Рәжәп (исем)
Рәжәп — ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәжәп — һижрә — ай календарында 7-се айҙың исеменән. Шул айҙа тыуған ир балаға ҡушылған исем[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәжәп Вәдүтов (Вәдүтов Рәжәп Муллағәле улы) — (16 май 1948 йыл) — баянсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һəм атҡаҙанған (1995) артисы, күп һанлы халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломаты.
Рәжәп Тайип Эрдоған (төр. Recep Tayyip Erdoğan, 26 февраль 1954 йыл) — төрөк дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре. Төркиә Йөмһүриәтенең 12-се Президенты (2014 йылдан). Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы лидеры.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы (15 ғинуар 1925 йыл — 1 октябрь 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1990 йылдарҙа Миәкә районы «Башҡортостан» колхозының тракторсыһы, трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (25 июнь 1908 йыл — 18 июнь 1971 йыл) — Башҡортостан инженер-электригы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958).
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәжәп (рус. Резяпово; икенсе атамаһы Сәкәш) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл.
Рәжәп ауыл Советы (Саҡмағош районы) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы муниципаль районының административ- территориаль һәм муниципаль берәмеге.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәжәб (ғәр. رجب) — һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж — Үмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙалар тотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булғандар. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Был ай — «һаңрау» ай. Бәндәләрҙең гонаһтары хаҡында Аллаһы Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт-бәрәкәттәре яуып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |