Русова София Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Русова София Фёдоровна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Ukrainian State.svg Западно-Украинская народная республика[d]
Тыуған көнө 18 февраль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) или 1856[1]
Тыуған урыны Чернигов өлкәһе, Репкинский район[d], Олешня[d]
Вафат булған көнө 5 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Богемия һәм Моравия протектораты, Прага[1]
Ерләнгән урыны Ольшанское кладбище[d]
Хәләл ефете Александр Александрович Русов[d]
Балалары Михаил Александрович Русов[d] һәм Русов, Юрий Александрович[d]
Һөнәр төрө әҙәби тәнҡитсе, тәрбиәсе, сәйәсмән, правозащитник
Биләгән вазифаһы Уҡытыусы

София Федоровна Русова (тыуғанда Линдфорс; 18 февраль 1856 йыл, Олешня, Чернигов губернияһы — 5 февраль 1940 йыл, Прага) — украин педагогы, прозаик, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре, украин ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен башлап ебәреүселәрҙең береһе. Ҡыҙ фамилияһы — Линдфорс. Александра Русовтың ҡатыны. Юрий һәм Михаил Русовтарҙың әсәһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Француз-швед ғаиләһендә тыуа, генерал Ф.Ф.Линдфорстың ҡыҙы[2]. 9 йәшенән Киевта йәшәй, унда Фундуклеев гимназияһын тамамлай һәм Лысенко-Старицкихтарҙың украин патриотик мөхитенә инә.

1871 йылдан һеңлеһе Мария менән Киевта беренсе балалар баҡсаһын аса һәм өлкәндәр өсөн мәктәптән тыш белем алыуҙы ойоштора.

1874-1876 йылдарҙа — Санкт-Петербургта украин яҡташтар ойошмаһы ағзаһы. Иренә Тарас Шевченконың «Кобзарын» 1876 йылда Прагала тулыһынса баҫтырыуға әҙерләүҙә ярҙам итә.

Аҙаҡ Борзна янындағы утарҙа кендек инәйе булып эшләй һәм мәҙәни-ағартыу эшен алып бара. 1879 йылдан Олешнела балалар уҡыта.

Урыҫ революцион даирәһе менән бәйлелеге өсөн 1881 йылда ҡулға алына һәм шунан алып полиция күҙәтеүе аҫтында була. Йыш эҙәрлекләнгәнгә күрә, йәшәгән урынын йыш алмаштырып тора, ләкин һәр урында йәмәғәт эшенә ылыға («Киев Громадаһы», «Одессаның Украина Громадаһы», «Харьков Белемлелек Йәмғиәте», «Уҡытыусыларҙың Милли Комитетында» рәйес һәм башҡалар), халыҡ менән күмәкләп уҡыуҙар ойоштора, йәшерен мәктәптәр булдыра. 1879—1883 йылдарҙа ире менән бергә Одессала йәшәй һәм эшләй. Одессала украин әҙәбиәте каталогтарын төҙөй. Одесса төрмәһенә ултыртыла.

1909 йылдан А. В. Жекулинаның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында һәм Киевта Фребелев педагогигия институтында уҡытыусы һәм профессор.

«Свитло» (1910-1914) педагогия журналын өлөшләтә ойоштороусы һәм хеҙмәткәр, Дөйөм файҙаһы булған һәм арзанлы китаптарҙы баҫтырыу менән шөғөлләнгән Хәйриә йәмғиәтенең идара ағзаһы. 1913 йылдың февралендә Петербургта беренсе Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар съезында украин телен уҡытыу яҡлы булып сығыш яһай һәм туған телдә уҡытыу тураһындағы мәсьәләне ҡуҙғата.

1917 йылдан — Украина Үҙәк Радаһы ағзаһы. Гетман Скоропадский заманында мәғариф министрлығында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы уҡытыу һәм мәктәптән тыш уҡытыуҙы ойоштороу департаментана етәкселек итә, мәктәптәрҙә урыҫ телен бөтөрөү, украин телен өйрәнеү курстарын ойоштороу, украин мәктәбе өсөн дәреслектәр әҙерләү һәм берҙәм эшлекле (хеҙмәт) мәктәп өсөн план һәм программа төҙөү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Мәктәптәр милли характер булырға һәм ул Кершенштайнер теорияһына (Хеҙмәт мәктәбе) таянырға тейеш, тип иҫәпләй. Бөтә Украина уҡытыусылар союзы рәйесе була. 1919 йылдың октябрендә Каменец-Подольскийҙа Русова етәкселегендә «Украин ҡатын-ҡыҙҙары союзы» ижтимағи-сәйәси ойошмаһы булдырыла.

1920 йылдан — Каменец-Подольский дәүләт украин университетында педагогика лекторы һәм Украина милли ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе (1938 йылға тиклем). 1920 йылдың ноябрендә Каменец-Подольскиҙа старшиналар, хәрби чиновниктар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ике айлыҡ украин телен өйрәнеү курстары асыла. Уларҙы УНР-ҙың ғәмәлдәге армияһының Генераль штабы эргәһендәге мәҙәни-мәғариф управаһы ойоштора, лекцияларҙы профессор Иван Огиенко, профессор Биднов, София Русова уҡый.

1922 йылдан эмиграцияла, 1923 йылдан Прагала, Михаил Драгоманов исемендәге Украина педагогия институтының педагогика фәне профессоры.

Русованың әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

София Федоровна Русова — күп һанлы ғилми һәм популяр украин һәм Рәсәй журналдары хеҙмәткәре, педагогика мәсьәләләре, шулай уҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса хеҙмәттәр авторы (атап әйткәндә, мәктәпкәсә йәштәге тәрбиә буйынса). Т. Шевченко, Г. Сковорода, Р. Тагор ижады тураһында хеҙмәттәр авторы.

Түбәндәге әҫәрҙәр авторы: «Дошкольное воспитание» (1918), «Первая читанка для взрослых для вечерних и воскресных школ» (1918), «Методика коллективного чтения» (1918), «Единая деятельная (трудовая) школа» (1923), «Теория и практика дошкольного воспитания» (1924), «Дидактика» (1925, 1930), «Современные течения в новой педагогике» (1932), «Роль женщины в дошкольном воспитании» (1934), «Кое-что о дефективных детях» (1935), «Нравственные задачи современной школы» (1938); воспоминаний «Мои воспоминания» (1939), «Наши выдающиеся женщины» (1934; второе изд. 1945).

Иң мөһим хеҙмәттәре:

  • «Башланғыс география».-СПб,1911.
  • «Башланғыс география методикаһы». — К.: Украинская школа, 1918.
  • «Мәктиәпкәсә йәштәге тәрбиә» (1918)
  • «Киске һәм йәкшәмбе мәктәптәре өсөн өлкәндәргә тәүге уҡыу китабы» (1918)
  • «Коллектив уҡыу методикаһы» (1918)
  • «Берҙәм эшлекле (хеҙмәт) мәктәбе» (1923)
  • «Мәктәпкәсә йәштәге тәрбиәнең теорияһы һәм практикаһы» (1924)
  • «Дидактика» (1930)
  • «Яңы педагогикала заманса ағымдар» (1932)
  • «Мәктәпкәсә йәштәге тәрбиәлә ҡатын-ҡыҙ роле» (1934)
  • «Зәғиф балалар тураһында бер нисә һүҙ» (1935)
  • «Иҫтәлектәрем».-Львов,1937
  • «Хәҙерге заман мәктәбенең әхләки бурыстары» (1938)
  • География һәм француз теле буйыеса дәреслектәр;
  • Иҫтәлектәр («Иҫтәлектәрем», 1939), «Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ» (1934; икенсе баҫма 1945).

«19 быуатта Рәсәй тарихы». (т. 4, 1908) китабында украин әҙәбиәтенә күҙәтеү яҙа, атап әйткән, Григорий Квитко-Основьяненко ижадына күҙәтеү, Спиридон Черкасенко, Александра Олеся һәм башҡаларҙың ижады, Николая Лысенконың музыкаһы һәм балалар әҙәбиәте буйынса тикшеренеү эштәре.

2004 йылда Украина Дәүләт мәғлүмәт сәйәсәте, телевидение һәм радио тапшырыуҙар комитеты заказы буйынса социаль йәһәттән әһәмиәтле баҫмалар серияһында София Русованың «Мемуарҙар. Көндәлек» китабы баҫылып сыға. Киевта Осокорки микрорайонында яңы урамға София Русованың исеме бирелә.

