға ҡушымта була. Әлеге төҙәтмәләр 1992 йылдың 16 майында "Российская газета"ла баҫылғандан һуң үҙ көсөнә инә[17][18].

1992 йылдың 9 декабрендә конституцияға сираттағы үҙгәрештәр индерелә. Преамбуланан СССР тураһында иҫкә алыу юҡҡа сығарыла һәм кешенең һәм граждандың хоҡуҡтар приоритетын таныу тураһында иҫкә алына. 7-се статьянан сәйәси фирҡәләр, ижтимағи ойошмалар һәм массауи хәрәкәттәр закон сиктәрендә ғәмәлләшә тигән урындар, СССР закондары һәм Конституция тураһында телгә алыныуы бөтөрөлә, Конституцияла һәм Рәсәй Федерацияһы закондарында ҡаралмаған власть структуралары һәм законһыҙ ҡораллы фрмированиеларҙың булдырыуы тыйыла, Конституцион стройҙы ҡолатыуҙың тыйылғанлығы һәм Рәсәй Федерацияһының бөтөнлөгөн боҙоу тураһында положение нығытыла. 30-сы статьянан СССР-ҙың Ҡораллы Көстәрен иҫкә алыу юҡҡа сығарыла. Республика ҡарамағындағы ҡалалар (Мәскәү, Санкт-Петербург) федераль әһәмиәтендәге ҡалаларға әүерелә (153-сө статьяла Мәскәү һәм Санкт-Петербург һаман да республика ҡарамағындағы ҡалалар булып иҫкә алына)[19]. Юғары Советҡа сит ил эштәре министры, оборона министры, хәүефһеҙлек министры, эске эштәр министры вазифаларына тәғәйенләүгә ризалыҡ биреү хоҡуғы бирелә; Үҙәк банк рәйесен тәғәйенләү; Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың Юғары Советтары менән берлектә Рәсәй Федерацияһы составындағы республикалар Конституцияларын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тура килтереүҙе тәьмин итеү. Президент Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары башкомандующийы вәкәләттәренә эйә була, Рәсәй ФедерацияһыҠораллы Көстәренең юғары вазифалы кешеләрен эшкә тәғәйенләй һәм эштән сығара һәм законда билдәләнгән юғары хәрби званиелар бирә. Министрҙар Советы президенттың, Халыҡ депутаттары съезы һәм Юғары Советының ҡарамағында була. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Президенты үҙ вәкәләттәрен башҡара алмаған саҡта, уның вәкәләттәрен Рәсәй Федерацияһының вице-президенты башҡарыу мөмкинлеге булмаһа, , артабан бер-бер артлы Рәсәй Федерацияһының Минстрҙар Советы Рәйесенә, Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Рәйесенә күсә[20]. Ошо уҡ закон менән Рәсәй Федерацияһы Конституцион Судының судьяларын һайлау тураһында положение нығытыла һәм мировой судьлар тураһында нормалар индерелә. Күрһәтелгән төҙәтмәләр 1993 йылдың 12 ғинуарында "Российская газета"ла баҫтырылғандан һуң үҙ көсөнә инә.

Киләһе көндә Чечен-Ингуш Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын икегә бүлеп, Ингуш Республикаһы һәм Чечен Республикаһы итеп үҙгәртеү тураһында төҙәтмә индерелә[21]. Әлеге төҙәтмә 1992 йылдың 29 декабрендә Данная "Российская газета"ла баҫтырыла[22] һәм 1993 йылдың 9 ғинуарында рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 10 көн үткәс үҙ көсөнә инә[23].

Конституцион кризис һәм яңы Конституцияны ҡабул итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә ҡабул ителә (ил халҡының 1/3 өлөшө генә тауыш бирә, шул иҫәптән 58 % — «за»). Конституция СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Рәсәй дәүләтселегенең яңы төҙөү нигеҙҙәрен иғлан итә, 1993 йылдың 15 октябрендәге 1633-сө һанлы «Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы проекты буйынса бөтә халыҡ тауыш биреүҙе үткәреү тураһында» Рәсәй Президенты Указына ярашлы үткәрелә. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы «Российская газета»ла баҫтырылған көндә — 1993 йылдың 25 декабрендә — үҙ көсөнә инә.

1978 йылғы Конституция нигеҙендәге органик закондар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Закон РСФСР «О выборах в Верховный Совет РСФСР» от 8 августа 1978 года
  • Закон РСФСР «О Совете Министров РСФСР» от 3 августа 1979 года
  • Закон РСФСР «О выборах в местные советы народных депутатов РСФСР» от 3 августа 1979 года
  • Закон РСФСР «О краевом, областном совете народных депутатов РСФСР» от 20 ноября 1980 года
  • Закон РСФСР «Об автономных округах РСФСР» от 20 ноября 1980 года
  • Закон РСФСР «О выборах районных (городских) народных судов РСФСР» от 8 июля 1981 года
  • Закон РСФСР «О порядке отзывов народных судей и народных заседателей районных (городских) народных судов РСФСР» от 8 июля 1981 года

1978 йылғы Конституция нигеҙендә органик закондар (1989 йылғы редакция)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Закон РСФСР «О выборах народных депутатов РСФСР» от 27 октября 1989 года
  • Закон РСФСР «О выборах народных депутатов местных советов народных депутатов РСФСР» от 27 октября 1989 года
  • Закон РСФСР «О республиканских министерствах и государственных комитетах РСФСР» от 14 июля 1990 года
  • Закон РСФСР «О статусе народного депутата местного совета народных депутатов РСФСР» от 30 октября 1990 года
  • Закон РСФСР «О статусе народного депутата РСФСР» от 15 октября 1990 года
  • Закон РСФСР «О порядке отзыва народного депутата РСФСР» от 17 мая 1991 года

