Рифат (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рифат

Рифат — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рифат исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ғәрәпсәнән — аҡыллы, зирәк, төрки телдәренән — «юғары тороусы, юғары дәрәжә» тигән мәғәнәгә эйә.[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октай Рифат (Oktay Rifat; тулы исеме Октай Рифат Хорозджу; 10 июнь 1914 йыл — 18 апрель 1988 йыл) — төрөк шағиры һәм драматургы. Яңы төрөк шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Мәүлитов Рыфат Рәхмәтулла улы (20 март 1926 йыл — 26 март 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы, профессор (1975). 1961—1991 йылдарҙа Өфө авиация институты ректоры. РСФСР‑ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР‑ының (1972) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1967, 1976) ордендары кавалеры.

Вәлиәхмәтов Рифат Миңләхмәт улы (4 февраль 1938 йыл — 25 июнь 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-педагогы, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын ойоштороусы.

Харисов Рифат Самат улы (1946 йыл) — комсомол һәм партия органдары, сәнәғәт тармағы ветераны. 1970 йылдан Өфө агрегат-етештереү берекмәһенең инженер-технологы, 1973 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары һәм секретары, 1980 йылдан — партком секретары, 1985 йылдан — баш инженер урынбаҫары; 19892010 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының баш конструктор урынбаҫары һәм баш конструкторы, завод директоры урынбаҫары.

Атаһының исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы (7 октябрь 1977 йыл) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо комитеты ағзаһы («Берҙәм Рәсәй» фракцияһы).

Әйүпова Регина Рифат ҡыҙы (14 октябрь 1995 йыл) — спортсы. 2004 йылдан рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр (юниорҙар) йыйылма командаһы ағзаһы.

Әйүпова Руфина Рифат ҡыҙы (17 март 1999 йыл) — Рәсәй спортсыһы (рус һәм халыҡ-ара шашка). 2012 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (Белоруссия). 2013 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионы (Польша). 2013 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының көмөш призёры (Франция), халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призёры (шәп шашка), мини-кадеттар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (11-14 йәш) (2012 ғинуар, Слоним), «Азия балалары» халыҡ-ара спорт уйындарының көмөш призёры (Якутск).

Мостафа Рифат Хисаржыклы оғлу -Төркиәнең сауҙа палаталары һәм тауар биржалары берлеге президенты

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рифат — «Колорадо штатынан ҡуңыҙ» спектаклендәге герой.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рифат (Гомерҙың улы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