Төп идеялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Русованың педагогика концепцияларының төп принциптары:

  • гуманизм
  • демократизм
  • халыҡсанлыҡ
  • тәбиғәткә тап килеү
  • мәҙәниәткә тап килеү
  • шәхескә йүнәлеш алымы
  • тәрбиәнең социаль нигеҙе
  • дөйөм кешелек ҡиммәттәре

Тәрбиә принциптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина Мәғариф министрлығының билдәһе

Русованың аҡыл, әхләҡи, эстетик, хеҙмәт, мәктәпкәсә йәштә, ғаилә тәрбиәһе, балалар баҡсалары тәрбиәселәрен, яңы украин мәктәбе уҡытыусыларын әҙерләү пролемаларына ҡараштары иғтибарға лайыҡ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Czech National Authority Database

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Берегиня української національної школи. До 140-річчя від дня народження С. Ф. Русової. 1856—1940 // Календар знаменних і пам’ятних дат на 1 кв. 1996 р. — с. 82.
  • Берегиня української національної школи: Урочистості до 135-річчя від дня народження // Рідна школа. — 1991. — № 2. — с. 86-87.
  • Богуш А. Біологічне та соціальне у поглядах С.Русової на виховання. // Дошкільне виховання. — 1996. — № 9. — с. 8-9.
  • Гонюкова Л. В. Спогади Софії Русової //Український історичний журнал. — 1999. — № 5. — с. 133—148.
  • Губко О. Т. Формування національної свідомості юнацтва у світлі ідей Софії Русової // Рідна школа. — 1992. — № 1. — с. 13—15.
  • Гупало Сергій. Хрест великої українки.// День, № 25, 17 лютого 2006 р.
  • Гураш Л. Виховувати малят на засадах педагогіки Софії Русової // Дошкільне виховання. — 1998. — № 4. — с. 22—23. — Бібліогр.: 7 назв.
  • Гураш. Л. Софія Русова — «апостол Правди і Науки» // Дошкільне виховання. — 2001. — № 2. — с. 10—11.
  • Дацюк Г. Софія, бо мудра // Початкова школа. — 1992. — № 1. — с. 59, 61.
  • Дворецька В. Присв’ячується Софії Русовій // Дошкільне виховання. — 2001. — № 2. — с. 11.
  • Джус О. В. Творча спадщина Софії Русової періоду еміграції / Прикарпатський ун-т ім. Василя Стефаника. — Івано-Франковськ, 2002. — 260 c.
  • Дичек Н. П. С. Ф. Русова і зарубіжна педагогіка // Педагогіка і психологія. — 1996. — № 3. С. 169—177.
  • Живодьор В. та ін. Видатні українські педагоги XX століття: Про національні основи виховання та традиційні народні моральні заповіді // Шкільна б-ка. — 2003. — № 7. — С. 62-63.
  • Зайченко І. Листи Олександра та Софії Русових до Михайла та Віри Коцюбинських // Київська старовина. — 1999. — № 5. — с. 70—81.
  • Ільєнко І. Про життя, педагогічну, видавницьку діяльність С.Русової та її спілкування з М.Рильським // Ільєнко І. Жага: Труди і дні Максима Рильського. — К., 1995. — с. 6—65.
  • Калениченко Н. П., Кониленко Н. Б. Софія Русова // Рідна школа. — 1991. — № 12. — с. 68, 71.
  • Качкан В. А. Просвітницький вогонь Софії Русової // Качкан В. А. Українське народознавство в іменах. У 2 ч. Ч. 1.: Навч. посіб. (За ред. А. В. Москаленко; Передм. А. Г. Погрібного). — К., 1994. — с. 151—159.
  • Ківшар Т. Недруковані матеріали автобіографії Софії Русової // Київська старовина. — 1994. — № 1. — с. 105.
  • Ківшар Т. Просвітяневська спадщина Софії Русової // Праці центру пам’ятознавства. — К., 1993. — Вип. 2. — с. 173—187.
  • Коваленко Є. І., Пінчук І. М. Освітня діяльність і педагогічні погляди Софії Русової. — Ніжин, 1998. — 213 с.
  • Коваленко Є. Софія Русова педагог-просвітитель, державний діяч, вчений // Рідна школа. — 2000. — № 8. — с. 35—38. — Бібліогр.: 5 назв.
  • Козуля О. Велика просвітителька // Козуля О. Жінки в історії України. — К., 1993. — с. 99—103.