1978 йылғы Конституция нигеҙендә органик закондар (1990 йылдың 15 декабрендәге редакция)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Закон РСФСР «О Конституционном Суде РСФСР» от 6 апреля 1991 года

1978 йылғы Конституция нигеҙендә органик закондар (1991 йылдың 24 майындағы редакция)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Закон РСФСР «О вступлении в должность Президента РСФСР» от 27 июня 1991 года
  1. данная глава не была введена в действие вплоть до принятия новой конституции в декабре 1993 года (см. Конституция Российской Федерации в редакции от 9, 10 декабря 1992 г. (прекратила действие))
  2. Верховный Совет не мог решать вопросы, отнесенные к исключительному ведению Съезда народных депутатов
  3. Проект Закона РФ от 11.08.1993 «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) Российской Федерации — России» // Из истории создания Конституции Российской Федерации. Конституционная комиссия: стенограммы, материалы, документы (1990—1993 гг.) Т. 6: Дополнительные, мемуарные, справочные материалы, стр. 649—653. М., Фонд конституционных реформ. 2010.
  4. s:Пояснительная записка Председателя Комитета ВС РФ по конституционному законодательству от 11.08.1993
  5. Норма, введённая в союзную Конституцию в 1981 году, присутствовала в Конституции РСФСР 1978 года с самого начала
  6. главы государства, хотя этот термин в Конституцию не включили в силу существования союзного государства (СССР), частью которого являлась Российская Федерация
  7. Закон РСФСР от 15 декабря 1990 г. «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) РСФСР»
  8. Конституция СССР 1977 года предусматривала возможность непосредственного вхождения автономных областей в состав союзных республик (http://constitution.garant.ru/history/ussr-rsfsr/1977/red_1977/5478732/chapter/11/#block_1100 2018 йыл 4 ғинуар архивланған.)
  9. Закон РСФСР от 24 мая 1991 г. «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) РСФСР»
  10. Конституция СССР в редакции от 26 декабря 1990 г. / Глава 10. Автономная Советская Социалистическая Республика 2016 йыл 16 февраль архивланған.
  11. Закон РСФСР от 24 мая 1991 года № 1329-I «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) РСФСР в связи с реформой местного самоуправления»
  12. Конституция СССР в редакции от 26 декабря 1990 г. / Глава 19. Местные органы государственной власти и управления 2018 йыл 9 ғинуар архивланған.
  13. Закон РСФСР от 3 июля 1991 г. «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) РСФСР в связи с преобразованием автономных областей в Советские Социалистические Республики»
  14. Свод морских постановлений, кн. X: Морской устав, изд. 1901 г. (отрывки из Google Books: [1], [2])
  15. Закон РСФСР от 1 ноября 1991 г. «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) РСФСР» (принят пятым (внеочередным) Съездом народных депутатов РСФСР)
  16. Закон Российской Федерации от 21 апреля 1992 года № 2708-I «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного закона) РСФСР» // Ведомости Съезда народных депутатов РСФСР и Верховного Совета РСФСР. — 1992. — № 20. — ст. 1084. Данный закон вступил в силу с момента опубликования в Российской газете 16 мая 1992 года.
  17. Закон Российской Федерации от 21 апреля 1992 года № 2708-I «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного закона) Российской Советской Федеративной Социалистической Республики» // «Российская газета», 16 мая 1992 года, № 111 (447), стр. 3-5. На титульном листе газеты отмечено, что указанный закон вступает в силу с момента опубликования
  18. « Статья 165.1, включенная в Конституцию Российской Федерации 21 апреля 1992 года и вступившая в силу 16 мая 1992 года, уполномочивает Конституционный Суд на рассмотрение дел о конституционности политических партий и иных общественных объединений.
    »
  19. Конституция Российской Федерации в редакции от 9, 10 декабря 1992 г. / Глава 19. Государственный план экономического и социального развития Российской Федерации 2017 йыл 28 декабрь архивланған.
  20. Закон Российской Федерации от 9 декабря 1992 года № 4061-I «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) Российской Федерации — России». Данный закон вступил в силу с момента опубликования в Российской газете 12 января 1993 года
  21. Закон Российской Федерации от 10 декабря 1992 г. № 4071-I «О внесении изменений в статью 71 Конституции (Основного Закона) Российской Федерации — России»
  22. Документы VII Съезда народных депутатов Российской Федерации // «Российская газета», 29 декабря 1992 года, № 278 (614), стр. 5
  23. Законы РСФСР/РФ 1990—1993 и поправки к ним до весны 1995
  • Конституция СССР 1977 года
  • Конституция (Основной Закон) Российской Советской Федеративной Социалистической Республики. — М.:1992
  • Конституция (Основной Закон) Российской Федерации — России: Принята на внеочередной седьмой сес. Верховного Совета РСФСР девятого созыва 12 апреля 1978 года, с изм. и доп., внес. Законами РСФСР от 27 октября 1989 г., от 31 мая, 16 июня и 15 декабря 1990 г., от 24 мая и 1 ноября 1991 г. и Законом Российской Федерации от 21 апреля 1992 г. — М.: Верховный Совет Российской Федерации; Известия, 1992. — 110с. ISBN 5-206-00373-5 (тираж 1 000 000 экз.)