Робот
Робот | |
Кем ҡушҡан | Йозеф Чапек[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | робототехника[d] |
Һештег | robot[1] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1920 |
Робот Викимилектә |
Ро́бот (чех robot, robota һүҙенән — «буйһонған хеҙмәт» йәғни rob һүҙенән — «ҡол») — тере организм принцибы буйынса төҙөлгән автоматик яйланма. Алдан билдәләнгән программа буйынса эшләп һәм датчиктар аша тышҡы донъя хаҡында мәғлүмәттәр алып, роботтар үҙ аллы етештереү һәм башҡа (ғәҙәттә кешеләр йәки йәнлектәр үтәгән) операцияларҙы башҡара[2][3].
Терминологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Робот» һүҙен чех яҙыусыһы Карел Чапек ағаһы Йозеф менән уйлап сығаралар, был һүҙ тәүге тапҡыр Карел Чапектың «Р. У. Р.» («Россум универсаль роботтары», «R.U.R.»; 1920) пьесаһында ҡулланыла.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яһалма йән эйәләре тураһында идея Кадм тураһындағы боронғо грек мифында күрһәтелә, Кадм аждаһаны үлтереп уның тештәрен ергә һибә һәм уларҙы һөрә, тештәрҙән һалдаттар үҫә. Икенсе боронғо грек мифында, скульптор Пигмалион үҙенең статуяһы Галатеяға йән бирә. «Ҡамыр батыр» башҡорт халыҡ әкиәтендә төп ҡаһарман ҡамырҙан яһалған була, ә скандинав эпосы "Кесе Эдда"ла йәшен аллаһы Тор менән алышыр өсөн тролль Хрунгнир менән эшләнгән Мёккуркальви исемле балсыҡ гиганты хаҡында бәйән ителә[4][5].
Роботтарҙың тәүге прототиптары араһында ғәрәп ғалимы һәм уйлап табыусыһы Әл-Жәзәри (1136—1206) төҙөгән механик фигуралар була. Ғалим дөңгөрҙә, арфала һәм флейтала уйнаусы дүрт механик музыкант менән кәмәне эшләй. Кешегә оҡшаш роботтың һыҙмаһын Леонардо да Винчи яҡынса 1495 йылда яһала[6]. 1738 йылда француз механигы һәм уйлап табыусыһы Жак де Вокансон тәүге эшләүсе кешегә оҡшаш ҡоролманы (андроид) төҙөгән, ул флейтала уйнаған. Вокансон шулай уҡ механик өйрәктәрҙе лә эшләгән.
1898 йылда Никола Тесла радио менән идара ителгән миниатюр судноны төҙөй һәм күрһәтә. 1921 йылда чех яҙыусыһы Карел Чапек тамашасыларға «Р. У. Р.» («Россум универсаль роботтары», «R.U.R.»; 1920) пьесаһын тәҡдим итә[7], был пьесала «робот» һүҙе тәүге тапҡыр ҡулланыла.
1930-сы йылдарҙа тышҡы ҡиәфәте менән кешегә оҡшаш яйланмалар барлыҡҡа киләләр, улар кеше ҡушыуы буйынса ябай хәрәкәттәр яһай һәм һүҙәрҙе ҡабатлап әйтә ала[8].
1950-се йылдарҙа радиоактив материалдар менән эш итеү өсөн механик манипуляторҙар килеп сыға, улар хәүефһеҙ урында торған кешенең ҡулдары хәрәкәтен ҡабатлаған. 1968 йылда Kawasaki Heavy Industries, Ltd. япон компанияһы тәүге сәнәғәт роботын йыя, һуңыраҡ Японияла роботтар эшләү буйынса йөҙҙән ашыу фирма барлыҡҡа килә. 1979 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында еңел робот-сапёр (МРК-01) эшләнә. 1982 йылда Ленинград ҡалаһында «Сәнәғәт роботтары-82» халыҡ-ара күргәҙмәһе уҙғарыла. 1986 йылда Чернобылдә СССР-ҙа тәүге тапҡыр радиоактив ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн роботтар ҡулланыла.
Хронологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат аҙағы — урыҫ инженеры Пафнутий Чебышев бөтә ерҙән дә үтә алыуға эйә стопоход механизмы уйлап таба.
1898 йыл — Никола Тесла радио менән идара ителеүсе миниатюр судноны проектлай һәм күрһәтә.
- XX быуат
1921 йыл — чех яҙыусыһы Карел Чапек халыҡҡа Р. У. Р. тип аталған пьеса тәҡдим итә. («Россум универсаль роботтар»), унан «робот» һүҙе[9](словак. robota) барлыҡҡа килә.
1930-сы йылдаҙа кешегә оҡшаған конструкциялар күренә башлай, улар кеше командаһы аҫтында иң ябай хәрәкәттәрҙе башҡарырға һәм фразаларҙы ҡабатларға һәләтле була. Бындай 38 робот тураһында раҫланған мәғлүмәттәр бар, уларҙы башлыса Вестингауз (немец һәм һолланд инженерҙары) тарафынан реклама маҡсатында эшләй.
Бындай тәүге «робот» Televox америка инженеры Рой Уэнсли тарафынан 1927 йылда Нью-Йорктағы Бөтә донъя йәрминкәһенә проектлана[10].
1950-се йылдарҙа радиоактив материалдар менән эшләү өсөн хәүефһеҙ урында торған кеше ҡулдары хәрәкәтен ҡабатлаусы механик манипуляторҙар эшләнә башлай.
1960 йыл. Майҙанды тикшереү һәм юғары радиоактивлы урындарында өлгө йыйыу өсөн манипуляторлы дистанцион идара ителеүсе арба, телекамера һәм микрофон ҡулланыла.
1968 йыл. Япон компанияһы Kawasaki Heavy Industries, Ltd. Американың Unimation Inc. компанияһынан робот эшләүгә лицензия ала һәм үҙенең тәүге сәнәғәт роботын йыя.
Шул ваҡыттан алып Япония донъяның робот баш ҡалаһына әйләнеү өсөн даими эшш башлай — уларҙы етештереү менән 130-ҙан ашыу компания шөғөлләнә.
Башта АҠШ-та проектланған тәүге япон роботтары аҙ һанда килтерелә. Инженерҙар уларҙы өйрәнә һәм етештереүҙә иретеп йәбештереү һәм һиптереү кеүек аныҡ эштәрҙә ҡуллана. 1970-се йылдарҙа был өлкәлә күп һанлы ғәмәли ҡушымталар эшләнә.
1979 йыл. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында КГБ бойороғо буйынса шартлатҡыс объекттарҙы нейтралләштереү аппараты — үтә еңел мобиль робот МРК-01 эшләнә.
- 1980-се йылдар
1980 йыл — юғары технологиялар (Япония) нигеҙендә етештерелгән роботтар өсөн коммерция башланғысы. Шул мәлдән робот баҙары үҫә башлай.
1982 йыл — 18—27 октябрь 1982 йыл, Ленинградта, Гавань күргәҙмә комплексында «Сәнәғәт роботтары-82» Халыҡ-ара күргәҙмәһе үтә.
1986 йыл. Чернобылдә СССР-ҙа тәүге тапҡыр радиоактив ҡалдыҡтарҙы таҙартыу өсөн роботтар ҡулланыла.
- 2000-йылдар
2000 йылдар уртаһында Япония сәнәғәт роботтары экспортлау буйынса донъяла беренсе урынды биләй.
2007 йыл. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Пермь ҡалаһында R-BOT 001 тест-робот полицейскийына һынау үткәрә.
2010 йыл. АҠШ-та яңы PR2 роботтары һатыуға сығарыла.
2010-се йылдар
2011 йыл. МСС-ҡа NASA Robonaut-2 роботы килтерелә.
2013 йыл. Беренсе япон робот-астронавты булдырыла һәм МСС-ҡа килтерелә.
Робот төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөшө буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Фән һәм техниканың яңы ҡаҙаныштары нигеҙендә эшләнгән хәҙерге заман роботтары кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә лә ҡулланыла.Кеше ғүмере өсөн хәүефле эш башҡарыусыны ғына түгел, ә кешелекте бер төрлө ғәҙәти операцияларҙан азат итергә һәләтле тоғро ярҙамсы алды».
— И. М. Макаров, Ю. И. Топчеев. «Робототехника: История и перспективы»[11]
Конструкцияһы буйынса роботтарҙы түбәндәге ике төргә бүлергә мөмкин:
- Android (гуманоид робот);
- Биоробот — баш мейеһе урынына имплантант (процессор) һалынған кеше йәки хайуан, организмдың ҡалған өлөшө органик.
ISO буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы классификацияһы буйынса роботтар түбәндәге ике төргә бүленә:
- Сәнәғәт роботы
Цифрлаштырыу ярҙамында идара ителеүсе (ЦНК) машиналарҙың барлыҡҡа килеүе машиналарҙы тейәү һәм төшөрөү буйынса төрлө операциялар үткәреү өсөн программалы манипуляторҙар булдырыуға килтерә. 1970-се йылдарҙа микропроцессор менән идара итеү системаларының барлыҡҡа килеүе һәм махсус идара итеү ҡоролмаларын программалы контролёрҙар менән алмаштырыу роботтарҙың үҙҡиммәтен өс тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирә, был уларҙы тармаҡҡа күпләп индереүҙе отошло итә[12].
- Сервис роботы
Сервис роботы кешеләргә ғәҙәти, алыҫ, хәүефле йәки бер төрлө хәрәкәттәр талап иткән ялҡытҡыс эштәрҙе, шул иҫәптән йорт эштәрен, башҡарыуҙа ярҙам итә. Ҡағиҙә булараҡ, улар автономлы һәм/йәки ҡул менән идара итеү мөмкинлеге булған комплекслы идара итеү системаһы тарафынан контролдә тотола. Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы «сервис роботын» «сәнәғәт автоматлаштырыу ҡушымталарын иҫәпкә алмағанда, кешеләр йәки ҡорамалдар өсөн файҙалы бурыстарҙы үтәүсе» робот тип билдәләй.
Билдәләнеше буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарылған функцияға ярашлы, роботтарҙы түбәндәге типтар айырырға мөмкин[13]: -Транспорт роботы
-Көнкүреш роботы
-Хәрби робот
-Зооробот
-Медицина роботы
-Дарыухана роботы
-Микроробот
-Наноробот
-Шәхси робот
-Социаль робот
-Секс-робот
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн роботтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роботтарҙы полиция, дәүләт именлеге органдары, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, ведомство һәм ведомствонан тыш хәүефһеҙлек органдары киң ҡуллана. 2007 йылда Пермь ҡалаһында «Өс үлсәмле күреү лабораторияһы» Мәскәү компанияһы эшләгән R-BOT 001 Рәсәй робот полицейскийының тәүге һынауҙары үтә[14]. Янғындарҙы һүндергәндә роботлаштырылған янғын һүндереү ҡоролмалары ҡулланыла. Оператив разведка өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр органдары һәм полиция «осоусы роботтар» — (пилотһыҙ осоу аппараттары) ҡуллана[15]. Хәүефле объекттарҙы һыу аҫты тикшереүҙәре һәм эҙләү-ҡотҡарыу эштәре үткәргәндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәттәре 2001 йылдан Мәскәүҙәге «Һыу аҫты робот техникаһы» компанияһы етештергән «Гном» серияһының һыу аҫты роботтарын ҡуллана[16].
Хәрби роботтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби робот — хәрби шарттарҙа йәки кеше мөмкинлектәренә тап килмәгән шарттарҙа, хәрби маҡсаттарҙа: разведка, хәрби операциялар, миналарҙы таҙартыу һ. б. кешене алмаштырыусы автоматик ҡоролма. Хәрби роботтар антропоморф хәрәкәтле автоматик ҡоролмалар ғына түгел, улар кешене өлөшләтә йәки тулыһынса алмаштыра, шулай уҡ кеше өсөн йәшәү мөхите булмаған һауа һәм һыу мөхитендә лә эшләй (дистанцион идара ителмәгән самолёттар, һыу аҫты машиналары һәм һыу өҫтө суднолары). Хәрби роботтарҙың күбеһе телепрезентация ҡоролмалары булып тора, ә ҡайһы бер эштәрҙе оператор ҡыҫылышынан тыш башҡара ала. Джорджия технология институтында профессор Хенрик Кристенсен етәкселегендә ҡырмыҫҡаларға оҡшаған инсектоморф роботтар эшләнә. Улар бинала дошмандар һәм мина-ҡапҡандар бармы-юҡмы икәнен тикшерергә һәләтле. Ғәскәрҙәрҙә осоусы роботтар ҙа киң таралыу ала. 2012 йыл башында бөтә донъя хәрбиҙәре яҡынса 10 мең ер өҫтө һәм 5 мең осоусы робот ҡуллана; донъяның 45 иле хәрби роботтар уйлап тапҡан йәки һатып ала. 2015 йылда АҠШ-тың Квантико диңгеҙ пехотаһы хәрби базаһында ике йыл элек Boston Dynamics компанияһы тарафынан разведка, патруллек итеү һәм йөк ташыу өсөн ғәскәрҙәрҙә ҡулланыу өсөн эшләнгән Spot робот-эт прототибын һынауҙар үткәрелә. Һынауҙар барышында робот уларҙа дошман булыу-булмауын тикшерә һәм асыҡланған сәптәр тураһында мәғлүмәттәрҙе оператор пультына тапшыра[15].
Робот-ғалимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе робот-ғалимдар Әҙәм менән Һауа Аберистуит университетының «Robot Scientist» проекты сиктәрендә булдырыла һәм 2009 йылда уларҙың береһендә беренсе фәнни асыш яһай[17]. Робот-ғалимдар ярҙамында Бөйөк Хеопс пирамидаһының елләтеү шахталары тикшерелә.
Робот-уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Робот-уҡытыусының тәүге өлгөләренең береһе 2016 йылда Томск политехник университетының йәш ғалимдары тарафынан эшләнә. 2016 йылдың майында университеттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мобиробот ярҙамында университетта лицей студенттары шул уҡ йылдың көҙөнән башлап математика, физика, химия һәм информатика буйынса теоретик һәм практик белем ала аласаҡ[18].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ #robot - Twitter Search / Twitter
- ↑ Робот — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Робот — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Младшая эдда .
- ↑ Млашая эдда .
- ↑ http://chip-news.ru/archive/chipnews/200402/Article_14.pdf 2012 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ РУР
- ↑ Роботы 1920-1930-х годов .
- ↑ РУР
- ↑ Роботы 1920-1930-х годов .
- ↑ Макаров, Топчеев, 2003, с. 3
- ↑ Макаров, Топчеев, 2003, с. 174
- ↑ Роботы всякие нужны. Какие профессии человек доверит машинам в ближайшем будущем? // Lenta.ru (1 май 2015).
- ↑ Лаборатория Трёхмерного Зрения. Роботопатрульная служба 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ 15,0 15,1 Элизабет Бро. Армия матрицы // Metro Москва. — 2012. — № 14 за 22 февраля. — С. 10. Архивировано из первоисточника 27 декабрь 2013.
- ↑ Аппарат «Гном». Поисково-спасательные работы
- ↑ Робот-учёный совершил первое открытие . Lenta.ru (3 апрель 2009). Дата обращения: 8 ғинуар 2010.
- ↑ Робот-учитель осенью начнёт преподавать в лицее Томского политеха . ТАСС (16 май 2016). Дата обращения: 17 май 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Макаров И. М., Топчеев Ю. И. Робототехника: История и перспективы. — М.: Наука; Изд-во МАИ, 2003. — 349 с. — (Информатика: неограниченные возможности и возможные ограничения). — ISBN 5-02-013159-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Робот Викимилектә | |
Робот Викияңылыҡтарҙа |
- Сайт крупного русскоязычного сообщества любителей практической робототехники
- Сайт новостей робототехники: о андроидах, роботах и искусственном интеллекте 2015 йыл 17 октябрь архивланған.
- Столичные школы, библиотеки и больницы заинтересовались киборгами 2010 йыл 31 август архивланған.
- Япония готовится принять на работу роботов 2008 йыл 13 май архивланған.
- Роботы-актеры в театре и кино 2010 йыл 25 август архивланған.
- Роботы, журнал «Лучшие компьютерные игры», № 10 (83) октябрь 2008 г
- Фото роботов — последние достижения в роботостроении на начало 2010 г.
- список роботов 2011 йыл 23 ғинуар архивланған. RobotOnline.net
- Четырёхногий адаптивный робот фирмы Boston Dynamics (видео), март 2008
- Лунев В. Д. Кто такие роботы? 2013 йыл 28 июль архивланған.