  • Кучинський М. Педагог і вчений (Софія Русова) // Історичний календар. — 2001 . — К., 2001. — с. 115—118.
  • Лахтадир О. Вчимося мудрості у Софії. (С.Русова) // Дошкільне виховання. — 1996. — № 3. — с. 13—14.
  • Мазур Г. Педагогічну спадщину С. Ф. Русової — в масову практику роботи національної школи // Початкова школа. — 2001. — № 5. — с. 51—53.
  • Мамновська Н. В. Концепція мовної освіти і мовленнєвого розвитку дітей у педагогічній спадщині Софії Русової // Педагогіка і психологія. — 1999. — № 1. — с. 129—135.
  • Матеріали Всеукраїнських педагогічних читань, присвячених 140-річчю з дня народження С. Ф. Русової / АПН України, Інститут педагогіки/ Є. І. Коваленко (ред.). — Чернігів, 1996. Кн. 1: С.Русова — видатний педагог, державний, громадський діяч України. — 1996. — 59 с. Кн. 2. Проблеми національного виховання у спадщині С.Русової. — 1996. — 70 с. Кн. 3: Проблеми шкільної педагогіки і психології навчання і виховання у творчий спадщині Софії Русової — 1996. — 125 с.
  • Мельничук М. Світ правдивий і чистий. Духовність дитини очима Софії Русової // Дошкільне виховання. — 1997. № 6. — с. 14—15.
  • Палієнко М. Софія Русова // Історія України в особах, 19-20 ст. / Авт. колектив: І.Войцеховська (керівник та ін.) — К, 1995. — с. 355—358.
  • Пінчук І. М. Освітня діяльність і педагогічні погляди С.Русової (1856—1940): Автореф. дис. … канд. пед. наук. — К., 1994.
  • Проскура О. Б. Біля джерел української педагогічної думки // Русова С. Вибрані твори. -К.: Освіта, 1996.
  • Проскура О. Софія Русова // Освіта України. — 1997. — № 33.
  • Проскура О. Педагог і діяч // Дошкільне виховання. — 1996. — № 3. — с. 12—13.
  • Проскура О. В. Софія Русова — вчений, педагог, громадський діяч // Педагогіка і психологія. — 1996. — № 1. — с. 171—180.
  • Проскура С. Софія Русова // Дивослово. — 1995. — № 9. — с. 53—58.
  • Проскура О. В. Софія Русова — талановита дочка України // Початкова школа. — 1993. — № 3. — с. 44—46.
  • Проскура О. С. С. Ф. Русова й концепція українського дитячого садка // Дошкільне виховання. — 1991. — № 7. — с. ; № 10. — с. 16—18.
  • Рацул А. Віднайдене ім’я повертаеться до народу (С.Русова) // Освітянське слово. — 1996. № 4.
  • Сергеєва В. Ф. Софія Русова про фізичний розвиток дітей дошкільного віку // Педагогіка і психологія. — 1996. — № 2. — с. 146—151.
  • Соловей М. Шкільна географія і краєзнавство у педагогічній спадщині Софії Русової // Географія та основи економіки в школі. — 2001. — № 1. — с. 33-34.
  • Сухомлинська О. Софія Русова в контексті розвитку педагогічної думки // Початкова школа. — 1996. — № 9. — с. 54.
  • Чередниченко Д. Софія Русова і сучасна школа // Українська мова і література в школі. — 1992. — № 1. — с. 38—42.
  • Ярема О. Повертається забута спадщина // Дошкільне виховання. — 1991. — № 6. — с. 21
  • Джус О. Творча спадщина Софії Русової періоду еміграції. — Івано-Франківськ, 2002. — 260 с.
  • Коваленко С., Пінчук І. Освітня діяльність і педагогічні погляди Софії Русової. — Ніжин, 1998. — 213 с.
  • Корновенко С. В. Українська революція: Історичні портрети: навчальний посібник для студ.іст. фак-тів вищ. навч. закл. України /С. В. Корновенко, А. Г. Морозов, О. П. Реєнт. — Вінниця: Фоліант,2004. — С. 183—184.
  • Українська діаспора: літературні постаті, твори, біобібліографічні відомості / Упорядк. В. А. Просалової. — Донецьк: Східний видавничий дім, 2012. — 516 с.

Ҡулланылған сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]