Эстәлеккә күсергә

Рахманғолов Сибәғәт Ғибат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сибәғәт Рахманғолов
Исеме:

Сибәғәт Ғибат улы Рахманғолов

Тыуған көнө:

4 март 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Күмертау районы Яҡут ауылы[1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Ижад йылдары:

1996

Йүнәлеше:

район һәм республика гәзиттәре; урындағы телевидение

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Премиялары:

Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2011)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021).

Рахманғолов Сибәғәт Ғибат улы (4 март 1963 йыл) — башҡорт журналисы, йәмәғәтсе. «Ишембай телевидениеһы» автономлы муниципаль учреждение директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[2].

Сибәғәт Ғибат улы Рахманғолов 1963 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Күмертау районы[1] Яҡут ауылында тыуған.

1980 йылда Ишембай ҡалаһының 2-се мәктәп-интернатын тамамлағандан һуң, «Башнефть» берекмәһенең Ишембай төҙөлөш-монтаж участкаһында эшләй башлай. 1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң 1994 йылға тиклем төҙөлөштә эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ситтән тороп журналист һөнәре буйынса юғары белем ала. 1994 йылда Ишембай ҡалаһы мәғариф бүлеге тәҡдиме менән 2-се Башҡорт республика интернат-гимназияһында тәрбиәсе булып эшләй башлай.

1996 йылдан Сибәғәт Рахманғоловтың тормошо матбуғат менән бәйле: шул йылда ул «Йәшлек» республика йәштәр гәзитенә үҙ хәбәрсе итеп саҡырыла.

2004 йылдың майында башҡорт телендә гәзит һәм телепрограммалар асыу маҡсатында Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты саҡырыуы буйынса Лянторға юллана.

2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы тарафынан башҡорт телендәге «Юшатыр» гәзитен асыу өсөн Күмертау ҡалаһына ебәрелә. Баҫманың директоры—баш мөхәррире вазифаһында өс йыл эшләгәндән һуң, 2008 йылда Мәләүез ҡалаһына дәүләт-унитар предприятиеһы «Көнгәк» редакция—мәғлүмәт комплексына директор-баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә.

2010 йылда «Йәшлек» гәзитенә үҙ хәбәрсе булып әйләнеп ҡайта, 2011 йылда «Башҡортостан» республика ижтимағи—сәйәси гәзитенә үҙ хәбәрсе булып күсә.

2011 йылда «Ҡайындар ҙа үҫмәй Ямалда» мәҡәләләр циклы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ була[2].

2012 йылдан Салауат ҡалаһының Мәғлүмәт үҙәге директоры — баш мөхәррире.

201__ йылдан «Ишембай телевидениеһы» автономлы муниципаль учреждение директоры.

2021 йылдың апрелендә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[3][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2006 йылдан Башҡортостан журналистарының Көньяҡ ижади берекмәһе рәйесе.
  • Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
  • Күңелем йәйҙәрендә (үҙнәшер), шиғырҙар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021)
  • Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[2].
  • Рәсәй Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙы (2012)[5].
  • «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының Маҡтау ҡағыҙы.
  • Башҡортостан Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙы.