Руденко Николай Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Руденко Николай Данилович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Данилович[d]
Тыуған көнө 19 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Юрьевка[d], Донецкая губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 1 апрель 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (83 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Хәләл ефете Raisa Rudenko[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Өсөн хөкөм ителгән антисоветская агитация и пропаганда[d]
Һөнәр төрө хоҡуҡ яҡлаусы, яҙыусы, писатель научной фантастики, шағир
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто филологический факультет Киевского университета[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ойошма ағзаһы Национальный союз писателей Украины[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены орден Государства «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
 Руденко Николай Данилович Викимилектә

Руденко Николай Данилович (19 декабрь 1920 йыл1 апрель 2004 йыл ) — украин яҙыусыһы, шағир һәм мөхәррир, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы һәм Украина Хельсинки төркөмөнә нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Данилович Руденко 1920 йылдың 19 декабрендә Юрьевка ҡасабаһында (хәҙер ҡала тибындағы ҡасаба, Лутугинский районы, Луганск өлкәһе, Украина) шахтер ғаиләһендә тыуған. КПСС ағзаһы (19381974).

Урта белем алған. 1939 йыл Киев университетының филология факультетына уҡый, 1937 йылда армияға саҡырыла. Ф.Дзержинский исемендәге дивизияның НКВД кавалерия полкында хеҙмәт итә.

19401945 йылда — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рота политругы, Ленинград оборонаһы ҡатнашыусыһы, ҡаты яралана, II төркөм инвалиды, йыл буйы госпиталдә дауалана. Һуғышты Пруссияла капитан исемендә тамамлай, 1946 йылда демобилизациялана.

  • 1947 йылдан —Украина Яҙыусыларының милли союзы ағзаһы, «Советский писатель» нәшриәтендә шиғриәт мөхәррире.
  • 19481950 йыл — «Дніпро» журналының баш мөхәррире; Украина яҙыусылар союзының партойошма секретары, Украина Коммунистар партияһының Киев ҡала комитеты ағзаһы.
  • 19501975 йыл — ижад эшендә.
  • 1963 йылда марксистик теорияны тәнҡитләп, КДПУ-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһына хат яҙа.
  • 1974 йылда марксизмға ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн КПСС-тан сығарыла.
  • 1975 йылда — Халыҡ-ара Амнистия төркөмө советы ағзаһы. Ошо уҡ йылда Яҙыусылар союзынан сығарыла һәм Киев прокуратураһы тарафынан Халыҡ-ара Амнистияла ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына.
  • 1977 йылдың 5 февралендә Украина Хельсинки төркөмөн ойошторған һәм уның эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына, 1977 йылдың июлендә УССР Енәйәт кодексының 62-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса («Совет агитацияһы һәм пропаганда») 7 йылға ҡаты режимлы лагерға һәм 3 йылға һөргөнгә хөкөм ителә.
  • 1987 йылдың декабрендә азат ителә һәм Германияла (Мюнхен) сәйәси эмиграцияла була, 1988 йылдың ғинуарынан - АҠШ-та (Нью-Йорк).
  • 1988 йылда совет гражданлығынан мәхрүм ителә. 19881990 йылдарҙа «Азатлыҡ» һәм «Америка тауышы» радиоларында эшләй, «Свобода» (АҠШ) гәзитендә хеҙмәттәшлек итә, УГС вәкиллегенең сит ил рәйесе.
  • 1990 йылда Украинаға Киевҡа ҡайта. Ошо уҡ йылда совет гражданлығы кире ҡайтарыла.
  • 1991 йылдың апрелендә аҡлана.

2004 йылдың 1 апрелендә вафат була. Киевта Байково зыяратында ерләнә[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • атаһы — Данила Захарович (1927 йылда вафат булған).
  • әсәһе — Докия Яковлевна (1953 йылда вафат булған).
  • балалары — улы Юрий (1945 йылда тыуған), ҡыҙы Алена (1968).
  • ҡатыны — Шаповалова Евгения Васильевна (1921).
  • балалары — улы Олег (1950), улы Валерий (1957).
  • ҡатыны — Раиса Афанасьевна (1939).

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (9.10.1944; I дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителгән)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.12.1985)
  • алты миҙал
  • Украина Геройы (Держава орденын тапшырып, 19.12. 2000 —бойондороҡһоҙ Украина дәүләтен төҙөү идеяһын әүҙем һәм эҙмә-эҙлекле яҡлағаны, күп йыллыҡ уңышлы хоҡуҡ һаҡлау һәм әҙәби эшмәкәрлеге өсөн).
  • ІІІ дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (29.11.1996)[3].
  • Украинаның Тарас Шевченко исемендәге дәүләт премияһы (1993) — «Орлова балка» романы, «Шиғырҙар» йыйынтығы 2с2н
  • В. Винниченко исемендәге премия.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Руденконың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата почта конверты.
Украина почтаһы, 2010 йыл
  • Юрьевкала (хәҙерге Белянка мәктәп-гимназияһы) уның туған мәктәбендә 2011 йылда Руденко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла
  • Николай Руденконың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы 2010 йылда Украина почтаһы почта конвертын әйләнешкә сығара.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]