Эстәлеккә күсергә

Богемия һәм Моравия протектораты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богемия һәм Моравия протектораты
нем. Protektorat Böhmen und Mähren
чех Protektorát Čechy a Morava
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 16 март 1939
Рәсми тел Немец теле һәм чех теле
Гимн гимн Чехии[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Административ үҙәк Прага
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Эльба, Одра, Морава[d] һәм Дие[d]
Идара итеү формаһы протекторат[d]
Дәүләт башлығы вазифаһы рейхспротектор[d]
Ойошма ағзаһы страны «оси» и их союзники[d]
Халыҡ һаны 7 380 000 кеше (1939)
Валюта Богемия һәм Моравия кронаһы[d]
Сиктәш Өсөнсө рейх һәм Словакия республикаһы (1939—1945)
Ҡулланылған тел Немец теле һәм чех теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 8 май 1945
Майҙан 49 363 км²
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Рәсми дине Католик сиркәүе
Карта
 Богемия һәм Моравия протектораты Викимилектә

Богемия һәм Моравия протектораты (нем. Protektorat Böhmen und Mähren; чех Protektorát Čechy a Morava; чех теленән һүҙмә-һүҙ Чехия һәм Моравия протектораты) — нацистик Германияһы, 1939 йылдың 16 мартында, 1939 йылдың 15 мартында Германия Чехословакияны оккупациялағандан һуң, булдырыла. Бынан алда, 1938 йылдың сентябрендәге Мюнхен килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң, нацистик Германия чех Судет территорияһын рейхсгау сифатында (1938 йылдың октябре) индергән булған.

Протекторат халҡының күпселеге этник чехтар була ә Судеттабашлыса этник немецтар йәшәй. 1939 йылдың 14 мартында Словакия республикаһы төҙөлгәндән һәм чех дәүләтенең ҡалдыҡтарын оккупациялағандан һуң, 1939 йылдың 16 мартында Адольф Гитлер Прага градында (ҡәлғәлә) протекторат булдырыуы тураһында иғлан итә.

Немец хөкүмәте үҙенең ҡыҫылышын Чехословакияның этник һыҙаттар буйынса тарҡалыуы менән аңлата, йәнәһе, немец хәрбиҙәре төбәктә тәртип урынлаштыра. Ул ваҡытта Чехословакия президенты Эмиль Гаха про-герман тышҡы сәйәсәтен үткәрә; әммә, 1939 йылдың 15 мартындағы немец фюреры менән осрашыуы ваҡытында Гаха Германияға талаптар ҡуя һәм Германия чех халҡының яҙмышын хәл итеүенә һәм этник чехтар идара иткән автономиялы протекторат биреүенә ышаныуын белдерә. Шул уҡ көндө Гаха протекторат президенты итеп тәғәйенләнә.

Протекторат автономиялы нацист территорияһы булып тора, уны немец хөкүмәте Бөйөк Германия Рейхының бер өлөш, тип һанай[1]. Протекторат, Германияның 1945 йылда капитуляцияһынан һуң,ғәмәлдән сығарыла.

Богемия һәм Моравия протектораты (1939—1945) Өсөнсө рейх составында

1938 йылдың 10 октябрендә Мюнхен килешеүе буйынса Чехословакияның башлыса этник немецтар йәшәгән Судет өлкәһе нацистик Германия тарафынан аннексиялана.

Бынан һуң 5 ай үткәс, Словакия бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә, Гитлер Чехословакия президенты Эмиль Гаханы Берлинға саҡыртып ала һәм немец оккупацияһын ҡабул итергә тәҡдим итә.

1939 йылдың 15 мартында Гитлер шәхси указы менән Богемия һәм Моравияны Германияның протектораты тип ғлан итә. Башҡарма власть етәксеһе итеп рейхспротектор (нем. Reichsprotektor) тәғәйенләнә, уны Гитлер үҙе тәғәйенләй. 1939 йылдың 21 мартында беренсе рейхпротектор итеп Константин фон Нейрат тәғәйенләнә. Шулай уҡ формаль рәүештә протекторат президенты вазифаһы (әлеге вазифаны Эмиль Гаха биләй) һәм хөкүмәт рәйесе вазифаһы булдырыла. Министрлыҡтарға тиң булған бүлектәрҙең шәхси составы Германиянан ебәрелгән вазифалы кешеләр менән туплана. Йәһүдтәр бөтә дәүләт вазифаларынан бушатыла һәм бөтә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителә. Сәйәси фирҡәләр тыйыла, Чехословакия коммунистар партияһының күп кенә лидерҙары тыуған илде ташлап, СССР-ға сығалар.

Протекторат халҡы эшсе көс сифатында мобилизациялана, улар Германия еңеүе өсөн хеҙмәт итергә тейеш була. Сәнәғәт менән идара итеү өсөн махсус идаралыҡтар ойошторола. Чехтар күмер шахталарында, металлургияла һәм ҡорал етештереүҙә эшкә йәлеп ителәләр; йәштәрҙең бер өлөшө Германияға ебәрелә. Халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереүе кәметелә һәм башлыса немец ҡораллы көсәтерен тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Протекторат халҡын тәьмин итеү ҡәтғи нормаға һалына.

Богемия һәм Моравия протекторатының Юстиция министры Ярослав Крейч Табор ҡалаһында телмәр тота, 1942 йыл

Оккупацияның тәүге айҙарында немец идараһы уртасыл хәлдә була. Гестапо ғәмәлдәре башлыса чех сәйәсмәндәренә һәм интеллигенцияға ҡаршы йүнәлтелә. Әммә 1939 йылдың 28 октябрендә Чехословакияның бойондороҡһоҙлоғо йыллығын билдәләгәндә, чехтар оккупацияға ҡаршы сығыш яһайҙар. Октябрь айында яраланған студент Ян Оплеталды ерләүе (1939 йылдың 15 ноябрендә) студент демонстрацияларына килтерә, унан һуң Рейх реакцияһы башлана. Сәйәсмәндәр күпләп ҡулға алына, шулай уҡ 1800 уҡытыусы һәм студент ҡулға алына. 17 ноябрҙә протектораттағы бөтә университеттар һәм колледждар ябыла, туғыҙ студенттар лидеры язалана, йөҙләгән кеше концлагерҙарға ебәрелә.

1941 йылдың көҙөндә Германия протекторатта бер нисә радикаль аҙым яһай. Богемия һәм Моравия рейхпротекторы урынбаҫары итеп империя хәүефһеҙлеге баш идаралығы начальнигы Рейнхард Гейдрих тәғәйенләнә. Премьер-министр Алоис Элиаш ҡулға алына, һуңынан ул атып үлтерелә, Чехия хөкүмәте үҙгәртеп ҡорола, бөтә чех мәҙәни учреждениелары ябыла. Гестапо ҡулға алыуҙарҙы һәм язалауҙарҙы башлай. Йәһүдтәрҙе концлагерҙарға оҙатыу ойошторола, Терезин ҡалаһында гетто барлыҡҡа килә. 1942 йылдың 4 июнендә Гейдрих вафат була («Антропоид» операцияһы ваҡытында яраланғандан һуң). Унан һуң вазифаға килгән генерал-полковник Курт Далюге күпләп ҡулға алыуҙар һәм үлем язаһына тарттырыуҙар үткәрә. Лидице һәм Лежаки биҫтәләре ҡыйратыла. 1943 йылда яҡынса 350000 чехия эшселәре Германияға оҙатыла. Протекторат сиктәрендә бөтә хәрби булмаған сәнәғәт тыйыла.

1945 йылда һуғыш әкренләп аҙағына яҡынлаша, әммә Адольф Гитлер көрәш алып барыуҙан баш тартмай. Халыҡ окоптар ҡаҙыуға һәм тотҡарлыҡтар төҙөүгә йәлеп ителә. Ҡыҙыл Армияһы яҡынлаша һәм хәрби ғәмәлдәр инде протекторат территорияһында бара.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Богемия һәм Моравия протектораты

Богемия һәм Моравия протектораты ике ергә бүленә: Богемия һәм Моравия. Үҙ сиратында улар — өлкәләргә (нем. Oberlandratsbezirke), ә өлкәләр райондарға (Bezirke) бүленә.

Богемия
Будвайс Будвайс, Виттингау, Гумпольдс, Ледец, Пилграмс, Табор
Кениггрец Гогенмаут, Йичин, Кениггрец, Кенигингоф, Литомышль, Наход, Ной-Бидшов, Нойэнбург, Пардубиц, Райхенау, Семиль, Хрудим
Пилзен Клаттау, Краловица, Пилзен-Ланд, Пилзен-Штадт, Писек, Стракониц, Тауз, Шуттенгофен
Прага Бенешау, Бераун, Бемиш-Брод, Брандайс, Зельчан, Кладно, Колин, Лаун, Мельник, Пибранс, Праг-Ланд-Норд, Праг-Ланд-Зюд, Праг-Штадт, Раковник, Раудниц, Шлан, Часлау, Юнгбунцлау
Моравия
Брюнн Босковиц, Брюнн-Ланд, Брюнн-Штадт, Вишау, Гайя, Гединг, Унгариш-Брод, Унгариш-Градиш, Цлин
Иглау Гросс-Мезерич, Иглау, Мериш-Будвиц, Нойштадтль, Требиц
Мериш-Острау Валлашиш-Мезерич, Всетин, Кремзира, Литтау, Мериш-Вайсскирхен, Мериш-Вайскирхен, Оломоуц крайы, Ольмюц-Штадт, Прерау, Проссниц, Фрайдберг

Германия оккупацион властары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йоханнес Бласковиц: 15 март 1939 — 21 март 1939 — 3-сө армия командующийы, Чехословакияны баҫып алғанда Богемияға индерелә.

Рейхспротекторҙар:

Аҡса һәм почта маркалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Stamp of Bohemia and Moravia 1939.jpg
Богемия һәм Моравия протектораты Брно ҡалаһына арналған почта маркаһы, 1939 йыл

Богемия һәм Моравия протекторатында үҙ почта маркалары һәм аҡсаһы (ҡағыҙ купюралары һәм ваҡ тәңкәләр) сығарыла.

  • Чехословакия Икенсе донъя һуғышы ваҡытында
  1. Raphael Lemkin. Axis Rule in Occupied Europe: Laws of Occupation, Analysis of Government, Proposals for Redress. — The Lawbook Exchange, Ltd., 2008. — 718 с. — ISBN 9781584779018.

Ҡалып:Өсөнсө рейхтың административ-территориаль берәмектәре