Эстәлеккә күсергә

Рим (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рим

Рим — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа осрай. Славян телдәрендә йыш ҡулланыла.

Рим исеменең тарихы Италияның баш ҡалаһы Римға тура килә. Был исемдең барлыҡҡа килеүе билдәле түгел. Грек тарихсылары үҙ сиратында исем грек теленән тип иҫәпләй. Рим ҡалимы Сервий Гонорат ҡала исеме Тибр йылғаһының боронғо исеменә – Rumon тап килә, тип иҫәпләй. Rumon ағым йәки йылғалағы ҡала тип тәржемә ителә.[1]

Рим (итал. Roma [ˈroːma]) — ҡала, 1870 йылдан Италияның баш ҡалаһы, Лацио өлкәһенең һәм Рим провинцияһының административ үҙәге. Тибр йылғаһында урынлашҡан.

Боронғо Рим (лат. Roma antiqua) — Боронғо донъяның һәм антиклыҡтың алдынғы цивилизацияларының береһе. Б.э.т. VIII быуатта Рим ҡалаһы тирәһендә барлыҡҡа килә. Исемен ҡаланы (Roma) нигеҙләүсе Ромул хөрмәтенә алған. Рим үҙәге Капитолий, Палатин һәм Квиринал менән сиктәш һаҙлыҡлы тигеҙлектә урынлашҡан. Цивилизация төҙөлөүгә этрусктар һәм боронғо гректар мәҙәниәте ҙур йоғонто яһаған.

Рим цифрҙары — боронғо римлеләрҙең позицияһы булмаған иҫәпләү системаһында ҡулланылған цифрҙар.

Грек-рим көрәше (классик көрәш, француз көрәше, грек-рим стилендәге спорт көрәше) — бергә-бер ҡаршы тороп көрәшеүҙең европа төрө. Был көрәш ҡағиҙәһе буйынса спортсы, билдәле техник хәрәкәттәр (ысулдар) арсеналын ҡулланып, ярышташын тигеҙлеген юғалтыуға килтерергә һәм уны арҡаһына әйләндереп, салҡан йығып һалырға тейеш. Грек-рим көрәшендә, иркен көрәштән айырмалы рәүештә, аяҡтар менән техник хәрәкәттәр яһау (ярышташтың тәнен эләктереү, уға аяҡ салыу, уны кинәт тартыу һәм аяҡтарын ҡулдар менән эләктереү) тыйыла. Классик көрәш Боронғо Грецияла һәм артабан Рим империяһында барлыҡҡа килгән , ә хәҙерге заман грек-рим көрәше төрө XIX быуаттың беренсе яртыһында Францияла формалашҡан.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